Эстәлеккә күсергә

Өфө диниә семинарияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өфө диниә семинарияһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Өфө диниә семинарияһы Викимилектә

Өфө диниә семинарияһы (рус. Уфимская духовная семинария) — Урыҫ православие сиркәүе Өфө епархияһының сиркәү һәм дин әһелдәрен әҙерләүсе урта уҡыу йорто. Өфөлә 1800 — 1917 йылдарҙа эшләй.

Семинария Өфөлә асылған Изге Синод билдәләмәһе буйынса 1800 йылдың 25 июнендә асыла һәм 1865 йылға тиклем Ырымбур (епархия исеме буйынса) семинарияһы тип аталып йөрөтөлә. Ырымбур епархияһы Ырымбур һәм Өфө епархияларына бүленгәс, Өфө семинарияһы исемен ала.

1804 йылда семинария ҡарамағында етемдәр йорто асыла, Изге Иоанн Златоуст сиркәүе эшләй (1844 йылда изгеләндерелә).

Дини семинарияла классик славян-грек-латин сиркәү телмәре, медицина, һүрәт төшөрөү (1804 йылдан), немец һәм француз телдәре (1808 йылдан) өйрәнелә. 1840 йылдан дин тәғлимәттәре, дин һәм тарҡалыу тураһында, Изге Яҙма, герменевтика, православие ғибәҙәте, патистика, Христиан сиркәүенең Тәүрат тарихы — дөйөм һәм урыҫ тарихы, археология, сиркәүендә ҡануни хоҡуғы, ғибәҙәт китаптары тураһында тәғлимәт, пасхалия; логика дәрестәре, психология, риторика, шиғриәт, физика, алгебра, йәһүд, татар, сыуаш һ. б. уҡытыла. 1898 йылда семинарияла 181 уҡыусы белем ала[1].

1917 йылда семинария ябыла, ә 1930 йылдан уның бинаһында Башҡорт ауыл хужалығы институты урынлаша.

Тәүҙә семинария Фроловская урамында ағас бинала урынлаша. 1806 йылдың 5 мартында бина яна һәм семинаристар оҙайлы ваҡыт уҡыуын эргәләге тығыҙ флигелдәрҙә дауам итә.

Дини семинария бинаһы — XIX быуаттың архитектура ҡомартҡыһы, Өфөлә архитектура классицизмының иң яҡшы өлгөләренең береһе. Бина 1826—1828 йылдарҙа архитектор Трофимов һәм Кудинов проекты буйынса төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта бинала Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы урынлашҡан.

XX быуат башына семинарияла Өфө сиркәү-тарихы фәне барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттар дини епархиаль училищеһв уҡытыусыһы Иван Егорович Златоверховник (1854—1920 йй.), Өфө Дини семинарияһы сығарылыусыһы, 1899 йылда епархия тарихы буйынса «Өфө епархияһы. Географик, Этнографик, Административ-тарихи һәм статистик очерктар» хеҙмәтен баҫтыра, ә һуңынан «Дроби простые и десятичные в совместном изложении их теорий» (1905), «Первые уроки мироведения», «Курс общей географии» дәреслектәре авторы була.

Әлеге ваҡытта бина федераль әһәмиәттәге Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекты булып тора һәм дәүләт һаҡлауына алынған[2].

Тәүге ректоры архимандрит Лаврентий (1800—1803) була .

  • Архимандрит Филарет (Амфитеатров) (1804—1810 йй.)

1827 йылда яңы бинала беренсе ректор архимандрит Лаврентий була.

  • Архимандрит Пантелеимон (Помигуев) (1846—1855)
  • Григорий (Полетаев) (3 апрель 1865 йыл — 5 сентябрь 1869 йыл)
  • протоиерей Василий Бережковский (1883 йыл тип иҫкә алына)
  • Андроник (Никольский) (18 октябрь 1901 йыл — 1903 йыл)
  • Фаддей (Успенский) (8 ғинуар 1903 йыл — 1903)
  • Евграф Еварестов (1903, 1904, 1905) вазифа башҡарыусы
  • Мефодий (Красноперов) (1906—1913)
  • Павел (Вильковский) (1913—1914)
  • Артемий (Ильинский) (8 май 1915 йыл — 14-17 июнь 1917 йыл)
  • Граммаков Гавриил Иосифович (1917 йыл — ?)
  • Варсонофий (Лузин) (1884—1937) — Рус православие сиркәүе архиепискобы;
  • Глезденев Павел Петрович (1867—1923) — мари мәғрифәтсеһе, яҙыусы һәм этнограф. Мари нәфис әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе;
  • Иоасаф (Удалов) (1886—1937) — Рус православие сиркәү архиепискобы, изге;
  • Канцеров Алексей Яковлевич (? — 1918) — Рус православие сиркәүе иерейы, священномученик ;
  • Красноселец Николай Фомич (1845—1898) — сиркәү тарихсыһы, археолог;
  • Северовосток Аверкий Яковлевич (1845/1847—1918) — Рус православие сиркәүе иерейы, священномученик;
  • Яблоков Дмитрий Дмитриевич (1896—1993) — терапевт, ғалим һәм клиницист. СССР Медицина фәндәре академияһы академигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, 2-се дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.
  1. Духовная Семинария. Дата обращения: 2 июль 2013. Архивировано 5 декабрь 2013 года. 2013 йыл 5 декабрь архивланған.
  2. Запись в Едином Государственном Реестре ОКН (карточка)
  • Златоверховников И. Г. Уфимская епархия. Географический, Этнографический, Административно-исторический и статистический очерк — Уфа: Издание Уфимского епархиального братства Воскресения Христова, 1899. — С. 259—261.
  • Васильева О. В., Латыпова В. В. Уфимская духовная семинария // Дорога к храму. История религиозных учреждений г. Уфы. — Уфа: 1993. — С. 59-62.
  • Сухова Н. Ю. Высшая Духовная школа: проблемы и реформы (вторая половина XIX века). — М.: ПСТГУ, 2006. — С. 57.
  • Ергин Ю. В., Свице Я. С. Уфимская (до 1865 года — Оренбургская) духовная семинария — одно из старейших средних духовных учебных заведений России // Педагогический журнал Башкортостана. 2014. — № 2 (51). — С. 125—144.
  • Свице Я. С. Библиотека Уфимской духовной семинарии (1800—1917 годы) // Библиотека в контексте российской социокультурной истории: краеведческий аспект : материалы Всероссийской научной конференции (с международным участием) (Уфа, 24-25 марта 2016 г.) / сост. А. Р. Бикбулатова; отв. ред. А. М. Фатхутдинова. — Уфа, 2016. — С. 156—159.