Эстәлеккә күсергә

Ветеринария

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ветеринария
Рәсем
Симптомы болезнь животных[d]
MCC 0742
 Ветеринария Викимилектә

Ветерина́рия (лат. veterinaris — мал ҡараусы, малды дауалаусы) — хайуандарҙың сирҙәрен киҫәтеү, диагнозлау һәм дауалау, хайуандар тән йәрәхәттәре алған һәм уларҙың организмы эшмәкәрлегенең боҙолған осраҡтар менән шөғөлләнеүсе фән өлкәһе[1].

Claude Bourgelat established the earliest veterinary school in Lyon in 1762.

Ветеринария — хайуандарҙың сирен дауалауға, кешеләрҙе зооантропоноздан һаҡлауға (кешеләр һәм хайуандар өсөн берҙәй ҡурҡыныс инфекциянан), санитария күҙлегенән хәүефһеҙ продукция сығарыуға һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың ветеринар-санитария проблемаларына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән фәнни ғилми һәм практик эшмәкәрлек.

Хайуандарҙың сирҙәре һәм уларҙы дауалау ысулдары тураһында мәғлүмәт Боронғо Мысыр (Кахун папирусы — беҙҙең эраға тиклем 2000 йыл), Һиндостан(б. э. I быуат), Греция (Аристотель, Апсирт — б.э. тиклем V—IV быуаттар) ҡулъяҙмаларында уҡ осрай. Хайуандарҙың сирҙәре тураһында мәғлүмәт Өлкән Катон, Варрон һәм Колумелла кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә бар, уларҙа «ветеринария ярҙамы», «ветеринар», «ветеринария медицинаһы» кеүек терминдар ҡулланылған.

Памятник основателю Национальной ветеринарной школы Альфор К. Буржела в Мезонз-Альфоре

Ләкин XVIII быуатҡа тиклем айырым уҡыу йорттарында хайуандарҙың сирҙәрен өйрәнеү ойошторолмай. Үҙәк Европала ветеринария уҡыу йорттары асылғас, бер аҙҙан улар юғары ветеринария мәктәптәре итеп үҙәртелгәс кенә ветеринария медицинаһына фәнни нигеҙ һалына. Лионда (д-р Клод Буржела, 1762), Альфортта (1765), Венала (1775), Дрезденда (1776), Ганноверҙа (1778), Будапештта (1787), Берлин һәм Мюнхенда (1790) һәм башҡа ҡалаларҙа Европала тәүге ветеринария мәктәптәре булдырыла. Был мәктәптәрҙең кафедраларында сирҙәрҙең этиологияһы (килеп сығышы), диагностика, айырым профилактика һәм эске патология терапияһы буйынса системалы тикшеренеүҙәр үткәрелә . Патология осраҡтары һәм терапияның фән булараҡ барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә бигерәк тә Будапешт ветеринария мәктәбе клиницистары (етәкселәре Ф. Гутира һәм Й. Марек) көслө йоғонто яһай. Улар яҙған «Частная патология и терапия внутренних болезней домашних животных» китабы бер нисә тапҡыр яңынан баҫылып сыға һәм бер нисә телгә тәржемә ителә, шул иҫәптән рус теленә лә.

Manuscript page of Hippiatrica (14th century)

Рәсәйҙә ветеринария фән булараҡ Петербург (1808) һәм Мәскәү (1811) медик-хирургия академияларында ветеринария бүлектәр һәм ветеринария институттары Варшавала (1889), Дерптта (1876), Харьковта (1851) һәм Ҡазанда (1873) асылғас ҡына үҫешә башлай, ветеринария ныҡлы фәнни нигеҙгә ҡорола.

Рәсәйҙең тәүге ветеринария клиницистары Я. К. Кайданов, П. И. Лукин, Г. М. Прозоров, И. И. Равич, X. Г. Бунге дөйөм һәм айырым терапия һәм профилактика нигеҙҙәрен булдыра.

Ветеринария клиникаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ветеринария клиникаһы — махсус учреждениела, йәки йортта хайуандарҙы ҡабул итеп, ветеринария ярҙамы күрһәтеү өсөн булдырылған дауалау-профилактика учреждениеһы. Дәүләт һәм шәхси ветеринария клиникалары була.

Ветеринария клиникаларының күбеһе ошо хеҙмәттәрҙе күрһәтә: терапия, хирургия, вакцинация, чип ҡуйыу, анализға алыу һәм лаборатория диагностикаһы, ультратауыш менән тикшереү, рентгенология, кардиология, стоматология, эндоскопия, офтальмология.

Рәсәй Федерацияһында ваҡ хайуандар ветеринарияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡ хайуандар ветеринарияһы ( ВМДЖ) — дуҫ (компаньон) хайуандарға : бесәй һәм эттәргә, ҡомаҡтарға, көҙәндәр, төлкөләр, тутыйғоштарға һәм башҡа фатир һәм йорттарҙа йәшәгән хайуандарға ярҙам итеү ветеринария медицинаһы өлкәһе.

Был өлкәлә эшләгән ветеринария белгестәре эшләгән эштәр: хайуандарҙың сирҙәрен киҫәтеү, йоғошло йәки йоғошһоҙ сирҙәрен дауалау, йәрәхәтләнгән осраҡта ярҙам күрһәтеү, хирургик юл менән йәки дарыуҙар ҡулланып стерилләү (бестереү), башҡа медицина процедуралары. Бынан тыш ветеринарҙар хайуандарҙың хужаларына хайуандарҙы дөрөҫ туҡландырыу, уларҙы дөрөҫ ҡарау, торған урындарын дөрөҫ ҡулайлаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәштәр ҙа бирә.

Ветеринар-хирург за работой

Башҡортостанда ветеринария

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ветеринария тикшеренеү объекттары тип белгестәр бөтә төр йорт һәм ҡырағай хайуандарын, малсылыҡ биргән продукттар һәм сеймалды, һыу, мал аҙыҡтарын, малсылыҡ биналарын, көтөүлектәрҙе, балыҡсылыҡ хужалығы һыу ятҡылыҡтарын, хайуандарҙы һәм ҡоштарҙы күсереү өсөн транспорт сараларын атай. Малсылыҡ быуаттар буйы башҡорт халҡының төп шөғөлө булғанлыҡтан, башҡорттар үҙ хужалығындағы йорт хайуандарына бик иғтибарлы булған, уларҙы яҡшы белгән.

Ләкин 19 быуатта төрлө халыҡтарҙың башҡорт ерҙәренә күпләп күсеүе, тимер юл һалыныу һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында мал сирҙәре күпләп тарала башлай.1870 йылдарҙа Өфө губернаһында мал тағуны (чума), башҡа ауырыуҙарҙың киң таралыуы малсылыҡҡа ҙур зыян килтерә, 1880 йылдар аҙағында малдарҙың йоғошло сирҙәрен киҫәтеү, уларҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсаты менән ветеринария хеҙмәте төҙөлә. Земство органдары губернала ветеринария хеҙмәтен ойоштороуҙа төп ролде уйнай. 1888 йылда йоғошло ауырыуҙар (бешмә, ҡотороу ауырыуы, маңҡа ауырыуы, туберкулёз, һыйыр малы тағуны-чумаһы һ.б.) менән көрәшеү өсөн губернала 14 ветеринария участкаһы төҙөлә, шуларҙан Бәләбәй өйәҙендә — 3 участка, Бөрөлә — 2, Златоуста — 2, Минзәләлә — 2, Өфө өйәҙендә — 2 Стәрлетамаҡта — 3.

1896 йылда Ветеринария- бактериология лабораторияһы (Ветеринария лабораторияһы) асыла, унда түләмәгә, һарыҡ сәсәгенә, сусҡа килаһына ҡаршы вакциналар һәм сывороткалар әҙерләнә һәм диагностик тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1907 йылда ветеринария участкаларының һаны — 27 , 1912 йылда — 33 , 1927 йылда 85 була[2].

1920- 1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ында ҙур ҡыйынлыҡтар менән булһа ла ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү өсөн техникумдар асыла башлай. Ҡайһы берҙәре бер генә йыл эшләп өлгәрә- белгес- уҡытыусылар етешмәй, материаль база булмай. Шулай ҙа 1930 йылдарҙа ветеринария техниктарын ике урта уҡыу йорто әҙерләүен дауам итә- Көйөргәҙе һәм Ляхово (Баҡалы) ауыл хужалығы техникумдары. 1930 йылда Миловкалағы ауыл хужалығы техникумы базаһында (ул 1919 йылда Псковтан күсерелә) Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты асыла [3].

1934 йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында (Аграр университет) ветеринария факультеты асыла, Башҡортостан ауыл хужалығында юғары белемле ветеринария белгестәре эшләй башлай. Ветеринар- ғаалимдар В. Н. Байматов, И. Ф. Заянчковский, С. А. Ивановский, В. Г. Кирилов, В. И. Мозжерин, В. Н. Поляков, Е. Н. Сковородин, П. Т. Тихонов, Х. Х.Әбдүшев йоғошһоҙ ауырыуҙарҙы (гепатоз, микроэлементоз һ.б.) иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын өйрәнә һәм камиллаштыра. Институтта нфекцион ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә: түләмә ауырыуы булғанда тирене дезинфекциялау ысулы (Л. С. Пирогов), йылҡының инфекцион анемияһын диагностикалау ысулы (Л. Н. Судзиловский), йылҡының инфекцион энцефаломиелитына ҡаршы вакцина уйлап табыла (Ғ.Х.Ишуков), республика хужалыҡтарында быҙау трихофитияһына ҡаршы ТФ 130 вакцинаһы индерелә (В. М. Болдырев). Сусҡа дизентерияһы (А. И. Иванов), сусҡаларҙың инфекционатрофик риниты һәм сәсәге (У.Ғ.Ҡадиров), сальмонеллёзы (Р. Т. Маннапова), һыйыр малы лейкозы (Р. Ф.Ғәлиев) һәм некробактериозы (И. Ф.Әбсәләмов) кеүек сирҙәр өйрәнелә.В. З.Ғәлимова, Х.Ғ.Нурхәмитов, Р. Н.Сәмиғуллин, О. Н. Третьякова, Р. Г. Фазлыев, Ғ.З.Хәзиев, Х. В.Әйүпов һ.б. паразитар ауырыуҙарҙы — көйшәүсе малдар дикроцелиозын, мониезиозын, парамфистомозын, телязиозын, фасциолёзын, эхинококкозын, ҡош гетеракидозын диагностикалау һәм иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыу кеүек мәсьәләр менән шөғөлләнә .

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ветеринария хеҙмәтенә БР Ветеринария идаралығы етәкселек итә, уға Башҡортостан фәнни-производство ветеринария лабораторияһы, Башҡортостан республика ветеринария станцияһы, 7 ҡала һәм 40 район, 12 район һәм ҡала, 2 район-ара ветеринария станцияһы һәм 8 зона ветеринария лаборатория буйһона. Ветеринария станциялары составына 82 участка ветеринария дауаханаһы, 441 ветеринария участкаһы, 112 ветеринария пункты, 91 ветеринария-санитария экспертизаһы лабораторияһы инә.

Республика ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин 2019 йылдың декабрендә йәмәғәтселеккә былай тип белдерҙе[4] :

« Башҡортостан райондары ветеринар хеҙмәттәре ҡарамағына йыл аҙағында мобиль эш өсөн 40 автомобиль ебәреләсәк — ветеринария табиптары алыҫта ятҡан ауылдарға малдарҙы ҡарау һәм прививкалар эшләү өсөн йөрөй аласаҡ. „Ларгус“ маркалы ике автомобиль Өфөлә хайуандарға ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн йүнәлтелә. Был хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк»

.

Бынан тыш Ишембайҙа һәм Өфөлә зооҡунаҡхана асыласаҡ,Өфөлә бер аҙҙан зоо-такси ҙа булдырылыу планлаштырыла. Сәрлетамаҡ ҡалаһында халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән зоо-отель эшләп килә.

Башҡа фәндәр менән бәйләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ветеринария түбәндәге фәндәр менән бәйле:

  • Коропов В. М., История ветеринарии в СССР, М., 1954
  • Коропов В. М., Ветеринарное образование в СССР, М., 1949
  • Гинзбург А. Г., Иванов А. Д. Организация ветеринарного дела, 2 изд., М., 1970
  • Минеева Т. И. История ветеринарии: Учебное пособие.-СПб.: Издательство «Лань», 2005.-384 с.
  • Гринцер С. Г. Современное положение ветеринарного дела в России. -СПб., 1914.
  • Ветеринарная энциклопедия, т. 1, М., 1968.
  • Hunter, Pamela (2004), Veterinary Medicine: A Guide to Historical Sources, Ashgate Publishing, Ltd. Pp. 611, ISBN 0754640531
  • Научные труды БашНПВЛ: посвящается 105 летию образования ветеринарной лаборатории в Башкортостане. Уфа, 2002.

Ҡалып:Vet-stub Ҡалып:Перевести