Викимәғлүмәттәр
«Викимәғлүмәттәр» (ингл. Wikidata) — Викимедиа Фонды булдырған белем базаһын бергә мөхәррирләүҙе ойоштороу. Википедия мәҡәләләрендә булған мәғлүмәтте үҙәкләштерелгән һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн ҡулланыла — мәҫәлән, интервики-һылтанма, йәки статуслы мәҡәләләрҙең, исемлектәрҙең йәки статистика мәғлүмәттәренең: тыуыу датаһы, халыҡ һаны һ.б. значоктары (билдәләмәләре).[14] Викимәғлүмәттәр йөкмәткеһе Creative Commons CC0[15] лицензияһы буйынса таратыла.
Проект рәсми рәүештә 2012 йылдың 30 октябренән эшләй, Wikimedia Deutschland — немец Викимедиаһы — етәкселегендә эшләй башланы. 2006 йылдан алып «Викимәғлүмәттәр» Викимедиа фондының тәүге яңы проекты булды[16]. Проект урындағы Allen Institute for Artificial Intelligence, Gordon and Betty Moore Foundation һәм Google (компания) милекселәренең дөйөм суммаһы — 1,3 миллион евро тәшкил иткән иғәнәләре иҫәбенә тормошҡа ашырылған[17][18].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Проектты тормошҡа ашырыу өс этапҡа бүленде:
- 1-се фаза — интервики-һылтанмаларҙы үҙәкләштерелгән һаҡлауға булышлыҡ итеү (2013 йылдың мартында тормошҡа ашырыла);[19]);
- 2-се фаза — мәҡәлә объекты тураһында раҫлауҙарға булышлыҡ итеү белем базаһы элементтары (индерелгән мәғәнәләр типтары буйынса ҡайһы бер сикләүҙәр менән 2013 йылдың февраленән башланды; 2013 йылдың апреленән Википедияның бөтә бүлектәре өсөн Викимәғлүмәтте файҙаланыу мөмкинлеге әүҙемләштерелде[20]);
- 3-сө фаза — Википедия мәҡәләләрендә ирекле эҙләү һорауҙарына төрлө исемлектәрҙе, уларҙың һөҙөмтәләрен файҙаланыу мөмкинлеге менән, автоматик яңыртыуға ярҙам итеү (әҙерләмәлә).
Раҫлауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Раҫлауҙар — ул билдәле элемент тураһында теләһә ниндәй мәғлүмәтте һаҡлау ысулы. Формаль яҡтан, улар бер йәки бер нисә үҙенсәлектәрҙең (мәҫ., «автор», йәки «баҫманың датаһы») тап килеүен һаҡлаған асҡыс-мәғәнә парҙан тора (мәҫәлән, «Артур Конан-Дойл» йәки «1902»). Мәҫәлән, рәсми булмаған раҫлама «һөт — аҡ» (ингл. milk is white) парҙы һаҡлаған раҫлама ярҙамында кодланған булыр ине. Мәҫәлән, Q8495 (һөт) https://www.wikidata.org/wiki/Q8495 тип яҙылғанда Q23444 (аҡ) https://www.wikidata.org/wiki/Q23444 мәғәнәһендә P462 (төҫ) — https://www.wikidata.org/wiki/Property:P462 билдәһенән торған был пар.
Раҫлауҙар үҙенсәлек һәм берәүҙән күберәк мәғәнәләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе билдәләй ала. Мәҫәлән, Мария Кюри өсөн «occupation» (шөғөлдәр төрө) үҙенсәлеге, шул рәүешле уның теге йәки был эш менән шөғөлләнеүен сағылдырыу маҡсатында, «физик» һәм «химик» мәғәнәләре менән бәйле булыуы мөмкин була алыр ине[21].
Викимәғлүмәттәрҙең башҡа яҙмаларын, юлдарҙы, һандарҙы йәки фото/видео менән файлдарҙы индергәндә, уларҙы ниндәй типтағы мәғәнә менән бәйләргә мөмкин булыуын билдәләй. Мәҫәлән, «рәсми сайт» үҙенсәлеге «URL» тибындағы мәғәнәләргә ярашлы тип табылырға мөмкин[22]. Шулай уҡ үҙенсәлектәр уларҙы файҙаланыу мөмкинлегенә ҡарата ҡатмарлыраҡ ҡағиҙәләрҙе билдәләй ала.
Был ҡағиҙәләр «сикләү» (ингл. constraints) тип атала. Мәҫәлән, «баш ҡала» үҙенсәлеге «берҙән-бер мәғәнәгә сикләү»ҙе (ингл. single value constraint) үҙ эсенә ала, шуның менән ул теләһә ниндәй территорияның (ғәҙәттә) бер генә баш ҡалаһы булыуын сағылдыра. Сикләүҙәр, ҡаҡшамаҫ ҡағиҙәләр тип түгел, иҫкәрмә рәүешендә аңлатыла[23].
Теләк булғанда, раҫлауҙың мәғәнәһен асыҡлау өсөн квалификаторҙарҙы (ингл. qualifiers) файҙаланып була. Улар ошо раҫлау контексында өҫтәмә мәғлүмәт бирә. Мәҫәлән, «халыҡ» үҙенсәлеген «2011 йылға ҡарата» квалификаторы ярҙамында киңәйтергә мөмкин. Раҫлауҙар контентты дәлилләүҙе күрһәткән һылтанмалар менән дә тәьмин ителеүе мөмкин[24].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Wikidata’s tenth anniversary has been celebrated in Tamale, Ghana, by the Dagbani Wikimedians User Group and two of its sister communities — 2022.
- ↑ 2,0 2,1 Wikimedia Deutschland Blog (ингл.) — Wikimedia Deutschland, 2007.
- ↑ https://www.wikidata.org/wiki/Wikidata:Introduction
- ↑ 4,0 4,1 Tanon T. P., Vrandečić D., Schaffert S., Steiner T., Pintscher L. From Freebase to Wikidata: The Great Migration (ингл.) // Proceedings of the 25th International Conference on World Wide Web — 2016. — P. 1419—1428. — 10 p. — ISBN 978-1-4503-4143-1 — doi:10.1145/2872427.2874809
- ↑ https://web.archive.org/web/20201226104037/https://whois.domaintools.com/wikidata.org (ингл.)
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1192148479 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ https://lists.wikimedia.org/pipermail/wikidata/2015-September/007042.html
- ↑ метрика Викиданных
- ↑ https://web.archive.org/web/20210523144740/https://www.alexa.com/siteinfo/wikidata.org
- ↑ https://w.wiki/7DDK
- ↑ https://www.similarweb.com/website/wikidata.org/#overview
- ↑ Log in - Wikidata
- ↑ Create account - Wikidata
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2012-03-30 . - ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 8 декабрь 2015. - ↑ Roth, Matthew. The Wikipedia data revolution, Wikimedia Foundation (30 март 2012). 11 сентябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ Dickinson, Boonsri. Paul Allen Invests In A Massive Project To Make Wikipedia Better (30 март 2012). 11 сентябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ Perez, Sarah. Wikipedia’s Next Big Thing: Wikidata, A Machine-Readable, User-Editable Database Funded By Google, Paul Allen And Others (30 март 2012). 11 сентябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ Wikidata now live on all Wikipedias . Дата обращения: 4 апрель 2013. Архивировано из оригинала 14 апрель 2013 года.
- ↑ Wikidata all around the world . Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано из оригинала 29 сентябрь 2017 года.
- ↑ Help:Statements . Дата обращения: 26 май 2019. Архивировано 25 март 2019 года.
- ↑ Help:Data type . Дата обращения: 26 май 2019. Архивировано 23 март 2019 года.
- ↑ Help:Property constraints portal . Дата обращения: 26 май 2019. Архивировано 1 июнь 2019 года.
- ↑ Help:Sources . Дата обращения: 26 май 2019. Архивировано 17 апрель 2019 года.