Эстәлеккә күсергә

Өфө трамвайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өфө трамвайы
Тасуирлама
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Урыны

Өфө Өфө

Асылыу ваҡыты

1937 йылдың 1 феврале

Эксплуатант

Өфө ҡалаһы МУЭТ-ы

Сайт

muet-ufa.ru

Маршрут селтәре
Маршруттар һаны

7

Селтәр оҙонлоғо

97[1]

Шыумалы состав
Вагондар һаны

155

Депо һаны

2

Техник мәғлүмәт
Колея киңлеге

1524 мм

Схема маршрутов

Өфө трамвайы — Өфө ҡалаһында трамвай системаһы.

1898 йыл — Инженер Коншин Өфөлә беренсе электр трамвайы төҙөү буйынса тәҡдим яһай.

1911 йыл — Өфө ҡала думаһы ҡалала трамвай хәрәкәтен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә.

1913 йыл — Инженерҙар Васильев һәм Штудер ҡала думаһына трамвай линияһын төҙөү төҙөү маҡсаты менән мөрәжәғәт итә.

1934 йыл — 5 мартта СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы Өфөлә трамвай линияһын төҙөү буйынса ҡарар ҡабул итә.

1936 йыл — ошо йылдың яҙында Зенцов урамында (хәҙер Ленин урамы) трамвай линияһын төҙөү башлана. Август айында 5 моторлы һәм шулай уҡ 5 прицеплы вагондар һатып алына.

1937 йыл — 23 ғинуарҙа һынау өсөн трамвайҙы ебәреп ҡарайҙар. 24 ғинуар төнөндә Ленин урамы буйлап Почтамт бинаһынан Пермь урамына тиклем трамвай хәрәкәте асылды. Регуляр хәрәкәт 1 февралдә башлана.

1938 йыл — ғинуар айында ҡар таҙартҡыс алына. Был йылға файҙаланыуҙа 8 моторлы һәм 5 прицеплы вагондар була. Сентябрҙә файҙаланыуға Буденный урамынан (был урамда трамвай депоһы урынлашҡан була) яңы типографияға (хәҙер Октябрь проспекты башы) тиклем участка индерелә.

1940 йыл — трамвай юлдарының оҙонлоғо өс маршрутта 21 километрға тиклем барып етә, улар буйлап 17 Х вагон һәм 15 һәм 17 М прицеплы вагон йөрөй. Бабушкин урамынан (типография) "Ит комбинат"ына тиклем участка разъезлы, бер яҡлы була.

1945 йыл — Шота Руставели урамындағы разъезлы бер яҡлы юл бөтөрөлә, сөнки Трамвай урамы буйлап «Ит комбинаты» туҡталышынан хәҙерге ваҡыттағы «Трамвай урамы» туҡталышына тиклем яңы тармаҡ асыла. Бының өсөн хәҙерге Калинин һәм Матросов парктарындағы урман массивтары һирәгәйтелә.

1952 йыл — Революцион (Зенцов урамы менән киҫешкән урын), Аксаков, Свердлов урамдары буйлап «Икмәк заводы»на тиклем линия төҙөлә. МТВ-82 модификациялы тәүге ике вагон алына.

1956 йыл — 2-се трамвай депоһы нефть заводының структура берәмеге (цехы) булараҡ асыла. 2-се трамвай депоһынан («Колхоз баҙары»нан алып) «Монтажсылар урамы»на тиклем линия һалына.

1957 йыл — Ульянов урамы боролошонан Космонавтар урамына тиклем линия төҙөлә.

1958 йыл — «НУНПЗ»-ға тиклем линия төҙөлә һәм «Космонавтар урамы» ҡулсаһынан «Ағиҙел» Башҡорт художество предприятиеһы"на тиклем (Шумавцов урамы аша һәм «Гастелло исемендәге стадион»ға тиклем линия һалына.

1959 йыл — « Загородный станция»һында ҡулса төҙөлә.

1961 йыл — беренсе 10 РВЗ-6 модификациялы вагондар алына. Өфө тимер вокзалы алдындағы майҙанда кирегә әйләнгән ҡулса бөтөрөлә, ә линия «Товар дворы»на (хәҙер «Дзержинский урамы») тиклем оҙайтыла.

1962 йыл — Октябрь проспекты буйлап Трамвай урамынан Космонавтар урамына тиклем участкала линия асыла.

1966 йыл — Ветошников урамына тиклем линия төҙөлә һәм 16-сы «Хлебзавод — Ветошников урамы» маршруты асыла.

1969 йыл — Оло Гражданлыҡ һәм Рихард Зорге урамдары буйлап линия асыла, улар буйлап 5-се, -сы, 10-сы, 14-се маршруттар асылды.

1970 йыл — Ибраһимов бульвары буйлап линия асыла. «Госцирк ҡулсаһы» һүтелә, 1945—1950 йылдарҙа был ҡулса «Балалар санаторийы» исеме аҫтында селтәрҙең ике юллы участкаһы көньяҡ өлөшөнөң аҙаҡҡы пункты була, һуңынан 10-сы һәм 14-се маршруттар өсөн әйләнеүле ҡулсаға әйләндерелә. 10-сы, 14-се, 19-сы һәм 20-се маршруттары «Госцирк» аша ҡулсала әйләнә башлай. 18-се «Төҙөлөшлө — Яҡутов исемендәге парк» маршруты, 19-сы «Дзержинский урамы — Госцирк», 20-се «Опера театры — Госцирк» маршруттары асыла.

1971 йыл — Минһажев урамынан Ырымбур урамына тиклем Диагональ урамы (хәҙер Октябрҙең 50 йыллығы урамы) буйлап участка һүтелә. Менделеев урамына тиклем линия төҙөлә, 16-сы маршрут «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы"на тиклем оҙайтыла. 21/22-сы ҡулса «Госцирк — Йәшел сауҡалыҡ шифаханаһы» маршруттары асыла.

1972 йыл — «Химпром»ға тиклем 23-сө «Космонавтар урамы — Инициатива урамы» маршруты асыла. «Опера театры — Йәшел сауҡалыҡ шифаханаһы» йүнәлешендә 24-се маршрут ебәрелә.

1975 йыл — «ВАЗ» Автоүҙәге» линияһы асыла, 3-сө һәм 8-се маршруттары оҙайтыла.

1980 йыл — Революцион урамынан «Опера театры»на тиклемге Ленин урамындағы участка бөтөрөлә (ҡулса майҙанда, хәҙерҙе Гостиный двор алдында була).1-се маршрут «Йәшел сауҡалыҡ шифаханаһы»на тиклем («Үҙәк баҙары» аша) ебәрелә. 2-се, 14-се, 13-сө, 20-се һәм 24-се маршруттар туҡтатыла. 4-се һәм 9-сы маршруттар «Пушкин урамы»на тиклем оҙайтыла һәм шул сәбәпле 13-сө маршрут бөтөрөлә.

1983 йыл —Ибраһимов бульварынан Ырымбур урамына тиклем стрелка төҙөлгәндән һуң 2-се маршрут тергеҙелә.

1985 йыл — Вологда урамы буйлап «ВАЗ» автоцентры»нан «Гастелло исемендәге стадион»ға тиклем линия ебәрелә һәм 14-е маршрут йөрөй башлай.

1986 йыл — трамвай юлдары оҙонлоғо 156 км тәшкил итә (Өфө өсөн иң ҙур дәүмәл). ӨДНТУ-ның 2-се һәм 4-се корпустары араһында линияны бөтөрәләр һәм уны Ҡулса урамына күсерәләр. Маршрут асылды 3к «ВАЗ» автоцентры» — «Монтажлаусылар урамы», 8к «ВАЗ» автоцентры» — «Космонавтар Урамы» маршруттары асыла.

1995 йыл — трамвай юлдары оҙонлоғо 156 км тәшкил итә, маршруттар һаны 23, пассажирҙар ташыуы йылына 90,17 миллион тәшкил итә.

1996 йыл —«Инициатива урамы» буйлап һәм «НУНПЗ» һәм «Загородный станцияһы» араһындағы участкала хәрәкәт ябыла, 23-сө маршрут бөтөрөлә, ә 6-сы маршрут «ВАЗ» автоцентры»на тиклем йөрөй башлай. 11-се һәм 17-се маршруттар бөтөрөлә. 9к маршрутына 20-се һан бирелә.

2004 йыл — Октябрь проспектында «Госцирк» һәм "Аграр университет"ы араһында трамвай линияһы бөтөрөлә. 2-се, 2а, 20-се, 23-сө маршруттар ябыла. Ошо уҡ йылдың йәйендә . "Монтажсылар урамы"нан "НУНПЗ-ға тиклем трасса юҡҡа сығарыла. 12-се маршрут "Монтажсылар урамы"на тиклем ҡыҫҡартыла.

2005 йыл — Тимер юл вокзалын реконструкциялау менән бәйле «Дзержинский урамы»на тиклем хәрәкәт туҡтатыла. 7-се, 10-сы, 19-сы маршруттарҙың хәрәкәте туҡтатыла. Йыл йомғаҡтары буйынса, «Өфө ҡалаһының электротранспорт идаралығы» МУП-ы 20 трамвай маршрутын хеҙмәтләндерә.

2006 йыл — ошо йылдың июнь айында Өфө ҡалаһының тимер юлы вокзалы реконструкциялау менән бәйле ябылыуы арҡаһында Ибраһимов бульвары буйлап һәм «Тимер юлы вокзалы»на ваҡытлыса туҡтатыла. Шул уҡ йылдың сентябрь башында Өфө шоссеһында юл участкаһы ябыла. 4-се, 8-се, 14-се, 17-се маршруттары үҙгәртелә. 9-сы маршрут юҡҡа сығарыла һәм 4-се маршрут итеп үҙгәртелә.

2007 йыл — 17 июндә хәрәкәт тергеҙелә, әммә трамвайҙар «Тимер юлы вокзалы»на тиклем генә йөрөй башлай. Элек улар «Дзержинский урамы»на тиклем йөрөгән. Һөҙөмтәлә Ленин урамы буйлап юлдарҙы алып атшлағандан һуң «Тимер юлы вокзалы»на тиклем йөрөгән маршруттар (1-се, -се, 10-се, 19-сы) Ибраһимов бульвары буйлап, 5-се һәм 5-се к маршруттары — «Үҙәк баҙар»ы аша йөрөй башлай. 18-се маршрут «Йәшел сауҡалыҡы» шифаханаһы» туҡталышына тиклем оҙайтыла. 5к һәм 22-се маршруттары «Госцирк» артындағы быға тиклем махсус маҡсаттарҙа ғына ҡулланылған «Лесопарковый проезд» туҡталышынан кире яҡҡа хәрәкәт итәләр.

2008 йыл — МУЭТ шыумалы составы исемлегенә ярашлы баланста 224 вагон тора. Ошо йылда юлдарҙың оҙонлоғо ҡыҫҡартыла башлай. Август-сентябрҙә Октябрь проспектында һәм Черниковкаға ингән урында, «Аграр университеты»нан «Космонавтар урамы»на тиклем трамвай юлдары тулыһынса һүтелә. Ике боролошло ҡулса төҙөлә: төньяҡта — «Трамвай урамы» туҡталышында М. Калинин һәйкәле тирәләп һәм һәм көньяҡ — «Госцирк» янында.

2010 год — «Гастелло исемендәге стадион» туҡталышында Вологда урамы яғынан боролошло ҡулса төҙөлә. Һөҙөмтәлә 6-сы маршрут «ВАЗ» автоүҙәге»нән «Гастелло исемендәге стадион»ға тиклем оҙайтыла.

2013 йыл — МУЭТ-тың «2014—2015 йылдарға саралар планы»на ярашлы Рихард Зорге һәм Блюхер урамдары буйлап «төньяҡ — көньяҡ» тоташтырыу линияһын төҙөүҙе финанслау өсөн аҡса ҡала һәм республика бюджеттарынан бүленә. Үҙәктәге урау линияны тергеҙеү ике вариант буйынса барған: 1. Ибраһимов бульвары, Запотоцкий урамы (йәки Проломный урамы) буйлап Революцион урамына тиклем оҙайтыла 2. Чернышевский урамы буйлап юлдарҙы тоташтырған яңы линияны төҙөү. Быларҙың барыһы ла «Үҙәк» ТК» районында хәрәкәтте тотҡарламаған махсус авариялы һәм рельсһыҙ транспорт күп булған участканы вагондар урап үтеү өсөн эшләнә. Бынан тыш «Госцирк» туҡталышынан «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы» туҡталышына тиклем трамвай линияһын төҙөүҙе ситтән финанслау ҡаралған була. Иң аҙаҡҡы туҡталыш «Планета» ТРЦ" территорияһында һәм «Госцирк» араһында булыуы ҡарала.

2014 йыл — «Комсомольская правда» гәзитенә МУЭТ генераль директоры Аскар Фазлыев биргән интервьюһынан: ҡалала транспорт революцияһын Рәсәй урамынан башлаясаҡтар. Трамвай рельстары «Госцирк» һәм «Ҡала мәҙәниәт һарайы»н бәйләйәсәк. 2016 йылдың яҙында төҙөлөш башлауы планлаштырыла. Һөҙөмтәлә трамвайҙы Блюхер урамынан ебәреп (башта уйлағансы — тиҙ йөрөшлө түгел, ә ғәҙәти трамвай), ҡулсаны ябасаҡтар. Менделеев урамындағы трамвай линияһын төҙөү киләһе этап булып: 2017 йылда «Сәй фабрикаһы»н Глумилино толаҡ районындағы әҙер рельстар менән тоташтырған линияның төҙөлөшө башлана. Яҡынса ошо уҡ ваҡытта Менделеев урамын С. И. Зорин исемендәге 1-се һанлы трамвай депоһы менән бәйләйәсәктәр, шулай уҡ Ленин урамына — Ибраһимов бульварынан Революцион урамына тиклем участкала тармаҡты кире ҡайтаралар. Киләһе аҙым — «Уфаводоканал» районында Рәсәй урамынанҺупайлыға тиклем һәм артабан микрарайон буйлап. Шулай уҡ Трамвай урамынан Черниковкаға һәм Затонға тиклем яңы линия планлаштырылған. Сығымдарҙың бер өлөшөн үҙ өҫтөнә ҡала ҡаҙнаһы ала, ҡалғанын инвесторҙарҙан алырға уйлайҙар.

С. И. Зорин исемендәге 1-се трамвай депоһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Адресы: һәҙиә Дәүләтшина бульвары, 5-се йорт

2-се трамвай депоһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Адресы: Октябрь проспекты, 143-сө йорт
  • Х/М (1937 — ? йылдар);
  • Ф/БФ (? — 1963 йыл);
  • МС/ПС;
  • КТМ/КТП-1 (1956—1971 йылдарҙа) (вагондарҙың бер өлөшө Новочеркасск, Архангельск, Салауат ҡалаларына тапшырыла);
  • КТМ/КТП-2 (1961—1966 йылдарҙа) (вагондар Орел , Томск, Салауат ҡалаларына тапшырҙы.);
  • КТМ/КТП-3 (1962 йылда һынау үтә.);
  • МТВ-82 (1952—1970 йылдар) (Екатеринбург ҡалаһына вагондарҙың бер өлөшө тапшырыла);
  • K2 Tatra (1968—1982 йылдар);
  • Ике ишекле Tatra T3SU (1966—2008 йыл (линейный)) (файҙаланыуҙа 1 вагон бар);
  • 71-605А (1991 йыл — хәҙерге ваҡыт);
  • 71-608К (1992 йыл — хәҙерге ваҡыт);
  • 71-608КМ (1995 йыл — хәҙерге ваҡыт);
  • 71-619А (1999 йыл — хәҙерге ваҡыт);
  • 71-623 (2009 йыл — хәҙерге ваҡыт);
  • РВЗ-6 (1961—1988 йылдар);
  • РВЗ-6М (1966—1993 йылдар);
  • РВЗ-6М2 (1976—2009 йылдар);
  • ЛМ-93 (1995 й. — хәҙерге ваҡыт);
  • Tatra T3D (2001 й. — хәҙерге ваҡыт);
  • Tatra T3SU (1977 й. — хәҙерге ваҡыт);
  • Tatra T6B5 (T3M) (1988—1993 йылдарҙа) (вагондар Екатеринбург һәм Түбәнге новгородҡа һатыла, 2007 й. — хәҙерге ваҡыт);
  • 71-402 (2001 й. — хәҙерге ваҡыт).
71-619К трамвай вагоны

С. И. Зорин исемендәге трамвай депоһында файҙаланыуҙа 80 вагон иҫәпләнә:

  • 71-608К — 63 берәмек;
  • 71-608КМ — 7 берәмек;
  • 71-623-02 — 4 берәмек;
  • 71-605А — 2 берәмек;
  • 71-132 (ЛМ-93) — 1 берәмек;
  • 71-619А — 1 берәмек;
  • 71-619К — 1 берәмек;
  • 71-623-00 — 1 берәмек.

2-се һанлы трамвай депоһында пассажирҙар файҙаланыуында 75 вагон иҫәпләнә:

  • Tatra T3D — 44 берәмек;
  • Tatra T3SU — 26 берәмек;
  • Tatra T6B5-MPR. — 4 берәмек;
  • 71-402 «СПЕКТР» — 1 берәмек.

2007 йылда 2-се һанлы депо маршруттарына яңы «INECON» (АО «INECON GROUP» (Чехия)) вагондары сыға. 2008 йылдың аҙағында Усть-Ҡатау вагодар төҙөү заводының 71-619А вагоны һатып алына 2009 йылдың йәйендә 71-623-00, ә 2012 йылдың йәйендә ошо уҡ заводтың 71-623-02 4 яңы вагоны алдырыла. РВЗ-6М2 вагондары, контакт селтәре вышкаһынан башҡа, 2009 йылда иҫәптән сығарыла. Вагондарҙың береһе 1-се һанлы депола һәйкәл итеп ҡуйылған.

2017 йылдың 1 ғинуарынан:

Йөрөү хаҡы ҡулаҡса менән 20 һум тәшкил итә. Багаж ташыуы хаҡы — 13 һум.

Транспорт карталары буйынса йөрөү хаҡы:

Бер тапҡыр йөрөү:

  • граждандар һәм ойошмалар өсөн картаһына Visa payWave электрон картаһы буйынса — 18 һум;
  • социаль картаһы буйынса — 13 һум;
  • студент картаһы буйынса — 13 һум;
  • мәктәп уҡыусылары картаһы буйынса — 10 һум.

Айлыҡ тарифтары:

  • айлыҡ граждандар һәм ойошмалар өсөн электрон карталар буйынса : 20 сәфәр өсөн — 300 һум, 30 сәфәр өсөн — 420 һум;
  • айлыҡ социаль картаһы буйынса : 50 сәфәр өсөн — 450 һум.

Юл хаҡы кондукторға түләнә, ул булмаған саҡта — водителгә (төшкән саҡта).

  • 16 маршрут — берҙән-бер, үҙ тарихында (1966 йылдан) бер тапҡыр ҙа үҙгәртелмәгән тиерлек маршрут (1966 йыл), тик 1971 йылдың 28 декабрендә маршрут «Ветошников урамы»нан «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы»на тиклем оҙайтыла.