Ашдод
Ҡала | |||||
Ашдод | |||||
| |||||
Ил |
Израиль | ||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Мэр |
Йеһиэль Ласри | ||||
Климат тибы |
диңгеҙ | ||||
Телефон коды | 08 | ||||
Рәсми сайт | |||||
Ашдо́д (йәһ. אשדוד, ғәр. إسدود/أشدود)– Израилдең Көньяҡ округында ҡала. Ҙурлығы буйынса Израильдә бишенсе ҡала, Телль-Авивтан 30км көньяҡта урынлашҡан. Ҡала төбәктә мөһим сәнәғәт үҙәге булып тора. Ашдод порты — илдә иң эре порт, уның аша илгә керетелгән йөктәрҙең 60 % үтә. Ҡалала яҡынса 210 мең кеше йәшәй.
Хәҙерге Ашдод урынындағы тораҡ тураһында яҙма документтар Б.Э.Т XVII быуатҡа барып тоташа, был донъялағы иң боронғо ҡала тип иҫәпләргә дәлил бирә. Ашдод Библияла 30 тапҡыр телгә алына.
Хәҙерге Ашдодҡа, элекке ҡаланан йыраҡ түгел ҡомло тауҙарҙа, 1956 йылда нигеҙ һалына. Ҡала статусы 1968 йылда бирелә. Был ваҡытта ҡала биләмәһе 60 кв. км, халҡы 20 мең була. Ҡала генераль план буйынса үҫә, был һауа бысраныуын булдырмауҙы, юл хәрәкәтен ойоштороуҙы еңеләйтә. Израиль Үҙәк статистика бюроһы мәғлүмәте буйынса 2007 йылда Ашдодта 207 мең кеше йәшәй, майҙаны 47 242 дунам тәшкил итә.
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәрҙәш ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашдодтың ҡәрҙәш ҡалалары:
Искәртмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ashdod, jumelée à Bordeaux le 7décembre 1984 (билдәһеҙ). Official Bordeaux website. Дата обращения: 18 сентябрь 2007.
- ↑ Bahía Internacional Ciudades Hermanas (билдәһеҙ). Official Bahia Blanca website. Дата обращения: 18 сентябрь 2007.
- ↑ Städtepartnerschaften des Bezirks Spandau (билдәһеҙ). Official Spandua website. Дата обращения: 18 сентябрь 2007. 2007 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ Tampa Sister Cities . Official site for the city of Tampa, Florida. Дата обращения: 18 сентябрь 2007. 2007 йыл 18 октябрь архивланған.