Эстәлеккә күсергә

Ҡупшыҡайҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Fringillidae битенән йүнәлтелде)

Көйәҙ турғайҙар, ҡупшыҡайҙар, һылыуҡас турғайҙар — Европала, Азияның көньяғында һәм Төньяҡ Африкала йәшәй торған, аҡ, ҡара, көрән-ҡыҙыл, аҡһыл-көрән һәм һары төҫтәр ҡатыш ала булған һайраусы турғайҙар ырыуы.

Ағас һәм ҡыуаҡтарҙа, яр буйындағы үләнле әрәмәлектә оялайҙар. Баҡсалардҙа һәм парктарҙа йәшәйҙәр. күсмә ҡоштар. Һары башлы кәрлә турғай йыл дауамында йәшәй. Һоро, ҡоңғорт, йәшкелт-һары төҫтә булалар. Кескенә башлы, нескә тура суҡышлы. Ҡанаттары төрлө ҙурлыҡта. Түңәрәкләнеп килгән йә иһә киртләч ҡойроҡло. Әрәмә сыпсыҡтары йәшерен тормош алып бара, уларҙы һайрауҙары буйынса, фәҡәт оялау һәм бала сығарыу ваҡытында ғына күрергә мөмкин. Әлеге ҡоштарҙың оялары яһалыуы һәм урынашуы буйынса күп төрлө. Күбеһенсә — асыҡ, каса һымаҡ. Ерҙән бейек түгел — ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың ҡыуыш кәүсәһендә (әрәмә турғайы) йәки оҙон үлән һабаҡтары араһында (ҡамыш турғайы) урынлашалар. Ҡарағай турғайы ер өҫтөндәге ояларын эргәһенән керә торған ҡыуыш формаһында яһайҙар. 4—7 йомортҡа һалалар. Ҡамыш һәм ҡарағай турғайҙары бары тик хайуан аҙыҡтары: бөжәктәр һәм уларҙың личинкалары, үрмәксе һымаҡтар, ваҡ моллюсклар менән, ә ҡалғандары еләк һәм ваҡ сүп үлән орлоҡтары менән туҡланалар. Зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итәләр. Август аҙағында әрәмә турғайҙары ҡышлау өсөн осоп китә башлайҙар.

  • Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)