Бөйөк Карлдың тажы
Бөйөк Карлдың тажы | |
Бөйөк Карлдың тажы Викимилектә |
Империя тажы йәки Бөйөк Карлдың тажы (нем. Reichskrone) — Изге Рим империяһы королдәренең һәм императорҙарының тажы (коронаһы). Конрад II-нән аып иртә Урта быуаттарҙың барлыҡ тиерлек герман монархтары ошо тажды кейгәндәр. Таждың X быуат аҙағында яһалыуы бик ихтимал. Тәүге тапҡыр XII быуатта телгә алына.
Империя тәреһе (нем. Reichskreuz), империя ҡылысы (нем. Reichsschwert) һәм изге һөңгө (нем. Heilige Lanze) менән бер рәттән таж император регалияларының (нем. Reichskleinodien) иң мөһим өлөшө булған. Таж кейҙереү тантанаһында таж яңы монарҡа скипетр (нем. Zepter) һәм держава (нем. Reichsapfel) менән берлектә тапшырылған. Изге Римп империяһының император регалиялары, бигерәкт Бөйөк Карлдың тажы, 1424 йылдан 1796 йылға тиклем Франк дәүләтенең тарихи баш ҡалаһы Нюрнбергта һаҡланған һәм тик яңы императорға таж кейҙереү урынына ғына сығарылған, бынан һуң йәнә һаҡланған урынына ҡайтарылған. 1796 йылда Наполеон һуғыштары барышында Нюрнбергты француз ғәскәрҙәре яулап алған, әммә тажды һаҡлауға Регенсбургҡа ебәреп өлгөргәндәр, ә 1800 йылда уны Венаға алып килгәндәр. Хәҙерге ваҡытта таж һәм император регалиялары Австрияның баш ҡалаһы Венала Хофбург һарайында күрһәтелә. сөнки Изге Рим империяһының һуңғы императоры Франц II яҙма йөкләмәләргә ҡарамаҫтан уларҙы ҡайтарыуҙан баш тартҡан. 1938 йылда Нюрнбергҡа ҡайтарылған, ә 1946 йылда йәнә Венаға килтерелгән. Хоҡуҡи статусы көйләнелмәгәнгә күрә Австрияның хөкүмәте тажды сит илдә күрһәтеүҙән баш тарта.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таж император Бөйөк Оттон I йәғни уның улы Оттон II өсөн X быуаттың икенсе яртыһында, бәлки Райхенауҙағы бенедикт аббатлығындағы йәки Миландағы оҫтаханаларҙа яһалған.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Карлдың тажы башҡа билдәле таждарҙан айырыла һәм оригиналь һигеҙ ҡырлы формаға эйә. Түңәрәк аҫ урынына уның нигеҙе һигеҙ ҡырлы итеп яһалған. Таж өҫкә ҡарай түңәрәйтелгән һигеҙ пластинанан эшләнгән. Алтын заклёпкалар ярҙамында пластиналар таж эсендәге ике металл таҫмаға нығытылған һәм уны тамамлап һигеҙ мөйөшлө форма бирә. Ҡайҙа һәм ҡасан металл таҫмаларҙың яһалыуы һам таждың йыйылыуы билдәһеҙ булып ҡала.
Таждың пластиналары сифатлы алтындан эшләнелгән һәм 144 аҫылташ һәм ынйы менән биҙәлгән. Ынйы һәм аҫылташтар артҡы яғы булмаған тирәскә урынлаштырылған, һәм таштарҙың эстән быҙлау эффектын барлыҡҡа килтергән.
Бәләкәйерәк ҙурлыҡтағы дүрт пластина Тәүрат өҙөктәренән картиналар менән биҙәлгән, улар византия эмале техникаһында башҡарылған. Bildplatten тип исемләнгән был дүрт пластина Иҫке Ғәһеттең өс эпизодын (уларҙа Езекия, Дауыт һәм Сөләймән батшалары һүрәтләнгән) һәм Яңы Ғәһеттең бер эпизодын (бында Иисус Христос ике серафим менән һүрәтләнгән) һүрәтләй. Таш пластиналар (Steinplatten) тип талаған башҡа дүрт пластиналар ҙур ҙурлыҡҡа эйә һәм тик аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәлгәндәр.
Маңлай алдындағы пластинаның 12 аҫылташы Яңы Заветтың 12 апостолын символлаштыра. Арҡы яҡтағы ун ике аҫылташ — Иҫке Ғәһеттең 12 Исраил быуынын кәүҙәләндерә. Оттониан королдәре үҙҙәрен апостолдарҙың һәм беренсе священниктарҙың вариҫтары тип иҫәпләгән.
Таждың өҫтөндә Конрад II исеме менән ынйылы сигеү менән дуға ҡуйылған. Дуға һәм маңлай алды пластинаһы тоташҡан урында тәре урынлаштырылған, ул Генрих II-нең хакимлыҡ итеү осоро (1002—1024) менән билдәләнә. Тәренең алғы яғы аҫылташтар һәм ынйы менән ҡапланған һәм еңеүҙе символлаштыра. Тигеҙ эске өлөшөндә язаланған Ҡотҡарыусының фигураһының гравюраһы эшләнгән.
Шулай итеп император тажы христологик мәғәнәгә эйә: император Иисус Христос исеменән хакимлыҡ итә, унан көс ала һәм уға үҙенең эшмәкәрлеге тураһында отчет бирә. Христос һүрәтләнгән эмаль ҡушылмаһында латин телендә «[PER] ME REGES REGNANT» («Минең исемем менән батшалар хакимлыҡ итә») тип яҙылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hermann Fillitz: Die Insignien und Kleinodien des Heiligen Römischen Reiches. Wien und München 1954 (нем.)
- Gesellschaft für staufische Geschichte (Hg.): Die Reichskleinodien, Herrschaftszeichen des Heiligen Römischen Reiches. Göppingen 1997 ISBN 3-929776-08-1 (нем.)
Бөйөк Карлдың тажы Викимилектә |