Белов Фёдор Антонович
Белов Фёдор Антонович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 8 (21) июнь 1910 |
Тыуған урыны | Һаҡмар районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР |
Вафат булған көнө | 29 август 1996 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Ырымбур өлкәһе, Рәсәй |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Белов Антонович Фёдор (8 июнь (21 июнь) 1910 йыл — 29 август 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Дан орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фёдор Антонович Белов 1910 йылдың 8 июнендә хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы Беловка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс мәктәпте тамамлай. Ҡарағанда өлкә нефть һатыу компанияһында ҡабул итеүсе- тапшырыусы булып эшләй[1].
1942 йылдың июнь айынан хәрәкәт итеүсе армияла. Төп ғәскәр төрҙәренең фронт эргәһендәге кесе командирҙар курсын тамамлағандан һуң Ленинград фронтының 382-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Аҙағыраҡ 120-се Гатчина уҡсылар дивизияһында бронебойщик була. Нарва өсөн барған яуҙа ике дошман бронетранспортерын юҡ иткәне өсөн 3-сө дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителә.
1945 йылдың ғинуары аҙағында Одер йүнәлешендәге плацдарм өсөн барған яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Найссе ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа, дошман контратакаһын кире ҡағып, станковый пулеметтан ут яуҙырып, дошмандың үҙйөрөшлө ҡоролмаһын сафтан сығара. Ошо батырлығы өсөн наградаға тәҡдим ителә, ләкин 1-се дәрәжә Дан ордены уға тик 1969 йылда ғына тапшырыла.
Еңеү Көнөн Ф. А. Белов Прага янында ҡаршы ала. 1945 йылдың ноябрь айында старшина[2] званиеһында демобилизациялана.
Тыуған ауылына ҡайта. «Ленин» колхозында эшләй.
Шулай уҡ 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар, шул иҫәптән «Батырлыҡ өсөн» һәм «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордены
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Белан П. С., Потапов А. В., Честнов С. И. Доблесть солдатская. — Алма-Ата, 1974. — С. 39—41.
- ↑ Кавалеры ордена Славы трех степеней, Краткий биографический словарь. — М., Военное изд-во, 2000.
- ↑ Белов Фёдор Антонович : Министерство обороны Российской Федерации . Дата обращения: 14 март 2013. Архивировано 7 апрель 2013 года.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 21 июндә тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- Һаҡмар районында тыуғандар
- 29 августа вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Ырымбур өлкәһендә вафат булғандар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 8 июндә тыуғандар