Ҡара ҡауҙы
Уҡыу көйләүҙәре
(Ciconia nigra битенән йүнәлтелде)
Ҡара ҡауҙы | ||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||||||||
Ареал | ||||||||||
Оялау ерҙәре Йыл буй йәшәйҙәр Ҡышлау урындары | ||||||||||
Һаҡлау статусы | ||||||||||
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003830 | ||||||||||
|
Ҡара ҡауҙы (рус. Черный аист, лат. Ciconia nigra) — ҡауҙылар ғаиләһендәге ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Оҙон аяҡлы, оҙон муйынлы ҡош. Яңғыҙ ҙа, парлашып та йөрөйҙәр. Ҡанаттарын яй ғына һелтәп, шунан һелтәмәйенсә йәйеп оҙаҡ ҡына оса. Дөйөм төҫө күкһел һәм һарғылт ялтырауыҡлы ҡара. Ҡорһағы аҡ. Түшендә ҡабарып торған оҙон ҡауырһындары бар. Суҡышы, аяҡтары ҡыҙыл. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы тоноҡ ҡына: «ҡау-лиң», суҡыштарын бер-береһенә ҡағып тырылдай.
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше йөрөмәгән аулаҡ урмандарҙа, йылға буйҙарында, урманлы ҡая таштарҙа йәшәй. Тәлмәрйен, сысҡан, кеҫәртке, балыҡ һәм эре бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк ос¬рай. Ағас баштарында оялай. 2—5 бөртөк аҡһыл һары йомортҡаһы була.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы һирәк осрай торған төр | |
Төр тураһында мәғлүмәт Ҡара ҡауҙы ИПЭЭ РАН сайтында |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Красная книга Российской Федерации М.: АСТ 2001
- Ганзак Я. «Иллюстрированная энциклопедия птиц». Прага: Артия 1974
- Жизнь животных т.6. Птицы М.: «Просвещение» 1986.
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |