Эстәлеккә күсергә

Тәре яуҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
20:26, 1 май 2023 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.3)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Тәре йөрөтөүселәр бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Тәре йөрөтөүселәр (мәғәнәләр).
Тәре яуы бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Тәре яуы (мәғәнәләр).
Тәре походтары
Беренсе тәре походы
Крәҫтиәндәр тәре походы
Герман тәре походы
Норвегия тәре походы
Арьергард тәре походы
Икенсе тәре походы
Өсөнсө тәре походы
Дүртенсе тәре походы
Альбигой тәре походы
Балалар тәре походы
Бишенсе тәре походы
Алтынсы тәре походы
Етенсе тәре походы
Руханиҙар тәре походы
Һигеҙенсе тәре походы
Туғыҙынсы тәре походы
Төньяҡ тәре походы
усит тәре походы
Варнаға тәре походы

Тәре яуҙарыКөнбайыш Европанан XI—XV быуаттарҙа мосолмандарға ҡаршы, уларға ғына ҡаршы түгел, ойошторолған дини хәрби походтар серияһы[1]. Тар мәғәнәлә — 1096—1291 йылдарҙа беренсе сиратта Иерусалимды, Господень (Аллаһының) табуты менән бергә, «ҡотҡарыуға», Фәләстинға, сәлжүктәргә ҡаршы йүнәлтелгән, поход. Киң мәғәнәлә — шулай уҡ Рим Папалары иғлан иткән башҡа походтар, шул иҫәптән, Балтик буйы мәжүсиҙәрен христиандарға әйләндереү һәм Европалағы еретик һәм антиклерикаль ағымдарын (катарҙар, гуситтар һ.б.) баҫтырыу маҡсатында ойошторолған һуңғы походтар.

Барлыҡҡа килеү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Тәре йөрөтөүселәр» тигән атама походта ҡатнашыусылар өҫ кейемдәренә тәре тегеп йөрөгәнлектән барлыҡҡа килгән. Ҡатнашыусыларҙың гонаһтары ярлыҡалана тигән ышаныу тыуҙырылғанға, походҡа рыцарҙар ғына түгел, ябай халыҡ та, хатта балалар ҙа ҡушылған (ҡарағыҙ: Балаларҙың тәре походы).

Иерусалимды сәлжүктәрҙән ҡотҡарыу идеяһын рим папаһы Григорий VII тәүгеләрҙән булып күтәреп сыҡҡан һәм походтың етәксеһе булыу теләген белдергән. Уның саҡырыуына 50 000 энтузиаст ҡушылырға әҙер булған, ләкин папаның герман императоры менән көрәше был идеяның һауала эленеп ҡалыуына килтергән. Григорийҙың вариҫы, папа Виктор III, гонаһтары ярлыҡауын вәғәҙәләп, ләкин үҙенең ҡатнашмаясағын белдереп, үҙенән алда эшләгән папаның походҡа саҡырыуын ҡабатлаған. Мосолман баҫҡынсылығынан яфаланған Пиза, Генуя, башҡа итальян ҡалалары халҡы Африка ярҙарына флот әҙерләгән булған. Экспедиция тарафынан Туниста ике ҡала яндырылған булған, ләкин был эпизод киң резонанс алмаған.

Күп халыҡ ҡатнашлығындағы тәре походының дәртләндереүсеһе, Пикардиянан сыҡҡан ҡушаматы Пустынник (донъяуи рәхәтлектәрҙән баш тартып, кешеләрҙән ситләшеп йәшәүсе монах) булған, ябай хәйерсе Пётр Амьенский булған. Голгофаға Господень (Аллаһы тәғәлә) табутын күрергә барғанда, фәләстан диндәштәрен ҡыҫырыҡлауҙарын күҙәтеү уның күңелендә көслө нәфрәт тойғоһо уятҡан. Патриархтан ярҙам үтенеп яҙылған хат алып, Пётр Римгә папа Урбан II-гә юлланған, һуңынан, алам-һалам кейеп, ялан аяҡ, ялан баш көйө һәм ҡулына тәре тотоп, Европаның ҡала-ауылдары буйлап, ҡайҙа мөмкин булһа, шунда христиандарҙы һәм Господень табутын ҡотҡарыу өсөн поход кәрәклеген вәғәзләп йөрөгән. Уның һүҙгә оҫталығына иҫтәре киткән ябай кешеләр Пётрҙы изге тигәндәр, иҫтәлеккә уның ишәгенең бер төк йөнөн йолҡоп алыуҙы ла бәхеткә һанағандар. Шулай итеп, идея бик киң таралған һәм популяр булған.

Беренсе тәре походы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе тәре йөрөтөүселәр походы 1095 йылдың ноябрендә папа Урбан II-нең француз ҡалаһы Клермон-Ферран сиркәү соборында ялҡынлы вәғәзе артынса уҡ башланған. Шунан бер аҙ алдараҡ византий императоры Алексей I Комнин Урбанға һуғышсан төрөк-сәлжүктәр һөжүмен кире ҡайтарыу кәрәклеген үтенеп (үҙҙәренең башлығы Сәлжүк исеме менән аталғандар) мөрәжәғәт иткән. Мосолман төрөктәрҙең ябырылыуын христианлыҡҡа янағанын аңлап, папа тәхетенә ымһынған икенсе претендент менән көрәш барышында йәмәғәтселек фекерен үҙенең яғына ауҙарыу маҡсатында ла, папа Урбан императорға ярҙам итергә риза биргән; шуның менән бергә, әлбиттә, уның Изге ерҙе сәлжүктәрҙән тартып алыу маҡсаты ла булған. Папаның телмәре күп тапҡырҙар халыҡ энтузиазмы һәм "Был эшкә Алла ихтыяры! Алла шулай теләй!"тип ҡысҡырыуҙары менән өҙөлгән. Урбан II походта ҡатнашыусыларға бурыстарын юҡҡа сығарыу һәм Европала тороп ҡалған ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреүҙе вәғәҙәләгән. Шунда уҡ, Клермонда, теләгәндәр тантаналы ант иткән һәм, нәҙер әйтеп, кейемдәре өҫтөнә ҡыҙыл туҡыма киҫәктәренән тәре теккәндәр. Шунан киткән инде «тәре йөрөтөүселәр» тигән һүҙ һәм миссияның атамаһы — «Тәре походы» [2].

Дөйөм илһамланыу тулҡынында беренсе поход үҙ маҡсатына ирешкән. Артабан Иерусалим һәм Изге ерҙе тағы мосолмандар баҫып алған, һәм ошо ерҙе азат итеү маҡсатында Тәре походтары ойошторолған. Һуңғы (туғыҙынсы) Тәре походы тәү мәғәнәһендә 1271—1272 йылдарҙа ойошторолған. Шулай уҡ «Тәре» походтары тип аталған һуңғы яуҙар XV быуатта ойошторолған һәм гуситтарға һәм ғосман төрөктәренә ҡаршы йүнәлтелгән булған.

Көнсығышҡа тәре походтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Христианлыҡ та, шулай уҡ ислам да бөтөн донъяла хакимлыҡ итергә тәғәйенләнгән булыуҙарына берҙәй ышанғандар. Исламдың тәүге йөҙйыллыҡтарҙағы уңыштары европа христианлығына етди ҡурҡыныс менән янаған: ғәрәптәр Сүриәне, Фәләстанды, Мысырҙы, төньяҡ Африканы, Испанияны яулап алған. VIII быуат башы бик киҫкен ваҡиғаларға бай булған: Көнсығышта ғәрәптәр Византияның яҡын көнсығышында Кесе Азия сиктәренә саҡлы күпселек территорияһын баҫып алған һәм империяның йәшәү өсөн мөһим булған ошо регионына янаған, ә Көнбайышта Пиреней артына үтеп инергә ынтылған. Лев III Исаврҙың һәм Карл Мартеллдың еңеүҙәре ғәрәп экспансияһын туҡтатҡан, ә мосолман диненең артабанғы таралыуы мосоман донъяһының сәйәси тарҡалыуы арҡаһында туҡтап ҡалған. Хәлифәт үҙ-ара дошманлашҡан өлөштәргә бүленгән.

X быуаттың икенсе яртыһында Византия империяһы хатта элегерәк юғалтҡан ерҙәрен кире ҡайтара алған: Никифор Фока ғәрәптәрҙән Критты, Сүриәнең бер өлөшөн, Антиохияны тартып алғандар. XI быуатта ваҡиғалар торошо тағы ла мосолмандар файҙаһына үҙгәргән. Василий II (1025) вафатынан һуң византий тәхетен бер-берен йыш ҡына алмаштырған көсһөҙ императорҙар биләгән. Юғары властың көсһөҙлөгө, көнсығыш империяға Европала ла Азияла ла етди ҡурҡыныс янаған был осорҙа, Византияға бигерәк тә зыянлы булған. Алғы Азияла сәлжүктәр Көнбайышҡа һөжүмен ҡабатлап торған. Шакир-бәк (1059 йылда вафат булған) һәм Тоғрул-бәк (1063 йылда вафат булған) етәкселегендә улар үҙенең власына Иран һәм Месопотамияның күп өлөшөн буйһондорған. Шакир Алып-Арыҫлан Кесе Азияның (1067—1070) шаҡтай өлөшөн бөлгөнлөккә төшөргән һәм Манцикерт эргәһендә император Роман Диогенды (1071) әсирлеккә алған. 1070 һәм 1081 йылдар араһында сәлжүктәр мысыр Фатимидтарынан Сүриәне һәм Фәләстанды (Иерусалимды — 1071—1073 йылдарҙа, Дамаскты 1076 йылда) тартып алған, ә Сөләймән, Ҡотломыш улы, Тоғрул-бәктең ике туған улы, византийҙарҙан 1081 йылда бөтөн Кесе Азияны тартып алған; Никея баш ҡала итеп иғлан ителгән. Ахырҙа, төрөктәр Антиохияны ла алған (1085). Яңынан, VIII быуаттағы кеүек, дошмандар Константинополдең эргәһендә генә торған. Шул уҡ ваҡытта империяның европа провинцияларына (1048 йылдан), хатта баш ҡала диуарҙарына килеп етә яҙып, халыҡты ҡурҡыныс бөлгөнлөккә төшөрөп, бер туҡтауһыҙ бәшнәктәр һәм уғыҙҙар һөжүм иткән. 1091 йыл империя өсөн иң ауыр йыл булған: Чаха етәкселегендәге төрөктәр Константинополгә диңгеҙҙән һөжүм әҙерләгән, ә бәшнәк ғәскәре баш ҡала эргәһенә килеп еткән булған. Император Алексей I Комнин, үҙ ғәскәре менән генә ҡаршы тороп, уңышҡа өлгәшә алмаған: Балҡан ярымутрауына килеп урынлашырға ынтылған итальян норманндарына ҡаршы торған һуңғы йылдарҙа император ғәскәре көсө байтаҡ сарыф ителгән булған.

Көнбайышта XI быуат аҙағына башҡа дин тотоусыларға (кафырҙарға) ҡаршы көрәшкә саҡырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған төрлө сәбәптәр кәйеф һәм шарттар өлгөргән саҡта император Алексей I Комнин мөрәжәғәт иткән: төрлө рухи батырлыҡтарҙа һәм, һүҙ ыңғайында әйткәндә, изге урындарға ғибәҙәт (зыярат) ҡылыуҙарҙа сағылыш тапҡан дини хис-тойғолар артыҡ көсәйгән һәм аскетик кәйеф үҫешкән.

Тағы етмәһә, 1054 йылда Христиан сиркәүе тарҡалыш (раскол) кисергән — католиктар һәм православныйҙар бер-береһен анафемаға дусар иткән, йәғни хурлыҡ тамғаһы һуҡҡан.

Элек-электән изге ерҙәргә күп ғибәҙәт ҡылыусылар Фәләстанға Аллаһ (Господень) табутына йүнәлгәндәр; 1064 йылда, мәҫәлән, майнц архиепискобы Зигфрид ете мең пилигрим (мосафир, сәйәхәтсе, илгиҙәр) төркөмө менән Фәләстанға йүнәлгән. Ғәрәптәр изге ерҙәргә ғибәҙәт ҡылыуға ҡамасауламағандар, ләкин христианлыҡ хис-тойғолары ҡайһы берҙә мосолман фанатизмынан ныҡ ғәрләнгән: шулай, фатимид хәлифе Әл-Хәким ибн-Әмриллах 1009 йылда Господень изге табуты Храмын емерергә ҡушҡан.[3] Шул саҡта уҡ, ошо ваҡиғалар тәьҫирендә, папа Сергий IV изге һуғыш тураһында уңышһыҙ вәғәздәр һөйләгән (Әл-Хәким үлгәндән һуң, хәйер, емерелгән храмдар тергеҙелгән). Фәләстанда төрөктәрҙең раҫланыуы христиандарҙың изге ерҙәргә зыярат ҡылыуын артығы менән ҡыйынлаштырған, ҡиммәтлегә һәм хәүефлегә әйләндергән: пилигримдар йыш ҡына мосолман фанатизмы ҡорбаны булған. Ғибәҙәт ҡылып ҡайтҡан пилигримдарҙың тәьҫораттары дингә бирелгән халыҡта изге ерҙәрҙең хәсрәтле хәленә ҡарата ҡайғылы тойғолар һәм башҡа диндәгеләргә нәфрәт тыуҙырған. Дини илһамланыуҙан тыш, шул уҡ йүнәлештә көслө тәьҫир итеүсе башҡа мотивтар ҙа булған. XI быуатта халыҡтарҙың бөйөк күсенеүенең һуңғы шаңдауы (норманндар һәм уларҙың күсенеүҙәре) — күсенеп йөрөүҙәргә дәрт бер юлы һүнмәгән булған әле. Феодал ҡоролош рыцарь синыфы вәкилдәре араһында үҙ илендә көсөн ҡулланыу мөмкинлеге алмаған һәм ҡайҙа яҡшы, шунда китергә әҙер, нимәлер табыуға өмөт иткән байтаҡ контингент (мәҫәлән, барон ғаиләләренең кесе ағзалары) барлыҡҡа килтергән. Ауыр ижтимағи-иҡтисади шарттар арҡаһында йәмғиәттең түбән ҡатлам кешеләре тәре яуҙарына эйәреп киткән. Көнбайыштың ҡайһы бер илдәрендә (мәҫәлән, тәре йөрөтөүселәрҙең иң күп контингентын биргән Францияла) XI быуатта төрлө стихиялы афәттәр: һыу баҫыу, иген уңмау, ҡырҡыу сирҙәр арҡаһында күмәк халыҡтың хәле сыҙап торғоһоҙға әйләнгән. Италияның бай сауҙа ҡалалары христиандарҙың Көнсығышта раҫланыуынан сауҙа табышы алыу ниәтенән тәре йөрөтөүселәр тотонған хәрәкәтте хуплаған.

Клермон соборы (1095)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтөн Көнбайышта аскетик реформаһы менән үҙенең әхлаҡи абруйын көсәйткән һәм ер йөҙөндә берҙәм Хоҙай батшалығы идеяһын үҙләштергән Папалыҡ, хәрәкәтте етәкләү, бәлки, Көнсығышта рухи власть алыу өмөтө менән, Константинополдән килгән мөрәжәғәткә ҡарашын белдермәй ҡалмаған. Ахырҙа, көнбайыш христиандары Испанияла, Италияла һәм Сицилияла мосолмандарға ҡаршы көрәшкән саҡтарында уҡ ныҡ тәьҫирләнгән булғандар. Бөтөн көньяҡ Европа өсөн мосолмандар яҡшы таныш, нәҫелдән, ата-бабалар күрһәтеп ҡалдырған, дошман булған. Быларҙың бөтәһе лә 1089 йылдар тирәһенән үк папа Урбан II менән мөнәсәбәттә булған һәм, күрәһең, латин Көнбайышынан ярҙам алыу ниәтенән, сиркәү низағына кәртә ҡуйырға ынтылған Алексей I Комнин мөрәжәғәтенең уңышына булышлыҡ иткән. Был маҡсаттан Константинополдә сиркәү соборы (йыйыны) уҙғарыу тураһында һүҙ сыҡҡан; папа Алексейҙы, схизматик булараҡ (сиркәү тарҡалышы яҡлы булыуҙа ғәйепләү) сиркәүҙән ҡыуыу ҡарарынан баш тартҡан. 1091 йылда, папа Кампанияла булған саҡта, уның эргәһендә Алексейҙың илселәре лә булған. 1095 йылдың мартында папа Алексейҙың илселәрен тағы бер ҡат тыңлаған (Пиаченцелағы соборҙа), ә шул уҡ йылдың көҙөндә Клермон-Ферранда (Францияла, Оверндә) собор саҡырылған. Папа Урбан II тәҡдим иткән Византияға ярҙам итеү фекере халыҡ күңеленә айырата хуш килерлек итеп үҙгәртелгән. Клермонда тотҡан телмәрендә сәйәси элемент, дини элемент менән сағыштырғанда, артҡы планға күсерелгән: Урбан II үҙенең вәғәзендә Изге ерҙе һәм Аллаһ (Господень) табутын башҡа дин тотҡандарҙан азат итеү походына саҡырған. Папаның 1095 йылдың 26 ноябрендә Клермондағы сығышы[4][5] ҙур уңышҡа өлгәшкән: күп кеше шул ерҙә үк икенсе дин тотҡандарға ҡаршы көрәшергә ант иткән һәм үҙҙәренең ҡулбаштарына тәре теккәндәр, шуға ла «тәре йөрөтөүселәр» тип, ә походтар — «тәре» атамаһы алған. Шулай итеп, был башланғыс ике йөҙ йылдан һуң ғына тамамланасаҡ хәрәкәткә этәргес биргән. Көнбайышта Тәре походы хаҡында фекер өлгөргәндә, император Алексей Көнбайштан ярҙам һорарға мәжбүр иткән үҙенә янаған ҡурҡыныстан азат ителгән. 1091 йылда ул ҡыпсаҡ хандары Туғарҡан һәм Боняка ярҙамында ул ҡыпсаҡ урҙаһын юҡ иткән; Чаханың диңгеҙҙә хәрәкәте лә шулай уҡ уңышһыҙ тамамланған (Чаха никей солтаны бойороғо менән үлтерелгән). Ахырҙа, Алексей күптән түгел создаш булған ҡыпсаҡтар янауынан 1094—1095 йылдарҙа азат ителгән. Византиияға туранан-тура янаған ҡурҡыныс, Көнбайыштан тәүге тәре йөрөтөүселәрҙән торған күмәк халыҡ килә башлаған ваҡыт менән тап килгән, һәм Алексей был күренешкә шомланып ҡараған. Көнбайыштың ярҙамы бик киң йәйелдерелгән; латин Көнбайышы һәм грек Көнсығышы араһындағы дошманлыҡ Византияның үҙе өсөн дә булған. Тәре походына өндәү вәғәзе Көнбайышта ғәҙәттән тыш көслө уңышҡа эйә булған. Хәрәкәт башында сиркәү торған: папа тәре йөрөтөүселәр ғәскәрендә үҙенең легаты итеп Клермонда тәүгеләрҙән булып тәре ҡабул иткән епископ Пюи Адемарҙы ҡуйған. Тәре алғандарҙы, пилигримдар кеүек, сиркәү ҡурсалаған. Сәйәхәт иткәндә, кредитор уларҙан бурыс ҡайтарта алмаған; уларҙың мөлкәтен тартып алғандар сиркәүҙән ҡыуылған; Изге ергә, маҡтауға лайыҡ булыу йәки байлыҡҡа эйә булыу өсөн түгел, тәҡүәлелек (диндарлыҡ менән) теләп килеүселәргә гонаһтары ярлыҡаланған. 1095 йылдан 1096 йылға ҡараған ҡышта уҡ насар йәиһә бер ҡоралы ла булмаған иң фәҡир синыф кешеләренән торған күмәк халыҡ йыйылған. Уларға Пётр Пустынник һәм Вальтер Голяк (йәки Готье-хәйерсе) етәкселек иткән. Был күмәк кеше төркөмөнөң бер өлөшө Константинополгә барып еткән, ләкин күпселеге һәләк булған. Гректар тәре йөрөтөүселәрҙе Азияға оҙатҡан, һәм уларҙың барыһын да сәлжүктәр ҡырып бөтөргән. Күпмелер үткәс, ысын, Беренсе, тәре походы башланған.

Беренсе тәре походы (1096—1099)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Кесе Азия 1097 й..svg
Анатолия 1097 йылда

Беренсе поход 1096 йылда башланған. Күп һанлы һәм яҡшы ҡоралланған ополчениены (регуляр армияға ярҙам итеү йөҙөнән башлыса үҙ теләге менән йыйылған ғәскәр) граф Раймунд IV Тулузлы (ул ғәскәрҙе көньяҡ Франциянан килтергән һәм уға папа легаты ҡушылған), Бөйөк Гуго, граф Гуго де Вермандуа (француз короле Филипп I-нең туғаны), Блуа һәм Шартр графы Этьен II де Блуа (Стефан), Нормандия герцогы Роберт III Куртгёз, Фландрия графы Роберт II, Түбәнге Лотарингия герцогы Готфрид Бульонлы, ағай-энеһе Евстахий III, граф Булони, һәм Балдуин I Иерусалимлы менән, шулай уҡ туғанының улы Кесе Балдуин II Иерусалимлы (Бодуэн), Антиохия кенәзе Боэмунд I Тарентлы (Роберт Гвискарҙың улы), Боэмунд туғанының улы Танкред Тарентлы етәкләгән. Төрлө юлдар менән Константинополдә йыйылған тәре йөрөтөүселәр һаны бер нисә мең кеше тәшкил иткән. Константинополдә тәре йөрөтөүселәрҙең күп башлыҡтары, Алексейға ҡарата ленный бойондороҡлоҡта (бер феодалдарҙың (вассалдар, министериалдар) икенселәренә (сеньорҙарға) шәхси буйһоноуы) торғанлыҡтан, үҙҙәренең буласаҡ яулап алыуҙарын көнсығыш империяның өлөшө тип таныған һәм шуға ярашлы уға ант килтергән. Алексей бындай һөҙөмтәгә еңел генә өлгәшмәгән: ҡорал менән ҡурҡытыуға тиклем барып еткән (Готфрид Бульонлыны антҡа мәжбүр иткән). Уларҙың ғәскәре берҙәм ойошҡан армия булмаған — походҡа юлланыусы һәр феодал үҙенең вассалдарын йәлеп иткән, ә уларҙың артынан тыуған ерҙәренән крәҫтиәндәр ҡуҙғалырға мәжбүр булған. 1097 йылдың апрелендә тәре йөрөтөүселәр Босфорҙы аша сыҡҡан. Тиҙҙән византийлылар сдалась Никеяны баҫып алған, ә 1 июлдә тәре йөрөтөүселәр Дорилей янында Килиж-Арыҫлан солтанды ҡыйратҡан һәм бының менән үҙҙәренә Кесе Азия аша юл һалған. Артабанғы хәрәкәтендә тәре йөрөтөүселәр төрөктәргә ҡаршы көрәштә Кесе Әрмәнстан кенәздәре йөҙөндә аҫыл союздаш тапҡан һәм уларға таяныс булған. Балдуин, төп ғәскәрҙән бүленеп ҡалып, утвердился в Эдессала нығынған. Тәре йөрөтөүселәр өсөн был, шунан башлап көнсығыш сик форпостын кәүҙәләндергән ҡаланың урынлашыуы буйынса, бик мөһим булған. 1097 йылдың октябрендә тәре йөрөтөүселәр Антиохияны ҡамауға алған, һәм икенсе йылдың июнендә генә бөтөнләй буйһондорған. Антиохияла тәре йөрөтөүселәр, үҙ сиратында, муссуль әмире Кербога тарафынан ҡамалған, һәм аслыҡҡа мәжбүр ителеп, ҙур ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылған булған; шулай ҙа улар, Кербоганы тар-мар итеп, ҡаланан сыҡҡан. Раймунд менән оҙаҡҡа һуҙылған низағтан һуң, ҡолатылмаҫ борон уҡ башҡа тәре йөрөтөүселәр башлыҡтарын был ҡаланы үҙенә тапшырыу ризалығын бирергә мәжбүр иткән Боэмунд, Антиохияны яулаған. Антиохия өсөн бәхәстәр барғанда, яй ҡуҙғалыу менән риза булмаған ғәскәрҙә тулҡыныу күҙәтелгән, һәм кенәздәр, низағлашыуҙы туҡтатып, артабан хәрәкәт итергә мәжбүр булған. Бындай хәл аҙаҡ та күҙәтелгән: ғәскәр Иерусалимға ынтылғанда, башлыҡтар һәр яулап алынған ҡала өсөн бәхәсләшкәндәр.

1099 йылдың 7 июнендә тәре йөрөтөүселәрҙең ҡарашына, ахырҙа, изге ҡала асылған, ә 15 июлдә, мосолмандарҙы ҡотосҡос һуйып-киҫеп, уны яулап алғандар. Иерусалимда власҡа Готфрид Бульонлы эйә булған. Ашкелон (Аскалон) эргәһендә мысыр ғәскәрен тар-мар итеп, египетское войско, ул был яҡтан күпмелер ваҡытҡа тәре йөрөтөүселәрҙең баҫып алыуҙарын тәьмин иткән. Готфрид үлгәс, Эдессаны Кесе Балдуинға тапшырған Өлкән Балдуин иерусалим короле булып ҡалған. 1101 йылда Кесе Азияға Ломбардиянан, Германиянан һәм Франциянан, башында танылған һәм бай рыцарҙар торған икенсе ҙур тәре йөрөтөүселәр ғәскәре килгән; ләкин был ғәскәрҙең күпселеге бер нисә әмирҙең берләшкән көстәре тарафынан ҡырылған. Шул уҡ ваҡытта Сүриәлә нығынған тәре йөрөтөүселәр (уларҙың һаны бер туҡтауһыҙ килгән яңы пилигримдар иҫәбенә артҡан) күрше мосолман хөкөмдарҙарына ҡаршы ауыр көрәш алып барырға тейеш булған. Боэмунд уларҙың береһе тарафынан әсирлеккә алынған булған, әрмәндәр уны һатып алған. Бынан тыш, тәре йөрөтөүселәр 1099 йылдың яҙынан бирле диңгеҙ яры буйы ҡалалары өсөн гректар менән һуғышҡан. Кесе Азияла византийлылар байтаҡ ҡына территорияны кире ҡайтара алған; тәре йөрөтөүселәр менән йыраҡ ятҡан сүриә һәм киликий өлкәләре өсөн һуғышып көстәрен сарыф итмәһәләр, уларҙың уңышы байтаҡҡа күберәк булған булыр ине. Ахырҙа, хәрәкәт башланғаны бирле төрлө ҡалаларға эйә булыу өсөн тәре йөрөтөүселәр үҙ-ара низағлашҡандар. Иерусалим короллегенә оҙаҡламай барлыҡҡа килгән Тамплиерҙар һәм госпитальерҙар рухи-рыцарь ордендары (Мальтийлы ордены-иоанниттар) байтаҡ ярҙам күрһәткән. Мосулда власҡа (1127) Имад-ад-Дин Занги килгәс, тәре йөрөтөүселәргә етди ҡурҡыныс тыуған. Ул үҙенең власы аҫтында тәре йөрөтөүселәр биләмәләре эргәһендә ятҡан бер нисә мосолман биләмәһен берләштергән, һәм бөтөн Месопотамия һәм Сүриәнең байтаҡ өлөшөн биләгән бик ҙур һәм көслө дәүләт барлыҡҡа килтергән. 1144 йылда ул, ҡаланы һаҡлаусыларҙың батырҙарса ҡаршы тороуына ҡарамай, Эдессаны алған. Был бөлгөнлөк хаҡындағы хәбәр Көнбайышта тағы ла тәре йөрөтөүселәрҙең илһамланыуына килтергән һәм икенсе тәре яуында сағылған. Бернард Клервослының вәғәзе король Людовик VII етәкләгән бик күп француз рыцарҙарын күтәргән; һуңғараҡ Бернард тәре походтарына герман императоры Конрад III лә ылыҡтырған. Конрад артынан туғанының улы Фридрих Шваблы һәм башҡа бик күп герман кенәздәре лә эйәргән.

Тәре йөрөтөүселәр дәүләттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Көнсығышта 1140 йылдағы Тәре йөрөтөүселәр дәүләттәре

Беренсе тәре походы тамамланғандан һуң Левант территорияһында дүрт христиан дәүләтенә нигеҙ һалынған.

  • Эдесса графлығы — Көнсығышта тәре йөрөтөүселәр булдырған тәүге дәүләт. 1098 йылда, Иерусалимды яулап алғандан һәм короллек төҙөгәндән һуң, Балдуин I Иерусалимлы (Булонлы) нигеҙ һалған. 1146 йылға саҡлы йәшәгән. Уның баш ҡалаһы Эдесса булған.
  • Антиохия кенәзлеге — Антиохияны яулап алғандан һуң, 1098 йылда Боэмунд I Тарентлы нигеҙ һалған. Кенәзлек 1268 йылға саҡлы йәшәгән.
  • Иерусалим короллеге, 1291 йылға, Акко (Акра) ҡалаһы ҡолатылғанға саҡлы йәшәгән. Королеккә бер нисә вассаль сеньориялар, шулар рәтендә иң эре дүрте:
    • Галилея кенәзлеге
    • Яффа һәм Аскалон графлыҡтары
    • Трансиордания — Крака сеньорияһы, Монреаль һәм Сент-Авраам
    • Сидон сеньорияһы
  • Триполи графлығы — Беренсе тәре походы барышында нигеҙләнгән һуңғы дәүләт. 1105 йылда Тулуза графы Раймунд IV нигеҙ һалған. Графлыҡ 1289 йылға тиклем йәшәгән.

Тәре йөрөтөүселәр дәүләттәре ул саҡта Европаның Һиндостан һәм Ҡытай менән сауҙа юлы үткән территорияларҙы тулыһынса биләгән. Мысыр был сауҙанан киҫелеп ҡалған булған. Тәре йөрөтөүселәр дәүләттәрен ситләтеп үтеп, иҡтисади төшөмлө тауарҙы Бағдад юлынан Европаға ташыу бөтөнләй мөмкин булмаған. Шулай итеп, тәре йөрөтөүселәр был сауҙа эшендә күпмелер монополияға эйә булған. Яңы, мәҫәлән, Европа менән Ҡытай араһында, сауҙа юлдары үҫешенә шарттар барлыҡҡа килгән, Иҙел буйлап сауҙа юлынан барып, Дон тамағынан, кәмәләрҙе һөйрәп күсерә торған урын (переволока) аша үтеп, артабан славян ерҙәренә һәм Балтиҡ диңгеҙенә ҡойған йылғаларға, һәм иҙел-дон юлына сыҡҡан. Бында тап беренсе тәре походынан һуң Рустең сәйәси үҙәге, халыҡ-ара йөктәрҙең Иҙел бассейнынан Көнбайыш Двинаға, кәмәләрҙе һөйрәп сығара торған урынға, күсеүе һәм шулай уҡ Иҙел Болғарының иҡтисади һәм сәйәси күтәрелеше сәбәптәрен күреп була. Тәре йөрөтөүселәрҙең иҙел-дон һәм Кура йылғаһы буйы сауҙа юлдары үткән Көнбайыш Двина һәм Неман тамаҡтарын, Константинополде баҫып алыуы, шулай уҡ шведтарҙың Нева тамағын баҫып алырға уҡталыуын ошо төр сауҙа юлдарына контроль урынлаштырыуға ынтылыу тип баһаларға кәрәк. Ул саҡтағы Көнбайыш Европаның төньяҡ-көнбайыш өлөшөнөң, көньяғы менән сағыштырғанда, иҡтисади күтәрелеше сәбәпле, европалылар өсөн Балтиҡ диңгеҙе һәм артабан Төньяҡ-Көнсығыш Русь аша Көнсығыш менән сауҙаһы иҡтисади яҡтан отошло булған. Моғайын, тап шуның менән бәйле, Изге Ергә тәре походтары европалылар араһында популярлығын юғалтҡандыр, шуға күрә тәре йөрөтөүселәрҙең дәүләттәре тап Балтиҡ диңгеҙе буйында оҙағыраҡ йәшәгән һәм, европалылар Ҡытай һәм Һиндостанға тура диңгеҙ юлдары асҡас ҡына, йәшәүҙән туҡтаған.

Икенсе тәре походы (1147—1149)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конрад ҡоро ерҙән (Венгрия аша) Константинополгә килгән, 1147 йылдың сентябрь уртаһында ғәскәрен Азияға үткәргән, ләкин Дорилей янында сәлжүктәр менән бәрелешкәндән һуң, диңгеҙгә кире әйләнеп ҡайтҡан. Конрадтың уңышһыҙлығынан ҡурҡҡан француздар Кесе Азияның көнбайыш диңгеҙ яры буйлап киткән; һуңынан король һәм танылған тәре йөрөтөүселәр караптарҙа Сүриәгә йүнәлгәндәр һәм 1148 йылдың мартында унда барып еткәндәр. Ҡалған тәре йөрөтөүселәр ҡоро ер аша юл ярып сығырға маташҡанлар һәм күпләп һәләк булғандар. Апрелдә Конрад Акраға килгән; ләкин, иерусалимлыларҙың эгоистик һәм алдан күрә белмәүсән сәйәсәте арҡаһында, улар менән бергә башланған Дамаск ҡалаһын ҡамау уңышһыҙлыҡҡа осраған. Ошо ваҡытта Конрад, ә киләһе йылдың көҙөндә Людовик VII лә тыуған илдәренә ҡайтҡан. Имад-ад-Дин үлгәндән һуң, христиандар Эдесса ҡалаһын яулап алып маташһа ла, әммә ул тиҙҙән уның улы Нур-ад-Дин тарафынан кире тартып алынған, хәҙер инде тәре йөрөтөүселәр ҡаланы бөтөнләйгә юғалтҡан. Бынан һуң килгән 4 тиҫтә йыл Көнсығыштағы христиандар өсөн ауыр булған. 1176 йылда византий императоры Мануил Мириокефаль эргәһендә сәлжүк төрөктәренән ҡурҡыныс еңелеүгә дусар ителгән. Нур-ад-Дин Антиохиянан Төньяҡ-көнсығыштағы ерҙәрҙе, Дамаск ҡалаһын алған һәм тәре йөрөтөүселәргә яҡын сикһеҙ ҡурҡыныс күршегә әүерелгән. Уның полководецы Асад ад-Дин Ширкух I ибн Шади Мысырҙа нығынған. Тәре йөрөтөүселәр дошмандар «ҡулсаһы» менән уратып алынған. Асад ад-Дин Ширкух I ибн Шади вафат булғандан һуң вәзир вазифаһы һәм Мысыр власы уның туғаны Айюбтың күренекле улы (племянник) Саладинға (Сәләхетдин) күскән. Сәләхетдинде Салауат Хәмиҙуллин сәлжүктәрҙең ҡыпсаҡ сығышлы мәмлүге булған, тип иҫбатлай[6]. Рус Википедияһында Саладинды Айюбтың улы тип күрһәтә, ә Салауат Хәмиҙуллин уны Айюбтың полководецы тип раҫлай.

Иерусалимды юғалтыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саладин (ысын мәғәнәһендә Сәләх-әд-дин Юсыф ибн-Айюб), хәлиф вафат булғандан һуң, атабәк Нураддин Мәхмүдтең юғары власын тик номиналь яҡтан ғына танып, ил өҫтөнән сикләнмәгән идара итеү мөмкинлегенә эйә булған. Ә Мәхмүд үлгәндән һуң (1174), Саладин Дамаск ҡалаһын, бөтөн мосолман Сүриәһен, Месопотамияның күп өлөшөн буйһондорған һәм солтан титулын алған.

Был осорҙа Иерусалимда йәш король Балдуин IV Иерусалимлы хакимлыҡ иткән. Ауыр сиргә — махау (проказа) ауырыуына — дусар булһа ла — ул үҙен тәрән аҡыллы һәм алдан күреүсән полководец һәм дипломат булған. Уның идара иткән йылдарында Иерусалим һәм Дамаск араһында күпмелер тигеҙлек урынлашҡан. Балдуин да, Саладин да хәл иткес яуҙарҙан ҡасырға тырышҡан. Әммә, королдең оҙаҡламай вафат булырын һиҙенеп, Балдуин һарайында ҡөҙрәтле барондарҙың, улар араһында иң абруйлылары Ги де Лузиньян һәм Рено де Шатильон дың, интригалары көсәйгән[7]. Улар Саладинды мотлаҡ юҡ итеүҙе талап иткән радикаль партия вәкиле булған. Бынан тыш, Шатильон, үҙенең таянысы булған Керак Моавлы ҡаруан юлдары биләмәләрендә башбаштаҡлыҡ ойошторғандар.

1185 йылда Балдуин үлгән. Ги де Лузиньян уның ҡыҙ туғаны Сибилла Иерусалимлыға өйләнгән һәм Иерусалим короле булып киткән. Хәҙер инде Рено де Шатильон асыҡтан-асыҡ Саладинды генераль алышҡа этәргән. Саладиндың түҙемлегенең һуңына етеү сәбәбе булып Саладиндың ҡыҙ туғаны килгән ҡаруанға Реноның һөжүме булған. Был үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуына һәм мосолмандарының һөжүмгә ҡуҙғалыуына килтергән.

1187 йылдың июлендә Саладин Тверияны (Тивериаданы) яулап алған һәм Рога Хаттина бейеклеген алған христиандарҙың (Тивериада эргәһендә) ҡаты еңелеүенә килтергән.

Иерусалим короле Ги де Лузиньян, уның ир туғаны Амори II Иерусалимлы, Рено де Шатильон һәм бик күп рыцарҙар әсирлеккә эләккән. Һуңыраҡ Саладин Акраны, Бейрутты, Сидонды, Кесарияны, Аскалон һ.б. ҡалаларҙы алған. 1187 йылдың 2 октябрендә уның ғәскәрҙәре Иерусалимға инделәр. Тик Конрад Монферратский һаҡлаған Тир ҡалаһы янында ғына Саладин еңелеүгә дуар иткән. Тәре йөрөтөүселәр ҡулында тик Тир, Триполи һәм Антиохия ҡалалары ғына ҡалған. Әйтер кәрәк, әсирлектән ҡотолған король Ги Акраны яуларға ҡуҙғалған. Саладиндың уңыштары Көнбайышта, 3-сө ҙур тәре походына алып килгән, яңы хәрәкәт килтереп сығарған. Барыһынан да алдараҡ ломбардлылар, тосканлылар һәм генуэзлылар флоты хәрәкәтләнгән. Император Фридрих I Барбаросса ҙур армияны әйҙәгән. Тәре йөрөтөүселәр менән гректар араһында дошманлыҡ дауам иткән: гректар хатта Саладин менән союз төҙөгән.

Өсөнсө тәре походы (1189—1192)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1190 йылдың мартында Фридрих ғәскәре Азияға үткән, көньяҡ-көнсығышҡа йүнәлгән, һәм ҡурҡыныс мохтажлыҡтарҙан һуң, бөтөн Кесе Азияны йырып сыҡҡан; әммә тиҙҙән Тавр тауҙарын үткән саҡта император Салеф йылғаһына батып үлгән. Ғәскәренең бер өлөшө таралған, күпселеге вафат булған, ҡалғандарын Фридрих VI (Швабия герцогын) Антиохияға, ә һуңғараҡ Акраға алып килгән. 1191 йылдың ғинуарында ул биҙгәк (малярия) сиренән үлгән. Яҙ көнө француз (Филипп II Август) һәм инглиз (Ричард Арыҫлан Йөрәкле) һәм герцог Леопольд V (Австрия герцогы) королдәре килгән. Юл ыңғайы Ричард Арыҫлан Йөрәкле, бирелергә мәжбүр булған, Кипр императоры Исаак Комнин Кипрлыны еңгән; уны сүриә замогына япҡандар һәм һуңы көндәренә саҡлы шунда тотҡандар, ә Кипр тәре йөрөтөүселәр власына эләккән. Француз һәм инглиз королдәре, шулай уҡ, Ги де Лузиньяндың ҡатыны үлгәндән һуң, иерусалим тажына дәғүәһен белдергән һәм үлгән Сибилла Иерусалимлының бер туған һеңлеһе һәм вариҫы Изабелла Иерусалимлыға өйләнгән Монферрат маркграфы һәм Ги де Лузиньян араһындағы низағ арҡаһында Акраны ҡамау насар барған. Тик 1191 йылдың 12 июлендә генә Акра ике йылға яҡын ҡамауҙа торғандан һуң бирелгән. Конрад һәм Ги Акраны алғандан һуң ғына татыулашҡандар; тәүгеһен Ги вариҫы итеп танығандар һәм Тир, Бейрут һәм Сидон ҡалаларын бүләккә алған. Бынан һуң тиҙ арала после этого отплыл на родинуфранцуз рыцарҙарының бер өлөшө менән Филипп II тыуған иленә (карптан) йүнәлгән, ләкин Гуго Бургундлы, Генрих Шампанлы һ.б. танылған тәре йөрөтөүселәр Сүриәлә тороп ҡалғандар. Тәре йөрөтөүселәр Арсуф эргәһендә Саладинды ҡыйратҡандар, ләкин һыу етмәгәнлектән һәм мосолман отрядтары менән даими бәрелештәр арҡаһында христиандар армияһы Иерусалимды кире ҡайтарып ала алмаған — король Ричард ҡалаға ике тапҡыр яҡынлаған һәм икеһендә лә ҡаты алышҡа батырсылыҡ итмәгән. Ахырҙа, в сентябре 1192йылдың сентябрендә Саладин менән килешеү төҙөлгән: Иерусалим мосолман власы аҫтында ҡалған, христиандарға изге ҡаланы күрергә килеү генә рөхсәт ителгән.

1193 йылдың мартында Саладиндың вафаты тәре йөрөтөүселәрҙең хәлен еңеләйткән бер шарт булған: уның биләмәләрен күп һанлы улдарының үҙ-ара бүлешеүе мосолмандар араһындағы низағ сығанағына әйләнгән. Тиҙҙән Саладиндың туғаны Әл-Мәлиҡ әл Адил Мысырҙы, көньяҡ Сүриәне һәм Месопотамияны алған һәм солтан титулына эйә булған. Өсөнсө уңышһыҙ походтан һуң Изге ергә 1195 йылдың майында тәрене ҡабул итеп алған император Генрих VI (Изге Рим империяһы императоры) йыйынған; әммә ул умер в сентябре 1197 йылдың сентябрендә вафат булған. Алдараҡ ҡуҙғалған тәре йөрөтөүселәрҙең отрядтары шулай ҙа Акраға еткәндәр. Императорҙан алдараҡ Конрад Монферратлының тол ҡалған ҡатынына өйләнгән һәм шул сәбәпле иерусалим тажына эйә булған Генрих II Шампанлы ла вафат булған. Һенрихтың тол ҡатынына өйләнгән Амори II де Лузиньян (Ги де Лузиньяндың туғаны) король итеп һайланған. Шул саҡта, Сүриәләге хәрби хәрәкәттәр уңышһыҙ барған; тәре йөрөтөүселәрҙең байтағы тыуған илдәренә ҡайтҡан. Ошо осор тирәһендә 3-сө тәре яуы барышында нигеҙ һалынған немец госпиталле изге Мария берҙәмлеге Тевтон рухи-рыцарлыҡ ордены тип үҙгәртлгән.

Кипр короллеге — Өсөнсө тәре походы дәүерендә Кипрҙа төҙөлгән тәре йөрөтөүселәр дәүләте. 1489 йылға саҡлы йәшәгән.

Дүртенсе тәре походы (1202—1204)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиҙҙән папа Иннокентий III яңы 4-се тәре походына өндәгән. Ялҡынлы тәғлимәт таратыусы Нельиҙан Фулько граф Тибо III Шампанлының, Людовик Блуаслы һәм Шартрлы, Симон Монфортлының һ.б. рыцарҙарҙың тәреһен (яҙмышын) ҡабул итергә алдандырған. Бынан тыш, Изге ергә барырға граф Балдуин Фландрлы һәм уның туғандары, Евстахий һәм Генрих I Фландрлы нәҙер әйткәндәр. Граф Тибо III Шампанлы тиҙҙән үлгән, ләкин тәре походында тағы Бонифаций Монферратлы ҡатнашҡан.

Тәре йөрөтөүселәр Мысырға йөҙөп китергә генә торғанда, 1201 йылдың йәйендә Италияға 1196 йылда түңкәрелгән һәм һуҡырайтылған византия императоры Исаак Ангелдың улы Алексей IV килгән. Ул папанан һәм Гогенштауфендарҙан үҙенең бабаһы, узурпатор Алексей III ҡаршы торор өсөн ярҙам һораған. Филипп Шваблы Алексейҙың апаһы Иринаға өйләнгән булған һәм уның һүҙен раҫлаған. Византия империяһының эштәренә ҡыҫылыу венецианлыларға отошло булған; шуның өсөн дож Энрико Дандоло, тәре йөрөтөүселәргә ярҙамдары өсөн бүләк вәғәҙә иткән Алексей яғына баҫҡан. Тәре йөрөтөүселәр, 1202 йылдың ноябрендә венецианлылар өсөн Задар ҡалаһын алып (күсереп йөрөткән өсөн түләнмәгән аҡса алмашына), Көнсығышҡа йөҙөп киткән, 1203 йылдың йәйендә Босфор ярына килеп төшөп, Константинополде штурмлағандар. Күпмелер уңышһыҙлыҡҡа осраған император Алексей III ҡасырға мәжбүр булған, һәм һуҡыр Исаак тағы ла император тип, ә уның улы — ҡуш идарасы тип иғлан ителгән.

Тиҙҙән тәре йөрөтөүселәр менән вәғәҙәләрен үтәй алмаған Алексей араһында низағ башланған. Шул уҡ йылдың ноябрендә үк был дошманлашыуға килтергән. 1204 йылдың 25 ғинуарында Константинополдәге яңы революция Алексей IV ҡолатҡан һәм тәхеткә Алексей V (Мурзуфл) ултыртҡан. Халыҡ тәре йөрөтөүселәрҙе вәғәҙәләнгән бүләкләү маҡсатында яңы һалымдар индереүгә һәм сиркәү хазиналарын тартып алыуға ризаһыҙлыҡ белдергән. Исаак үлгән; Алексей IV һәм император итеп тәғәйенләнергә торған Канабус Мурзуфл бойороғо менән быуып үлтерелгәнбыли. Яңы император заманында ла франктар менән һуғыш уңышлы бармаған. 1204 йылдың 12 апрелендә тәре йөрөтөүселәр Константинополде алғандар, әйтер кәрәк, сәнғәт һәйкәлдәре бик ныҡ ҡылылған. Алексей V һәм Феодор I Ласкарис, Алексея III Ангелдың кейәүе, ҡасып киткәндәр (һуңғыһы — Никеяға китеп нығынған), ә еңеүселәр Латин империяһын барлыҡҡа килтергән. Сүриә өсөн был ваҡиғаның иң яҡын эҙемтәһе — көнбайыш рыцарҙарын албырғатыу булған. Бынан тыш, франктарҙың Сүриәләге ҡеүәте Боэмунд Антиохиялы һәм Лев Әрмәнле араһындағы көрәш арҡаһында көсһөҙләндерелгән. 1205 йылдың апрелендә иерусалим короле Амальрих вафат булған; Кипрҙы улы Гуго алған, ә иерусалим тажын Мария Иерусалимлы, дочь маркграф Конрад Монферратлы һәм Елизаветаның ҡыҙы мираҫ итеп алған. Ул бик йәш булыу сәбәпле, Жан I Ибелин идара иткән. 1210 йылда Мария Иолантаны батыр Иоанн де Бриеннлыға кейәүгә биргәндәр. Тәре йөрөтөүселәр мосолмандар менән күпселек ваҡытта тыныс йәшәгәндәр, һәм был Әл-Мәлиҡ-Адил өсөн бик отошло булған: шуның арҡаһында ул Алғы Азия һәм Мысырҙа үҙенең власын нығытҡан. 4-се тәре походының уңышы Европала тағы ла тәре йөрөтөүселек ашҡыныуын тыуҙырған.

Дүртенсе тәре походы.(1202—1204)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

4-се тәре походында Византия империяһы өлөшләтә тәре йөрөтөүселәр менән баҫып алынған, һәм унда дүрт дәүләт төҙөлгән.

  • Латин империяһы
  • Фессалоника короллеге
  • Афины герцоглығы
  • Ахей кенәзлеге

Бынан тыш, Эгей диңгеҙе утрауҙарында венецианлылар Архипелаг герцоглығына нигеҙ һалғандар (йәки Наксос герцоглығы).

Балаларҙың тәре походы (1212)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1212 йылда Стефан исемле йәш диндар, үҙен әүлиә тип атап, француз һәм немец балаларынан, ярлылар һәм Алланың тоғро хеҙмәтселәре уның ярҙамында бергәләп христианлыҡҡа Иерусалимды кире ҡайтарасаҡ тигән ышаныс һеңдереп, экспедиция ойошторған. Балалар Европаның көньяғына йүнәлгән, ләкин уларҙың күбеһе, Урта диңгеҙ ярына ла барып етмәй, юлда һәләк булған. Ҡайһы бер тарихсылар, балаларҙың Тәре походын, ҡол һатыусыларҙың поход ҡатнашыусыларын ҡоллоҡҡа һатыу маҡсатында ойошторолған провокацияһы, тип атай.

1212 йылдың майында, немец халыҡ ғәскәре Кёльн аша үткәндә, улар рәтендә Италияға, шунан диңгеҙ аша Фәләстанға йүнәлгән егерме биш меңгә яҡын бала иҫәпләнгән. XIII быуат хроникаларында «балаларҙың тәре походы» тип аталған ошо поход тураһында илленән артыҡ телгә алынған.

Тәре йөрөтөүселәр Марселдә караптарға ултырған һәм өлөшләтә дауылдан үлгән, өлөшләтә, әйтеүҙәренсә, балаларҙы Мысырҙа ҡоллоҡҡа һатҡандар. Шуға оҡшаған хәрәкәт Германияла ла күҙәтелгән, Николай исемле малай 20 меңгә яҡын балалар төркөмө йыйған. Үҫмерҙәрҙең күбеһе һәләк булған йәки юл буйлап таралған (бигерәк тә Альп тауҙарында улар күп ҡырылған), ҡайһы бере Бриндизиға барып еткән һәм унан кире әйләнеп ҡайтырға тейеш булған; әммә күпселеге һәләк булған. Шул саҡта, Иннокентий III-нең яңы саҡырыуына инглиз короле Иоанн, венгр короле Андраш һәм, иң һуңында, 1215 йылдың июлендә тәре (яҙмыш) ҡабул иткән (принять крест) Фридрих II Гогенштауфен яуап биргәндәр. Яңы тәре походы 1217 йылдың 1 июнендә башланырға тейеш булған.

Бишенсе тәре походы (1217—1221)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иннокентий III эшен (1216 йылдың июлендә вафат булған) Гонорий III дауам иткән. Изге Рим империяһы императоры Фридрих II походты кисектергән, ә Иоанн Ерһеҙ Инглизлы вафат булған, шулай ҙа 1217 йылда Изге ергә Андраш II (Андрей Венгрлы), Австрия герцогы Леопольд VI һәм Меран герцогы Оттон I етәкселегендәге тәре йөрөтөүселәрҙең байтаҡ отрядтары юлланған; был 5-се тәре походы булған. Хәрби хәрәкәттәр һүлпән алып барылған, һәм 1218 йылда король Андрей тыуған иленә ҡайтҡан. Тиҙҙән Изге ергә тәре йөрөтөүселәрҙең Георг Видлы һәм Голландия графы Вильгельм I етәкселегендәге (юл ыңғайы уларҙың бер өлөшө Португалия христиандарына маврҙарға ҡаршы көрәшендә ярҙам иткән) яңы отрядтары килгән. Тәре йөрөтөүселәр Алғы Азияла мосолман ҡеүәтенең төп үҙәге булған Мысырға һөжүм итергә ҡарар иткән. Әл-Адил I улы Камил (Әл-Адил 1218 йылда вафат булған) ғәләмәт отошло тыныслыҡ килешеүен тәҡдим иткән: ул хатта Иерусалимды христиандарға кире ҡайтарырға ла риза. Тәре йөрөтөүселәр был тәҡдимде кире ҡаҡҡан. 1219 йылдың ноябрендә, бер йылдан артыҡ ҡамауҙан һуң, тәре йөрөтөүселәр Дамиеттаны алған. Лагерҙан тәре йөрөтөүселәр Леопольд һәм король Иоанн де Бриенндың сығарылыуы Мысырға Бавария герцогы Людвиг I килтергән немецтар менән өлөшләтә тулыландырылған. Папа легаты Пелагий ышандырған тәре йөрөтөүселәрҙең бер өлөшө Мансураға табан хәрәкәт иткән, ләкин поход тулы уңышһыҙлыҡ менән тамамланған, һәм тәре йөрөтөүселәр 1221 йылда Әл-Камил менән тыныслыҡ килешеүе төҙөгән, килешеү шарттары буйынса улар ирекле сигенеү мөмкинлеге алған, ләкин уларға Дамьеттаны һәм ғөмүмән Мысырҙы таҙартыу бурысы ла йөкмәтелгән. Фридрих II Гогенштауфен Мария Иерусалимлы һәм Иоанн Бриеннлының ҡыҙы Иолантаға өйләнгән. Уға папа тағы тәре походын башлау бурысын һалған.


Алтынсы тәре походы (1228—1229)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фридрих 1227 йылдың авгусында ысынлап та Сүриәгә герцог Генрих Лимбурглы башында торған флот ебәргән; сентябрҙә ул үҙе лә йөҙөп киткән, ләкин етди ауырыу сәбәпле, ярға кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булған. Был тәре походында ҡатнашҡан ландграф Людвиг Тюрингиялы Отрантоға килеп төшөү менән үлгән. Папа Григорий IX не принял объяснений Фридрихтың аҡланыуҙарын ҡабул итмәгән, биргән антын ваҡытында тормошҡа ашырмағаны өсөн, уны сиркәүҙән ҡыуған. Ихге ер мәнфәғәттәренә ҡырҡа зыянлы булған император һәм папаның үҙ-ара көрәше башланған. 1228 йылдың июнендә Фридрих ахырҙа Сүриәгә йүнәлгән (6-сы тәре походы), ләкин папа менән татыулыҡ булмаған: Григорий (һаман сиркәүҙән ҡыуылған) Фридрихты Изге ергә тәре йөрөтөүсе кеүек бармай, ә пират сүрәтендә бара тигән. Изге ерҙә Фридрих Иоппияның нығытмаларын тергеҙгән һәм 1229 йылдың февралендә Әл-Камил менән килешеү төҙөгән: солтан уға Иерусалимды, Вифлеемде, Назаретты һ.б. төрлө урындарҙы биргән. Шуның өсөн Әл-Камилға дошмандарына ҡаршы көрәштә ярҙам итеү бурысын алған. 1229 йылдың мартында Фридрих Иерусалимға ингән, ә майҙа Изге ерҙән йөҙөп киткән. Фридрих булмағанлыҡтан файҙаланып, дошмандары Генрих VI дәүеренән бирле империяның лены булған Гогенштауфендарҙың Кипрҙағы ла, Сүриәләге лә власын ҡаҡшатҡан. Был низағтар христиандарҙың мосолмандар менән көрәшендә бик уңышһыҙ сағылған. Әл-Камил (1238 йылда үлгән) вариҫтарының низағы тәре йөрөтөүселәрҙең хәлен еңеләйткән.

1239 йылдың көҙөндә Акраға Шампань графы Тибо IV Наваррлы, Бургундия герцогы Гуго IV, Бретань герцогы Пьер I, Амори VI де Монфор һәм башҡалар килгән. Бында ла тәре йөрөтөүселәр, бер-бере менән килешеп тормайса, алабарман хәрәкәт иткәнлектән, еңелеүгә дусар булғандар; Амальрих әсир төшкән. Иерусалим яңынан күпмелер ваҡытҡа айюбидтар нәҫеле хакимдары ҡулына эләккән. Тәре йөрөтөүселәрҙең Дамаск әмире Измаил менән союзы мысырлылар менән һуғышҡа килтергән, һәм мысырлылар Аскалонда тәре йөрөтөүселәрҙе ҡыйратҡан. Бынан һуң тәре йөрөтөүселәрҙең күбеһе Изге ерҙе ташлап киткән. 1240 йылда Изге ергә килгән Германия короле граф Ричард Корнуоллыға (инглиз короле Генрих III туғаны) мысыр Әйүбе (Мәлиҡ-Сәлиҡ-Әйүб) менән отошло тыныслыҡ килешеүен төҙөү мөмкин булған. Шул саҡта христиандар араһындағы низағтар дауам иткән; бароны, враждебные Гогенштауфендарға дошман булған барондар, законлы хаким Конрад, король Фридрих II улы булһа ла, иерусалим короллеге власын Алиса Кипрлыға тапшырғандар. Алиса үлгәндән һуң власть уның улы Генрих Кипрлыға күскән. Христиандарҙың мосолман дошмандары Әйүбтәр менән яңы союзы әйүбтәрҙең төрөк-хорезмлыларҙы ярҙамға саҡырыуы менән тамамланған; һуңғылары 1244 йылдың сентябрендә бынан саҡ ҡына алда христиандарға ҡайтарылған Иерусалимды яулап алған һәм уны ҡурҡыныс бөлгөнлөккә төшөргән. Шунан бирле тәре йөрөтөүселәр изге ҡаланы бөтөнләйгә юғалтҡан. Христиандар һәм уларҙың союздаштары еңелгәндән һуң Әйүб Дамаск һәм Аскалонды алған. Антиохиялылар һәм әрмәндәр шул уҡ ваҡытта монголдарға яһаҡ түләү бурысын алырға тейеш булған. Көнбайышта, һуңғы походтарҙың уңышһыҙ тамамланыуы һәм папаларҙың тәре походтары өсөн йыйылған аҡсаларҙы Гогенштауфендарға ҡаршы көрәшкә тотоноуы, императорға ҡаршы тороп һәм Изге ергә барыу тураһында алдан биргән анттан азат булып, Изге тәхеткә ярҙам итергә була, тип белдереүҙәре тәре йөрөтөүселәрҙең ашҡыныуы һыуыныуға килтергән. Шулай ҙа, Фәләстанға тәре походы кәрәклеге вәғәзе һаман элеккесә дауам иткән һәм 7-се тәре походына алып килгән. Башҡаларҙан алда француз Людовик IX тәре ҡабул иткән: хәтәр ауырыған сағында ул Изге ергә барыу тураһында нәҙер әйткән. Уға ир туғандары Роберт, Альфонс һәм Карл, герцог Гуго Бургундлы, Фландрия графы Вильгельм Гильом II, герцог Пьер Бретанлы, сенешаль шампанлы Иоанн Жуанвиль (походтың билдәле тарихсыһы) һәм бик күп башҡалар ҡушылған.

Етенсе тәре походы (1248—1254)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Людовик IX тәре йөрөтөүселәр етәксеһе

1249 йылдың йәйендә король Людовик IX Мысырға килеп төшкән. Христиандар Думьятты (Дамиетта) яулаған, ә декабрҙә достигли Мансураға барып еткәндәр. Киләһе йылдың февралендә Роберт I д’Артуа, королдең туғаны, был ҡалаға дыуамалланып барып инеп, һәләк булған; бер нисә көн үтеүгә мосолмандар христиан лагерын саҡ баҫып алмай ҡалған. Мансураға яңы солтан килгәс (Әйүб 1249 йыл аҙағында үлгән), мысырлылар тәре йөрөтөүселәрҙең сигенеү юлын киҫкән; христиан лагерында аслыҡ һәм үләт зәхмәте башланған. Апрелдә мосолмандар тәре йөрөтөүселәрҙе тулыһынса ҡыйратҡандар; король әсирлеккә төшкән, ул азатлығы өсөн Дамиеттаны кире ҡайтарған һәм бик ҙур сумма аҡса түләгән. Тәре йөрөтөүселәрҙең күбеһе тыуған яғына ҡайтҡан; Людовик Изге ерҙә тағы ла дүрт йыл торған, ләкин етди һөҙөмтәләргә өлгәшмәгән.

Һигеҙенсе тәре походы (1270)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурҡыныс хәлдә булыуҙарына ҡарамаҫтан, христиандар араһында низағ дауам иткән: тамплиерҙар иоанниттар менән дошманлашҡан, генуэзлылар — венецианлылар һәм пизанлылар менән (сауҙа көндәшлеге арҡаһында). Тәре йөрөтөүселәр Алғы Азияға килеп еткән монголдар һәм мосолмандар араһындағы көрәштән генә бер ни тиклем отошҡа эйә булғандар; ләкин 1260 йылда Ҡотдос солтан Айн-Джалут ҡаты алышында монголдарҙы ҡыйратҡан һәм Дамаск һәм Халебты яулаған. Ҡотдосто үлтергәндән һуң, Бейбарс I солтан булып киткәнлектән, христиандарҙың хәле өмөтһөҙгә әйләнгән. Иң тәүҙә Бейбарс Боэмунд Антиохиялыға ҡаршы сыҡҡан; 1265 йылда ул Кайсериҙы (Цезарея), Герцлияны (Арзуф), Цфатты (Сафед) яулап алған, Киликий әрмән батшалығын ҡыйратҡан. 1268 йылда ул 170 йыл буйына христиандар ҡулында булған Антиохияға эйә булған. Шул ваҡытта Людовик IX яңынан тәре ҡабул иткән. Уның артынан улдары (Ҡыйыу Филипп III, Жан Тристан Французлы һәм Адансон графы Пьер I), ир туғаны граф Альфонс де Пуатье, туғанының улы граф Роберт II д’Артуа (Мансурала һәләк булған Роберт I д’Артуаның улы), Шампань графы король Тибо V Наваррлы һ.б.эйәргән. Бынан тыш, Карл I Анжуйлы һәм инглиз короле Генрих III улдары — Эдуард I, Эдмунд тәре походына барырға вәғәҙә биргән. 1270 йылдың июлендә Людовик Эг-Морттан йөҙөп киткән. Кальяриҙа Карл Анжуйлыға (Изге Людовиктың ир туғаны) ғына, әммә Изге ерҙәге христиан эшенә түгел, отошло булған Хафсидтар династияһы власына буйһонған Тунисты баҫып алыу менән бәйле тәре походтарын башларға ҡарар иткәндәр. Тунис янында тәре йөрөтөүселәр араһында үләт асылған: Жан Тристан вафат булған, шунан папа легаты һәм, ахырҙа, 1270 йылдың 25 авгусында, хатта Людовик IX үҙе. Карл Анжуйлы мосолмандар менән үҙенә уңайлы булған килешеү төҙөгән. Тәре йөрөтөүселәр Африканан киткәндәр һәм бер өлөшө, 1271 йылда инглиздәр ҙә килгән, караптарҙа Сүриәгә йүнәлгәндәр.

Туғыҙынсы тәре походы (1271—1272)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был поход, ҡайһы бер тарихсылар яҙғанса, Һигеҙенсе походтың бер бүлеге, тиергә була, сөнки Изге ергә был поход, тәре йөрөтөүселәр Тунистан йөҙөп китеү менән, башланған. Карл Анжуйлы, принц Эдуард I күп булмаған ғәскәр менән Изге ергә килеп төшкәс, солтан Бейбарс I тәре йөрөтөүселәрҙең һуңғы эре биләмәһе булған Триполи ҡәлғәһен ҡамауҙы туҡтатҡан. Эдуардтың мәмлүктәр армияһын бер яуҙа ҡырырлыҡ көсө булмағанлыҡтан, ҡоро ерҙәге бәрелештәр тәре йөрөтөүселәрҙең һәм улар менән союзда торған монголдарҙың мосолмандар тылына сапҡыны менән сикләнгән. Бейбарс Кипрҙы баҫып алырға маташҡан, ләкин уның флоты утрау эргәһендәге диңгеҙ һуғышында тулыһынса юҡ ителгән. Ул христиандар менән 10 йыл да 10 көнгә тыныслыҡ килешеүе төҙөп алған да шунан һуң монголдар һәм әрмәндәргә ҡаршы көрәшкән. Боэмунд VI хакимдың вариҫы Боэмунд VII Триполийлы артабан солтанға яһаҡ түләргә мәжбүр булған.

Көнсығышта тәре йөрөтөүселәр власының түңкәрелеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Папа Григорий X яңы поход ойошторорға тырышһа ла, уңышҡа өлгәшмәгән. Изге ергә барырға бик күптәр (шул иҫәптән Германия короле Рудольф I Габсбурглы, Франция короле Филипп III Француз, Инглиз Эдуард I, Хайме I Арагонлы һ.б.) вәғәҙә иткән, ләкин береһе лә вәғәҙәһен үтәмәгән. 1277 йылда Бейбарс I вафат булған, һәм уның мираҫы өсөн көрәш башланған. Христиандар араһында ла ыҙғыш тынмаған. 1267 йылда, иерусалим короле (Кипр короле) Гуго II (Генрих I Кипрлының улы) вафат булғандан һуң, Лузиньяндарҙың ир нәҫеле өҙөлгән; власть антиохия принцы Гуго III ҡулына күскән. Мария Антиохиялы, үҙен иерусалим тажы мираҫсыһы тип һанаһа ла, үҙенең дәғүәләрен, Акраны яулап алған һәм уны король тип таныуҙарын теләгән Карл I Анжуйлыға тапшырған. Гуго III 1284 йылда үлгән; Кипрҙа уны улы Иоанн алмаштырған, ләкин ул 1285 йылда уҡ үлгән. Уның ағаһы Генрих II Акранан сицилийлыларҙы ҡыуған һәм кипр һәм иерусалим тажына эйә булған. Шул арала мосолмандарға ҡарата дошманлыҡ хәрәкәттәре яңыртылған. Калаун солтан Маркабты, Маракияны, Лаодикеяны, Триполи графлығын яулаған (Боэмунд VII 1287 йылда үлгән). Тәре йөрөтөүсе вәғәзе Көнбайышта элекке тәьҫир көсөнә эйә булмаған: монархтар, тәре походтары йоғонтоһонда, Господень табуты һәм Көнсығыштағы ерҙәр өсөн артабан уңышлы көрәшеү мөмкинлегенә ышаныстарын юғалтҡандар; элекке дини кәйефтәр көсһөҙләнгән, донъяуи ынтылыштар үҫешкән, яңы ҡыҙыҡһыныуҙар барлыҡҡа килгән. Калаундың улы Мәлик әл-Ашраф 1291 йылдың 18 майында Акраны алған. Король Генрих ҡамалған ҡаланы ҡалдырған һәм Кипрға йөҙөп киткән. Акранан һуң Тир, Сидон, Бейрут, Тортоза ҡалалары йығылған; христиандар сүриә ярҙарындағы бөтөн биләмәләрен юғалтҡан. Тәре йөрөтөүселәрҙең күпселеге һәләк булған, ҡалғандары башлыса Кипрға күсеп ултырғандар. Акра түңкәреләгәндән һуң, Кипрға госпитальерҙар ҙа күсеп килгән. Тамплиерҙар һәм ассасиндар ҙа башта Кипрға, артабан Францияға күскәндәр; тевтондар бынан алдараҡ төньяҡта, прустар араһында яңы хәрәкәт итеү мөмкинлеген тапҡан (ҡарағыҙ: Тевтон ордены). Левант яр буйында тәре йөрөтөүселәрҙең һуңғы форпосты, Руад утрауын 1303 йылда мәмлүктәр баҫып алған; һәм Беренсе донъя һуғышы йылдарына саҡлы Изге ерҙә европалылар бүтән бер ваҡытта ла территориялар биләмәгән.

Әммә Көнбайыш үҙе Изге ергә эйә булыу теләгенән тулыһынса баш тартмаған. 1312 йылда папа Климент V Вьен соборында тәре походы тураһында вәғәз һөйләгән. Бер нисә дәүләт башлыҡтары Изге ергә йүнәлергә вәғәҙә биргән, ләкин береһе лә бармаған. Бер нисә йылдан һуң венецианлы Өлкән Марино Сануто тәре походының проектын төҙөгән һәм папа Иоанн XXII-гә килтергән; ләкин тәре походтары заманы мәңге ҡайтмаҫыҡ тамамланған. Ҡасып килгән франктар менән нығынған Кипр короллеге үҙенең бойондороҡһоҙлоғон оҙаҡ ҡына һаҡлап ҡалған. Кипрҙың бер короле, Пётр I, (1359—1369), тәре походын ойоштороу маҡсатында бөтөн Европаны йөрөп сыҡҡан. Ул Александрияны баҫып ала алған һәм талаған, әммә оҙаҡҡа түгел. Генуя республикаһы менән һуғыштар Кипрҙы көсһөҙләндергән, һәм король Иаков II үлгәндән һуң утрау Венеция ҡулына эләккән: Иаковтың венеция сығышлы ҡатыны, Катерина Корнаро, ире үлгәндән һуң Кипрҙы үҙенең тыуған ҡалаһына бирергә мәжбүр булған (1489). Изге Марк Республикаһы, Ғосман империяһы төрөктәре тартып алғанға саҡлы, утрауға йөҙ йыл буйына хужа булып торған. Тәүге тәре походтарынан алып яҙмыштары тәре йөрөтөүселәр менән бәйләнгән Киликий Әрмәнстаны батшалығы 1375 йылға, мәмлүк солтаны Ашраф уны яулап алғанға саҡлы, үҙенең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған. Кесе Азияла нығынған ғосман төрөктәре үҙҙәренең баҫҡынсылығын Европаға күсергәндәр һәм христиан донъяһына етди ҡурҡыныс менән янағандар, ә Көнбайыш уларға ҡаршы тәре походтары ойошторорға маташҡан.

Көнсығышҡа тәре походтарының уңышһыҙ тамамланыш сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге ергә тәре походтарының уңышһыҙ тамамланыш сәбәптәре булып иң беренсе планда тәре йөрөтөүсе ополчениелары һәм тәре йөрөтөүселәр нигеҙ һалған дәүләттәрҙең феодаль характеры торған. Мосолмандарға ҡаршы уңышлы көрәш алып барыу өсөн берҙәм эш итеү талап ителгән; бының урынына тәре йөрөтөүселәр Көнсығышҡа феодаль тарҡалыш һәм айырымланыу алып килгән. Тәре йөрөтөүсе идарасылар, иерусалим короленән көсһөҙ вассал буйһоноуҙа торғанлыҡтан, мосолман донъяһы сигендә кәрәк булған ысын власҡа эйә булмаған.

Иң эре (эдес, триполи, антиох) кенәздәре иерусалим короленә бөтөнләй буйһонмаған булған. Тәре йөрөтөүселәрҙең әхлаҡи етешһеҙлектәре, Көнсығышта айырым кенәзлектәр төҙөп, күршеләр иҫәбенә уларҙы киңәйтеүгә ынтылған юлбашсыларҙың эгоизмы, уларҙың сәйәси ситуацияны насар аңлауы һәм үҙҙәренең шәхсән тар мотивтарын юғары маҡсаттарға буйһондора алмауы (әлбиттә, тайпылыштар ҙа булған) шуға килтергән. Баштан уҡ Византия империяһы менән даими низағ та өҫтәлгән: Көнсығыштағы ике төп христиан көсө үҙ-ара көрәштә бер-береһен ҡаҡшатҡан. Папалар һәм императорҙар араһындағы көнәркәшлек тәре походтарының барышына шулай уҡ кире тәьҫир иткән. Артабан, тәре йөрөтөүселәрҙең биләмәләре фәҡәт яр буйының тар ғына һыҙатындағы аҙ майҙанда урынлашыуы ла уратып алған мосолман донъяһына үҙ аллы ҡаршы тороуҙы ҡыйынлаштырған. Шуның өсөн сүриә христиандары төп көсөнөң сығанағы һәм сараһы Көнбайыш Европа булған, әммә ул бик алыҫта һәм унан Сүриәгә күсеп килеү бик таралмаған булған, тәре йөрөтөүселәрҙең күбеһе, антын үтәгәндән һуң, илдәренә ҡайтып киткәндәр. Тағы ла, тәре йөрөтөүселәрҙең эшенә уларҙың һәм ерле халыҡтың төрлө дингә ышаныуы ла зыян иткән.

Көнсығышҡа тәре походтарының эҙемтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәре яуҙарының бөтөн Европа өсөн эҙемтәһе бик мөһим булған. Уларҙың тиҫкәре һөҙөмтәһе - Көнсығыш империяһы көсһөҙләнгәнлектән, уның төрөк власына бирешеүе һәм бик күп халыҡтың һәләк булыуы. Европа өсөн ыңғай эҙемтәләре тағы ла мөһимерәк булған. Тәре яуҙары Көнсығыш һәм ислам өсөн Европа тарихындағы әһәмиәткә эйә булмаған: улар мосолман халыҡтары мәҙәниәтен, дәүләт һәм ижтимағи ҡоролошон әллә ниндәй үҙгәртмәгән. Тәре яуҙары һис шикһеҙ Көнбайыш Европаның сәйәси һәм ижтимағи тормошона билдәле йоғонто (артыҡ ныҡ ҡабартырға ла кәрәкмәй) яһаған: урта быуаттар формаларының үҙгәреүенә килтергән. Ике йөҙ йыл дауамында рыцарҙарҙың бер туҡтауһыҙ Көнсығышҡа ағыуы эҙемтәһе булған барон рыцарь класының һан яғынан аҙайыуы король власының тыуған илдәрендә тороп ҡалған феодал аристократия вәкилдәре менән көрәшен еңелләштергән. Быға саҡлы булмаған сауҙа мөнәсәбәттәренең үҫеше урта быуаттарҙа король власының таянысы һәм феодалдарҙың дошманы булған ҡала синыфының байыуына һәм көсәйеүенә килтергән. Шунан, ҡайһы бер илдәрҙә тәре яуҙары вилландарҙың крепостной бәйлелектән азат ителеүен еңелләштергән: вилландар Изге ергә киткән өсөн генә иреккә сығарылмағандар, улар походҡа китеү сәбәпле, аҡса кәрәк булған һәм бындай килешеүгә шатланып риза булған барондарынан иректе йолом биреп һатып алғандар. Тәре яуҙарында Көнбайыш Европа халҡының төрлө ҡатлам вәкилдәре, эре барондары ла, ябай вилландары ла, ҡатнашҡан; шуның өсөн тәре яуҙары бөтөн синыфтарҙың һәм европалағы халыҡтарҙың яҡынлашыуына килтергән. Тәре яуҙары бер төрлө ғәмәлдә тәүге тапҡыр Европаның бөтөн ижтимағи синыфтарын һәм халыҡтарын берләштергән һәм берҙәмлек тойғоһон уятҡан.

Икенсенән, Көнбайыш Европаның төрлө халыҡтарын яҡынайтып, тәре яуҙары уларға үҙҙәренең милли үҙенсәлектәрен аңларға ярҙам иткән. Көнбайыш христиандарын Көнсығыштың башҡа ҡәбилә һәм дингә ҡараған халыҡтары (гректар, ғәрәптәр, төрөктәр һ.б.) менән яҡын ҡатнаштырып, тәре яуҙары ҡәбилә һәм дини хөрәфттәрҙең көсһөҙләнә барыуына килтергән. Көнсығыш мәҙәниәте, халҡының матди хәле, мосолмандарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм дине менән яҡындан танышып, тәре йөрөтөүселәр дошманын да үҙе кеүек кеше итеп күреп, уларҙы баһаларға һәм ихтирам итергә өйрәнгән. Ярым ҡырағай варварҙар һәм тупаҫ мәжүсиҙәр тип иҫәпләгән ошо кешеләр, мәҙәнилек кимәле яғынан, тәре йөрөтөүселәрҙең үҙҙәренән дә юғарыраҡ булып сыҡҡан. Тәре яуҙары рыцарь синыфына иҫтәренән сыҡмаҫлыҡ тәьҫир иткән; элегерәк һуғыштар феодалдарҙың эгоистик маҡсаттарына өлгәшеү булһа, тәре яуҙары икенсе характер алған: рыцарҙар үҙ ҡанын идея һәм дини ынтылыш-ниәттәре хаҡына түккән. Юғары хис-тойғолар, хәҡиҡәт һәм дин өсөн тигән рыцарь идеалы фәҡәт шул тәре яуҙары тәьҫирендә генә барлыҡҡа килгән. Тәре яуҙарының иң мөһим эҙемтәһе булып Көнбайыш Европаға Көнсығыштың мәҙәни йоғонтоһо тора. Көнсығышта көнбайыш европа мәҙәниәтенең көнбайыш византия, бигерәк тә, мосолман мәҙәниәте менән осрашыуы тәүгеһе өсөн иҫ киткес файҙалы эҙемтәләргә эйә. Тәре яуҙары осоронда матди һәм рухи тормоштоң бөтә өлкәләрендә үҫешенә йә Көнсығыштан туранан-тура үҙләштереүҙәргә, йәки үҙенең килеп сығыуы менән ошо үҙләштермәләрҙең йоғонтоһо һәм ул дәүерҙәге Көнбайыш Европаның яңы шарттарына бурыслы.

Тәре яуҙары осоронда диңгеҙҙә йөҙөү бығаса булмаған үҫеш кисергән: тәре йөрөтөүселәрҙең күпселеге Изге ергә диңгеҙҙә йөҙөп барып еткән; Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш араындағы киң йәйелдерелгән сауҙа ла диңгеҙ маршруты аша тормошҡа ашырылған. Был сауҙаның иң төп эшмәкәрҙәре булып ул Венеция, Генуя, Пиза, Амальфи һ.б. итальян ҡалалары сауҙагәрҙәре торған. Сауҙа мөнәсәбәттәренең йәнләнеүе Көнбайыш Европаға күп аҡса йәлеп иткән, ә был, сауҙа үҫеше менән бергә, Көнбайышта натураль хужалыҡтың емерелеүенә һәм Урта быуаттар аҙағында иҡтисадтың киҫкен үҙгәрешенә ярҙам иткән. Көнсығыш менән мөнәсәбәттәр үҫеше Көнбайышҡа ул дәүерҙә әле билдәле булмаған йәиһә бик һирәк осраған һәм ҡыйбатлы булған кәрәкле әйберҙәр алып килгән. Хәҙер инде ул продуктылар күберәк килтерелгән, хаҡы арзанланған һәм дөйөм ҡулланышта булған. Шулай итеп, Көнсығыштан кәзәмөгөҙ, зәғферән, өрөк, лимон, фисташка (ошо үҫемлектәрҙең күпселегенең атамаһы — ғәрәп теленән) күсерелгән. Күпләп шәкәр индерелгән, дөгө киң ҡулланышҡа ингән. Шулай уҡ байтаҡ күләмдә юғары үҫешкән көнсығыш сәнәғәтенең эшләнмәләре килтерелгән: кизе-мамыҡ туҡымалар, ситса, кесейә, ҡыйбатлы ебәк туҡымалар (атлас, бәрхәт), келәмдәр, зәргәр эшләнмәләр, буяуҙар һәм шуға оҡшаштар. Был әйберҙәр, уларҙы эшләү ысулы менән танышыу Көнбайышта ла шуға оҡшаш сәнәғәт тармаҡтары үҫешенә алып килгән (Францияла көнсығыш өлгөләре буйынса келәм ижад итеүселәрҙе, называли «сарациндар») тип атағандар. Көнсығыштан күп кейем-һалым һәм комфорт тыуҙырыусы өй эсе йыһаздары үҙләштерелгән. Уларҙың атамалары (ғәрәпсә) сығышын раҫлай (юбка, бурнус, альков, софа); һуғыш ҡоралдарының атамалары (арбалет) һәм шуға оҡшағандар.

Тәре яуҙары дәүерендә көнбайыш телдәре үҙләштергән байтаҡ ҡына көнсығыш һүҙҙәре, башлыса ғәрәп һүҙҙәре, ғәҙәттә сығышын аңлата. Бына улар: итал. dogana, фр. douane — таможня; адмирал, талисман һ.б. Тәре яуҙары көнбайыш ғалимдарын ғәрәп һәм грек фәне менән таныштырған (мәҫәлән, Аристотель менән). Был осорҙа география бигерәк күп үҙләштереүҙәргә өлгәшкән: Көнбайыш элек аҙ билдәле күп кенә илдәр менән танышҡан; Көнсығыш менән сауҙа бәйләнештәренең киң үҫеше шулай уҡ европалыларға алыҫ һәм аҙ билдәле илдәргә, Үҙәк Азияға үтеп инеү мөмкинлеге биргән (Плано Карпини, Рубруктан Гийом де Вильгельм, Марко Поло) сәйәхәттәре. Тағы ла ул саҡта математика, астрономия, тәбиғи фәндәр, медицина, тел белеме, тарих. Тәре яуҙары осоронан европа сәнғәтенә византий һәм мосолман сәнғәтенең билдәле тәьҫире булған.

Арабеска (орнамент)

Үҙләштереүҙәр архитектурала (дағаға оҡшаған ҡатмарлы аркалар, өсәрле япраҡ формаһындағы һәм осло түбәле аркалар, яҫы түбәләр), скульптурала (Арабеска орнаменты — атамаһы ла ғәрәптәрҙең үҙләштереүгә күрһәтә), сәнғәт һөнәрҙәрендә күҙәтелгән. Тәре яуҙары рухи һәм донъяуи шиғриәткә бай материал биргән. Был ваҡиғалар көнбайыш шағирҙарының ижади хыялына ныҡ тәьҫир иткән; улар европалыларҙы Көнсығыштың шиғриәт хазинаһы менән таныштырған, унан Көнбайышҡа күп поэтик материал, күп яңы сюжеттар күскән. Дөйөм алғанда, көнбайыш халыҡтарының яңы илдәр менән, көнбайыштағыға ҡарағанда башҡараҡ сәйәси һәм ижтимағи формалар, күп яңы күренештәр һәм күп яңы хеҙмәт емештәре, сәнғәттең яңы формалары, башҡа дини һәи фәнни ҡараштар менән танышыуы — көнбайыш халыҡтарының аң-белем даирәһен ифрат киңәйткән, быға саҡлы булмаған киңлек хәбәр иткән. Көнбайыш аҡылы йәки бөтөн рухи тормош, фән һәм сәнғәт быға тиклем булған католик сиркәү ҡыҫымынан арына башлаған. Көнбайышты тәре яуҙарына әйҙәгән ынтылыш һәм өмөттәре уңышһыҙлыҡҡа осрағанға рим-католик сиркәүенең абруйы ныҡ ҡаҡшаған. Тәре яуҙары һәм аралашсы сүриә христиандары ярҙамында сауҙа һәм сәнәғәт үҫеше был хәрәкәттә ҡатнашҡан илдәрҙең иҡтисад уңыштарына һәм донъяуи ҡыҙыҡһыныуҙарға юл асҡан; һәм был урта быуат сиркәүе нигеҙен һәм уның аскетик идеалдарын ҡаҡшатҡан. Көнбайышҡа яңы мәҙәниәтте танытып, донъяуи зауыҡ һәм ҡараштар тәрбиәләп, гректар һәм мосолмандарҙың аҡыл хазинаһын һәм нәфис ижадын аңлайышлы итеп, тәре яуҙары хронологик яҡтан йәнәшә торған һәм шаҡтай ҙур дәрәжәлә уларҙың эҙемтәһе булған Яңырыуҙы яҡынайтҡан. Тәре яуҙары был сара аша, туранан-тура булмаһа ла, кешелек рухи тормошонда яңы йүнәлеш булдырыуға һәм, бер ни ҡәҙәр, яңы европа цивилизацияһы нигеҙҙәрен әҙерләүгә ярҙам иткән.

Шулай уҡ европа сауҙаһы үҫешкән: 1453 йылда Византия империяһы (Константинополь) ҡолатылғас, Урта диңгеҙҙә итальян сауҙагәрҙәре хакимлыҡ иткән.

Европалағы тәре походтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Славяндарға ҡаршы тәре походтары (1147)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа феодалдарының полаб-балтиҡ буйы славяндарына баҫҡынсылыҡ яуҙары, Фәләстанға икенсе тәре походы менән бер рәттән, мәжүси славяндарҙы христиандарға әйләндереү маҡсатында ойошторолған. Эльба (Лаба) йылғаһы аръяғындағы элек баҫып алған ерҙәрен, 983 һәм 1002 йылдарҙа славян ихтилалынан һуң, юғалтҡанлыҡтан, саксон феодалдары һәм руханиҙары, уларҙы яңынан баҫып алыу инициативаһы менән сыҡҡан. Саксон герцогы Генрих Арыҫлан ғәскәре бодричтарҙың ерҙәрен яуларға маташҡан, ләкин кенәз Никлот етәкселегендәге бодричтар тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы әүҙем эшмәкәрлек йәйелдергән һәм тыныслыҡ килешеүен төҙөргә мәжбүр иткән. Лютичтар һәм поморяндарға ҡаршы хәрәкәт итеүсе Альбрехт Айыу етәкселегендәге икенсе феодалдар походы ла уңышһыҙ тамамланған. Әммә XII быуаттың 50—60-сы йылдарында герман феодалдары үҙҙәренең һөжүмен яңынан башлаған һәм лютичтар һәм бодричтар ерҙәрен яулап алған.

Альбигой тәре походы (1209—1229)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1209 йылдың уртаһында 10 000 яҡын ҡоралланған тәре йөрөтөүселәр Лионда йыйылған[8]. Уларҙан шөрләнкерәп торған Раймунд VI Тулузский июндә катарҙарға ҡаршы хәрби хәрәкәт башларға вәғәҙә биргән, һәм бер аҙ ваҡыт үткәс, уны сиркәүҙән ҡыумаҫҡа булғандар[9]. Шул арала тәре йөрөтөүселәр Монпельеға яҡынайғандар. Катарҙар общинаһы йәшәгән Альби һәм Каркассон эргәһендәге Раймунд-Рожер Транкавель ерҙәренә бөлгөнләк ҡурҡынысы янаған. Раймунд Тулузский һымаҡ, Раймунд-Рожер тәре йөрөтөүселәрҙең юлбашсылары менән һөйләшергә тырышып ҡараған, ләкин уның менән осрашыуҙан баш тартҡанлыҡтан, ул ҡабат, ҡаланы оборонаға әҙерләү маҡсаты менән, Каркассонға ашыҡҡан[10]. Тәре йөрөтөүселәр июлдә кескәй генә Севье ауылын баҫып алғандар һәм Безьеға яҡынлашҡандар[11]. Улар бөтә католиктарҙың ҡаланан сығыуын талап иткәндәр. Тегеләр баш тартҡандар, һәм Безье яулап алынғас, уның бөтөн халҡы үлтереп бөтөрөлгән. Хәҙерге сығанаҡтар һәләк булыусылар һанын 7 меңдән 20 мең диапазонында баһалаған. Һуңғыһы, ахыры, арттырып күрһәтелгәне, папа легаты Арнольд Амальрик отчётында бирелгән[12].

1209 йылдың 1 авгусында тәре йөрөтөүселәр артабанғы сәптәренә, Каркассонға, яҡынлағандар.

Көтөүселәрҙең тәре походтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көтөүселәрҙең беренсе походы (1251)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Етенсе тәре походы уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң, Төньяҡ Францияла башында «Венгрия оҫтаһы» торған крәҫтиән хәрәкәте барлыҡҡа килгән. Әсирлеккә эләккән король Людовик IX азат итеү уның маҡсаты тип иғлан ителгән. Яу башлығы 60000 меңгә яҡын кешенән торған армия йыйған. Уның төп көстәрен йәш крәҫтиәндәр тәшкил иткән. Әммә Изге ергә барып етмәгәндәр: улар, француз ҡалаларында болалар ойошторғанлыҡтан, сиркәүҙән ҡыуылған, ә Оҫта үҙе Бурж ҡалаһы эргәһендә үлтерелгән.

Көтөүселәрҙең икенсе походы (1320)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төшөндә динһеҙҙәргә ҡаршы көрәште етәкләргә тейеш икәнен күргән йәш көтөүсе поход башында торған. Уның командаһына крәҫтиәндәр йыйылған. Беренсе походтағы кеүек, «көтөүселәр» армияһы, ризыҡ табыу маҡсатында, Көньяҡ Францияла талауҙар ойошторған. Улар Аквитанияға барып еткәндән һуң, папа Иоанн XXII «көтөүселәр»гә ҡаршы вәғәз һөйләгән, ә Франция короле Филипп V крәҫтиән армияһын тар-мар иткән.

Төньяҡҡа тәре походтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XII быуат аҙағынан башлап Новгород Республикаһы, Полоцк кенәзлеге, Мазовия менән күрше йәшәгән (һәм йыш осраҡта уларға буйһонған) летт-литва (прустар, латгалдар һ.б.) һәм финн-уғыр (ливтар, чудь, емь һ.б.) ҡәбиләләре йәшәгән территорияларҙы баҫып алыу маҡсатында көнсығыш Балтиҡ буйында: Швецияла, Данияла (тәүләп Фәләстанда барлыҡҡа килгән) Тевтон орденында һәм Балтиҡ буйында булдырылған Ҡылыслы кешеләр ордены тарафынан ойошторолған.

Ливон тәре походы (1193—1230, бер ни тиклем өҙөк менән)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уға саҡлы ла, Скандинавия короллеге һәм Изге Рим империяһы көнсығыш Европаның төньяҡ халыҡтарына һуғыш алып барған булһа ла, Төньяҡ тәре яуы рәсми рәүештә 1193 йылда, Рим папаһы Целестин III Төньяҡ Европа мәжүсиҙәрен «христианлаштырыу»ға өндәгәндән һуң, башланған,

Эстонияға даттарҙың тәре походы (1219)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1219—1220 йылдарҙа Эстонияға Даттар тәре яуы ойошторған, һәм төньяҡ Эстония баҫып алынған.

1223 йылғы ихтилал һөҙөмтәһендә, эзелдәр (Саарема утрауы халҡы) бынан алдараҡ датчандар төҙөгән һарайҙы баҫып алып емергәндән һуң, бөтөн Эстония территорияһы тиерлек тәре йөрөтөүселәрҙән һәм датчандарҙан азат ителгән. Новгородлылар һәм псковлылар менән союз төҙөлгән. Дорпатта, Вилиендэ һәм башҡа ҡалаларҙа ҙур булмаған рус гарнизондары (ошо йылда монголдар атаҡлы Калка йылғаһы янында рус кенәзлектәре һәм ҡыпсаҡтарҙың берләшкән ғәскәрен тар-мар иткән) урынлашҡан. Әммә икенсе йылға уҡ тәре йөрөтөүселәр Дорпатты (Юрьев) һәм Эстонияның ҡалған материк өлөшөн тағы ла баҫып алған.

Финляндияға һәм Рускә тәре походтары (1232—1240)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIII быуат башында Германия йәғни немец тәре йөрөтөүселәре, швед һәм датчан рыцарҙары Балтиҡ буйында һәм Финляндияла әүҙем экспансия алып барғандар. Был хәл регионда рус ерҙәренең, бигерәк тә, Полоцк кенәзлегенең һәм Новгород республикаһының йоғонтоһон кәметкән. Тәре йөрөтөүселәр балтиҡ буйы ҡәбиләләренең ҡрашылығын һындырған, рустарҙы Ливониялағы ҡәлғәләренән яҙҙырған һәм рус ерҙәре сиктәренә килеп терәлгән.

1232 йылда рим папаһы Григорий IX тәре йөрөтөүселәрҙе Новгородҡа ҡаршы яуға өндәгән. Ике тапҡыр яу (Изборск һәм Тёсов) килгәндән һуң, новгород һәм Төньяҡ-Көнсығыш Русь йәғни владимир ғәскәрҙәре Орден биләмәләренә баҫып инеп, Омовжа ҡаты алышында еңгән (1234) һәм үҙҙәренең шарты менән орденды килешеү төҙөргә мәжбүр иткән.

1237 йылда,Саул ҡаты алышында Ҡылыслылар ордены Орден меченосцев тар-мар ителгән, һәм ул, Пруссияның күп өлөшөнә эйә булған Тевтон орденына берләшкән.

1237 йылдың 9 декабрендә папа буллаһында Григорий IX швед архиепискобына һәм уның епископтарына Финляндияға «тавастарға ҡаршы» һәм уларҙың «яҡын күршеләренә» «тәре походы» ойоштороу тураһында вәғәз әйткән. Шулай итеп, тәре йөрөтөүселәрҙе «тәре дошмандарын» ҡырып бөтөрөргә ҡотортоп, Рим папаһы ул емь/тавастар менән бергә шулай уҡ, католик экспансияға тавастар менән союзда ғәййәр ҡаршы торған карелдарҙы һәм урыҫтарҙы күҙ уңында тотҡан.

Папа күрһәтмәһе буйынса Вильгельм Моденский әүҙем рәүештә урыҫтарға ҡаршы коалиция формалаштыра башлаған. 1238 йылдың 7 июнендә Стенбиҙа дат короле Вальдемар II резиденцияһында уның ҡатнашлығында король һәм Ливонияла берләшкән Тевтон ордены магистры Герман фон Балк менән осрашҡан. Шул ваҡытта, баҫып алынасаҡ ерҙәрҙең өс өлөшө Орденға, ҡалғаны — даттар короленә, тигән Эстония буйынса алдан килешеү төҙөлгән. Шунда уҡ Русь еренә коалицияның өс төп ҡатнашыусыһы: бер яҡтан — Эстонияла урынлашҡан дат тәре йөрөтөүселәрҙең, Ливония тевтондары һәм Финляндияла торған тәре йөрөтөүселәрҙең, ә икенсе яҡтан — швед рыцарҙарының берләшеп һөжүм итеүе тураһында һөйләшкәндәр. Был көнбайыш европа рыцарлығының: шведтарҙың, немецтарҙың һәм датчандарҙың берҙән-бер берләшеүе булған.

1238 йылда рим папаһы Швеция короленә новгород ерҙәренә тәре яуҙары менән барырға фатихаһын, ә был яуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһының да гонаһын ярлыҡармын, тип вәғәҙә биргән.[13]

1239 йылда шведтар һәм немецтар бергә хәрәкәт итергә һүҙ ҡуйышҡандар[13], ә 1240 йылда, монгол яулап алыуҙарынан көсһөҙләнгән урыҫ кенәзлектәре етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмаҫ тигән иҫәп менән, баҫып кереүҙең әүҙем фазаһына күскәндәр. Төньяҡ-көнбайыш Русь халҡына дини эҙәрлекләүҙәр генә түгел (тәре йөрөтөүселәр баҫып инеү сәбәптәрен рәсми рәүештә фәҡәт дини лозунгылар менән аңлатҡан), ә башҡа бик күп балтиҡ буйы ҡәбиләләре кеүек, тулыһынса ҡыйратылыу янаған.

1239—1245 йылдар картаһы

Әммә, 1240 йылда Новгородҡа төньяҡтан, Нева йылғаһы яғынан, тәүге һөжүм яһарға тейеш булған швед рыцарҙарын йәш новгород кенәзе Александр Ярославич Невский тар-мар иткән, уға ошо алыштан һуң «Невский» ҡушаматы тағылған. Невалағы яуҙың һөҙөмтәһе шундай: шведтар бик оҙаҡ йылдар дауамында новгород ерҙәренә һөжүм итеп маташмаған. Немец рыцарҙары август-сентябрҙә Изборск ҡәлғәһен баҫып алған, Изборскиға ярҙамға килгән Псков отрядын ҡыйратҡандар, оҙаҡламай Псковты ла алғандар. Шул ваҡыт новгород юғары ҡатламы Александр Ярославичты ҡыуып ебәргән, ләкин ҡышын немецтар заняли земли водь/вожан ерҙәрен алған, уларға яһаҡ түләргә данью, Финн ҡултығында Копорье ҡәлғәһен төҙөгәндәр һәм Новгородҡа 30-40 саҡрымға яҡынайғандар. Немец рыцарҙары, Римдән «законлаштырылған хоҡуҡ» алып, яулап алынған ерҙәрҙә ныҡлап төпләнгәндәр. Папа Григорий IX тәре йөрөтөүселәр баҫып алған рус ерҙәрен эзель епискобы Генрихҡа биргән, ә уныһы, үҙ сиратында, 1241 йылдың арелендә, идара итеүҙе һәм һалым йыйыуҙы рыцарҙарға тапшырыу («уларға ауыр хеҙмәт, сығымдар һәм мәжүсиҙәрҙе баҫтырғанда хәүеф янағанлыҡтан», бында православный христиандар ҙа индерелгән), һалымдың унынсы өлөшөн католик сиркәү файҙаһына алыу тураһында килешеү төҙөгән.

Тиҙҙән ситуация үҙгәргән — Александр Новгородҡа ҡайтҡан һәм 1242 йыл башына немецтар баҫып алған территорияларҙы кире яулап алған, шунан урыҫ ғәскәрҙәрен Ливон Ордены территорияһына алып киткән. 1242 йылдың 5 апрелендә Чуд күле боҙонда Ледовое побоище атамаһы менән тарихҡа ингән данлыҡлы ҡаты алыш булған. Рус ғәскәре немец рыцарҙарын тар-мар иткән, был ысынбарлыҡта иһә тәре йөрөтөүселәрҙең Новгород һәм Псковтың бай еҙәрен баҫып алырға маташыуының уңышһыҙ тамамланыуын белдергән.

Смирнаға тәре походы (1343—1348)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венеция тырышлығы менән Измирға (Смирна), Родосҡа һәм Кипр утрауына поход Умурҙы, Айдын әмирен һәм Эгей диңгеҙе пираттары башлығын юҡҡа иткән.

Ғосмандарға ҡаршы тәре походы (1396)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1396 йылда тәре йөрөтөүселәрҙең Изге Рим империяһының венгр короле Сигизмунд, граф Ҡурҡыу белмәҫ Иоанн Неверский һ.б. етәкселегендәге ҙур ғына ғәскәре йыйылған; ләкин 1396 йылда Никополь янындағы ҡаты алышта улар төрөктәр тарафынан ҡурҡыныс ҡыйратылғандар.

Гуситтарға ҡаршы тәре походтары (1420—1434)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Варнаға тәре походы (1443—1444)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1444 йылда Варна янындағы ҡаты алышта поляк-венгр короле Владислав III-нөң һәләк булыуы менән тамамланған тәре яуы. Рим папаларының Көнсығыш империяһының һәләкәтен булдырмау һәм уға ярҙам итеү тураһындағы вәғәздәре Көнбайыша хуплау тапмаған, һәм 1453 йылда Константинополь еңелгән. Унан да алдараҡ, 1439 йылда, көнсығыш православие сиркәүен көнбайышҡа буйһондорған Папа курияһы өсөн отошло булған Флорентий унияһы төҙөлгән. Һуңынан Рус дәүләтендә Өсөнсө Рим идеяһы үҫешкән, һәм 1589 йылда бойондороҡһоҙ Мәскәү патриархаты барлыҡҡа килгән. Төрөктәргә ҡаршы һуңғы тәре яуы тип 1683 йылдағы һуғышты атарға була.

Тәре йөрөтөүселәр походтары категорияһы табылманы

Монголдарҙың Яҡын Көнсығышҡа походы

  1. Райли-Смит Джонатан, http://www.ignatiusinsight.com/features2009/jrsmith_crusadespref_jun09.asp 2017 йыл 26 октябрь архивланған.  (инг.)
  2. Ҡалып:Книга:Жозеф Франсуа Мишо:История Крестовых походов
  3. Трибельский И. Иерусалим. Тайна трех тысячелетий. Ростов н/Д.:Феникс, 2007. C.193
  4. Речь папы Урбана II в 1095 году: «Всем идущим туда, в случае их кончины, отныне будет отпущение грехов. Пусть выступят против неверных в бой, который должен дать в изобилии трофеи, те люди, которые привыкли воевать против своих единоверцев-христиан… Земля та течет молоком и мёдом. Да станут ныне воинами те, кто раньше являлся грабителем, сражался против братьев и соплеменников. Кто здесь горестен, там станет богат». Речь папы прерывалась возгласами слушателей: «Так хочет Бог!»
  5. Клермонский собор // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Салават Хамидуллин. Цикл научно-познавтельных фильмов на БСТ «Историческая среда»- Мамлюки. Башкирский след
  7. другой вариант произношения и написания слова «Шатильон»
  8. VC § 84
  9. PL §XIII
  10. VC § 88
  11. VC § 89
  12. Бер яҙыусы хәбәр иткәнсә, Христос ғәскәре юлбашсыларының береһе папа легаты Арнольд Амальриктан, нисек итеп католиктарҙы еретиктарҙан айырырға, тип һорағас, тегенеһе: «Caedite eos! Novit enim Dominus qui sunt eius» — «Барыһын да үлтерегеҙ! Аллаһы тәғәлә үҙенекен таныр!» тигән.
  13. 13,0 13,1 Хронос. Битва на реке Неве. Дата обращения: 21 сентябрь 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
Сығанаҡтар
  • Раймунд Ажильский. История франков, которые взяли Иерусалим (лат. Raimundi de Aguiliers. Historia Francorum qui ceperunt Iherusalem).
  • Фульхерий Шартрский. Деяния франков, совершивших паломничество в Иерусалим. (лат. Fulcherii Carnotensis. Gesta francorum Hierusalem peregrinantium).
  • Вильгельм Тирский. История деяний в заморских землях.
  • Альберт Аахенский. Иерусалимская история.
  • Одон Дейльский. О странствовании Людовика VII, короля франков, на восток.
  • Роберт Реймский. Иерусалимская история.
  • Жоффруа де Виллардуэн. Завоевание Константинополя.
  • Роберт де Клари. Завоевание Константинополя.
  • Гвиберт Ножанский. Деяния Бога через Франков.
  • Деяния франков (Аноним) (лат. Gesta Francorum).
  • О земле Иерусалимской (Суассонский Аноним).
  • Ибн аль-Каланиси, История Дамаска, фрагменты в История крестовых походов в документах и материалах. М. 1975.
  • Ибн Джубайр. Путешествие.
Сығанаҡтарҙы баҫтырыу
  • Виганд из Марбурга. Новая Прусская хроника / Пер. с лат. Н. Н. Малишевского. — М.: Русская панорама, 2014. — 256 с. — Серия «Mediaevalia».
  • Виллардуэн Жоффруа де. Взятие Константинополя / Песни труверов / Под ред. А. Михайлова. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — 320 с.
  • Виллардуэн Жоффруа де. Завоевание Константинополя / Под ред. М. А. Заборова. — М.: Наука, 1993. — 300 с. — Серия «Памятники исторической мысли».
  • Генрих Латвийский. Хроника Ливонии. — Рязань: Александрия, 2009. — 384 с. — Серия «Источники истории».
  • Джубайр ибн. Путешествие / Пер. с араб. Л. А. Семеновой. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — 296 с.
  • Жуанвиль Жан де, Виллардуэн Жоффруа де. История крестовых походов. — М.: Центрполиграф, 2008. — 352 с. — Серия «Хроники военных сражений». — ISBN 978-5-9524-3955-9.
  • Жуанвиль Жан де. Книга благочестивых речений и добрых деяний нашего святого короля Людовика / Пер. со старофранц. Г. Цыбулько. — СПб.: Евразия, 2007. — 400 с. — Серия «Clio». — ISBN 978-5-8071-0228-2.
  • История крестовых походов в документах и материалах: Уч. пос. / Сост. М. А. Заборов. — М.: Высшая школа, 1977. — 272 с.
  • Клари Робер де. Завоевание Константинополя / Под ред. М. А. Заборова. — М.: Наука, 1986. — 176 с. — Серия «Памятники исторической мысли».
  • Матузова В. И., Назарова Е. Л. Крестоносцы и Русь. Конец XII в. — 1270 г.: Тексты, перевод, комментарий. — М.: Индрик, 2002. — 488 с. — Серия «Древнейшие источники по истории Восточной Европы».
  • Пётр из Дусбурга. Хроника Земли Прусской / Пер. В. И. Матузовой. — М.: Ладомир, 1997. — 384 с. — ISBN 5-86218-258-6.
  • Три еврейских путешественника. Эльдад Данит, Вениамин Тудельский, Петахия Регенсбургский. — М.; Иерусалим: Мосты Культуры, Гешарим, 2004. — 332 с.
  • Усама ибн Мункыз. Книга назидания / Пер. М. А. Салье. Под ред. И. Ю. Крачковского. — М.: Изд-во Восточной литературы, 1958. — 2-е изд. — 328 с.
  • Царствие Небесное. Легенды крестоносцев XII—XIV вв. / Сост. Н. С. Горелов. — СПб.: Азбука-классика, 2006. — 448 с. — Серия «Азбука Средневековья». — ISBN 5-91181-017-4.
Тикшеренеүҙәр
  • Акунов Вольфганг. История военно-монашеских орденов Европы. — М.: Вече, 2012. — 468 с. — ISBN 978-5-9533-5706-7.
  • Акунов Вольфганг. История Тевтонского ордена. — М.: Вече, 2012. — 336 с. — Серия «История орденов и тайных обществ».
  • Андреев А., Шумов С. Тевтонский орден. Крах крестового похода на Русь. — М.: Алгоритм, Эксмо, 2005. — 320 с. — Серия «Тайные секты и ордена».
  • Батшев Д. А. Священная война в контексте Крестовых походов. — М.: Либроком, 2012. — 144 с. — ISBN 978-5-397-03565-1.
  • Близнюк С. В. Короли Кипра в эпоху крестовых походов. — СПб.: Алетейя, 2014. — 280 с.
  • Богдан Анри. Тевтонские рыцари / Пер. с франц. А. И. Вишневского. — СПб.: Евразия, 2008. — 304 с. — Серия «Историческая библиотека».
  • Бокман Хартмут. Немецкий Орден. Двенадцать глав из его истории / Пер. с нем. В. И. Матузовой. — М.: Ладомир, 2004. — 280 с. — ISBN 5-86218-450-3.
  • Брандедж Джеймс. Крестовые походы. Священные войны Средневековья. — М.: Центрполиграф, 2011. — 320 с. — Серия «История войн и военного искусства». — ISBN 978-5-9524-4964-0.
  • Браун Рам. По следам крестоносцев. Путеводитель по замкам Израиля. — М.: Изд-во Евгения Озерова, 2010. — 180 с.: ил. — ISBN 978-965-91407-1-8.
  • Вассерман Джеймс. Тамплиеры и ассасины. Стражи небесных тайн. — СПб. Евразия, 2008. — 382 с. — Серия «Историческая библиотека». — ISBN 978-5-8071-0264-5.
  • Виймар Пьер. Крестовые походы. Миф и реальность «священной войны». — СПб.: Евразия, 2003. — 384 с. — Серия «Clio expansiva».
  • Гамильтон Гибб. Дамасские хроники крестоносцев / Пер. с англ. Е. Б. Межевитинова. — М.: Центрполиграф, 2009. — 256 с. — Серия «Хроники военных сражений». — ISBN 978-5-9524-4106-4.
  • Граветт К., Николь Д. Норманны. Рыцари и завоеватели. — М. Эксмо, 2007. — 256 с.: ил. — Серия «Военная история человечества».
  • Грановский А. Н. Крестовые походы. В 2-х тт. — СПб.: Изд-во «Дмитрий Буланин», 2013. — 472 + 288 с. — ISBN 978-5-86007-716-4.
  • Грицак Е. Н. Краткая история крестовых походов. — М.: Рипол-Классик, 2002. — 480 с. — Серия «Краткие истории». — ISBN 5-7905-1564-9.
  • Гусев И. Е. История религиозных и рыцарских орденов и обществ. — Минск: Харвест, 2007. — 240 с.: ил.
  • Гусев И. Е. История орденов Средневековья. — Минск: Харвест, 2007. — 432 с.
  • Гусев И. Е. История рыцарства и крестовых походов. — Минск: Харвест, 2010. — 210 с.: ил. — ISBN 978-985-16-8754-7.
  • Девриз Келли, Дикки Йен, Догерти Мартин, Джестайс Филлис. Великие сражения крестоносцев. 1097—1444 гг. — М.: Эксмо, 2009. — 224 с. — Серия «Военная история человечества». — ISBN 978-5-699-30830-9.
  • Добиаш-Рождественская О. А. Крестом и мечом. Приключения Ричарда I Львиное Сердце. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1991. — 112 с.
  • Добиаш-Рождественская О. А. Эпоха крестовых походов (Запад в крестоносном движении). Общий очерк. — М.: Изд-во «Едиториал УРСС», 2011. — 120 с. — ISBN 978-5-354-01391-3.
  • Доманин А. А. Крестовые походы. Под сенью креста. — М.: Центрполиграф, 2011. — 2-е изд. — 432 с. — Серия «Всемирная история». — ISBN 9785227051769.
  • Дьячук И. А., Богатырев В. Н., Пензиев М. В. Военно-духовные ордена. — СПб.: Реноме, 2010. — 304 с.: ил. — ISBN 978-5-904045-91-3.
  • Жарков С. В. История создания рыцарских орденов и каталог холодного оружия, снаряжения рыцарей средневековой Европы. — Брест: Академия, 2005. — 142 с. — ISBN 985-6750-82-2.
  • Жарков С. В. Военное искусство рыцарей. — Минск: Друк-С, 2008. — 400 с.: ил. — ISBN 978-985-686-702-9.
  • Жарков С. В. Рыцарские ордена в бою. — М.: Яуза; Эксмо, 2008. — 448 с. — Серия «Война. Огнём и мечом».
  • Заборов М. А. Крестовые походы. — М.: Изд-во АН СССР, 1956. — 278 с.
  • Заборов М. А. Крестоносцы и их походы на восток в XI—XIII вв. — М.: Учпедгиз, 1962. — 166 с. — Серия «Школьная историческая библиотека».
  • Заборов М. А. Крестом и мечом. — М.: Советская Россия, 1979. — 240 с.: ил.
  • Заборов М. А. Крестоносцы на Востоке. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1980. — 320 с.
  • История крестовых походов: Сб. / Сост Дж. Райли-Смит. — М.: Крон-Пресс, Oxford University Press, 1998. — 496 с. — ISBN 5-232-00859-5.
  • Кесслер Ульрика. Ричард I Львиное Сердце. Король. Крестоносец. Авантюрист. — Ростов-на-Дону: Феникс, 1997. — 480 с. — Серия «След в истории».
  • Князь Александр Невский и его эпоха: Исследования и материалы / Под ред. Ю. К. Бегунова, А. Н. Кирпичникова. — СПб.: Изд-во «Дмитрий Буланин», 1995. — 216 с.
  • Куглер Бернгард. История крестовых походов. — Ростов-на-Дону: Феникс, 1995. — 512 с. — Серия «События, изменившие мир». — ISBN 978-5-85880-035-1.
  • Кулидж Оливия. Крестовые походы / Пер. Л. А. Игоревского. — М.: Центрполиграф, 2002. — 222 с. ил. — Серия «Популярная история». — ISBN 5-227-01854-5.
  • Лависс Эрнест. Эпоха крестовых походов. — Смоленск: Русич, 2010. — 576 с. — Серия «Историческая библиотека». — ISBN 978-5-8138-0961-3.
  • Майорова Е. И. Женщины в эпоху Крестовых походов. — М.: Вече, 2012. — 384 с. — Серия «History Files». — ISBN 978-5-9533-5546-9.
  • Малов В. И. Тайны крестовых походов. — М.: Оникс, 2008. — 254 с. — Серия «Библиотека открытий». — ISBN 978-5-488-01579-1.
  • Машке Эрих. Немецкий орден. Государство Немецкого Ордена. Портреты великих магистров. — СПб.: Евразия, 2003. — 256 с. — Серия «Clio».
  • Мишо Г. (Жозеф-Франсуа). История крестовых походов / Пер. с франц. С. Л. Клячко. — М.: Алетейя, 1999. — 368 с. — Серия «Vita memoriae». — ISBN 5-89321-071-9.
  • Монусова Е. История крестовых походов. — М.: ООО «АСТ». Астрель, 2010. — 512 с. — Серия «Историческая библиотека». — ISBN 978-5-17-065088-0.
  • Моррисон Сесиль. Крестоносцы. — М.: Изд-во «Весь Мир», 2003. — 176 с. — Серия «Весь мир знаний». — ISBN 5-7777-0217-1.
  • Нестеров В. Крестовые походы. — М.: Иностранка; Колибри, Азбука-Аттикус, 2015. —128 с. — Серия «История за час». — ISBN 9785389096370.
  • Николь Дэвид. Крестоносцы. История ордена Госпитальеров. 1100—1565 гг. / Пер. А. З. Колина. — М.: Эксмо, 2010. — 216 с. — Серия «Военная история человечества». — ISBN 978-5-699-38487-7.
  • Перну Режин. Крестоносцы. — СПб.: Евразия, 2001. — 320 с. — Серия «Clio».
  • Печников Б. А. Рыцари церкви — кто они? Очерки об истории и современной деятельности католических орденов. — М.: Политиздат, 1991. — 352 с. ил.
  • Прашкевич Г. М. Крестовые походы. — М.: Вече, 1998. — 560 с. — Серия «Великие войны». — ISBN 5-7838-0314-6.
  • Райт Джон К. Географические представления в эпоху крестовых походов. Исследование средневековой науки и традиции в Западной Европе / Пер. с англ. М. А. Кабанова. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1988. — 478 с.
  • Ришар Жан. Латино-Иерусалимское королевство / Пер. А. Карачинского. — СПб.: Евразия, 2002. — 448 с. — Серия «Сlio magna».
  • Стасюлевич М. М. История Средних веков. Крестовые походы (1096—1291 гг.). — М.: ООО «АСТ», Полигон, 2002. — 592 с. — Серия «Библиотека мировой истории». — ISBN 5-17-011316-1.
  • Тарик Али. Столкновение цивилизаций. Крестовые походы, джихад и современность. — М.: ООО «АСТ»; Астрель, 2006. — 528 с. — ISBN 5-17-038858-6.
  • Тат Жорж. Крестовые походы. — М.: ООО «АСТ», Олимп, 2003. — 192 с.: ил. — Серия «История. Открытие». — ISBN 5-17-013244-1.
  • Урбан Вильям. Тевтонский орден. — М.: ООО «АСТ», Астрель, 2010. — 416 с. — Серия «Историческая библиотека». — ISBN 978-5-17-044178-5.
  • Успенский Ф. И. История крестовых походов. — СПб.: Евразия, 2000. — 384 с. — Серия «Clio».
  • Федоров-Давыдов А. А. Крестовые походы. — М.: ООО «АСТ», 2008. — 384 с. — Серия «История». — ISBN 978-5-17-049210-7.
  • Филипс Джонатан. Четвертый крестовый поход. — М.: ООО «АСТ»; Астрель, 2010. — 512 с. — Серия «Историческая библиотека». — ISBN 978-5-17-057043-0, 978-5-271-32054-5.
  • Харитонович Д. Э. История крестовых походов. — М.: Аванта+; Астрель, 2009. — 368 с. — Серия «Библиотека Аванты+». — ISBN 978-5-98986-314-3.
  • Хиллебранд Кэрол. Крестовые походы. Взгляд с Востока. Мусульманская перспектива. — М.: Диля, 2008. — 672 с. — Серия «Мир ислама». — ISBN 978-5-88503-623-8.
  • Хрусталев Д. Г. Северные крестоносцы. Русь в борьбе за сферы влияния в Восточной Прибалтике. XII—XIII вв. — СПб.: Евразия, 2012. — 624 с. — Серия «Clio». — ISBN 978-5-91852-024-6.
  • Шаскольский И. П. Борьба Руси против крестоносной агрессии на берегах Балтики в XII—XIII вв. — Л.: Наука, 1978. — 246 с.
  • Эрс Жак. История крестовых походов / Пер. М. Ю. Некрасовой. — СПб.: Евразия, 2015. — Серия «Clio». — 320 с. — ISBN 978-5-918521120.
  • Эсбридж Томас. Крестовые походы. Войны Средневековья за Святую землю / Пер. Л. А. Игоревского. — М.: Центрполиграф, 2013. — 734 с. — Серия «Memorialis». — ISBN 978-5-2270447-47.


Ҡалып:Урта быуаттар Ҡалып:Яҡын Көнсығышта тәре йөрөтөүселәрҙең ҡәлғәләре, һарайҙары һәм нығытылған ҡалалары Ҡалып:Европа тарихы