Солженицын Александр Исаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Солженицын Александр Исаевич
рус. Александр Исаевич Солженицын
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 11 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3][…]
Тыуған урыны Совет Рәсәйе, Кисловодск[2]
Вафат булған көнө 3 август 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[5][2][…] (89 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы[2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе йөрәк етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Хәләл ефете Солженицына, Наталия Дмитриевна[d] һәм Решетовская Наталья Алексеевна[d]
Балалары Солженицын, Игнат Александрович[d]
Туған тел рус теле
Яҙма әҫәрҙәр теле рус теле
Место содержания под стражей Лефортово төрмәһе[d] һәм Лубянкалағы дәүләт именлеге органдары бинаһы[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, тарихсы, романист, сценарий яҙыусы, драматург, шағир, йәмғиәт эшмәкәре, прозаик, публицист, мәктәп уҡытыусыһы, хәрби хеҙмәткәр
Эшмәкәрлек төрө ГУЛАГ[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы, Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d], Рәсәй Фәндәр академияһы[d][6], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Бавария сәнғәт академияһы[d]
Уҡыу йорто Көньяҡ федераль университет[d]
Ростов дәүләт университеты
Кемдә уҡыған Мордухай-Болтовской, Дмитрий Дмитриевич[d]
Ҡултамға
Хәрби звание өлкән лейтенант[d] һәм Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Жанр повесть[d], хикәйә, публицистика[d], эссе[d], Роман, Бәләкәс кенәләр, Лексикография һәм Миниатюра[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт solzhenitsyn.ru​ (рус.)
Commons-logo.svg Солженицын Александр Исаевич Викимилектә

Александр Исаевич (Исаакиевич) Солженицын (11 декабрь 1918, Кисловодск, Терск өлкәһе, РСФСР[К 1] — 3 август 2008, Мәскәү, Рәсәй) — СССР-ҙа, Швейцарияла, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә йәшәгән һәм эшләгән урыҫ яҙыусыһы, драматург, эссеист-публицист, шағир, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәре.

Төп әҫәрҙәре — «Архипелаг ГУЛАГ», «В круге первом», «Красное колесо», «Матренин двор», «Один день Ивана Денисовича», «Раковый корпус»[7][8].

Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашыусы. Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты (1970). Тарих-филология фәндәре бүлексәһе буйынса РФА академигы (1997). Бер нисә тиҫтә йыл дауамында (1960—1980 йылдарҙа) коммунистик идеяларға, СССР-ҙың сәйәси ҡоролошона һәм уның властары алып барған сәйәсәткә уныҡаршы әүҙем сығыш яһай.

Киҫкен ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр күтәргән әҙәби әҫәрҙәрҙән тыш, XIX—XX быуаттарҙағы Рәсәй тарихы буйынса художзество-публицистик әҫәрҙәре менән киң билдәлелек яулай.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Исаевич (Исаакиевич[К 2][9]) Солженицын 1918 йылдың 11 декабрендә Кисловодскиҙа (хәҙер Ставрополь крайы) тыуа. Кисловодскиҙың Изге дауалаусы Пантелеймон ҡорамында суҡындырылған[К 3].

Атаһы — Исаакий Семенович Солженицын (1891—1918), Төньяҡ Кавказдың рус крәҫтиәне. Әсәһе — Таисия Захаровна Щербак (1894—1944), украин, Кубандағы Таврияның чабан-батрагынан үҙенең аҡылы һәм хеҙмәте ярҙамында бай экономия хужаһы дәрәжәһенә күтәрелгән кешенең ҡыҙы[К 4] (ҡара: Новокубанск). Ата-әсәһе Мәскәүҙә уҡығанда таныша һәм күп тә тормай өйләнешәләр. Исаакий Солженицын Беренсе донъя һуғышы ваҡытында доброволец булып фронтҡа китә һәм офицер була. Ул улы тыуғанға тиклем, 1918 йылдың 15 июнендә, демобилизациянан һуң, һунарҙағы бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә һәләк була. «Красное колесо» эпопеяһында Сана (Исаакий) Лаженицын итеп һүрәтләнә (ҡатынының — яҙыусының әсәһе хәтирәләре буйынса)[К 5]

1917 йылғы революция һәм Граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә ғаилә ярлылана[К 6], һәм Солженицын әсәһе менән 1924 йылда Дондағы Ростовҡа күсә. 1926—1936 йылдарҙа 15-се (Малевич) мәктәптә уҡый. Фәҡирлектә йәшәйҙәр.

1917 йылғы революция тураһында ҙур роман яҙырға уйлай. Бәләкәй кластарҙа суҡындырылған тәре таҡҡаны һәм пионерҙар сафына инергә теләмәгәне өсөн кәмһетеүҙәргә дусар була, сиркәүгә йөрөгәне өсөн киҫәтеү ала[10]. Мәктәп йоғонтоһонда коммунистик идеологияны ҡабул итә, 1936 йылда комсомолға инә. Өлкән кластарҙа әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, эссе һәм шиғырҙар яҙа башлай; тарих, йәмәғәт тормошо менән ҡыҙыҡһына. 1937 йылда 1917 йылғы революция тураһында ҙур роман яҙыу тураһында уйлай.

1936 йылда Ростов дәүләт университетына уҡырға инә. Әҙәбиәтте төп һөнәр итергә теләмәйенсә, физика-математика факультетын һайлай. Мәктәп һәм университет дуҫы хәтирәләре буйынса, «… математикка күңел талабы буйынса түгел, ә физматта белемле һәм ҡыҙыҡлы уҡытыусылар булғанға ғына уҡыны»[10]:136. Шундайҙарҙың береһе Д. Д. Мордухай-Болтовской була[К 7]. Университетта Солженицын «бик яҡшы» өлгәшә (Сталин стипендиаты), әҙәби күнекмәләрен дауам итә, университеттағы дәрестәрҙән тыш үҙ аллы тарихты һәм марксизм-ленинизмды өйрәнә. 1941 йылда университетты отличие менән тамамлай, уға математика һәм уҡытыу өлкәһендә II разрядлы фәнни хеҙмәткәр квалификацияһы бирелә. Деканат уны ассистент вазифаһына йәки аспирантураға тәҡдим итә.

Әҙәби эшмәкәрлеге башында уҡ Беренсе донъя һуғышы һәм революция тарихы менән етди ҡыҙыҡһына. 1937 йылда «Самсонов һәләкәте» буйынса материалдар йыя башлай, «Ун дүртенсе йылдың авгусы» әҫәренең тәүге главаларын яҙа (ортодоксаль коммунистик күҙлектән). Театр менән ҡыҙыҡһына, 1938 йылда Ю. А. Завадскийҙың театр мәктәбенә имтихандар тапшырып ҡарай, әммә уңышһыҙ. 1939 йылда Мәскәүҙә Философия, әҙәбиәт һәм тарих институтының әҙәбиәт факультетына ситтән тороп уҡырға инә. 1941 йылда башланған Бөйөк ватан һуғышы арҡаһында уҡыуы өҙөлә..

1939 йылдың авгусында дуҫтары менән Волга буйлап байдаркала сәйәхәт ҡыла. Яҙыусының ошо ваҡыттан алып 1945 йылдың апреленә тиклемге тормошо «Дороженька» (1947—1952) автобиографик поэмаһында һүрәтләнә.

1940 йылдың 27 апрелендә Наталья Решетовскаяға өйләнә.

Һуғыш ваҡытында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышына Солженицынды шунда уҡ алмайҙар, сөнки һаулығы буйынса «хеҙмәткә яраҡлылығы сикләнгән» була. Фронтҡа эләгергә тырыша[11]. 1941 йылдың сентябрендә ҡатыны менән бергә Ростов өлкәһенең Морозовск мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә, әммә 18 октябрҙә Морозовск хәрби комиссариаты тарафынан 74-се егеүле транспорт батальонына тәғәйенләнә[10]:904.

1941—1942 йылғы йәй ваҡиғаларын «Люби революцию» (1948) тамамланмаған повесында һүрәтләй.

Хәрби училищеға ебәреүҙәрен юллай, 1942 йылдың апрелендә Костромаға[К 8] артиллерия училищеһына ебәрелә; 1942 йылдың ноябрендә лейтенант званиеһы алып сыға һәм Саранск ҡалаһына артиллерия инструменталь разведка дивизионын формалаштырыу буйынса запастағы артиллерия разведка полкына ебәрелә.

1943 йылдың мартынан ғәмәлдәге армияла. Үҙәк һәм Брянск фронттарының 63-сө армияһы 44-се пушка артиллерия бригадаһының (ПАБР) 794-се айырым армия разведка артиллерия дивизионының 2-се тауышлы разведка батареяһы командиры була.

1943 йылдың авгусында лейтенант Солженицын Малиновец — Сетуха — Оло Малиновец участкаһында дошмандың төп артиллерия төркөмөн һәм маскировкаланған өс батареяһын асыҡлауы өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.

1943 йылдың 15 сентябрендә өлкән лейтенант дәрәжәһе бирелә.

1944 йылдың яҙында 48-се Белоруссия фронтының 2-се армияһы 68-се Севск-Речинцк пушка артиллерия бригадаһының тауышлы разведка батареяһы командиры. Орёлдан[12] алып Көнсығыш Пруссияға тиклем хәрби юл үтә[К 9]..

1944 йылдың 7 майынан — капитан[10]:906.

1944 йылдың 8 июленән дошмандың ике батареяһын асыҡлаған һәм уларға ут асыуҙы корректировкалап, юҡ иткән өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орден менән бүләкләнә[13].

Фронтта, тыйыуға ҡарамаҫтан, көндәлектәр алып бара. Күп яҙа, әҫәрҙәрен Мәскәү әҙәбиәтселәренә рецензияға ебәрә.

Ҡулға һәм һаҡ аҫтына алыныуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Solzhenitsyn-obysk.jpg
Солженицынды тентеү (ҡуйылыш фотоһы; Джамбул өлкәһе, Кок-Терек ауылы, март 1953)[14].

Ҡулға алыу һәм хөкөм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Солженицын фронтта ла йәмәғәт тормошо менән ҡыҙыҡһыныуын дауам итә, Сталинға тәнҡит менән ҡарай («ленинизмды боҙғаны» өсөн); элекке дуҫы Николай Виткевичҡа яҙған хаттарының береһендә "Пахан"ды (уның Сталин икәнлеге төҫмөрләнә) һүгә, шәхси әйберҙәре араһында Виткевич менән берлектә төҙөгән "резолюция"ны һаҡлай. Унда Сталин урынлаштырған тәртиптәр крепостной хоҡуҡ менән сағыштырыла һәм һуғыштан һуң «ленин» нормаларын тергеҙеү буйынса ойошма төҙөү тураһында һүҙ бара.

Хаттар хәрби цензурала шик тыуҙыра. 1945 йылдың 2 февралендә телеграф аша СССР-ҙың «Смерш» НКО-һы Баш контрразведка идаралығы начальнигы урынбаҫары генерал-лейтенант Бабичтың кисекмәҫтән Солженицынды ҡулға алыу һәм Мәскәүгә оҙатыу тураһындағы 4146 һанлы күрһәтмәһе килә. 3 февралдә армия контрразведкаһы 2/2 № 3694-45 тикшереү эшен башлай. 9 февралдә Солженицын штаб бинаһында ҡулға алына, капитан хәрби дәрәжәһенән мәхрүм ителә һәм Мәскәүгә, Лубянка төрмәһенә оҙатыла. Һорау алыуҙар 1945 йылдың 25 февраленән 20 майғаса дауам итә (тәфтишсе — идаралығының СССР НКГБ-ның 2-се идаралығының XI бүлеге 3-сө бүлексәһенең начальник ярҙамсыһы, дәүләт именлеге капитаны Езепов).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аңлатма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. де-факто территория под контролем Добровольческой армии
  2. В некоторых документах 1930-х годов — например, в выпускном аттестате — его отчество указано как «Исаакович». В других — например, в паспорте, выданном в 1934 году с ошибкой паспортистки, и в заявлении в университет, написанном на основании паспортных данных, — как «Исаевич». — См.: Сараскина Л. И. Александр Солженицын — М.: Молодая гвардия, 2008. — Б. 135. — ISBN 978-5-235-03102-9.
  3. В 1990-х годах активно выделял пожертвования на восстановление храма (полностью разрушенного большевиками)
  4. Так на Кубани называли имения, развивавшиеся интенсивно.
  5. «История семьи писателя на фоне Первой мировой войны стала сюжетной канвой „Августа Четырнадцатого“. <…> Солженицыны (Лаженицыны) — предки по линии отца; Щербаки (Томчаки) — предки по линии матери» — Сараскина Л. И. Александр Солженицын — М.: Молодая гвардия, 2008. — Б. 19. — ISBN 978-5-235-03102-9.
  6. Материнское имение было национализировано.
  7. Под именем Горяинова-Шаховского Солженицын вывел его в романе «В круге первом» и в поэме «Дороженька».
  8. Эвакуированное 3-е Ленинградское артиллерийское училище.
  9. Окружение батареи в Восточной Пруссии (между Адлиг Швенкиттеном и Дитрихсдорфом) и выход из него 26 января 1945 года, за который Солженицын был представлен к Ордену Красной Звезды, описаны в:
    А. Солженицын. Адлиг Швенкиттен. Односуточная повесть. // Новый мир. — 1999. — № 3.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118642464 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. SNAC — 2010.
  5. http://www.washingtonpost.com/wp-dyn/content/article/2008/08/03/AR2008080301249.html?hpid=moreheadlines
  6. http://www.ras.ru/win/db/show_per.asp?P=.id-2583.ln-ru.dl-.pr-inf.uk-12
  7. https://www.britannica.com/biography/Aleksandr-Solzhenitsyn
  8. https://ria.ru/20080804/150097590.html
  9. Александр Исаевич Солженицын. Материалы к биобиблиографии / Ред. колл.: В. П. Муромский и др. — СПб.: Рос. нац. библиотека, 2007.: «Александр Исаевич Солженицын (по отцу — Исаакиевич)…».
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Сараскина Л. И. Александр Солженицын — М.: Мол. гвардия, 2008. — ISBN 978-5-235-03102-9.
  11. Решетовская Н. В споре со временем : Воспоминания — М.: Агентство печати Новости, 1975.
  12. А. Солженицын. Желябугские Выселки. Двучастный рассказ. // Новый мир. — 1999. — № 3.
  13. Память народа. Документ о награде: Солженицын Александр Исаевич, Орден Красной Звезды. pamyat-naroda.ru. 5 декабрь 2015 тикшерелгән.
  14. Ссыльный Александр Солженицын в лагерной телогрейке