Эстәлеккә күсергә

Вазирстан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
'{{{Башҡортса исеме}}}
'
{{{Эйәлек килеш}}} гербы
[[{{{Эйәлек килеш}}} флагы|Флаг]] {{{Герб урынына}}}
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]]
Рәсми телдәр Пушту теле
Баш ҡала Вана[d]

Вазириста́н (фарс. وزيرستان) — таулы регион һәм Пакистандың төньяҡ-көнбайышындағы Афғанстан менән сик буйында урынлашҡан үҙен-үҙе иғлан иткән танылмаған дәүләт. Федераль үҙәк һәм урындағы властарҙың үҙенсәлекле уртаҡ идараһы аҫтындағы [Федераль идара ителеүсе ҡәүемдәр территорияларына ингән Пакистан «агентлыҡтарынан» (территориаль берәмектәрҙән — ярым провинцияларҙан) Төньяҡ Вазиристан һәм Көньяҡ Вазиристандан тора.

Дөйөм характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны — 11585 км² (шул иҫәптән яҡынса 5000 — төньяҡ һәм 6500 — көньяҡ өлөшө). Вазиристан Пешаварҙан көнбайышта һәм көньяҡ-көнбайышта, Куррам һәм Кайру йылғалары араһынан Гомаль йылғаһына тиклем арауыҡта урынлашҡан. Халҡы (1998) — 791087 кеше (шул иҫәптән 361246 — төньяҡ һәм 429841 — көньяҡ өлөшөндә), башлыса пуштун ҡәүемдәре.

Вазиристандың ике төркөмө лә бер үк телдә, пушту теленең көньяҡ диалекты булған вазири телендә һөйләшһәләр ҙә, һәр өлөшө халҡының билдәле бер айырмаһы бар. Вазиристан халҡы ҡарымта йолаһы менән билдәле, борондан һуғышсан халыҡ даны алған. Пуштун ҡәүемдәренең һәм дини лидерҙарының ғәҙәттәгесә пакистан парламентында вәкилдәре бар. Ҡәүемдәр ауыл юлбашсылары идара иткән төркөмдәргә бүленәләр. Был төркөмдәр дөйөм мәсьәләләрҙе тикшергәндә миҙгел-миҙгел ғәҙәти ҡәүем кәңәшмәһенә — лойя-джирға йыйылалар. Вазиристан пуштундарының тормошо ижтимағи һәм дини планда бик иҫке ҡарашлы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы сит-ят күҙҙәрҙән ныҡ һаҡлайҙар, һәр йорт хужалығы менән фәҡәт ир кеше етәкселек итергә тейеш.

Төньяҡ Вазиристан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ Вазиристанда, йәғни Утманзайҙа, Дервиш-Хель (йәки регионға исем биреүсе Вазири) халҡы урынлашҡан. Улар нығытылған таулы ауылдарҙа һәм биләмәләре уйһыу тигеҙ үҙәндәрҙә урынлашҡан Даварҙарҙа (йәки Даур) йәшәйҙәр. Халҡы йәшәгән урындарҙың атамалары: Размак, Датта-Хель, Спин-вам, Досали һәм Шава; даварҙары: Мираншах, Мрали, Эдак, Хурмаз, Биланд-Хель, Хассу-Хель һәм Хайдер-Хель. Төньяҡ Вазиристандың баш ҡалаһы - Мираншах.

Вазирстан

Көньяҡ Вазиристан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ Вазиристанда, йәки Ахмадзайҙа, башлыса Мехсуд ҡәүеме урынлашҡан. Улар сатыр ауылдарҙа йәшәйҙәр һәм, ҡара һәм аҡ һарыҡ йөнө етештереүҙе йәйелдереүсе, танылған һарыҡсылыҡ белгестәре (вазири тоҡомло һарыҡтар) булып торалар. Ҡәүемдәргә ваҡыты менән юлбашсылары, ваҡыты менән төньяҡ ҡәүемдәрҙең йәки үҙәк хөкүмәттең вәкиле идаралыҡ итә. Идара итеү принциптары күп йәһәттән һинд раджаларынан алынған. Йәшәгән биләмәләренең исемдәре: Макин, Два-Той, Шакай, Сорарога, Канигурам, Сарвакай, Танай. Көньяҡ Вазиристандың баш ҡалаһы - Вана.

1893 йылдан алып Вазиристан — ысынбарлыҡта инглиз доминионынан да, афған хөкүмәтенән дә бойондороҡһоҙ территория. 1947 йылда Вазиристан бойондороҡһоҙ Пакистан составына инде. 2001 йылдан Вазиристан Афғанистандан ҡыуылған Талибан хәрәкәте терәге. Талибтар традицион ҡәбилә юлбашсыларын ҡыҫырыҡлап сығарҙылар һәм ысынында 2004 йылдан регионда власты ҡулдарына алдылар.

Ислам дәүләте Вазиристан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылдың февралендә Төньяҡ Вазиристан территорияһында бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙеү һәм Ислам дәүләте Вазиристан ойошторолоу тураһында иғлан ителә[1]. Һуңғараҡ, пакистан армияһының үҙәк власты тергеҙергә маташыуына ҡарамаҫтан, ИДВ территорияһы Көньяҡ Вазиристандың күпселек өлөшө иҫәбенә киңәйҙе[2]. Үҙен үҙе иғлан иткән сепаратистик дәүләт Вазиристан донъяның бер дәүләте тарафынан да танылмаған. ИДВ армияһында бер нисә тиҫтә һуғышсы иҫәпләнә, армия Вазиристан халҡынан һәм шулай уҡ Пакистан менән Афғанстандың күрше провинциялары халҡынан тора. 2007 йылдың авгусында Пакистан Төньяҡ Вазиристанда Талибан хәрәкәте боевиктәренә ҡаршы ҙур һуғыш операцияһы үткәрҙе[3].

2009 йылдың декабрендә премьер-министр Йосоп Реза Ғилани Пакистандың Көньяҡ Вазиристанды еңеүе тураһында иғлан итте[4]. Пакистан ғәскәре еңгәндән һуң, Вазиристан йәшәүҙән туҡтай. Төньяҡ Вазиристандың бер нисә районы ғына боевиктар күҙәтеүе аҫтында ҡала.

2010 йылдың октябрендә Пакистандың сит ил эштәре министры Шах Мәхмүт Куреши Пакистандың ғәскәренең 35 меңлек төркөмө Төньяҡ Вазиристанда талибтарға ҡаршы хәрби хәрәкәт башлауға әҙер тип белдерҙе[5]. 2015 йыл торошо буйынса, Пакистан территория өҫтөнән контролде тергеҙмәгән.