Делакруа Эжен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Делакруа бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Делакруа (мәғәнәләр).
Эжен Делакруа
Eugène Delacroix

Автопортрет, 1837
Исеме:

Фердинан Виктор Эжен Делакруа

Тыуған:

26 апрель 1798({{padleft:1798|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Париж

Үлгән:

13 август 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[4][1][2][…] (65 йәш)

Үлгән урыны:

Париж, Икенсе француз империяһы[d][1][5]

Ил:

 Франция[6][7]

Жанр:

историческая живопись
натюрморт

Уҡыған урыны:

Полное образование в высшей школе изящных искусств

Стиль:

романтизм

Имза:

Викимилектә эштәре

Фердинан Виктор Эжен Делакруа (франц. Ferdinand Victor Eugène Delacroix; 17981863); 17981863) — француз рәссамы һәм графигы, Европа һынлы сәнғәтендә романтик йүнәлеш етәксеһе. Ул теүәл академизм ҡағиҙәләренән ситкә китеп, милли француз романтик мәктәбен етәкләй. Рәсми танылыуына тиклем күп йылдар үтә һәм уның сәнғәте тик ғүмеренең ахырында ғына таныла, Делакруа Францияның күп йәш рәссамдарының кумиры була. «Свобода, ведущая народ» картинаһы тарихта иң күренекле эше булараҡ, рәссамға донъя күләмендәге танылыу килтерә.

Бала сағы һәм йәшлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эжен Делакруа 1798 йылдың 26 апрелендә Париж биҫтәһендә тыуған. Рәсми рәүештә уның атаһы тип сәйәси эшмәкәр, элекке сит ил эштәре министры Шарль Делакруа иҫәпләнә, әммә Эжендың ысынында ҡөҙрәтле Шарль Талейран, Наполеондың сит эштәре министры, ә һуңынан 18141815 йылдарҙа тарихи Вена конгресының француз делегацияһы башлығынынң никахтан тыш тыуған улы тигән имеш-мимештәр йөрөй. Ҡайһы берҙә атаһы тип Наполондың үҙен дә иҫәпләйҙәр. Нисек кенә булмаһын, малай ысын мәғәнәһендә шаян булып үҫә. Рәссамдың балалыҡ дуҫы, Александп Дюма «өс йәшендә инде Эжен аҫылып та төшә, утта ла яна, һыуға ла бата һәм ағыу ҙа эсә» — яңылыш муйыны тирәләй аттарға һоло ашатҡан тоҡто урап саҡ-саҡ «аҫылынып үлмәй»; уның карауаты өҫтөндәге серәкәйҙәргә ҡаршы селтәр тоҡанып китеп тә «яна»; Бордола һыу инеп йөрөгән ваҡытта һыуҙа «бата»; йәшел буяу йотоп та «ағыулана».

Бөйөк Людовик лицейында уҡыған йылдары ғына тынысыраҡ була, унда малай һүҙ һәм һынлы сәнғәткә ҙур һәләттәрен күрһәтә һәм хатта һүрәт һәм классик әҙәбиәттәге белеме өсөн приздар ала. Хуждожество һәүәҫлеген Эжен данлыҡлы ағас оҫтаһы ғаиләнән булған әсәһе Викториянан мираҫ итеп алыуы мөмкин, ләкин һынлы сәнғәт менән ысын мауығыуы уның Нормандияла тыуа — ул, ғәҙәттә, натуранан һүрәт төшөрөргә юлланған ағаһын оҙатып йөрөй[8].

Делакруаға үҙенең артабанғы яҙмышы тураһында иртә уйланырға тура килә. Эженды шунан һуң апаларына ебәрәләр. Әммә апаһы тиҙҙәнауыр финанс хәленә эләгә. 1815 йылда егет үҙ ҡарамағына ҡала; ул артабан нисек йәшәргә икәнлеген хәл итергә тейеш була. Һәм билдәле классицист Пьер Нарсис Герендың оҫтаханаһына эшкә инеп, һайлау яһай (1774—1833). 1816 йылда Делакруа Герен уҡытҡан Нәфис сәнғәттәр мәктәбенең уҡыусыһы була. Бында академизм хөкөм һөрә, һәм Эжен арымай-талмай гипс күсермәләрҙе һәм шәрә натурщиктарҙы яҙа. Был дәрестәр рәссамға һүрәт техникаһын үҙләштерергә ярҙам итә. Әммә Делакруа өсөн ысын университет булып Лувр һәм йәш рәссам Теодор Жерико менән аралашыу тора. Луврҙа ул элекке оҫталарҙың эштәренә таң ҡала. Шул ваҡытта Наполеон һуғышы ваҡытында яулап алынған һәм хужаларына ҡайтарылмаған күп кенә картиналарҙы күрергә була. Йәш рәссамды бөйөк колористар — Рубенс, Веронезе һәм Тициан. Бонингтон йәлеп итә, үҙ сиратында, Делакруа инглиз аквареле һәм Шекспир һәм Байрон ижады менән таныша. Әммә Теодор Жерико уға ҙур йоғонто яһай.

1818 йылда Жерико француз романтизмына нигеҙ һалған «Плот Медузы» картинаһы өҫтөндә эшләй. Үҙенең дуҫына бер ҡиәфәттә тороп, Делакруа һынлы сәнғәт тураһында ғәҙәти төшөнсәләрҙе юҡҡа сығарыусы композицияның тыуыуына шаһит була. Һуңғараҡ Делакруа тамамланған картинаны күреп, «аҡылдан яҙған кеүек таң ҡалып йүгереп китеүен һәм йортона тиклем туҡтай алмауын» хәтерләй.

Делакруа һәм һынлы сәнғәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Делакруаның беренсе картинаһы булып үҙе Салонға ҡуйған «Ладья Данте» (1822) картинаһы тора. Хәйер, ул әллә ни (Жериконың «Плот» картинаһы килтергән фурор һымаҡ) шау-шыулы уңыш килтермәй. Делакруаға уңыш ике йылдан һуң, 1824 йылда үҙе Салонға ҡуйған «Резню на Хиосе» картинаһынан һуң килә, унда ул Грецияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн күптән булмаған һуғыштың фажиғәләрен һүрәтләй. Бодлер был картинаны «яҙмыштың һәм ғазаптың шомло гимны» тип атай. Күп тәнҡитселәр Делакруаны саманан тыш натурализмда ғәйепләй. Шуға ҡарамаҫтан, төп маҡсатҡа өлгәшелә: йәш рәссам үҙе тураһында белдерә.

Салонға ҡуйылған киләһе эше «Смерть Сарданапала» тип атала, әйтерһең ул, рәхимһеҙлекте кинәнеп күрһәтеп һәм билдәле сексуаль ләззәттән ситләшмәй, үҙенең яманлаусыларының асыуын аңлы рәүештә ҡабарта. Картинаның сюжетын Делакруа Байрондан ала. «Хәрәкәт бик яҡшы бирелгән, — тип яҙа уның ошоға оҡшаш бер картинаһы тураһында тәнҡитселәрҙең береһе, — әммә был картина туранан-тура ҡысҡыра, янай һәм көфөр һүҙ һөйләй».

Делакруа ижадының беренсе осорона ҡараусы һуңғы ҙур картинаһын рәссам хәҙерге заманға арнаған.

Свобода, ведущая народ, 1830, Лувр
Смерть Сарданапала

Июлендә 1830 йылдың июлендә Париж Бурбондар монархияһына ҡаршы баш күтәрә. Делакруа баш күтәреүселәргә теләктәшлек белдерә, был уның «Свободе, ведущей народ» картинаһында сағылыш таба (был әҫәр беҙҙә шулай уҡ «Свобода на баррикадах» исеме аҫтында билдәле»). 1831 йылда Салонда ҡуйылған һүрәт тамашасының дәррәү хуплауын таба. Яңы хөкүмәт картинаны һатып ала, әммә шул уҡ ваҡытта уны кисекмәстән алырға бойора, уның артыҡ пафосы ҡурҡыныс тойола.

Көнбайыш стенала Делакруа фрескалары

Был ваҡытҡа, күрәһең баш күтәреүсе роле Делакруаны ялҡыта. Яңы стиль эҙләү күренеп тора. 1832 йылда рәссамды Мароккоға барыуға йүнәлтелгән рәсми дипломатик миссия составына индерәләр. Был сәйәхәткә юлланып, Делакруа был сәфәрҙең артабанғы ижадына ныҡ йоғонто яһарын уйламай ҙа. Фантазияларында ҡабарынҡы, шау-шыулы һәм байрамса күренгән Африка донъяһы, уның күҙ алдында тыныс, патриархаль, үҙенең йорт хәстәрҙәренә, ҡайғы һәм шатлыҡтарына сумған булып күренә. Был ваҡытта юғалған Грецияны хәтерләткән боронғо донъя була. Мароккола Делакруа йөҙләгән эскиз яһай, ә һуңынан сәйәхәттән алған тәьҫораттары уның бөткөһөҙ илһам сығанағы булып хеҙмәт итә. «Арабы, играющие в шахматы» картинаһы сәфәрҙән һуң 15 йыл үткәс яҙыла һәм һинд һәм фарсы миниатюраһының айырым стилистик элементтарын сағылдыра.

Францияға ҡайтҡас, уның хәле яҡшыра. Рәсми заказдар күбәйә. Шундай беренсе монументаль эше булып Бурбон һарайында башҡарылған биҙәктәре тора (18331847)[9]. Бынан һуң Делакруа Люксембург һарайын (18401847) биҙәү өҫтөндә эшләй һәм Луврҙың түшәменә биҙәктәр һала (18501851). Ул ун ике йылын Сен-Сюльпис сиркәүенә фрескалар эшләүгә арнай (18491861).

Ғүмере аҙағында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фрескалар өҫтөндәге эшкә рәссам ҙур энтузиазм менән ҡарай. «Минең бумаланы көткән ҙур диуар менән йөҙгә йөҙ ҡалһам, минең йөрәк һәр ваҡыт йышыраҡ тибә башлай» - тип яҙа рәссам. Йәш үтеү менән Делакруаның нәтижәлелеге кәмей. 1835 йылда уның етди тамаҡ сире табыла, ул йә көсәйеп, йә тынып, ахырҙа ҡәбергә илтә. Делакруа йәмәғәт эшенән ситләшмәй, даими төрлө йыйылыштарға, ҡабул итеүҙәргә һәм Париждың билдәле салондарына йөрөй. Уның килеүен һыр ваҡыт көтөп алалар — рәссам үткер аҡылы, кейеүенең һәм манераларының ҡупшылығы менән айырылып тора. Шул уҡ ваҡытта шәхси тормошо сит күҙҙәрҙән йәшерен була. Оҙаҡ йылдар баронесса Жозефина де Форже менән бәйләнеш тота, ләкин уларҙың романы туй менән тамамланмай.

1850 йылдарҙа уның танылыуы һис шикһеҙ була. 1851 йылда рәссам Париждың ҡала советына һайлана, 1855 йылда Почётлы легион ордены менән бүләкләнә. Шул уҡ йылда Бөтә донъя Париж күргәҙмәһе сиктәрендә Делакруаның шәхси күргәҙмәһе ойошторола. Рәссам үҙе тамашасының уны тик элекке эштәре буйынса ғына белеүен һәм улар ғына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын күреп, әсенә. 1859 йылда Салонда ҡуйылған Делакруаның һуңғы картинаһы һәм Сен-Сюдьпис сиркәүе өсөн 1861 йылда тамамланған фрескалары иғтибарһыҙ ҡала.

Был һалҡынлыҡ, 1863 йылдың 13 авгусында Париж йортонда тамаҡ ауырыуынан шым һәм тыныс ҡына вафат булыусы 65 йәшлек Делакруаның байышын һөрөмләтә. Парижда Пер-Лашез зыяратында ерләнә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Луврҙа бөтөн картиналар залы — Делакруа залы бар[10].
  • Делакруа хөрмәтенә Меркурийҙа кратер аталған
  • Британия рок-группаһы Coldplay үҙенең Viva la Vida or Death and All His Friends и Prospekt's March альбомдарын биҙәүҙә Делакруаның эштәрен ҡуллана[11].

Эжен Делакруа музейы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эжен Делакруа музейы

Эжен Делакруаның милли музейы Париждың 6-сы округында, Фюрстенберг урамы, 6-сы йортта урынлашҡан. Шишәмбенән тыш көн һайын асыҡ, инеү хаҡы 6 евро.

Делакруаның музейы уның һуңғы фатиры урынлашҡан йортта ойошторолған: ул унда 1857 йылдың 28 декабрендә күсә һәм 1863 йылдың 13 авгусында вафатына тиклем шунда йәшәй. 1929 йылда рәссам мираҫы йәмғиәте (Société Des Amis d’Eugène Delacroix) ойошторола, ул 1952 йылда, шул ваҡытта авария хәлендә булған музей бинаһын һатып ала. 1954 йылда бина француз хөкүмәтенә тапшырыла. 1971 йылда ул милли музей була, ә 1999 йылда уны уратып алған баҡса реконструкциялана. Был бинала үҙенең 1945 йылдың 9 июлендә вафатына тиклем француз рәссамы Леон Прентан йәшәгән һәм эшләгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118524461 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Eugène Delacroix (нидерл.)
  4. L'Humanité (фр.)RF: 1998. — ISSN 0242-6870; 2496-8617
  5. https://rkd.nl/explore/artists/21569
  6. (unspecified title) — 2016.
  7. LIBRIS — 2012.
  8. По материнской линии Эжен Делакруа состоял в родстве с известным портретистом Анри-Франсуа Ризенером — мать Виктории Обен была женой прославленного Ж.−А. Ризенера, а дядюшка А.-Ф. Ризенер оказал на формирование художника известное влияние. (Французская живопись XIX века. От Давида до Фантен−Латура. «Аврора». Ленинград. 1972. С.50; Жюллиан Ф. Эжен Делакруа. «Терра». Москва. 1996. С.8)
  9. В числе ассистентов и соавторов, работавших над росписями во Дворце Бурбонов, был и художник Луи де Плане, оставивший о сотрудничестве с Делакруа подробные записки, впервые опубликованные, правда, только в XX веке («Воспоминаниях о живописи с г-ном Эженом Делакруа». Издательство Арман Колен, Париж, 1929).
  10. Музей Лувр: Принципы экспозиции
  11. 1356 Battle of Poitiers, 1830, Eugčne Delacroix (1798—1863) photo — Brian McMorrow

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • По материалам из книги «Энциклопедия импрессионизма и постимпрессионизма»/ Сост. Т. Г. Петровец. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2000. −320 с.: ил.
  • Использованы материалы: «Художественная галерея. Делакруа», № 25, 2005.
  • Бенцони. Ж. Э. Делакруа. По материалам из книги «Волки Лозарга», 2010.
  • Булгаков, Ф. И. Эжен Делакруа // Сто шедевров искусства. — СПб. : изд. ред. «Нового журнала иностранной литературы», 1903. — С. 27—28.
  • Гастев А. А. Делакруа. — М. : Молодая гвардия, 1966. — 224 с. — (ЖЗЛ; Вып. 427). — 115 000 экз.
  • Гойхман Е. Г. Творчество Эжена Делакруа и образ Средневековья в искусстве романтизма рубежа 1820—1830-х годов 2016 йыл 6 март архивланған. // Актуальные проблемы теории и истории искусства: сб. науч. статей. Вып. 3. / Под ред. С. В. Мальцевой, Е. Ю. Станюкович-Денисовой. — СПб.: НП-Принт, 2013. С. 450—457. — ISSN 2312—2129
  • Дьяков Л. А. Э. Делакруа. М., 1973.
  • Кожина Е. Ф. Эжен Делакруа. Альбом. М., 1961.
  • Прокофьев, В. Н. Делакруа — теоретик, критик, историк искусства // Эжен Делакруа. Мысли об искусстве. О знаменитых художниках. — М., 1960.
  • Ситник, К. А. Э. Делакруа. — М., 1947.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]