MYC4

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
MYC4
Тип

коммерциялы булмаған ойошма

Нигеҙләнгән

2006

Нигеҙләүсе

Мадс Кьер, Тим Ванг

Уранлашыуы

Копенгаген Дания Дания

Сайт

http://www.myc4.com/

MYC4 — Дания компанияһы һәм интернет-сервисы. Интернет-сервис аша Африканың үҫешеп барған илдәрҙәге бәләкәй бизнес компанияларына инвесторҙар микрокредитлау бирә ала.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

MYC4 компанияһын 2006 йылда Эфиопиялағы Данияның почет консулы һәм «Kjær Group» ойошмаһының башҡарыу директоры Мадс Кьер һәм уның бизнес-партнеры Тим Ванга нигеҙләй[1]. Компанияның баш офисы Копенгагенда урынлашҡан, шулай уҡ компанияның Кенияның баш ҡалаһында, Найробила, региональ вәкиллеге бар.

Үҫешеп барған илдән бизнесменға MYC4 ярҙамы менән кредит алыр өсөн интернет-сервис менән эшләгән һәм бизнесменды проекта ҡатнаша алыуына тикшергән (Социаль эшҡыуарлыҡҡа һәм бер мең долларҙан әҙерәк заём һораған компанияларға өҫтөнлөк бирелә) урындағы компанияға өндәшергә кәрәк[2][3]. Аҙаҡтан инвесторҙар сайт ярҙамында уларға тура килгән бизнес һайлайҙар, голланд аукционы барышы ваҡытында займ ҙурлығы билдәләнә[4]. Займды кире ҡайтарыу ваҡыты, ҡәғиҙә буйынса, алтынан ун ике айға етә ала. MYC4 үҙенең хеҙмәте өсөн комиссия ала.

MYC4 эшләгән ваҡытында 115 илдән булған 20 мең инвестор африканың ете илендә 8300 бәләкәй бизнесҡа 15 миллион евро аҡса күсерә[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Mads Kjaer  (инг.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды. 12 май 2015 тикшерелгән.
  2. How does MYC4 work?  (инг.). MYC4. 12 май 2015 тикшерелгән.
  3. Tom Watson Opportunity Africa: How One Social Venture Is Crowdsourcing the For-Profit Finance Model  (инг.). Forbes (2012-09-10). 12 май 2015 тикшерелгән.
  4. Max Foster Online matchmaker fights poverty by funding businesses  (инг.). CNN (2011-01-25). 12 май 2015 тикшерелгән.
  5. Catherine Riungu East Africa: Easy Loans - Internet Firm Comes to the Rescue of Small Business  (инг.). AllAfrica (2009-07-13). 12 май 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]