Эстәлеккә күсергә

Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәүис Ғиниәт улы Гәрәев
Тыуған көнө

24 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Шаран районы, Түбәнге Зәйет ауылы

Вафат көнө

3 июнь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (56 йәш)

Вафат урыны

Татарстан, Ҡазан ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

ауыл хужалығы

Эшләгән урыны

Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты

Альма-матер

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы

Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы (24 апрель 1949 йыл3 июнь 2005 йыл) — ғалим-агроном. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000).

Рәүис Ғиниәт улы Гәрәев 1934 йылдың 10 декабрендә Башҡортостан АССР-ы Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында тыуған.

1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

1970—1972 йылдарҙа Шаран районының «Ыҡ» колхозының баш иҡтисадсыһы булып эшләй.

1973 йылда Татар АССР-ына күсә. 1979 йылдан КПСС‑тың Тәтеш район комитетының бүлек мөдире, секретары була.

1985 йылдан Татар АССР-ы ауыл хужалығы министрының 1-се урынбаҫары вазифаһын үтәй.

1986 йылдан Ҡазанда «Татрапс» производство-ғилми берекмәһенең генераль директоры вазифаһын башҡарған.

1996 йылдан Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының директоры була.

1998—2004 йылдарҙа «Татарстан баҫыуы» («Нива Татарстана») журналының баш мөхәррире вазифаһын үтәй.

2005 йылдың 3 июнендә Ҡазан ҡалаһында вафат була.

Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәй Федерацияһы шарттарында рапс үҫтереү технологияһының ғилми‑етештереү нигеҙҙәрен булдырыу мәсьәләләренә арналған. 100-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр һәм китаптар, шулай уҡ 4 уйлап табыу авторы.

  • Рапс в системе мирового сельского хозяйства. — Казань, 1997.
  • Методологические подходы и опыт организации деятельности научного учреждения в современных условиях. — Казань, 2000.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995)
  • Татарстан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премия лауреаты (1997).
  • Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000)

Ҡазан ҡалаһы урамдарының береһе Рәүис Гәрәев исемен йөрөтә.