Ethereum

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ethereum
Нигеҙләү датаһы 30 июль 2015
Логотип
Рәсем
Исем ꠁꠕꠦꠞꠤꠀꠝ
Ҡыҫҡаса атамаһы ꠁꠕꠣꠞ
Кем хөрмәтенә аталған эфир[d][1]
Нигеҙләүсе Виталик Бутерин[d] һәм Гэвин Вуд[d]
Описание символа валюты кси[d]
Рыночная капитализация 294 770 121 895 $ (25 ғинуар 2022)[2]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Швейцария[3]
Биржа GDAX[d], eToro[d] һәм Binance[d]
Булдырыусы Виталик Бутерин[d] һәм Гэвин Вуд[d]
Нәшер ителеү ваҡыты 30 июль 2015
Илһам сығанағы Биткойн, Сатоси Накамото һәм Colored Coins[d]
Операцион система Linux, Windows, macOS[d] һәм POSIX[d]
Программалау теле Go[d], JavaScript[d], C++[d], Java[d], Си[d], Python[d], язык ассемблера[d], HTML, XML, CSS[d], AMPL[d] һәм Ruby[d][4]
Репозиторий исходного кода github.com/ethereum
Обеспечение качества ПО непрерывная интеграция[d]
Рәсми сайт ethereum.org
Һештег ethereum
Лицензия GNU GPL 3[d][5]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы защищено авторским правом[d]
Делится на единицы wei[d]
Баһа 1583,03 $[6]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 78 900 ± 99 һәм 3 069 226
Символ криптовалюты ETH
WordLift URL data.thenextweb.com/tnw/…[7]
Stack Exchange сайты ethereum.stackexchange.com
 Ethereum Викимилектә

Ethereum — ҙурлығы буйынса Биткойндан һуң баҙар капитализацияһы буйынса икенсе платформа. Ethereum асыҡ сығанаҡ булып тора һәм блокчейн технологияһына нигеҙләнгән. Bitcoin кеүек үк, Ethereum үҙәкләштерелгән селтәр түгел һәм үҙәк ойошма тарафынан контролдә тотолмай, ул онлайн-түләүҙәрҙе банкыға йәки өсөнсө яҡҡа мохтажлыҡһыҙ аноним башҡарырға мөмкинлек бирә.[8]

ETH аббревиатураһы һәм грек хәрефенә оҡшаған Xi Ξ символдары Ethereum алмашыу берәмектәрен билдәләү өсөн ҡулланыла. Кәсер һандарҙың үҙ атамалары бар: 1/1000 — финни, 1/106 — сабо, 1/1018 — вэй.

Ethereum майнингы биткойндыҡына оҡшаш, ләкин блок сылбырын сискән саҡта Ethereum майнеры эфир эшләй. Ethereum-дың төп функцияһы — смарт-контракттар. Ethereum смарт-контрактары Ethereum йәки EVM виртуаль машинаһы тарафынан башҡарыла.[9]

Башҡа криптовалюта һымаҡ уҡ Ethereum-ды һатырға, һатып алырға, алмаштырырға һәм хаҡ түләргә була. Ethereum технологияһы төрлө активта булған транзакцияларҙы яҙҙырырға мөмкинселек бирә, бының өсөн традицион юридик процедуралар кәрәкмәй.[10] Биткойндан айырмалы рәүештә, Ethereum — запасы сикһеҙ булған криптовалюта. Тимәк, криптовалютаға инфляция ла ҡағыла.[11] Ethereum криптовалюта биржаһында әүҙем һатыла. 2021 йылдың февраль айында уның дөйөм капитализацияһы 180 миллиард долларҙан артты.[12]

Төрлө ойошмаларҙа был платформа ҡыҙыҡһыныу уятты, шул иҫәптән Microsoft, IBM, JPG Morgan Chase. Bloomberg Businessweek раҫлауы буйынса Ethereum таратҡан программа тәьминәтен рөхсәтһеҙ ҡыҫылыуҙан һаҡланырға теләгән һәр кем ҡуллана ала.[13] Һеҙгә таныш булмаған кеше менән хәүефһеҙ эш алып барыу мөмкинселегенә эйә буласаҡһығыҙ, сөнки терминдар блокчейнға һалынған смарт-контрактта теркәлгән.[14]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.lemonde.fr/pixels/article/2014/10/07/l-ether-la-future-monnaie-qui-vaut-deja-des-millions_4501940_4408996.html
  2. https://coinmarketcap.com/currencies/ethereum/
  3. https://craft.co/ethereum
  4. The ethereum Open Source Project on Open Hub: Languages Page — 2006.
  5. https://github.com/ethereum/go-ethereum/blob/master/COPYING
  6. https://thecryptoper.com/ethereum-price-prediction/
  7. https://thenextweb.com/vocabulary/ethereum/
  8. Transactions as anonymous as cash are now possible on Ethereum. finance.yahoo.com. Дата обращения: 16 декабрь 2021.
  9. Top cryptocurrencies by value in 2021: Bitcoin, Ether and more. techradar.com. Дата обращения: 16 декабрь 2021.
  10. Why Bitcoin may herald a new era in finance. economistinsights.com. Дата обращения: 16 декабрь 2021.
  11. Best Trading Ethereum Guide. comparebrokers.co. Дата обращения: 16 декабрь 2021.
  12. Ether Total Supply and Market Capitalization Chart. etherscan.io. Дата обращения: 16 декабрь 2021.
  13. Ethereum, a Virtual Currency, Enables Transactions That Rival Bitcoin’s. nytimes.com. Дата обращения: 16 декабрь 2021.
  14. This Is Your Company on Blockchain. bloomberg.com. Дата обращения: 16 декабрь 2021.