Эстәлеккә күсергә

Бәйләүес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бәйләүес (урыҫ.послелог)— һөйләмдәге эйәреүсе һүҙҙе эйәртеүсе һүҙгә, шулай уҡ эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләй торған ярҙамсы һүҙ төркөмө .

Бәйләүестәрҙең бүленеше

▲ Бәйләүестәр үҙҙәренән алда килгән һүҙҙең билдәле бер килештә тороуын талап итә һәм улар өс төркөмгә бүленә:

1. Төп йәки эйәлек килеште талап итеүсе бәйләүестәр: өсөн, менән, кеүек, һымаҡ, шикелле, төҫлө, һайын, арҡыры, аша, хаҡында, буйы, буйынса, арҡаһында, тураһында. Шофер менән икәүҙән-икәү генә ҡалғанбыҙ. (Р. Н.) Беҙ һинең өсөн тырышабыҙ. (Я. Х.) Минут һайын күңеле халҡым менән, халҡым өсөн генә һыҙлана. (Т. И.)

2. Төбәү килеште талап итеүсе бәйләүестәр: тикле, саҡлы, хәтле, хәтлем, ҡәҙәр, ҡәҙәре, ҡаршы, табан, ҡарай, ҡарамаҫтан, ҡарағанда, ҡарата. Төшкә табан Гөлйөҙөм ҙур өйҙә бер үҙе тороп ҡалды(Ф. И.) Хашимовтың был тәҡдимгә ҡаршы төшәсәген һиҙҙе ул. (Б. Б.)

3. Сығанаҡ килеште талап итеүсе бәйләүестәр: бирле, башҡа, бүтән, һуң, элек, борон, әүәл, башлап, алып, тыш. Төштән һуң Тимертауҙағы өләсәй ҙә килеп етте. (М. К Был йәйләү — элекке замандарҙан бирле маҡталып килгән йәйләүҙәрҙең береһе, (һ. Д.)

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1