Эстәлеккә күсергә

Гувернёр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гувернёр
Рәсем
 Гувернёр Викимилектә

Гувернёр (франц. gouverneur «идара итеүсе») йәки гувернантка (ҡатын-ҡыҙ)[1], шулай уҡ, әгәр һүҙ ғаиләлә балалар тәрбиәләүсе булып ялланған ҡатын тураһында барһа, бонна (франц. bonne бала ҡараусы-няня), Бала ҡараусынан айырмалы өлкән йәштәге балаларҙы тәрбиәләй һәм улар менән билдәле бер уҡыу предметы (иң элек, сит тел) менән шөғөлләнә.

Пётр I батшаның дәүләт элитаһын европа мәҙәниәтенә яҡынайтыуға йүнәлтелгән сәйәсәте осоронда Рәсәйҙә тәүге гувернёрҙар эшләй башлай. Императрица Анна Иоанновнаның дворян балаларын уҡытыу тураһында 1737 йылғы указынан һуң, Рәсәйгә, гувернёр булып эшләр өсөн, сит ил кешеләре килә башлай, был ағым Александр I батшалыҡ итеүенең аҙағына тиклем туҡтамай. Гувернёрҙар араһында немецтар, инглиздәр, итальяндар күп була, әммә 1750-се йылдарҙан уҡ француздар, шулай уҡ француз телле швейцарҙар иң кәрәклеһе булып сыға. Йыш ҡына улар бер ниндәй ҙә махсус белеме булмаған кешеләр була, уларҙы тик сит телде белгән өсөн генә гувернёр итеп алғандар.

Василий Перовтың Гувернантканың сауҙагәр йортона килеүе картинаһы (1866 йыл)

XVIII быуат аҙағында гувернёрҙар һәм сит ил уҡытыусылары Фәндәр академияһы йәки Мәскәү университеты (1804 йылдан аттестаттарҙы гимназиялар ҙа биргән) аттестатына эйә булыуы тураһында указ сыға. Юғиһә уларға илдән ҡыуыу, ә хужаларына 100 һум штраф янай. Университеттарҙы һәм дини академияларҙы тамамлаусылар, шулай уҡ халыҡ мәғарифы Министрлығы ведомствоһы буйынса уҡыу йорттарын тамамлаған ҡыҙҙар ғына имтихандарҙан азат ителә.

1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң рус аристократияһы гувернёрҙар яллағанда француз аббаттарына өҫтөнлөк бирә башлай.

Гувернёрлыҡҡа урта йәштәр тирәһендәге өйләнгән кешеләрҙе, гувернанткалар араһында — йәш түгелен, ә йәш булһа — матур булмағанын алғандар (был етдилек һәм ғаилә ағзалары менән енси бәйләнештәрҙең булмауын гарантиялаған).

XIX быуат башынан гувернанткалар араһында рус тәрбиәселәре юғары процент тәшкил итә. 1834 йылда өй остаздары һәм уҡытыусылар тураһында Положение сыға, шуға ярашлы улар мотлаҡ христиан һәм рәсәй подданныйы булырға тейеш була. Уҡытыусы йәки гувернёр өсөн белем алған уҡыу йортонда бирелгән «Удостоверение о нравственных качествах» («Әхлаҡи сифаттары тураһында таныҡлыҡ»), шулай уҡ йәшәгән урынынан баһалама мотлаҡ була.

1862 йылда Рәсәй империяһының баш ҡалаһында «Гувернантка»[2] журналы нәшер ителә.

Гувернёрҙар һәм, бигерәк тә, гувернанткалар, 1917 йылға тиклем Рәсәй империяһында ғәҙәти күренеш була.

1990-сы йылдарҙан Рәсәйҙә профессиональ педагог-гувернёрҙар ярҙамында ғаилә шарттарында уҡытыу һәм тәрбиәләү тергеҙелә башлай.

Ребекка Сроломондың Гувернантка картинаһы (1851 йыл)

Англияла Тюдорҙар дәүеренән үк гувернанткалар ғәҙәти күренеш булған. Әммә XIX быуатта «урта синыф» та гувернёрҙарҙы әүҙем яллай башлай. Ауыр финанс хәленә эләккән «яҡшы ғаиләләр»ҙән сыҡҡан ҡыҙҙарҙың, гувернанткаларҙың, яҙмышы, әлбиттә, көнләшерлек булмай. Британия ғаиләләренең байтаҡ өлөшө француз һәм немец ҡатын-ҡыҙҙарын гувернантка вазифаһына яллаған.

Билдәле гувернёрҙар һәм гувернанткалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Жанлис, Стефани-Фелисит Дюкре де Сент-Обен
  • Бронте Шарлотта
  • Лагарп Фредерик Цезарь
  • Ромм Шарль-Жилбер
  • Жуковский Василий Андреевич
  • Будри Давид де
  • Леонуанс Анна
  • Currer Bell «Jane Eyre» («Джейн Эйр») (1847)
  • Henry James «The Turn of the Screw» («Поворот винта») (1898)
  • Anne Brontë «Agnes Grey» («Агнес Грей») (1847)
  • William Makepeace Thackeray «A Novel without a Hero» («Ярмарка тщеславия») (1848)
  • Владимир Набоков «Mademoiselle O» («Мадемуазель О.») (1936)
  • Категория: Гувернанткалар
  1. Гувернёр // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  2. Гувернантка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)