Луций Анней Сенека

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Луций Анней Сенека
лат. Lucius Annaeus Seneca
Зат ир-ат[1][2]
Рәсем
Гражданлыҡ Боронғо Рим
Римский преномен Луций[d]
Римское родовое имя Анней[d]
Римский когномен Seneca[d]
Ҡыҫҡаса атамаһы Seneca
Тыуған көнө 0-е до н. э.
Тыуған урыны Кордуба[d], Бетика[d], Рим империяһы[3]
Вафат булған көнө 12 апрель 65
Вафат булған урыны Рим, Италия[d], Рим империяһы
Үлем төрө насильственное самоубийство[d]
Үлем сәбәбе кровопотеря[d]
Атаһы Сенека Старший[d][4]
Әсәһе Гельвия[d]
Бер туғандары Юний Анней Галлион[d] һәм Marcus Annaeus Mela[d]
Хәләл ефете Помпея Паулина[d]
Древнеримский род Annaea gens[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Латин теле
Һөнәр төрө драматург, шағир, фәлсәфәсе, автор афоризмов, дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө этика һәм Сәйәси фәлсәфә
Биләгән вазифаһы древнеримский сенатор[d]
Кемдә уҡыған Сотион из Александрии[d] һәм Папирий Фабиан[d]
Әүҙемлек урыны Рим[3]
Сәнғәт йүнәлеше стоицизм[d]
Йоғонто яһаусы Публилий Сир[d], Attalus[d] һәм Еврипид
Телгә алынған хеҙмәттәр Божественная комедия[d]
Эра Рим империяһы
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли сәнғәт галереяһы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][5]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Lucius Annaeus Seneca
 Луций Анней Сенека Викимилектә

Лу́ций Анне́й Се́не́ка (лат. Lucius Annaeus Sĕnĕca minor), Кесе Сенека, йәки Сенека (б.э.т. 4 йыл, Кордуба — 65, Рим) — Рим стоик фәлсәфәсеһе, шағир һәм дәүләт эшмәкәре.

Нерондың тәрбиәсеһе һәм стоицизмдың күренекле вәкилдәренең береһе

Луций (Марк) Анней Өлкән Сенека (мәшһүр ритор һәм тарихсы) менән Гельвияның улы. Юний Галлиондың ҡустыһы. Һыбайлылар сословиеһына ҡараған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Луций Анней Сенека Кордубала һыбайлы ритор ғаиләһендә тыуа. Өс улдың уртансыһы була[1] 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.. Атаһы Рим гражданлығыны эйә була һәм исеме улыныҡы кеүек үк була. Сенека кескәй сағында уҡ атаһы тарафынан Римға килтерелә, унда пифагорсы Сотионда, стоиктар Аттал, Секстий Нигер һәм Папирий Фабианда белем ала. Кесе Сенека йәш сағынан уҡ фәлсәфә менән мауыға. Атаһы йоғонтоһона бирелеп, дәүләт карьераһын башлай яҙа, әммә ҡапыл ауырып китеп, унан баш тартырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә Луций Анней саҡ үҙ-үҙенә ҡул һалмай ҡала, шунан оҙаҡҡа Мысырға дауаланырға китә. Унда оҙай йылдар тәбиғи-фәнни трактаттар яҙыу менән була.

33 йыл тирәһендә, император Тиберий идараһы тамамланып килгәндә, Луций Анней еҙнәһе Гай Галерий тырышлығы менән квестура алырға һәм шул рәүешле сенатҡа үтергә мөмкинлек ала. Тиберийҙың үгәй улы Калигуланың тәхеткә менеү ваҡытына инде Сенека сенатта була, халыҡ араһында популяр ораторға әүерелеп өлгөрә. Тиҙҙән уның оратор һәм яҙыусы булараҡ даны шул тиклем ныҡ күтәрелә, хатта императорҙың көнсөллөгөн уята. Ул Луцийҙы үлтерергә тигән йәшерен бойороҡ бирә. Принцепсҡа яҡынлыҡта торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе уны был ниәтенән дүндерә, сырхау фәлсәфәсе былай ҙа тиҙҙән үлер, ти.

Клавдийҙың идаралығының беренсе йылында уның мәкерле ҡатыны Валерия Мессалина ҡорған интригалар һөҙөмтәһендә Луций Анней һөргөнгә ебәрелә, һигеҙ йыл буйы Корсикала ята. 49 йылда ғына императорҙың һуңғы, дүртенсе, ҡатыны Кесе Агриппина Сенеканы һөргөндән ҡайтарттырыуға өлгәшә һәм уны улының — буласаҡ императорҙың — остазы булырға күндерә. [[Файл:Neroandseneca.jpg|справа|мини|250x250пкс|Нерон менән Сенека, Кордовалағы һәйкәл, Испания. Скульптор — Эдуардо Баррон

Император Нерондың йәш сағында ул ғәмәлдә Рим идарасыһы була, ләкин һуңыраҡ, Нерондың дошмандарына ҡаршы һәм христиандарға ҡаршы репрессияларға рөхсәт бирҙермәүе арҡаһында, властан ситләштерелә.

Стоик булараҡ, Сенека бөтә булғандың асылы кәүҙә икәненә инана, ләкин кеше белеменең сикһеҙ үҫеүенә лә ышана. Рухи тигеҙлек нигеҙен Сенека стоик физикаһының пантеистик ҡараштарында, йәки натурфилософиияла эҙләй («Бәхетле тормош тураһында»: 15, 5). Классик стоицизмдан айырмалы, Сенека фәлсәфәһендә аныҡ дини элемент бар, ә Сенеканың фекерҙәре христианлыҡҡа ныҡ оҡшаш була, шуға уны йәшерен христиан тип һанайҙар һәм апостол Павел менән хатлашҡан, тиҙәр. Сенекаға Посидонийҙың ҡараштары йоғонто яһай, һуңғы йылдарында Сенека Эпикурҙы ла өйрәнә, ләкин уның фекерҙәрен уртаҡлашмай.

Сенеканың вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үлем язаһына дусар булмаҫ өсөн Нерондың бойороғо буйынса үҙ-үҙенә ҡул һалып вафат була. Сенека ҡаршы булһа ла, ҡатыны Паулина ла уның менән бергә үлергә була һәм ҡылыс менән сәнсеп үлтереүҙәрен талап итә.

Сенека уға былай тип яуап бирә: «Мин һиңә тормош бирә алған йыуаныстар тураһында һөйләнем, ләкин үлемде өҫтөн күрәһең. Мин ҡаршы төшмәйем. Икебеҙ ҙә бер үк төрлө ҡаһарманлыҡ менән үлербеҙ, тик һин — ҙурыраҡ дан менән».

Ошо һүҙҙәрҙән һуң икеһе лә веналарын ҡырҡа. Ҡартайған Сенеканың ҡаны бик яй аға. Уны шәбәйтер өсөн ул аяҡтарының тамырҙарын да киҫә. Һаман үлә алмағас, Сенека дуҫы һәм табибы Стаций Аннейҙан ағыу һорай. Сенека ағыу эсә, тик ул да ярҙам итмәй: кәүҙәһе һыуына, ә ағыу һаман тәьҫир итмәй. Аптырағас, ул эҫе ваннаға инә һәм үҙен уратҡан ҡолдарға һыу һибә: «Был — Азат итеүсе Юпитерға эсемлек».

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәлсәфәүи диалогтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптарҙың атамалары төрлө тәржемәлә төрлө булырға мөмкин.

  • 40 «Утешение к Марции» (Ad Marciam, De consolatione)
  • 41 «О гневе» (De Ira)
  • 42 «Утешение к Гельвии» (Ad Helviam matrem, De consolatione)
  • 44 «Утешение к Полибию» (De Consolatione ad Polybium)
  • 49 «О кратковременности жизни» (De Brevitate Vitae)
  • 62 «О досуге» (De Otio)
  • 63 «О душевном покое» или «О душевном спокойствии» (De tranquillitate animi)
  • 64 «О провидении» (De Providentia)
  • 65 «О стойкости мудреца» (De Constantia Sapientis)
  • 65 «О блаженной жизни» (De vita beata)

Художестволы әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 54 «Отыквление божественного Клавдия» (Apocolocyntosis divi Claudii) сатираһы [2]
  • «Агамемнон» (Agamemnon) трагедияһы
  • «Геркулес в безумье» (Hercules furens) трагедияһы
  • «Троянки» (Troades) трагедияһы
  • «Медея» (Medea) трагедияһы
  • «Федра» (Phaedra) трагедияһы [3]
  • «Фиест» (Thyestes) трагедияһы [4]
  • «Финикиянки» (Phoenissae) трагедияһы
  • «Эдип» (Oedipus) трагедияһы
  • «Геркулес на Эте» трагедияһы

Был әҫәрҙәр бөтәһе лә Эсхил, Софокл, Еврипид һәм уларға эйәреп яҙыусылар трагедияларының эшкәртмәһе булып тора.

Эпиграммалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Всё, что мы видим вокруг…
  • К лучшему другу.
  • О простой жизни.
  • Родине о себе.
  • О благе простой жизни.
  • О богатстве и бесчестии.
  • О начале и конце любви.
  • О смерти друга.
  • О развалинах Греции.
  • О звоне в ушах.

Башҡалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 56 «О милосердии» (De Clementia)
  • 63 «О благодеяниях» или «О благодарениях» или «О добрых делах» (De beneficiis)
  • 63 «Исследования о природе» или «Натурфилософские вопросы» (Naturales quaestiones)
  • 64 «Нравственные письма к Луцилию[en]» или «Письма к Луцилию» или «Письма о жизни и смерти» (Epistulae morales ad Lucilium) — коллекция из 124 писем, касающихся моральных вопросов, написанных Луцилию Младшему.

Уныҡы тип иҫәпләнәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элек Сенеканыҡы тип иҫәпләнгән, хәҙер күп тикшеренеүселәр тарафынан Сенека авторлығы шик аҫтына алынған әҫәрҙәр:

  • «Октавия» (Octavia) трагедияһы
  • «Геркулес Этейский» (Hercules Oetaeus) трагедияһы
  • 370? «Переписка апостола Павла с Сенекой» (Cujus etiam ad Paulum apostolum leguntur epistolae)

Мираҫы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[[Файл:Plato_Seneca_Aristotle_medieval.jpg|слева|мини|269x269пкс|Платон, Сенека һәм Аристотель. Урта быуаттар ҡулъяҙмаһынан иллюстрация. Лондон, 1322—1325 йылдар араһы.]] Сенеканың әҫәрҙәре Рим тарихының һуңғы осоронда киң билдәле була. Уның вафатынан һуң утыҙ йылдан Квинтилиан әҫәрҙәренең йәштәр араһында популяр булыуын билдәләй. Квинтилиан уны маҡтай ҙа, әҙәби стиле өсөн тәнҡитләй ҙә. II быуат уртаһында йәшәгән Авл Геллий фәлсәфәсе тураһында бик кире фекерҙәр ҡалдыра[6].

Иртә христиан сиркәүе фәлсәфәсегә бик ыңғай ҡарашта була. Тертуллиан «беҙҙең Сенека» тип атай. IV быуатта апостол Павел менән апокрифик хатлашыуы табыла, ул Сенеканы христиан традицияһы менән бәйләгән[7]. Хаттарҙы Иероним телгә ала һәм Сенеканы христиан яҙыусылары иҫәбенә индерә. Августин да шул уҡ манерала телгә ала. VI быуатта Мартин Брагский Сенека фекерҙәрен трактаттарында ҡуллана[8]. Урта быуаттарҙа Сенека башлыса флорилегияларҙа ҡулланылған өҙөктәр һәм цитататалар арҡаһында билдәлелек ала. Урта быуаттар аҙағында «Письма к Люцилию» халыҡ тарафынан яратып уҡыла, ә пьесалары һәм эсселары әллә ни билдәле булмай[9].

Сенеканың тышҡы ҡиәфәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Псевдо-Сенека. Британия музейы

Сенеканың ике төрлө һүрәте бар: береһе беҙҙең көнгә тиклем һаҡланмаған бюстан күсереп эшләнгән һүрәт, унда ул астеник кәүҙә төҙөлөшлө ярғаҡ кеше итеп төшөрөлә; икенсеһе — беҙҙең көндөргә килеп еткән бюст, унда ҡырыҫ йөҙлө, тулы кәүҙәле ир һүрәтләнә. Уларҙа төрлө кеше төшөрөлгән, ҡайһыһы Сенека икәне аныҡ ҡына билдәле булмай.

Был турала бәхәстәр күптән бара. Беренсе версия итальян гуманисы, тарихсы Ф. Урсиндан (1529—1600) тарала. Ул антик бюстың рим күсермәһен 1598 йылда конторниаттағы портрет менән сағыштырып, фәлсәфәсенең портреты тип таба. Бөгөнгө көнгә ике сығанаҡ та юғалған, әммә бюст П. Рубенстың «Дүрт фәлсәфәсе» тигән төркөмлө портретына инеп ҡалған. Әлеге ваҡытта был скульптураға «Псевдо-Сенека» тигән ярлыҡ йәбештерелгән, тикшеренеүселәр иһә уны Гесиод портреты тигән һығымтаға килгән.

1764 йылда И. Винкельман Ф. Урсин һығымтаһын кире ҡаға. Тиҙҙән уның хаҡлы булыуы раҫлана — Геркуланумда был антик портреттың тағы бер антик күсермәһе табыла, ә 1813 йылда Римда Целий ҡалҡыулығында Сократ менән Сенека (күкрәк тәңгәленә Seneca тип яҙылған) һүрәте төшөрөлгән герма табыла. 1878 йылдан ул Берлинда тотола.

Тарихсылар һәм сәнғәт белгестәре беренсе портреттың Сенекаға мөнәсәбәте булмауы тураһындағы фекерҙә нығына, сөнки был скульптураның тағы бер нисә күсермәһе табыла (Гесиод портреты Пергамон фризы өсөн тәғәйенләнгәндер тип фараз ителә). Сенека билдәле дәүләт эшмәкәре һәм фәлсәфәсе була, әммә Римда уның портреттары шул тиклем һанда эшләнерлек дәрәжәләге шәхес түгел.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кордовала Сенекаға һәйкәл ҡуйылған.
  • 1961 йылда Халыҡ-ара астрономдар берлеге Айҙың күренгән яғындағы кратерға Сенека исемен бирә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БРЭ [5] 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
  • Асмус В. Ф. Сенека
  • Целлер Э. Очерк истории греческой философии. М., 1996.
  • Марта Б. К. Философы и поэты-моралисты во времена римской империи, М., 1879.
  • Краснов П. Л. Анней Сенека, его жизнь и философская деятельность. (Серия «Жизнь замечательных людей. Биографическая б-ка Ф. Павленкова»). — СПб., 1895. — 77 с.
  • Фаминский В. И. Религиозно-нравственные воззрения Л. А. Сенеки философа и отношение их к христианству. В 3 ч. — Киев, 1906. — 220+196+196 с.
  • Грималь П. Сенека, или Совесть империи. / Пер. с фр. (ЖЗЛ). — М., Молодая гвардия, 2003.
  • Титаренко И. Н. Философия Луция Аннея Сенеки и её связь с учением Ранней Стои. — Ростов-на-Дону, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]