Эстәлеккә күсергә

…Һинең өстағаныңды сайҡалта

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
…Һинең өстағаныңды сайҡалта
Нигеҙләү датаһы 1984
Жанр публицистика[d]
Автор Александр Исаевич Солженицын

«…Һинең өстағаныңды сайҡалта» — Александр Солженицындың әҙәби-публицистический этюды. Уны Александр Солженицын 1984 йылдың апрелендә, «Ҡыҙыл тәгәрмәс» тарихи романын яҙған саҡта барлыҡҡа килгән пауза ваҡытында яҙған. «Вестник РХД» журналында (№ 142, 1984) баҫылған. Рәсәйҙә беренсе тапҡыр «Новый мир» журналында (№ 5, 1991) баҫылып сыға[1].

Этюд «пушкинистика яҙыусыларының» ижади традицияһында яҙылған[2]. Төрлө авторҙарҙың Пушкин тураһындағы әҫәрҙәр серияһы, шул иҫәптән, «Пушкин без конца»[3] эссеһе һәм ныҡ шау-шыу ҡуптарған Андрей Синявскийҙың «Прогулки с Пушкиным»[4] китабы сыҡҡандан һуң яҙыусы үҙенең был хеҙмәтен яҙа.

Этюдтың атамаһы — А. С. Пушкиндың «Поэту» шиғырынан алынған юл[5]:

«

…Ты им доволен ли, взыскательный художник?
Доволен? Так пускай толпа его бранит
И плюет на алтарь, где твой огонь горит,
И в детской резвости колеблет твой треножник.

»

Был әҫәрендә Солженицын Пушкин ижадының төп проблемаларына һәм, ғөмүмән алғанда, урыҫ классик әҙәбиәте мәсьәләләренә ҡағыла.

А, И. Солженицындың «…Һинең өстағаныңды сайҡалта» этюды «Новый мир» журналында баҫылып сыҡҡас та, Андрей Синявский шунда уҡ «Чтение в сердцах» тигән эссене яуап итеп яҙа[6].

Әҙәбиәт тәнҡитсеһе Бенедикт Сарнов «…И где опустишь ты копыта?» (1994) мәҡәләһендә Солженицын үҙенең «Өстағанында…» Пушкинды үҙенең идеологик маҡсаттарына ҡулайлаштырып яҙған, ти[7].

Әҙәбиәт белгесе Лада Лукьянова (1999), «Өстағанда…» Солженицын «Шағирҙың яҡты исемен һаҡлаусы булараҡ сығыш яһай…»- тип иҫбатлай[2].

  • Образованщина
  • Наши плюралисты
  1. <Солженицына, Н. Д.> Краткие пояснения // Солженицын, А. И. Ленин в Цюрихе. Рассказы. Крохотки. Публицистика. — Екатеринбург: У-Фактория, 1999. — С. 741–748. — ISBN 5-89178-101-8.
  2. 2,0 2,1 Лукьянова Л. В. «Оздоровляющее жизнечувствие». Солженицын о Пушкине // Москва : журнал. — 1999. — № 10. — С. 193—199.
  3. А. Н. Кленов . Пушкин без конца. — Синтаксис : журнал. — 1982. — № 10.
  4. Андрей Синявский . Прогулки с Пушкиным. 2011 йыл 28 декабрь архивланған.
  5. А. С. Пушкин . Поэту (1830). Этот же образ был использован ранее В. Ф. Ходасевичем для названия своего эссе о Пушкине — Колеблемый треножник (1921).
  6. Синявский А. Д. Чтение в сердцах // Новый мир : журнал. — 1992. — № 4.
  7. Сарнов Б. М. …И где опустишь ты копыта? Гл. 2 // Вопросы литературы : журнал. — 1994. — № 4.


Был әҙәбиәт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ. Ҡалып:Александр Солженицын