Гранада әмирлеге
Гранада әмирлеге | |
ғәр. إمارة غرﻧﺎﻃﺔ | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1238 |
---|---|
Рәсми атамаһы | إمارة غرﻧﺎﻃﺔ |
Кем хөрмәтенә аталған | Гранада[d] |
Нигеҙләүсе | Мухаммад I ал-Галиб[d] |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | Эмир Гранады[d] һәм sultan of Granada[d] |
Рәсми тел | классик ғәрәп теле[d] |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Гранада әмирлеге |
Административ үҙәк | Madinat Gharnāṭah[d] |
Идара итеү формаһы | наследственная монархия[d] |
Сиктәш | Королевство Кастилия и Леон[d] |
Алдағы | Әлмөхәдтәр[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Королевство Гранада[d] |
Алыштырған | Q104178315? |
Ҡулланылған тел | Андалузский диалект арабского языка[d], Сефард теле, Амазиг телдәре һәм мосарабский язык[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2 ғинуар 1492 |
Рәсми дине | Сөнниҙәр |
Гранада әмирлеге Викимилектә |
Гранада әмирлеге (ғәр. مملكة غرناطة, исп. Reino nazarí de Granada) — Европала һуңғы ғәрәп дәүләте һәм Пиреней ярымутрауы территорияһында һуңғы Ислам дәүләтселеге, 1228 йылдан 1492 йылдың 2 ғинуарына тиклем булған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гранада әмирлеген испандар яулап алыуы ярымутрауҙа Христиан Реконкистаһының һигеҙ быуатлыҡ христиан процесын тамамлай[1]. Гранаданың ҡолауы, Константинополдең баш һалыуы кеүек, Европа дәүләтселеге тарихында мөһим этап була. 1492 йылда Гранада әмирлеге емерелгәндән һуң, уның территорияһы Гранада батшалығы булараҡ, Кастилия короллегенең бер өлешөнә әйләнә.
Юҡҡа сығыуы сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XV быуат аҙағында Гранада әмирлегенең көсһөҙләнеүенә Кастилия һәм Леон Короллеге менән даими һуғыштар булышлыҡ итә, һөҙөмтәлә ауыр яһаҡ түләргә тура килә. Мәҫәлән, 1470 йылғы килешеү буйынса Гранада Кастилияға йыл һайын 20 мең алтын дублон түләргә бурыслы була. Әмирлек ҡалаларында аристократик төркөмдәрҙең үҙ-ара ыҙғыш-талашы киҫкенләшә.
Сәйәси-иҡтисади характерҙағы ыҙғыштан тыш, халҡының этник талаштары көсәйә. Тикшеренеүҙәр буйынса, XV быуатта Гранада әмирлегенең халҡы һаны яҡынса 5 млн тәшкил итә. Бындай ҙур булмаған тау территорияһы өсөн байтаҡ һан. Испандар мавр тип атағандарҙың күпселеген берберҙәр — ғәрәптәр баҫып алған африка ҡәбиләләренең береһе вәкилдәре тәшкил итә. Баҫып алыусы ғәрәптәрҙең тоҡомдары һәм династия вәкилдәре — төрөк солтандары яллаған яңысарға бәйле булған ише — берберҙәргә бәйле булып сыға.
Тарихи әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XV быуат аҙағында әмирлек көрсөккә дусар була — ҡаҙнала хроник рәүештә аҡса, аҙыҡ — түлек етешмәй, халыҡ аслыҡ кисерә, ҡала биналары буш тора һәм емерелә.
1492 йылда Гранада 1453 йылгы өметһеҙ Константинополде хәтерләтә. Былар барыһы ла социаль ойошманың күрһәтелгән етешһеҙлектәре, гуманитар көрсөк һәм Гранаданың тышҡы сәйәси хәле менән бергә, әмирлекте тулыһынса еңелеүгә килтерә. Иберия ярымутравын мосолмандарҙан яулап алып, Испания триумфты байрам итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, шул уҡ йылда испан экспедицияһы Колумб Американы аса. Бынан тыш, күп кенә күренекле христиан эшмәкәрҙәре мосолман Гранадаһының емерелеүен төрөктәр һөжүме аҫтында христиан Константинополенең ҡолатылыуы өсөн лайыҡлы компенсация тип кабул итәләр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гранада хакимдары
- Ибн Әл-Хатиб
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гренада, королевство мавров // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гренада, королевство мавров // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гранадский эмират: тематик медиа-файлдар
- Начало Реконкисты в Испании. Мусульманские государства 2023 йыл 20 апрель архивланған.
- Гранадский эмират (XIII—XV вв.) на сайте «Руниверс»
- Испанские средневековые хроники: Хроника Карденьи I. Хроника Карденьи II. Анналы Толедо I. Анналы Толедо II. Анналы Толедо III. www.kuprienko.info (А. Скромницкий) (24 август 2011). Дата обращения: 17 ноябрь 2012. Архивировано 4 декабрь 2012 года.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.