Эстәлеккә күсергә

Өфө тау ҡорамалдары заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Өфө тау ҡорамалдары заводы — тау-байыҡтырыу комбинаттары өсөн үҙәккә ҡыуыусы насостар эшләп сығарыусы завод. 1898 йылда барлыҡҡа килгән.

Өфө тау ҡорамалдары заводы 4 төп цехтан тора: унда 1898 йылда барлыҡҡа килгән ҡойоу цехы, 1927 йылда яһалған тимерсе-пресс, 1993 йылдан алып эшләүсе ҡороп-йыйыу цехы һәм ярҙамсыл цехтар бар. Уларҙа 3 берәмек һанлы-иҫәпләү программалы (ЧПУ) ҡоролма ҡуйылған.

Өфө тау ҡорамалдары заводы 1898 йылда барлыҡҡа килә. Ул 1898 йылда 1-се Өфө губерна суйын-баҡыр ҡойоу һәм механика заводтары нигеҙендә ойошторола. Граждандар һуғышы ваҡытында завод емерелә. 1921 йылда ул 1-се һанлы «Дәүләт механика суйын-баҡыр ҡойоу заводы» тип аталып, ҡайтанан тергеҙелә. 1935 йылдан алып завод шахта вагонеткалары, локомобилдәр өсөн запчастар, алтын эҙләүселәр өсөн ҡорамалдар сығара. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ул һыу сығарыусы , үҙәккә табан ҡыуыусы насостар һәм күсәрле вентиляторҙар сығара. 1961 йылдан алып металлургия сәнәғәте өсөн химик әйберҙәр һәм ҡом ҡыуыусы насостар сығара башлай. 1990 йылда завод Башҡортостан Республикаһының металлургия, нефть эшкәртеү, шәкәр эшләү заводтары, яғыу-йылытыу һәм халыҡ хужалығының башҡа сәнәғәт тармаҡтары өсөн 17 яңы төр насостар сығара башлай. 1993 йылда завод «Горнас» акционерҙар берекмәһе тип үҙгәртелә.

Сығарған продукцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Продукцияһының төп ҡулланыусылары- Рәсәй Федерацияһының тау-байыҡтырыу комбинаттары. Уның продукциялары Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә күренекле, призлы урындарҙы яулап килә:1900 йылда Петербургта-көмөш миҙал, 1904 йылда Пенза ҡалаһында -алтын миҙал, 1908 йылда Дондағы Ростовта , Ҡазанда -алтын миҙал, 1910 йылда Омскиҙа -алтын миҙалға лайыҡ була.

Башкортогстан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.