Горулёв Павел Сергеевич
Горулёв Павел Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 декабрь 1949 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Ырымбур, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тренер |
Эш урыны | Башҡортостан физик культура институты |
Уҡыу йорто | П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Горулев Павел Сергеевич (13 декабрь 1949 йыл) — Башҡортостан физик культура институты директоры. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор, СССР чемпионы (1978), ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1972), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997), ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара категориялы судья (1995), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Сергеевич Горулев 1949 йылдың 13 декабрендә Чкалов өлкәһенең Чкалов ҡалаһында тыуған.
1980 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тренеры В. Н. Самородовтың тәрбиәләнеүсеһе[1].
1981 йылдан алып тренер, 1987—1997 йылдарҙа — Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры. Шул уҡ ваҡытта, 1996—1998 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаһының баш тренеры була.
1999 йылдан алып Урал физик культура университетының филиалы Башҡорт физик культура институтының директоры вазифаһын башҡара. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы спортының көс төрҙәре ассоциацияһының президенты, 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһының ауыр атлетика федерацияһын етәкләй.
Спорт ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1977 йылда РСФСР чемпионы була, 1978 йылда — РСФСР һәм СССР чемпионы, 1980 йылда ырғымда СССР чемпионатының бронза призеры. Шулай уҡ 1978 йылда «Дуҫлыҡ» Кубогына халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе була.
Уның етәкселеге аҫтында Башҡортостан йыйылма командаһы Рәсәй чемпионы һәм 1993, 1994 һәм 1996 йылдарҙа Рәсәй Кубогына эйә була. Горулевтың тәрбиәләнеүселәре араһында 10-дан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастерҙары бар.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]60-тан ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу әсбаптары авторы. уның ғилми эштәре спорттың көс һәм тиҙлек-көс төрҙәрендәге күнекмә процесы менән идара итеүгә һәм башҡа темаларға арналған.
«Ученые записки университета им. П. Ф. Лесгафта» журналының редколлегия ағзаһы.
Диссертациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Адаптация студентов факультета физической культуры и спорта к условиям обучения в вузе: Автореф. дис. на соиск. учен. степ. к.п.н.: Спец. 13.00.04 / Горулев П. С.; [Урал. гос. акад. физ. культуры]. — Челябинск: 2002. — 22 с.; 20 см.
- Управление спортивной подготовкой женщин в тяжелой атлетике с учетом диморфических различий работоспособности : диссертация … доктора педагогических наук : 13.00.04 Челябинск, 2006 286 с., Библиогр.: с. 229—272 РГБ ОД, 71:07-13/186
Китаптары һәм баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горулёв П. С., Румянцева Э. Р. Женская тяжелая атлетика : проблемы и перспективы : учебное пособие для студентов вузов / М. : Советский спорт, 2006. — 162 с. ISBN 5-9718-0074-4
- Горулёв П. С., Румянцева Э. Р. Спортивная подготовка тяжелоатлеток. Механизмы адаптации
- Макина Л. Р., Буйлов П. З., Горулёв П. С. Содержание и организация многолетнего процесса физической подготовки легкоатлетов с нарушением зрения, специализирующихся в беге на средние дистанции: монография / Башкирский ин-т физической культуры (Фил. ФГБОУ ВПО УралГУФК). — Уфа : БашИФК, 2012. — 124 с.
- В соавторстве — Функциональные особенности нервно-мышечного аппарата пояса верхних конечностей и особенности психического состояния у женщин среднего возраста с диагнозом шейно-грудной остеохондроз, Журнал «Ученые записки университета им. П. Ф. Лесгафта» Выпуск № 3 / 2010
- В соавторстве — Проблема подготовки специалистов в области спорта инвалидов (по результатам опроса выпускников физкультурных вузов), Журнал «Ученые записки университета им. П. Ф. Лесгафта» Выпуск № 8 / 2009
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Горюлева Любовь Андреевна. Балалары — Габдюшева Ксения Павловна, Горулёв Денис Павлович.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Горулёв Павел Сергеевич 2017 йыл 4 июль архивланған. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2018. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горулёв Павел Сергеевич 2017 йыл 4 июль архивланған. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2018. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- http://www.akvobr.ru/bifk_kuznica_chempionov.html
- Рустам Фаткуллин — Кубок Башкортостана в честь Павла Горулева 2015 йыл 17 ноябрь архивланған., WSPORT-SHATOY, 2009
- Борис АНТОНОВ — ШТАНГА НА ВЕСАХ ВРЕМЕНИ, Журнал «Теория и практика физической культуры», 1998
- П. С. Горулев в передаче История в кадре 2016 йыл 24 март архивланған. (Выпуск 1 от 13.12.14, видео)
- 13 декабрҙә тыуғандар
- 1949 йылда тыуғандар
- Ырымбурҙа тыуғандар
- Лесгафт исемендәге университетты тамамлаусылар
- Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары
- СССР-ҙың спорт мастерҙары
- Педагогия фәндәре докторҙары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө спортсылары
- Башҡортостан тренерҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡортостан шәхестәре