Вепстар
Вепстар | |
Байраҡ[d] | |
Туған тел | вепсский язык[d] |
---|---|
Халыҡ һаны | 6400 кеше |
Вепстар Викимилектә |
Вепстар (вепс. vepsläižed; 1917 йылға тиклем рәсми рәүештә — чудь[1]) — Карелияла, Вологда һәм Ленинград өлкәләрендә йәшәүсе аҙ һанлы фин-уғыр тел төркөмөнә ҡараған халҡы. 2006 йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығышының аҙ һанлы аҫаба халыҡтар исемлегенә[2].халыҡтар индерелгән.
Атамалары һәм этнотөркөмсәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙатамалары — vepsä, vepsläižed, bepsä, bepsaažed, lüdinikad, lüdilaižed, tägalaižed. 1917 йылға тиклем вепстар рәсми рәүештә чудь тип аталған. «Вепс» этнонимы хәҙерге заманда тарала башлаған. Шулай уҡ урыҫ көнкүрешендә мәрәкәләп йәки мыҫҡыллап, «чухарь»[3] йәки «кайвандар» атамаһы ҡулланылған[4].
Өс вепс этнографик төркөмдәре бар:
- төньяҡ (Онега буйы) вепстары —Ленинград өлкәһе сигендә;
- урта (оять) вепстары — Ленинград өлкәһе төньяҡ-көнсығышы һәм Вологда өлкәһе төньяҡ-көнбайышы.
- көньяҡ вепстар — Ленинград өлкәһе көнсығышы һәм Вологда өлкәһе төньяҡ-көнбайышы.
Теле һәм яҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы һәм генезисы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге көндә тарихсыларҙа вепс этносының килеп сығышы (генезисы) тураһында тулы мәғлүмәт юҡ. Ғалимдәрҙең фараздары буйынса вепстар башҡа балтик буйы халыҡтарының формалашыуы менән бәйле һәм, күрәһең, уларҙан б.э. 1-се мең йыллыҡтың икенсе яртыһында айырылып сыҡҡандарҙыр. .Был мең йыллыҡ аҙағында көньяҡ-көнсығыш Ладога буйында төпләнгәндәр. X—XIII быуаттарҙа ҡурған ҡәберлектәрен боронғо вепстарҙыҡы булараҡ билдәләргә мөмкин.
Вепстар беренсе тапҡыр б.э. VI быуатында телгә алына тип фаразлана (остгот тарихсыһы Иордан вас ҡәбиләһе тураһында яҙа). Ибн Фаҙлан (X быуат) вису ҡәбиләһе тураһында телгә ала. Урыҫ йылъяҙмалары, моғайын, ошо уҡ халыҡты XI быуаттан башлап весь тип атап йөрөтә башлағандыр. Башҡа урыҫ сығанаҡтары нигеҙҙә уларҙы чудь тип атап яҙа.
Телдәре — урал ғаиләһе фин-уғыр төркөмө вепс һәм рус телдәре.
Онега һәм Ладога күлдәре араһындағы үҙҙәренең төп этник территорияһында вепстар I мең йыллыҡ ахырынаса йәшәгәндәр, әкренләп көнсығышҡа күсенгәндәр. Вепстарҙың ҡайһы бер төркөмдәре сығып китеп башҡа этник төркөмдәр менән ҡушылалар, мәҫәлән, XII—XV быуаттарҙа Свирьйылғаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан төбәктәргә үтеп инәләр һәм карел этносының бер өлөшө булып китәләр. Уларҙан айырмалы , һуңыраҡ килеп урынлашҡан төньяҡ вепстар карелдар менән ҡушылмаған.
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Динлеләренең күпселеге — православ христиандар. Элекке инаныстарын һаҡлаусылар ҙа бар.
Вепстарҙың Рәсәй империяһындағы һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙәге вепстар һаны беренсе тапҡыр академик П. И. Кеппен тарафынан VIII ревизия (1835) материалдарына нигеҙләнеп билдәләнә . Уның иҫәпләүҙәре буйынса, ул ваҡытта Европа Рәсәйендә 15 617 вепс йәшәгән, шул иҫәптән Олонец губернияһында — 8550, Новгород өлкәһендә — 7067[6]
Рәсәй федерацияһы һәм СССР-ҙа вепстар һаны динамикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республика һәм өлкәләр | 1926 | 1937 | 1939 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
СССР | 785 32 | 842 29 | 679 31 | 374 16 | 8281 | 8094 | 501 12 | ... | ... |
РСФСР / Рәсәй Федерацияһы | 783 32 | 585 29 | 442 31 | 170 16 | 8057 | 7550 | 142 12 | 8240 | 5936 |
Карелия Республикаһы | 8587 | 9007 | 9388 | 7179 | 6323 | 5864 | 5954 | 4870 | 3423 |
Ленинград өлкәһе | 290 17 | 146 15 | 343 15 | 8026 | 650 | 774 | 4273 | 2019 | 1380 |
Вологда өлкәһе | 6888 | 5432 | 4976 | 117 | 282 | 65 | 728 | 426 | 412 |
Санкт-Петербург | 5 | 0 | 198 | 848 | 154 | 208 | 368 | 318 | 271 |
башҡа төбәктәрҙән | 13 | 0 | 1316 | 648 | 639 | 819 | 607 | 450 | |
ҡалған союз республикаһы | 2 | 257 | 237 | 204 | 224 | 544 | 359 | ... | ... |
1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Рәсәй империяһында 25 820 вепс кешеһе йәшәгән (туған тел тураһындағы мәғлүмәттәр буйынса).
Вепстарҙың этник биләмәһенең иң ҙур өлөшө Ленинград өлкәһенең өс административ округ биләмәләре ҡушылған урында урынлашҡан (Подпорожье, Тихвин һәм Бокситогорск)[7]. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса өлкәлә 2019 вепс йәшәгән, 1989 йәниҫәптә 4273 кеше теркәлгән булған.[8]
Вепс теле 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан донъяның юғалып барған телдәр атласына "юғалыу хәүефе көслө " булараҡ индерелгән.
Вепстар йәшәгән урындарҙа уларҙың һаны. 2002 й.[9]:
- Карелия Республикаһы:
- Петрозаводск (ҡала) 2698
- Шелтозеро (ауыл) 385
- Рыбрек (ауыл) 322
- Кварцитный (ҡасаба) 183
- Кондопога(ҡала) 155
- Шокша(ауыл) 119
- Ленинград өлкәһе:
- Винница (ауыл) 309
- Подпорожье (ҡала)118
- Курба (ҡасаба) 111
- Лукинская (ауыл) 101
- Санкт-Петербург:
- Санкт-Петербург 318
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Пименов В. В. Вепсы: очерк этн. истории и генезиса культуры. М.; Л., 1965.
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 17 апреля 2006 г. N 536-р 2016 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ Название «чухари» употреблялось в 1920-е годы и в этнографической литературе, напр.: Старый и новый быт. Л., 1924.
- ↑ http://elar.urfu.ru/bitstream/10995/55659/1/iurg-2017-169-05.pdf
- ↑ Орфинский В. П. Храмостроительные школы в народном деревянном зодчестве Русского Севера // Рябининские чтения. — Петрозаводск, 2003.
- ↑ Кёппен П. И. Об этнографической карте Европейской России. Спб., 1851.
- ↑ Lost redirect
- ↑ Перепись 1989 г. Национальный состав Лен.обл.
- ↑ http://std.gmcrosstata.ru/webapi/opendatabase?id=vpn2002_pert 2019 йыл 12 июль архивланған. База микроданных Всероссийской переписи населения 2002 года
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вепсы в проекте Этнонациональные общности России
- Вепсское общество в Санкт-Петербурге
- История и культура Вепсов
- Вепсский праздник — «Древо Жизни», проходит каждый год в селе Винницы Ленинградской области
- Комитет Совета Федерации по делам Севера и малочисленных народов
- Шелтозерский Вепсский этнографический музей
- Вепсы. Краткая историческая справка на официальном сервере Республики Карелия
- Вепсский край на сайте Введено-Оятского монастыря
- [http://www.etnocenter.ru/life/kul-turno-dosugovye-uchrezhdenija/(недоступная ссылка) Центр национальных культур и народного творчества Республики Карелия](недоступная ссылка)
- Вепсская газета «Kodima» 2019 йыл 19 июнь архивланған.
- Сайт «Коренные народы Карелии»
- Дорога от язычества к христианству
- Вотчина Вира
- Статья о вепсах в газете «Вечерний Петербург» от 27.09.2013
- Музей вепсской культуры и быта «Вепсская изба» («Vepsoiden Pert`») Частное собрание В. А. Кипрушкина
- Вепсские сказки — Посеяли репу на крыше избы 2018 йыл 12 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Богданов Н. И. К истории вепсов. По матер. топонимики. — Изв. Карело-Фин. филиала АН СССР, 1951, № 2, с. 24—31 с карт.
- Богданов Н. И. Народность вепсы и их язык. — Тр. Карел. филиала АН СССР, 1958, вып. 12, с. 63—75.
- Вепсы // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
- Винокурова И. Ю. Календарные обычаи, обряды и праздники вепсов (конец XIX — начало XX веков). — СПб., 1994. — 122 с.
- Винокурова И. Ю. Традиционные праздники вепсов Прионежья (конец XIX — начало XX в.). — Петрозаводск: ПетрГУ, 1996. — 139 с.: ил.
- Клементьев Е. И. Вепсы: современная этноязыковая ситуация // Прибалтийско-финское языкознание. — Петрозаводск, 2003.
- Королькова Л. В. Люди леса. — СПб.: Любавич, 2013. — 412 с.
- Косменко А. П. Народное изобразительное искусство вепсов / Отв. ред. И. П. Работнова. — Л.: Наука, 1984. — 200 с.
- Кочкуркина С. И.. Сокровища древних вепсов. — Карелия, 1990. — 126 с. — ISBN 5-7545-0388-1.
- Майнов В. Н. Приоятская чудь. (Весь — Вепсы) // Древняя и новая Россия. 1877, т. 2. № 5, с. 38—53; № 6, с. 133—143.
- Макарьев С. А. Вепсы. Этнографич. очерк. — Л.: Кирья, тип. «Кирьяпая», 1932. — 40 с.
- Макарьев С. А. Вепсский фольклор // АКНЦ. Ф. 26.
- Малиновская 3. П. Из материалов по этнографии вепсов, в кн.: Западнофинский сб. Л., 1930
- Патрушев В. С. Финно-угры России. Йошкар-Ола, 1992
- Пименов В. В. Вепсы. Очерк этнич. истории и генезиса культуры. — М.; Л.: Наука, 1965. — 264 с.
- Проблемы истории и культуры вепсской народности: [Сб. ст. / Отв. ред. В. В. Пименов]. — Петрозаводск, 1989. — 171 с.
- Рябинин Е. А. Финно-угорские племена в составе Древней Руси. Спб., 1997.
- Строгальщикова З. И. Вепсы. Очерки истории и культуры. Документирование языка, — СПб.: ООО "Издательский дом «Инкери», 2014 г. — 264 с.: ил.
- Строгальщикова З. И., Жуланова Н. И. (фольклор). Вепсы // Большая российская энциклопедия : электронная версия. — 2016. — Дата обращения: 03.03.2018.