Эстәлеккә күсергә

Әхмәҙиев Әнүәр Хәким улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәҙиев Әнүәр Хәким улы
Тыуған көнө 3 ғинуар 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (110 йәш)
Тыуған урыны Дыуан районы
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы

Әхмәҙиев Әнүәр Хәким улы (3 ғинуар 1914 йыл — 24 декабрь 1996 йыл) — актёр, бейеүсе, урта һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугире. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).[1]

Әнүәр Хәким улы Әхмәҙиев Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Дыуан улусы[2] () Арый ауылында тыуған.

1933 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамланған.

1933—1936 һәм 1938—1941 йылдарҙа Баймаҡ (хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры), Ҡыйғы колхоз‑совхоз театрҙарында, Башҡорт академия драма театрында (хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры) эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлаған.

1949 йылда Нуриман районы Иҫке Күл урта мәктәбе директоры булып эшләй.

1950 йылдан башлап Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығы инспекторы.

1952—1975 йылдарҙа Өфө авиация институтында (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) уҡыта.

Әнүәр Хәким улы Әхмәҙиев Өфө ҡалаһында вафат булған.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әнүәр Әхмәҙиевтың ижады башҡорт халыҡ бейеүҙәренә бағышланған.

Репертуары

  • «Байыҡ»,
  • «Ҡара юрға»,
  • «Һунарсы» («Перовский») «Перовский» бейеүенең сәхнә вариантын һалыусы һәм беренсе башҡарыусыһы (1936).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).