Эстәлеккә күсергә

Боронғо грек мифологияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Аполлон и Артемида». Боронғо гректар ҡулланған һауытҡа (килик) төшөрөлгән рәсем, б. э. т. 470 йыл тирәһе

Боронғо грек мифологияһы (Боронғо Греция мифологияһы ) — боронғо гректарҙың уларҙың дине тығыҙ бәйләнгән мифологияһы. Бөтә донъя мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешенә иҫ киткес ҙур йоғонто яһап, кеше, батырҙар һәм аллалар тураһында күп яҡлы дини күҙаллауҙарға башланғыс бирә.

Ноннаның «Деяния Диониса» китабының бите. Лауренциана китапханаһы, Италия, Флоренция.

Грек мифологияһының бик боронғо торошо Эгей мәҙәниәтенең Б-һыҙыҡлы яҙыулы табличкаларынан билдәле. Был осор өсөн аллаларҙың аҙ булыуы хас, уларҙың да күбеһе ситләтеп, кинәйәле итеп атала, ҡайһы бер исемдәрҙең ҡатын-ҡыҙ аналогтары бар (мәҫәлән, di-wi-o-jo — Diwijos, Зевс һәм ҡатын-ҡыҙ аналогы di-wi-o-ja). Крит-микен дәүерендә үк Зевс, Афина, Дионис и ҡайһы бер башҡалар билдәле булһа ла, уларҙың иерархияһы һуңғы осорҙоҡонан айырылып торған булыуы ихтимал.

Крит-микен мәҙәниәтенең тарҡалыуы һәм антик грек цивилизацияһының барлыҡҡа килеүе араһындағы «ҡара быуаттар» мифологияһы бары тик һуңғыраҡ сығанаҡтар аша ғына билдәле.

Боронғо грек мифтарының төрлө сюжеттары боронғо грек яҙыусылары әҫәрҙәрендә даими ҡулланыла. Эллинизм дәүере алдынан мифтар нигеҙендә үҙ аллегорик мифтар ижад итеү йолаһы барлыҡҡа килә. Грек драматургияһында күп кенә мифлологик сюжеттар уйнала һәм яңы үҫеш ала. Әйтелгәндән сығып, боронғо грек мифологияһы сығанаҡтары иҫәбенә түбәндәгеләр инә:

Карл Маркс билдәләүенсә, "грек мифологияһы Боронғо Греция сәнғәтенең арсеналын ғына түгел, уның нигеҙен дә тәшкил иткән («греческая мифология составляла не только арсенал греческого искусства, но и его почву»[1].

Ҡайһы бер боронғо грек авторҙары мифтарҙы рациональ нигеҙҙә аңлатырға ынтыла. Философ Эвгемер, мәҫәлән, аллалар тураһында эш-ҡылыҡтары илаһилаштырылған кешеләр тип яҙа. «О невероятном» тигән әҫәрендә Палефатмифтарҙа һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы анализлап, уларҙы аңлап еткермәү йә мифтарға ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе өҫтәү һөҙөмтәһе тип ҡарай.

Боронғо грек мифологияһы уларҙың мәҙәниәтенең архетипик нигеҙе итеп ҡарала.

Аллаларҙың сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Копенгаген портында Посейдон статуяһы.

Дин тарихын тикшереүсе билдәле румын-америка ғалимы Мирча Элиаде боронғо грек дине үҫешен түбәндәге осорҙарға бүлә[2]:

  • б. э. т. 30 — 15 быуаттар — крит-миной дине.
  • б. э. т. 15 — 11 быуаттар — архаик боронғо грек дине.
  • б. э. т. 11 — 6 быуаттар — олимпия дине.
  • б. э. т. 6 — 4 быуаттар — философик-орфик дин (Орфей, Пифагор, Платон).
  • б. э. т. 3 — 1 быуаттар — эллинизм дәүере дине.

Легендаға ярашлы, Зевс Критта тыуған. Ата-әсәһе Рея һәм титан Крона булған (боронғо грек телендә Χρόνος йәки хронос ваҡыт тигәнде аңлата). Зевстың улы Минос исеме менән крито-минос цивилизацияһы аталған. Беҙгә билдәле булған грак мифологияһы грек халғы менән бәйле, һуңыраҡ был мифологияны римлеләр ҡабул иткән. Был халыҡ тураһында б.э. т II меңйыллыҡта йәшәгән ахей ҡәбиләләре булыуы һөйләй. Б.э.т. 1850 йылда Афина ҡалаһы төҙөлгән, ҡлҡа Афина алиһәһе исемен йөрөтә. Был тәғлимәт нигеҙендә, гректарҙың дине б.э.т. 2000 йылдарҙа барлыҡҡа килгән тип әйтергә мөмкин.

  1. Маркс К., К критике политической экономии, цит. по БСЭ 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  2. Матвеев П. Е. Методическое пособие по хронологии истории стран и их религий. Часть 1. Владимир: Владимирский университет. 2006, стр. 20