Эстәлеккә күсергә

Андреа Палладио

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андреа Палладио
итал. Andrea Palladio
Төп мәғлүмәт
Тыуған көнө

ноябрь 1508[1]

Вафат көнө

19 август 1580[2][3] (71 йәш)

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
-
 Андреа Палладио Викимилектә[4]

Андреа Палладио (итал. Andrea Palladio), төп исеме Андреа ди Пьетро да Падова (Andrea di Pietro da Padova, Andrea di Pietro della Gondola) (30 ноябрь 1508 йыл, Падуя, 19 август 1580 йыл, Виченца) — һуңғы Яңырыу осоро Венеция мәктәбенең итальян архитекторы. Палладианлыҡҡа — антик традицияларын яңынан аңлауға нигеҙләнгән Европа классицизмы архитектураһында оригиналь ағымға нигеҙ һалыусы. Палладио сиркәү һәм донъяуи биналар төҙөй. Уның «Четыре книги об архитектуре» (1570) теоретик трактаты уға дөйөм танылыу килтерә, ә күренекле ҡоролмалары Европаның һәм Американың төрлө илдәрендә оҡшатып эшләнгән биналар тыуҙыра[5].

Палладио проектлаған Виченца ҡалаһындағы егерме өс бина һәм Венето өлкәһендә егерме дүрт палладиан вилла «Виченца ҡалаһы һәм Венетоның палладиан виллалары» исеме менә Бөтә донъя мираҫы объекты өлөшө булараҡ ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[6].

Андреа 1508 йылдың 30 ноябрендә, шул уҡ ваҡытта элекке Венеция республикаһының өлөшө булған Падуяла, «делла Гондола» ҡушаматлы тирмәнсе Пьетро ғаиләһендә тыуа (итал. Pietro della Gondola — «Пьетро-лодочка»). Тыуғанда уға Андреа ди Пьетро делла Гондола тип ҡушалар[7]. 1508 йылдың 30 ноябрендә тыуыуы Паоло Гуальдоның 1617 йылда иртә биографик мәҡәләһендә яҙылған, әммә 1749 йылда Джованни Монтенариның мәҡәләһендә баҫылып сыҡҡан. Тыуған урыны: Падуя йәки Виченца шулай уҡ проблемалы[8].

Архитектурала беренсе тәжрибәне тыуған ҡалаһында ала, 1521 йылдан Соссанонан әшәке эш шарттары менән билдәле булған скульптор Бартолемео Каваццтың таш киҫеү буйынса уҡыусыһы була. Унан ике тапҡыр ҡасырға маташа — икенсе маташыуы 1524 йылда уңышлы була, һәм Палладио Виченцаға күсә[7]. Виченцала Палладио Педемуро кварталындағы Сан-Бьяджоның таш киҫеү һәм скульптура оҫтаханаһында эшләй башлай, был предприятие алдынғы тип һанала. Уның хужалары Порлеццанан Джованни ди Джакомо һәм Луминьянонан Джироламо Питтони Виченцала билдәле скульпторҙар була. Андреа ғәҙәттә өйрәнсектәргә йөкмәтелгән капитель, рельеф, фриз эштәрен башҡара. Ди Джакомо протекцияһы буйынса Андреа 1524 йылдың апрелендә Виченцаның ташсылар гильдияһына (fraglia) ҡабул ителә[7].

Виченцала Андреа Палладио һәйкәле

Виченцала буласаҡ мастер гуманист Дж. Дж. Триссино менән яҡынлаша, уның етәкселеге аҫтында архитектура өйрәнә башлай һәм гуманистик белем ала. Триссино уны исемен боронғо грек алиһәһе Афина Паллада —еңеү килтереүсе һуғышсан ҡатын-ҡыҙ (Палладио исеме менән Триссино үҙе һуңынан үҙенең эпик поэмаларының береһендә күк илсеһен атай) эпитетынан Палладио (грек. Παλλάς, күрәһең грек. πάλλω, «[ҡорал менән]» ҡурҡытырға) псевдонимына алмаштырырға тәҡдим итә. Башҡа версия буйынса Палладио исеменең мәғәнәһе: грек алиһәһе-сәнғәтте ҡурсалаусы «Афина Палладаға бағышланған кеше». Трисссино кәңәше буйынса буласаҡ архитектор Римға беренсе сәфәрен ҡыла, ә унан ҡайтыу менән гуманист уның беренсе заказсыһы һәм даими ҡурсалаусыһы була.

Триссино ҡурсаулығы аҫтында оҫта Веронаға (1538—1540), Венецияға (1538—1539), Римға (1541—1548; 1550—1554) һәм башҡа ҡалаларға сәфәрендә күп мәшһүр рим антик һәм ренессанс ҡомартҡылар менән таныша. Палладионың ижади принцибы һәм тәжрибәһе боронғо рим архитекторы Витрувийҙың «Десять книг об архитектуре» трактатын ентекле өйрәнеү, шулай уҡ XV быуат архитекторҙарының һәм уның замандаштарының: Леон Баттиста Альберти, Джулио Романо, Донато Браманте, Рафаэль Санти, Микеланджело Буонарроти, Себастьяно Серлио, Санмикель Микеленың практикаһын теорияларын өйрәнеү йоғонтоһонда барлыҡҡа килә.

1534 йылда, уға 26 йәш тигәндә балта оҫтаһы Маркантонионың ҡыҙы Аллеградоннаға өйләнә, Уларҙың биш балаһы тыуа: улдары Леонид, Марко Антонио, Орацио һәм Силла, ҡыҙҙары Зенобия[7]. 1558 йылдан архитектор Венецияла эшләй, унда бер нисә сиркәү, ҡала палаццоһы, йәмәғәт биналары төҙөй, Венеция аҡһөйәктәре заказы буйынса Венецияның һәм Виченцаның тирә-яғында виллалар төҙөй. 1570 йылда Андреа Палладио Венеция сенатынан «Венецияның күренекле гражданы» титулын ала (Proto della Serenissima; Серениссима — «Иң яҡты», Венеция ҡалаһы эпитеты). 1580 йылдың 19 авгусында Виченцала вафат була.

Ижади методы һәм әҙәби стиль

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Италия ҡалалары буйлап сәфәрҙәрҙән Палладио антиклыҡҡа табыныуҙан тыш Венеция архитектураһына һөйөү таба, Венеция рәссамдарының тирә-йүнгә матур мөнәсәбәтен үҙләштерә. Был ике төп компоненттың берләшмәһе, В. Г. Власов билдәләмәһе буйынса, «уның ижади методының нигеҙен тәшкил итә». Уның төп ҡоролмаларының береһе осраҡлы түгел: Барбаро виллаһы, Палладио күренекле Венеция рәссамы Паоло Веронезе менән хеҙмәттәшлек итә[9].

Палладио Витрувий башлаған боронғо рим архитектура стилен канонлаштырыуҙы тамамлай. Даниэле Барбаро менән бергә Палладио антиклыҡ ҡомартҡыларын өйрәнеү өсөн Римға килә. 1554 йылда Римда улар бергә «M. Vitruvii de architectura, Venezia, 1567. Le illustrazioni dell’opera del Barbaro furono realizzate da Andrea Palladio» исеме аҫтында Витрувийҙың «Десять книг об архитектуре» трактатының беренсе тәржемәһен һәм критик баҫмаһын әҙерләүҙе тамамлайҙар. Витрувий әҫәренең үҙенсәлекле иллюстрациялары һаҡланмаған, ә Барбаро баҫмаһы иллюстрациялары Андреа Палладио (1556—1557) тарафынан эшләнгән[10].

1570—1581 йылдарҙа Венецияла Палладионың төп теоретик хеҙмәте «Четыре книги по архитектуре» («Quattro libri dell’architettura») баҫылып сыға. Үҙенең «Китаптарында» Палладио үҙенә уҡытыусы һәм етәксе итеп һайлаған архитектор, Витрувий буйынса боронғо рим ордерҙарының ҡанунын, антик биналарҙың үлсәү һыҙмаларын, шулай уҡ итальян Яңырыуы дәүеренең «иң яҡшы ҡоролмалары» өлгөләрен һәм үҙ проекттарын килтерә. Палладио архитекторҙар өсөн практик ҡулланма эшләй, шул уҡ ваҡытта «иҫке төҙөү манераһын» тәнҡитләй (урта быуат сәнғәте һәм тыуып килгән барокко күҙ уңында тотола).

Әммә Палладионың үҙенең ижады ҡаршылыҡлы, быны Б. Барбаро әйтеме аңлата: «Ҡағиҙәһенәләр үҙҙәре дөрөҫ һәм даими, пропорцияларға нигеҙләнгән һәм иҫкәрмәләрҙе яратмай; әммә тәбиғәттең күренмәҫ көсө ярҙамында әйберҙәрҙең эсенән тәрәнерәк үтеп инә торған күңел хисе һәр ваҡытта ла ҡәнәғәтлек ала алмай һәм һәр ваҡытта ла ябай һәм таҙа пропорциянан һөйөнөс ала торған күҙ менән килешмәй..»[11].

Палладио — классицизм пурисы, беренсе тапҡыр пропорцияларҙың сафлыҡ, асыҡлыҡ принцибын ижади алым кимәленә күтәреүсе архитектор. Барыһынан элек Палладио Юғары Яңырыу дәүеренең рим классицизмы архитекторы Донато Браманте ижадын баһалай, уның ҡоролмаларын антик ҡоролмалары менән бергә телгә ала. Оҡшашлыҡ принцибы төп һанала: ике йәки дүрт бер иш портик, дүрт, алты йәки һигеҙ колонна. Бөтә ҡоролма кубҡа төҙөлә йәки «ике йәки өс кубҡа» пропорциялана. Эске бүлмәләрҙең үлсәмдәрен архитектор модуль тип ҡабул иткән береһе буйынса билдәләй, һәм ҡабатланған мөнәсәбәттәрҙән сығып иҫәпләй (ябай «ике кубҡа» схемаһы).

Үҙ ҡоролмаларын гармониялаштырыуҙы, уларҙың пландарын, фасадын, эске бүлмәләрҙең ҙурлығын ул Л. Б. Альберти индергән ябай һандар мөнәсәбәттәре нигеҙендә төҙөй. (1:1, 3:4, 4:5, 3:2, 5:3, 5:8, 13:8), ул Фибоначчиҙың бер нисә һан рәте менән тап килә, әммә Палладио трактатында алтын киҫелеш ҡағиҙәһе тураһында телгә алынмай, ә был ҡағиҙә менән бәйле квадрат диагоналенең уның яғына мөнәсәбәте «бик һирәк күрһәтелә»[12]. Проектлауҙың туранан-тура инструменты сифатында Палладио «тура мөйөш ҡағиҙәһен» һәм был ҡағиҙәгә бәйле, индереп ҡуйылған тура мөйөштәр диагоналдәренең параллеллеге принцибын, уларҙың оҡшашлығына өлгәшеп, файҙалана. Шуға күрә ҡабатланған үлсәмдәрҙе ҡулланғанда, ул һәр ваҡыт «алтын киҫелеш» мөнәсәбәтенә «сыға» (618:382)[13][14].

Икенсе яҡтан, академистар фекеренсә, Палладио архитектураның классик темалары менән «бигерәк иркен» мөғәләмә итә. Мәҫәлән, Кьерикати Палаццоһында ул бинаның мөйөштәрен күреүҙе кәметә, был классицизм ҡағиҙәләренә ҡаршы килә. Вальмаран Палаццоһында фасадты пилястралар менән биҙәй, бинаның мөйөштәрен уларһыҙ ҡалдыра; Порто ин Пьяцца Кастелло Палаццоһында өс колоннанан торған фасадта фасадтың урта күсәре буйынса «асыу килтерерлек итеп» колонна ҡуя!

Архитекторҙың яратҡан алымы — «тематик коллаж», бер композицияла бер нисә төрлө характерҙағы мотивтарҙың: колонналар, аркада, лоджиялар, балюстрадаларҙың ирекле берләшмәһе. Ошонан уның уйлап табыуҙары: палладий тәҙрәһе, палладий лоджияһы. Пропорцияларҙың асыҡлығы, симметрияһы, силуэттың аныҡлығы арҡаһында бындай алымдар асыҡ эклектикаға килтермәй, әммә компилятив тойғо, яһалмалылыҡ, стилдең икенселлеген тыуҙыра.

Сәнғәт тарихсыһы һәм әҙәби тәнҡитсе П. П. Муратов билдәле «Образы Италии» китабында Палладио тураһында былай тип яҙа: «… Башҡа бер ниндәй ҙә архитектор ҡалыпҡа һәм даими формулаға шул тиклем сит булмай… Палладио бер тапҡыр ҙа үҙен ҡабатламай, һәм шул уҡ ваҡытта үҙе төҙөгән бар нәмә лә тик уның тарафынан тыуҙырылырға мөмкин. Күп төрлөлөктә берҙәмлекте эҙләгән һәм тапҡан архитектор сәнғәтенең ысын классиклығы ошонда. Тикшеренеүсе менән уйлап табыусы унда бергә йәшәй, һәм тап инвенция уның ижадының алға этәреүсе башланғысы була». Артабан Муратов француз архитекторы Катрмера-де-Кенсиҙың һүҙҙәрен килтерә: «Палладио гүйә боронғо архитектураның формаларҙа һәм пропорцияларҙа булған төплө нәмәләрен һәр дәүер өсөн һәм боронғо төҙөүселәр кире ҡаҡмаған үҙгәрештәр менән һәр ил өсөн барыуын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя… Ошонан уның боронғолоҡ пландарын, линияларын һәм биҙәүестәрен еңел, ирекле һәм тапҡыр ҡулланыуы килеп сыға…»[15].

Антиклыҡ Палладио өсөн «тере организм» була, һәм уны тәбиғи пейзаж кеүек тәбиғи, ирекле һәм образлы ҡабул итә. «Палладио, уның замандашы Тинторетто һәм уның дуҫы һәм даими хеҙмәткәре Веронез кеүек — тип яҙа артабан Муратов, донъяны матур күҙаллау өсөн шундай уҡ асыҡ… Симметрия һәм ассиметрия уның пландарында, тере тәндәге кеүек, аралаша. Бинаның үҫеүе уның өсөн яратҡан ижади мәл була, һәм боронғолоҡ емереклектәрендә айырыуса асыҡ сағылған ошо үҫеште ярата…»[16].

Был юҫыҡта Палладио архитектура классицизмының үҙ версияһын төҙөүсе була, ул һуңғараҡ Палладианлыҡ, йәки палладианизм тип атала. Римда Браманте һәм Рафаэль йөҙөндә Юғары Яңырыу классицизмы композиция схемаларының сикләнгәлеге менән интегә: абсолют симметрия, симметрик план, ярым түңәрәк көмбәҙ һәм арка. Палладио ижад иткән ваҡытҡа кәрәкле тарихи дистанция (минималь булһа ла) барлыҡҡа килә, боронғолоҡ һәм Яңырыу дәүере мираҫ, матур үткән булып тойола. Был мираҫҡа романтик һәм ирекле мөнәсәбәт үҙенсәлекле «палладиан» стиленең барлыҡҡа килеүенә алшарттар тыуҙыра[17].

Венецияла Палладио проекттары буйынса ике сиркәү: Сан-Джорджо-Маджоре һәм уға оҡшаш Иль Реденто, шулай уҡ Сан-Франческо-делла-Винья сиркәүе фасады төҙөлә. «Тирә-яҡ мөхит менән ярашлы булған был сиркәүҙәр, бер үк ваҡытта матур, сағыу һәм сыуалсыҡ булған башҡа Венецияға ят. Коринф ордерының мәшһүр колонналары, өс мөйөшлө фронтондар һәм нишаларҙа һындар менән аҡ мәрмәр портиктар ҡыҙыл кирбес базиликаларға, уларҙың иҫкергән ҡиәфәтен ҡаплап, яһалма терәлгән, был иҫке һәм яңы архитектура араһындағы тарихи дистанцияны асыҡ айырып әйтә»[18].

Шулай уҡ Палладионың төп ҡоролмалары Венецияла, Римда йәки Флоренцияла (архитектура традициялары барлыҡҡа килгән ҡалаларҙа) түгел, ә провинциаль Виченцала һәм уның тирә-яғында урынлашыуы иғтибарға лайыҡ. Күп композицияларҙа Палладио колонналарҙы тик стенаның яҫылығын һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн ҡуллана, уларҙы, асылда, декоратив рельефҡа әйләндерә (бында ҡайһы саҡта барокко стиленең билгеһен күрәләр). Колонналарға таянған аркаһы үҙаллы конструктив элемент булып торған Ф. Брунеллескиҙың иртә ҡаралтыларынан айырмалы рәүештә, шулай уҡ арка Палладио ҡоролмаларында декоратив — стеналарҙа массив уйым менән ҡабул ителә. Мәҫәлән, Виченцала «Базиликала» бер нисә палладий тәҙрәләр рәте, Д. Е. Аркин билдәләмһе буйынса, «стенаның яҫылығын кәметкән һәм шуның менән ярайһы уҡ кимәлдә тышҡы һәм эске арауыҡ сиктәре тойғоһон юҡҡа сығарған ритмик ҡатмарлы һәм полифоник теманы барлыҡҡа килтерә»[19]. Ордер ячейкалары конструктив түгел, ә матур итеп файҙаланыла, шуның менән буласаҡ маньеризм һәм барокконың экспрессив һәм матур архитектураһын тәҡдим итә. Тап Палладионан һуң фасадтың «ордер ысулы» һәм артабанғы классицизм оҫталарының «фасад архитектурһына» тартылыуы киң таралыу ала.

Итальян архитекторы һәм неоклассицизм дәүере теоретигы Франческо Милициа Палладио композицияларында «классик принциптарҙы һәм нормаларҙы, функциялар берҙәмлеген, форма һәм конструкцияларҙы боҙоу күрә» һәм уның әҫәрҙәрен «сәйер» (итал. bizarria) тип атай[20][21].

Башҡа фекерҙе XIX быуатта француз архитекторы Э. Виолле-ле-Дюк белдерә: «Мин Палладио, Сансовино һәм Виньоланы күңелһеҙ табам… барыһы ла һалҡын һәм характерһыҙ. Улар Ренессансты тәртипкә килтерергә теләйҙәр, ә бының урынына уны тигеҙләйҙәр». Шул уҡ ваҡытта тап ошо «тигеҙләнгән Ренессанс», ә дөрөҫөрәге классицизм танылыу ала[22].

Виченцала «Палладио базиликаһы»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Виченцала Олимпико Театрының театрон скенаһы

Палладионың тәүге әҫәрҙәренең береһе (1546 йылғы проект) — боронғо граждандар Палаццо делла Раджоне бинаһын үҙгәртеп ҡороу (судья-магистраттар һәм сенат ултырыштары урыны), бындай исемде оҙон планы өсөн ала. Палладио тәҡдим иткән ҡарар ҡоролманы бөтә фасадтары буйынса ике яруслы галерея-лоджиялар менән уратып алыу, уларҙың модуле булып серлиана — урта өлөшө арка менән ҡапланған уйым, ә яҡтары буйынса, антаблемент киҫәктәрен тотоп торған колонналар менән уратып алыу тора. Палладионың күп ҡоролмаларында киң таралған бындай композиция архитектор исемен ала: палладий тәҙрәһе. Шулай итеп, Палладио архитектура ордерын, уға тиклем эшләүселәр кеүек аркаданың конструктив элементы сифатында түгел, ә тик декоратив рәүештә ҡулланыуға яңы алым аса. Виченцала Базилика фасадының палладий тәҙрәләренең бер нисә рәте стенаның үтеп булмаҫлыҡ кәртә тойғоһон «күреүҙе юҡҡа сығара»[23].

Витрувийҙың «Десять книг об архитектуре» тигән әҫәрен өйрәнеп, Андреа Палладио атриумлы һәм перистилле йорт идеяһын Яңы ваҡыттағы ҡала төҙөлөшө шарттарына ҡарата үҫтерә һәм шуның менән ҡала һарайының яңы тибын — палаццо төҙөй. Виченцала (Тьене Палаццо, 1550—1551; Изеппо да Порта, 1552) әле XV быуат Флоренцияһының ҡала айырым йорттарына яҡын. Әммә инде 1550 йылда башланған Палаццо Кьерикати проектында ҙур булмаған һарай һәм йәмәғәт ҡоролмаһы һыҙаттары берләшә. Фасады колоналар менән асыҡ ике ҡатлы лоджиялар менән биҙәлә. Ордерҙарҙың классик боронғо рим схемаһы суперпозициялары буйынса беренсе ҡатта дорик ордер ҡулланыла (тоскан варианты буйынса), икенсе ҡатта — ионик ордер. Палаццо эсендә икенсе ҡатта үҙәк ҙур зал менән залдар анфиладаһы урынлаша. Тәрән лоджиялар ярҙамында яҡтылыҡ-күләгәләр иҫәбенә фасад һығылмалылыҡ һәм образлылыҡ сифаттарын ала.

Палладио виллаларҙың һәм ҡала йорттарының фасадтарын биҙәгәндә йыш ҡына ҙур ордер ҡуллана (Виченцала төҙөлөп бөтмәгән Порта- Бреганзе палаццоһы, 1571). Бейек постаменттарҙағы ҙур колонналар тәү ҡарағанда беренсе һәм икенсе ҡат тәҙрәләрен берләштерә. Вальмарана Палаццоһында әле (1566 йылда башланы.) пилястралар рәүешендә ҙур ордер ҡулланыла. Әммә Палладионың ҙур композит ордерҙың колоннадаһы менән биҙәлгән иң билдәле ҡоролмаһы — Виченцала Синьории майҙанында базилика ҡаршыһындағы тамамланып бөтмәгән Лоджия дель Капитаньо (1571—1572) була.

Венеция тирә-яғында виллалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фоскари виллаһы
Ротонда виллаһы

Палладио мираҫының иң ҙур өлөшө — Терраферма (вен. teraferma — ҡаты ер) тип аталған Виченца һәм Венеция тирә-яҡтарында проектланған виллалар. Виллалар ауыл хужалығын алып барыу өсөн ҡулайлаштырылған һәм Венецияның диңгеҙ сауҙаһында роленең кәмеүенән һуң ер биләмәләренә капиталдарын һалыусы Венето өлкәһенең аристократияһы ихтыяждарына яуап бирә.

Ауыл йорто архитектураһының сығанаҡтарының береһе булып һуңғы антик рим патрицийҙарының ҡала сите вилла архитектураһын (лат. villa suburbana) иҫәпләйҙәр. Уларҙың тасуирламаһын Кесе Сенеканың Луцилийға (б.э. I б.) «Әхлаҡи хатында» табырға мөмкин. Палладио антиклыҡ сығанаҡтарына мөрәжәғәт итә, әммә уларҙы климатҡа, Италияның ауыл традицияларына һәм заказсыларҙың талаптарына ярашлы рәүештә эшкәртә. Ошо маҡсат менән ул Веронала, Сплитта, Нимда ошондай антик ҡоролмаларҙың үлсәмдәрен үткәрә. Палладиан виллаларының композицияһы ҡәтғи симметриялы — күркәм баҡсанан һәм төп портик йәки аркада аша подъездарҙан лоджияларға йәки икенсе баҡсаға сыға торған йорттоң ҡапма-ҡаршы портигына. Фронтон менән колонналы портик рим архитектураһы рухында торлаҡҡа «храм ҡиәфәтле» характер бирә, шуның менән хужаның шәхесен дә, һәм, әйтерһең дә, уның тормош даирәһенең үҙен дә, күтәрә, ә хужалыҡ функцияһын үтәүсе ҡабырға корпустарға алып барыусы ябыҡ галереялар композицияның симметрияһын байыта. Палладио виллаларында архитекторҙың архитектураны һәм тәбиғәтте яраштыра белеү айырыуса яҡшы күренә, пейзажлы солғанышты кешенең тәбиғи йәшәү мөхитенә әйләндерә (венецианлылар өсөн был бигерәк тә әһәмиәтле була, сөнки Венеция үҙе йәшеллектән мәхрүм була).

Палладионың шедевры булып Винченца тирә-яғындағы Альмерико-Капра-ла-Ротонда виллаһы тора. Рациональ пропорционлау абсолют гармония тәьҫоратын булдыра. Көмбәҙ менән бергә (портикһыҙ) нәҡ кубҡа тап килә. Ротонда виллаһы үҙәгендә түңәрәк залы, яҡтылыҡ фонары менән көмбәҙе һәм дүрт яғында киң баҫҡыстар һәм һындар менән еңелсә ионик алты колонналы портиктары урынлашҡан бельведер тибында төҙөлгән.

Изге Марк майҙаны яғынан Сан-Джорджо-Маджоре базиликаһына күренеш

Венецияла Палладио бер нисә проект башҡара һәм бер нисә сиркәү төҙөй: Сан-Пьетро ди Кастелло, 1558; Санта Мария делла Карита сиркәүе клуатры (хәҙер Академия Галереяһы); Сан-Франческо делла Винья сиркәүе фасады, 1562; шул уҡ исемле утрауҙа Сан-Джорджо-Маджоре базиликаһы, 1565 йыл (В. Скамоцци тамамлай); Джудекка утрауында Иль Реденторе сиркәүе, 1576—1592; Санта-Мария-делла-Презентационе, йәки «Ле Цителле»; Санта-Лючия (XIX быуат уртаһында тимер юлы станцияһы төҙөлгәндә һүтелә).

Һуңғы йәмәғәт ҡаралтылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Палладионың һуңғы йәмәғәт ҡоролмалары барокко архитектураһына тартым. Виченцала Базилика ҡаршыһындағы Лоджия дель Капитаньо төҙөлөшө (1571), Лепанто янындағы алышта төрөктәр өҫтөнән еңеү менән тап килә һәм шуға күрә үҙенең композицияһы менән рим триумфаль арканы хәтерләтеүе осраҡлы түгел (ҡабырға фасады рельефтарында төрөктәрҙән алынған трофейҙар һүрәтләнгән). Ике ҡатты берләштергән ҙур ордерҙың ҡеүәтле ярымколонналары бинаның мөһабәт образын билдәләй.

Палладионың ысын шедевры булып ағастан Олимпико театры тора, ул Виченцала Олимпия Академияһы өсөн төҙөлә (1580 йылғы проект). Ул архитектор тарафынан боронғо грек театронының яңынан уйланылған вариантынан ғиәбәрәт, унда тамашасылар өсөн эскәмйәләр ярым түңәрәк урынлаша, проскенияға һәм скенаға («үксә») нығытылған логейон (ҡалҡыу урын, таҡта майҙансыҡ) — декорация функцияһын үтәүсе логейон артында вертикаль стена[24]. Скенаны архитектор көсәйтелгән һыҙыҡ перспективаһы эффекты менән эшләргә уйлай, ул «алдаусан күҙ» (алдаҡ күренеш йәки «тромплей» (франц. trompe-l'œil) эффекты тыуҙыра. Скена уйымы аша асылған рельефта төҙөлгән урамдар перспективаһы алыҫтан тәрән булып күренә, ә ысынында улар бер нисә метр тәрәнлккә эйә. Архитектура деталдәренең ракурстары тәрәнлек тойғоһон көсәйтә. Әммә тарихи дөрөҫлөккә ҡарамаҫтан, Палладион, үҙенең һәүәҫлегенә тоғро ҡалып, боронғо грек параскениумдары урынына триумфаль аркаларҙың грек түгел, ә боронғо рим архитектураһын ҡуллана. Театрон үҙе колоннада менән тамамлана, яҫы ағас түшәм Боронғо Грециялағы кеүек «ысын күк йөҙө» итеп биҙәлә. Был үҙенсәлекле проектты күренекле оҫтаның уҡыусыһы һәм дауам итеүсеһе Винченцо Скамоцци тормошҡа ашыра[25].

Палладионың архитектура һәм теоретик мираҫы классик телде дөйөм һәм универсаль яһай, XVII һәм XVIII быуаттарҙа барокко һәм неоклассицизмдың архитектура идеяларын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Андреа Палладионың туранан-тура йоғонтоһо аҫтында Италияла Винченцо Скамоцци һәм Бертотти-Скамоцциҙың, Англия архитекторҙары-палладиансыларҙың: Иниго Джонс, Кристофер Рен, лорд Берлингтон, Уильям Кент, Кэмпбелл Колин, Рәсәйҙә Джакомо Кваренгиҙың, АҠШ-та Томас Джефферсндың ижады формалаша. Оҫтаның эйәрсендәре палладианлыҡ атамаһын алған Европа архитектураһында йүнәлеш төҙөйҙәр, уға мөрәжәғәт итеү әлеге ваҡытта актуаль булып ҡала.


Бөтә донъя мираҫы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1994 йылда Виченцала һәм уның тирә-яғындағы Палладио виллалары ЮНЕСКО тарафынан кешелектең Бөтә донъя мираҫы тип иғлан ителә. Улар иҫәбенә инә:

  • Лонего ди Лугоҙа Какуля, 1537—1542, 1549—1552;
  • Вигадолло ди Монтичелло Конте Оттола Вальмарана-Брессан , 1541—1543 йй.;
  • Баньоло ди Лонигола Пизани-Перри 1542—1544, 1561/1562-1566/1569 йй. тирәһе;

«Чтобы не вдаваться в архитектурные подробности, проще всего вызвать в воображении Большой театр или районный Дом культуры — они таковы благодаря Палладио. И если составлять список людей, усилиями которых мир — по крайней мере, мир эллинско-христианской традиции от Калифорнии до Сахалина - выглядит так, как выглядит, а не иначе, Палладио занял бы первое место».

  • Бертизанала Гаццотти-Марчелло, 1542—1547 тирәһе; 1550—1555 йылдарҙа;
  • Финали ди Агульярола Сарачено-Ломбарди,. яҡынса 1545—1548;
  • Ванчимульола Кьерикати-Риго, 1547/1548—1554, 1574—1580;
  • Кальдоньола Кальданьо, 1548/1549 тирәһе-1552, 1569—1570;
  • Барбаро-Вольпи Мазерҙа, Веронезе эшләгән фрескалар, 1549—1558.1560—1562;
  • Пойяна Пояна Маджорҙа, 1549—1556 йй. тирәһе),— Виченца эргәһендә;
  • Пизани-Плакко Порта Падовала, Монтаньян (Падуя), 1552/1553-1555 йй.;
  • Корнаро-Габле Пьомбинола, Венециянан 30 км алыҫлыҡта, 1552—1553;
  • Сарего Санта-София ди Педемонтела (Веронала), 1552/1553 (?) — 1569 йылда;
  • Бадоер Фратта-Полезинда (Ровиго), 1556/1557— 1563;
  • Фоскари (Ла Мальконтент), ди Мира, Венеция янында, 1558 й.;
  • Донегал ди Чассальтола Дзен Чессальтола (Тревизо), 1558—1566 йй. тирәһе (?);
  • Эмо-Каподилиста Фанцоло де Веделагола (Тревизо), 1559—1565 йй. тирәһе;
  • Форни-Коста Монтеккьо Прекальчинола (Виченец), 1560 йылдар (?),
  • һәм бер нисә башҡа ҡоролма (артабанғы быуаттарҙа ҡайһы берҙәре емерелгән).
1540: беренсе эшенең башы, Лонедола Голи виллаһы.
1544: Баньолола Пизани виллаһын төҙөү башлана.
1545: Беренсе ҙур эше. Палладио XIII быуат һарайы Раджонены —Виченцалағы Базиликаны реконструкциялауға йәлеп ителә. Уның ике яруслы аркадаһын төҙөй.
1550: Кьерикати һарайын һәм Виченцала Фоскари виллаһы проектлай башлай.
1552: Корнаро виллаһын һәм Iseppo De' Porti һарайын эшләй башлай
1554: Римские древности трактаты баҫылып сыға
Иль Реденторе сиркәүе.
1556: В Удине раАнтонини йорто өҫтөндә эшләй һәм Виченцала Тьене һарайын ҡора башлай. Уның заказдары танылыуы үҫешенә пропорциональ үҫә башлай. Был ваҡытта ул патриарх Аквилеи менән 'Vitruvio' китабы редакцияһында хеҙмәттәшлек итә, китапҡа иллюстрациялар эшләй.
1557: По йылғаһы үҙәнендә Бадоер виллаһы өҫтөндә эшләй башлай.
1558: Венецияла Сан-Пьетро ди Кастелло сиркәүен реконструкциялау буйынса проектты тормошҡа ашыра һәм шул уҡ йылда Malcontenta виллаһын төҙөй башлай.
1559: Фанзоло ди Веделаго ауылында Emo виллаһын төҙөй башлай.
1560: Барбаро-Вольпи виллаһы Мазерҙа, Тревизо янында.
1561: Пояна Маджоре виллаһын төҙөй башлай, һәм шул уҡ йылда — Венецияла Изге Георгий монастырының монахтары- бенедиктиндары өсөн аш бүлмәһе. Һуңғараҡ ул Monastero per la Carità монастырының фасады һәм Серего виллаһы менән шөғөлләнә.
1562: Венецияла Сан-Франческо делла Винья сиркәүе фасадын һәм Сан-Джорджо Маджоре соборын эшләй башлай
1565: Виченцала Каголло виллаһын һәм Пизани виллаһын (Montagnana) төҙөй башлай.
1566: Виченцала Вальмарана Һарайын һәм Дзено виллаһын төҙөй башлай
1567: Виченцала «Ротонда» виллаһы төҙөлөшөн башлай
1570: Палладио Proto della Serenissima (Венецияның Почетлы гражданы) титулына номинациялана, шул уҡ йылда ул Венецияла I Quattro Libri dell’Architettura (Четыре книги об архитектуре) трактатын баҫтырып сығара.
1571: Piovene виллаһы төҙөлөшө, Porto Barbaran һарайы, дель Капитанио лоджияһы һәм Porto Breganze Һарайы төҙөлөшө
1574: «Комментариев к Юлию Цезарю» баҫылып сыға һәм Болоньяла Изге Петрония S. Petronioсиркәүе фасадының эскизы өҫтөндә эше
1577: Венецияла Иль Реденторе сиркәүен төҙөй башлай
1580: Венециялағы Санта-Лючия сиркәүе өсөн интерьерҙар эскизын әҙерләй, һәм шул уҡ йылда Виченцала Театро Олимпико төҙөлөшө башлана.
  1. RKDartists (нидерл.)
  2. Beltramini G. PALLADIO, Andrea // Dizionario Biografico degli Italiani (итал.) — 2014. — Vol. 80.
  3. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. archINFORM (нем.) — 1994.
  5. Pevsner N., Honour H., Fleming J. Lexikon der Weltarchitektur. — München: Prestel, 1966. — S. 475
  6. UNESCO World Heritage Centre, City of Vicenza and the Palladian Villas of the Veneto, su whc.unesco.org. URL consultato il 26 maggio 2018
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Puppi, Lionello. Andrea Palladio: the complete works. — Electa/Rizzoli, 1989. — P. 283. — 311 p.
  8. Dizionario Biografico degli Italiani — Volume 80 (2014)
  9. Власов В. Г. Палладио, Андреа // Стили в искусстве. В 3-х т. — СПб.: Кольна. Т. 3. — Словарь имён, 1997. — С. 130
  10. Villa Barbaro, in Mediateca. Palladio Museum
  11. Гурьев О. И. Композиции Андреа Палладио. — Л.: Изд-во ЛГУ, 1984. — С. 6
  12. Гурьев О. И., 1984. — С. 27
  13. Гурьев О. И., 1984. — С. 27—31
  14. Власов В. Г. Пропорционирование // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. VII, 2007. — С. 797, рис. 527—529
  15. Муратов П. П. Образы Италии. — М.: Республика, 1994. — С. 528—529
  16. Муратов П. П., 1994. — С. 529
  17. Власов В. Г. Палладианство // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. VII, 2007. — С. 81
  18. Власов В. Г. Палладианство. — С. 81—82
  19. Аркин, Д. Е. Палладио в Виченце // Образы архитектуры и образы скульптуры. — М.: Искусство, 1990. — С. 16
  20. Виппер Б. Р. Борьба течений в итальянском искусстве XVI века. 1520—1590. — М.: Изд-во АН СССР, 1956. — С. 125—126
  21. Аркин, Д. Е., 1990. — С. 13—16
  22. Власов В. Г. Палладианство. — С. 84
  23. Аркин, Д. Е., 1990. — С. 16
  24. Власов В. Г. Театр, театрон // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. IX, 2008. — С. 439, 441
  25. Romanelli G. Palladio. — Milano: Giunti Editore, 1995. — P. 46
  26. Петр Вайль. Гений места