Довлатов Сергей Донатович
Довлатов Сергей Донатович | |
рус. Сергей Донатович Довлатов | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Сергей Донатович Мечик |
Тыуған көнө | 3 сентябрь 1941[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 24 август 1990[2][1][3][…] (48 йәш) |
Вафат булған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[2] |
Үлем сәбәбе | йөрәк етешмәүсәнлеге[d] |
Ерләнгән урыны | Маунт-Хеброн[d] |
Атаһы | Мечик, Донат Исаакович[d] |
Хәләл ефете | Пекуровская, Ася Марковна[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист, экскурсовод, хәбәрсе, баш мөхәррир |
Уҡыу йорто |
Школа № 206[d] Высшая школа журналистики и массовых коммуникаций[d] |
Әүҙемлек урыны | Таллин[2] |
Довлатов Сергей Донатович Викимилектә |
Довлатов Сергей Донатович (паспорты буйынса — Довлатов-Мечик; 3 сентябрь 1941 йыл, Өфө — 24 август 1990 йыл, Нью-Йорк) — СССР һәм АҠШ[5] прозаигы, журналист.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Донатович Довлатов 1941 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә театр режиссёры ғаиләһендә тыуа[6]. Атаһы, Донат Мечик Исаакович (1909—1995), йәһүд, әсәһе Нора Степановна (1908—1999) милләте буйынса әрмән, актёр, ә һуңынан корректор. Был ҡалаға уның ата-әсәһе 1941 йылдың июлендә Ленинградтан эвакуацияланып килә һәм өс йыл Гоголь урамы, 56 НКВД хеҙмәткәрҙәре йортонда йәшәй.
1944 йылдан Ленинградта Рубинштейн урамы, 23-сө йортта йәшәй. 1959 йылда Ленинград дәүләт университеты филология факультетының фин теле бүлегенә уҡырға инә һәм унда ике йыл ярым уҡый[7]. Ленинград шағирҙары Евгений Рейн[8], Анатолий Найм, Иосиф Бродский һәм яҙыусы Сергей Вольф, рәссам Александр Нежданов менән аралаша. Университеттан өлгәшмәгәне өсөн ҡыуыла.
Коми Республикаһында (ҡасаба Чиньяворык) холоҡ төҙәтеү колонияһын һаҡлаған эске ғәскәрҙәр часенда өс йыл хеҙмәт итә. И. Бродскийҙың хәтирәләре буйынса[9], Довлатов армиянан «Толстой Ҡырымдан бер төргәк хикәйәләр һәм ҡарашындағы ниндәйҙер аптырау менән ҡайтҡан кеүек» ҡайта.
Артабан Сергей Довлатов Ленинград университетының журналистика факультетына уҡырға инә, Ленинград караптар төҙөү институтында студенттарҙың «За кадры верфям» күп тиражлы гәзитендә эшләй, хикәйәләр яҙа.
Институттан һуң Ленинград оптик-механик берекмәһенең «Знамя прогресса» гәзитендә эшләй[10][11].
Марамзин, Ефимов, Вахтин һәм Губин ойошторған «Горожане» әҙәби-ижад төркөмөнә саҡырыла"[12]. Вера Панованың әҙәби секретары булып эшләй[13].
1972 йылдың сентябрь айынан алып 1975 йылдың мартына тиклем Эстон ССР-ында йәшәй. Таллин ҡалаһы пропискаһын алғанға тиклем ҡаҙанлыҡта ике ай самаһы кочегар булып эшләй, шул уҡ ваҡытта «Советская Эстония» гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе була. Аҙаҡ эстон диңгеҙ пароходсылығы сығарған «Моряк Эстонии» аҙналыҡ гәзитенә эшкә алына һәм яуаплы секретарь вазифаһын биләй. «Вечерний Таллин» ҡала гәзитенең штаттан тыш хеҙмәткәре була.[14].
1972 йылдың йәйендә «Совет Эстония» гәзитенең мәғлүмәттәр бүлегенә эшкә алына. «Компромисс» китабына ингән хикәйәләрендә Довлатов «Советская Эстония» гәзитендә корреспондент сифатында үҙенең журналист практикаһы тарихын һүрәтләй һәм редакция эше һәм журналист коллегаларының тормошо тураһында хикәйәләй. «Пять углов» тип исемләнгән беренсе китабының наборы Эстония ССР-ы КГБ-һы күрһәтмәһе буйынса «Ээсти Раамат» нәшриәтендә юҡ ителә[15].
Псков эргәһендәге Пушкин ҡурсаулығында экскурсовод булып эшләй (Михайловка).
1975 йылда Ленинградҡа ҡайта. «Костёр» журналында эшләй[16].
Проза яҙа. Журналдар идеологик сәбәптәр арҡаһында уның әҫәрҙәрен кире ҡаға. Тик «Нева» журналында повесы һәм «Йәшлектә» производство темаһына яҙылған «Интервью» (1974) хикәйәһе баҫылып сыға, һуңғыһына шаҡтай ҙур аҡса 400 һум ала[17][18]. Шулай уҡ «Нева», «Йондоҙ» баҫмаларында 10-дан ашыу рецензияһы баҫылып сыға[19].
Довлатов әҫәрҙәрен үҙнәшерҙә, шулай уҡ «Континент», «Заман һәм беҙ» эмигрант журналдарында баҫтырып сығара[20]. 1976 йылда СССР журналистар союзынан төшөп ҡала.
1978 йылдың август айында Довлатов властарҙың эҙәрлекләүҙәре арҡаһында СССР-ҙан эмиграциялана һәм Нью-Йорктың Форест-Хилс районында урынлаша, бында ул «Яңы американлы» аҙна гәзитенең баш мөхәррире була. Редколлегияһының ағзалары булып Борис Меттер, Александр Генис, Петр Вайль, балет һәм театр фотографы Нина Аловерт, шағир Григорий Рыскин һ. б. була. Гәзит эмигрант даирәһендә тиҙ арала популярлыҡ яулай. Бер-бер артлы прозаһының китаптары сыға. 1980 йылдарҙың уртаһына Довлатов ҙур уңышҡа өлгәшә, әҫәрҙәрен абруйлы «Partisan Review» һәм «The New Yorker» журналдарында баҫтырып сығара.
Ун ике йыл эмиграцияла АҠШ-та һәм Европала ун ике китап сығара. Тәүге әҫәрҙәрен матбуғатҡа әҙерләп, уларҙы кире күсерә[21], ә васыятында СССР-ҙа яҙылған китатарын баҫтырып сығарыуға булған тыйыуын аңлата[22]. СССР-ҙа яҙыусыны үҙнәшер һәм «Азатлыҡ» радиоһынан автор тапшырыуҙары аша ғына беләләр.
Сергей Довлатов 1990 йылдың 24 авгусында Нью-Йоркта 48 йәшендә йөрәк ауырыуынан вафат була. Нью-йорктың Куинс районында йәһүдтәрҙең «Маунт-Хеброн» зыяратында ерләнә[23].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Довлатов рәсми рәүештә ике тапҡыр өйләнгән була.
- Беренсе ҡатыны: Ася Пекуровская, никахтары 1960 йылдан 1968 йылға тиклем дауам итә.
- 1970 йылда, инде айырылышҡас, уларҙың ҡыҙҙары — Мария Пекуровская тыуа, әлеге ваҡытта Universal Pictures кинокомпанияһының реклама бүлегендә вице-президент[24]. 1973 йылда СССР-ҙан АҠШ-ҡа эмиграциялана.
- Фактик ҡатыны: Тамара Зибунова[25].
- Ҡыҙы Александра (1975 й.).
- Икенсе ҡатыны: Довлатова Елена (тыумыштағы Ритман)[26].
- Ҡыҙы Екатерина (1966 й.).
- Улы Николай (Николас Доуль; 1981 йылдың 23 декабрендә[27]), АҠШ-та тыуа.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тере сағындағы баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1978 йылға тиклем СССР осоронда баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәренең береһен дә бер ниндәй шарттарҙа ла ҡабаттан баҫтырып сығарыуға Довлатов рөхсәт бирмәй[28].
Баҫылып сыҡҡан китаптарының исемлеге:
- Невидимая книга — Анн-Арбор: Ardis Publishing, 1977
- Соло на ундервуде: Записные книжки — Париж: Третья волна, 1980
- Компромисс — Нью-Йорк: Серебряный век, 1981
- Зона: Записки надзирателя — Анн-Арбор: Эрмитаж, 1982
- Заповедник — Анн-Арбор: Эрмитаж, 1983
- Марш одиноких — Холиок: New England Publishing, 1983
- Наши — Анн-Арбор: Ardis Publishing, 1983 Соло на ундервуде: Записные книжки — 2-е издание, дополненное — Холиок: New England Publishing, 1983
- Демарш энтузиастов (соавторы Вагрич Бахчанян, Наум Сагаловский) — Париж: Синтаксис, 1985
- Ремесло: Повесть в двух частях — Анн-Арбор: Ardis Publishing, 1985
- Иностранка — Нью-Йорк: Russica Publishing, 1986
- Чемодан — Тенафлай: Эрмитаж, 1986
- Представление — Нью-Йорк: Russica Publishing, 1987
- He только Бродский: Русская культура в портретах и анекдотах (соавтор Мария Волкова) — Нью-Йорк:
- Слово, 1990
- Записные книжки — Нью-Йорк: Слово, 1990
- Филиал — Нью-Йорк: Слово, 1990
Үлгәндән һуңғы ҡайһы бер баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заповедник — Л.: Васильевский остров, 1990.
- Зона; Компромисс; Заповедник — М.: ПИК, 1991.
- Сергей Довлатов. Собрание прозы в трёх томах, иллюстрации Александра Флоренского, 3 тома. — Лимбус-пресс, СПб., 1995. — ISBN 5-8370-0307-X.
- Сергей Довлатов. Малоизвестный Довлатов. Сборник, иллюстрации Александра Флоренского. — АОЗТ «Журнал „Звезда“», СПб., 1995. — ISBN 5-7439-0021-3..
- Сергей Довлатов. Собрание сочинений, 4 тома. — Азбука-Классика, СПб., 2003—2004. — ISBN 5-352-00079-6.
- Уроки Чтения. Филологическая проза. — СПб.: Азбука, 2010. — 384 с. — ISBN 978-5-9985-0845-5. (Первое комментированное издание записных книжек и эссе о литературе)
- С. Довлатов. Жизнь и мнения. Избранная переписка. СПб.: Журнал «Звезда», 2011. 384 с., 5000 экз., ISBN 978-5-7439-0156-2
- Довлатов С. Последняя книга: Рассказы, статьи. — СПб.: Азбука, Азбука-Аттикус, 2011. — 608 с. + вкл. (16 с.), ISBN 978-5-389-02233-1
Экранлаштырылған әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1992 — «Тура юл буйлап», реж. Сергей Члиянц — С. Довлатов хикәйәләре мотивтары буйынса
- 1992 — «Ҡаты режимдың комедияһы», реж. Виктор Студенников һәм Михаил Григорьев — «Зона» әҫәренең фрагменты буйынса экранлаштырылған
- 2015 — «Гүзәл дәүерҙең бөтөүе», реж. Станислав Говорухин — «Компромисс» әҫәрҙәре йыйынтығы буйынса экранлаштырыла
- 2018 — «Довлатов», реж. Алексей Герман. — 70-се йылдар башында Довлатовтың Ленинградтағы бер нисә көн тормошо һүрәтләгән биографик фильм. Ҡайһы бер сюжет һыҙығы нигеҙҙәрендә Сергей Довлатовтың төрлө йылдарҙағы хикәйәләре ята.
Довлатовтың һәм Ефимовтың хатлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2001 йылда «Захаров» нәшриәте китабы сығарыла «Сергей Довлатов — Игорь Ефимов. Эпистоляр роман» тигән китап баҫтырып сығара[29]. Китапта Довлатовтың 1979 йылдан алып 1989 йылға тиклем Ефимов менән хатлашыуы тураһында яҙыла. Ефимов был хаттарҙы баҫтырып сығарыу буйынса бер нисә нәшриәткә мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә авторлыҡ хоҡуҡтарын сәбәп итеп улар баш тарта. Довлатов үҙе тере сағында был хаттарҙы баҫтырып сығарыуға ҡаршы була, ул турала бер хатында ла яҙа. Яҙыусының тол ҡалған ҡатыны, Елена Довлатова ла, иренең васыятына ярашлы, быға ҡаршы була. Захаров нәшриәте хат алышыуҙы баҫтырып сығарырға ҡарар итә, ул быны нәшриәттең уҡыусылар алдындағы яуаплылығы Довлатов ғаиләһе алдындағы яуаплылыҡҡа ҡарағанда күберәк тип иҫбатлай. Әммә Елена Довлатоваға һәм уның ҡыҙы Екатеринаға рәсәй судында, 15 мең дана китап һатылғандан һуң бер йыл үткәс, был хаттарға үҙҙәренең хоҡуғын иҫбат итергә һәм баҫтырып сығарыуҙы тыйыуға ирешеү мөмкинлеге була. Суд Елена Довлатованың был китаптарҙы юҡ итеү тураһындағы талабын кире ҡаға[30]
Ленинград адресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1944—1972 — Рубинштейн урамы, 23;
- 1975—1978 — Рубинштейн урамы, 22.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2007 йылдың 3 сентябрендә 15:00 сәғәттән Санкт-Петербургта, Рубинштейн урамындғы 23-сө йортта яҙыусыға мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтә. Мемориаль таҡтаташ авторы Рәсәй Рәссамдаы союзы ағзаһы Алексей Архипов. Сарала мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт әһелдәре, ҡала хөкүмәте ағзалары ҡатнаша. Тантанаға яҙыусының тол ҡатыны Елена Довлатова һәм «Халыҡ-ара Сергей Довлатов фонды» етәксеһе, әҙиптең ҡыҙы Екатерина килә[31]
- 2003 йылдың 3 сентябрендә Таллин ҡалаһында Сергей Довлатов хөрмәтенә Вабрику урамындағы № 41 йорт стенаһына мемориаль таҡта беркетелә (1990 йылдар башында — И. В. Рабчинский урамы), был квартирала яҙыусы өс йылдай йәшәй (1972—1975). Мемориаль таҡта эстон скульпторы Ирина Рятсепп тарафынан эшләнә, «Dovlatov memo» эстон йәмғиәте комитетының аҡсаһына һәм уның инициативаһы менән, өлөшләтә Мәскәү хөкүмәтенең финанс ярҙамы менән ҡуйыла.
- Сергей Довлатов хөрмәтенә «Йондоҙ» журналы тапшырған әҙәби Довлатов премияһы булдырыла.
- 2008 йылда «Нева башняһы» галерея проекты һәм «Б&Ф» ҡулдан баҫтырып сығарыу студияһы «Сергей Довлатовтың әҫәрҙәренә А.Флоренскийҙың һүрәттәре» эстамптар альбомын сығара. 2011 йылда С.Довлатовтың тыуыуына 70 йыл айҡанлы «Довлатовтың тирә-яҡтары» тип аталған эстамптар альбомы сығарыла.
- 2011—2012 йылдарҙа Довлатов көндәре сиктәрендә яҙыусының тыуыуына 70 йыл айҡанлы «Довлатовтың тирә-яҡтары» тип аталған күргәҙмә проекты үтә. Яҙыусының беренсе өс (дүрт) томлығына Александр Флоренскийҙың эстамптар күргәҙмәһе бөтә довлатов урындарында: Ленинград, Таллин, Пушкин Тауҙары һәм Нью-Йорк ҡалаларында үтә.
- Яҙыусы Сергей Довлатовтың йорт -музейы 2011 йылдың 3 сентябрендә Пушкин Тауҙарында асыла.
- 2011 йылдың 26 ноябрендә Өфөлә Гоголь урамы буйлап 56-сы һанлы йорттоң фасадына иҫтәлекле таҡта ҡуйыла, яҙыусы был йортта тыуып, үҙенең баласағын үткәргәнен күп тапҡыр әҫәрҙәрендә телгә ала.
- 2014 йылдың 7 сентябрендә Нью-Йоркта Сергей Довлатов урамы асыла[32].
- Рәсәйҙә Сергей Довлатов исеме менән иң тәүҙә 2014 йылдың 28 авгусында Ухта ҡалаһындағы урам атала[33], бында Довлатов армияла хеҙмәт иткән осоронда бер нисә тапҡыр була.
- 2016 йылдың 4 сентябряендә Санкт-Петербургта Рубинштейн урамындағы 23-сө һанлы йорт алдына Сергей Довлатовтың тыуыуына 75 йыл айҡанлы (скульптор Вячеслав Бухаев) һәйкәл асыу тантанаһы үтә[34][35][36][37][38].
Мәҙәни йоғонтоһо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1994 йылда Петр Штейн А. П. Чехов исемендәге Мәскәү Художество театрында Сергей Довлатовтың тормош мотивтарына һәм «Зона: Төрмә һаҡсыһы яҙмалары», «Ҡурсаулыҡ» әҫәрҙәренә ҡоролған «Яңы американлы» спектаклен ҡуя. Сергей Довлатовты Дмитрий Брусникин уйнай. Спектакль Мәскәү художество театрының бәләкәй сәхнәһендә 20 йылдан ашыу уңыш менән бара.
- Веллер Михаил автобиографик повесының береһе «Сережа Довлатовтың бәкеһен» атай
- Сергей Довлатовтың «Зона», «Сумаҙан», «Хикәйәләр», «Ҡурсаулыҡ» әҫәрҙәре Рәсәй мәғарифы министрлығы һәм фәне менән уҡыусыларға үҙаллы уҡыу өсөн 100 китап исемлегенә индерелгән.
- Довлатов — сирек быуат дауамында иң уҡылған һәм әҫәрҙәре күп һәм йыш баҫылып сыҡҡан яҙыусы. Иосиф Бродский, А. Солженицын менән бер рәттән ул XX быуатта көнбайышта иң билдәле рус телле автор.
- Довлатовтың әҫәрҙәре донъяның утыҙҙан ашыу теленә тәржемә ителә. Ун әҫәре «Нью-Йоркер» элита журналында баҫылып сыҡҡан берҙән-бер рус телле яҙыусы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #119538156 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Sergei Dovlatov // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Sergei Donatovich Dovlatov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ В Нью-Йорке решат вопрос о присвоении одной из улиц имени Довлатова
- ↑ Родня и факты биографии
- ↑ Сергей Донатович Довлатов . www.ozon.ru. Дата обращения: 19 август 2008.
- ↑ Евгений Рейн. Мне скучно без Бродского и Довлатова . «Дело» (19 ғинуар 2004). Дата обращения: 19 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Иосиф Бродский. О Сереже Довлатове . официальный сайт Г. А. Явлинского (3 сентябрь 2003). Дата обращения: 19 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года. 2012 йыл 25 ғинуар архивланған.
- ↑ Какую роль в судьбе Довлатова сыграл фаршированный перец 2016 йыл 5 сентябрь архивланған.
- ↑ Сергей Довлатов. Из неизвестного
- ↑ Игорь Ефимов. Расширяя границы возможного . журнал «Новый Берег», № 10, 2005. Дата обращения: 19 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Сергей Довлатов. Соло на ундервуде.
- ↑ Татьяна Скрябина. Довлатов, Сергей Донатович . энциклопедия «Кругосвет». Дата обращения: 19 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Евгений Рейн. Несколько слов вдогонку. — Журнал «Звезда». — СПб., 1994, № 3.
- ↑ Довлатов Сергей Донатович . www.sem40.ru. Дата обращения: 19 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Сергей Довлатов. Как заработать 1000 (тысячу) рублей // Невидимая книга. — 1977.
- ↑ Тамара Зибунова. Пылесос работает до сих пор . «Новая газета» (22 август 2002). Дата обращения: 19 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года. 2011 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Игорь Сухих. Филолог Довлатов. Зачет по критике // Сергей Довлатов. Блеск и нищета русской литературы. — СПб.: Азбука,, М.: Азбука-Аттикус, 2010.
- ↑ Сергей Довлатов. «Дар органического беззлобия», интервью Виктору Ерофееву . Дата обращения: 19 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ А. Арьев. Наша маленькая жизнь // Сергей Довлатов. Собрание прозы в 3 томах. Т. 1. — СПб.: Лимбус-пресс, 1993.
- ↑ А. Арьев. Библиографическая справка // С. Довлатов. Собрание сочинений в 4 томах. Т. 1. — М.: Азбука, 1999.
- ↑ Довлатов и окрестности. «Смерть и другие заботы» 2011 йыл 3 октябрь архивланған., А. Генис на Радио «Свобода», 18 апреля 2007
- ↑ TERRA NOVA 2005 04 03 — Pekurovskaya 2014 йыл 8 апрель архивланған.
- ↑ Жизнь (биография) :: Сергей Довлатов
- ↑ Sergei Dovlatov Biography
- ↑ Упомянут в письме Игорю Ефимову от 24 ноября 1982 (Сергей Довлатов — Игорь Ефимов. Эпистолярный роман. — М.: Захаров, 2001.)
- ↑ Здесь и далее информация из Библиографической справки в третьем томе издания «Сергей Довлатов. Собрание прозы в 3-х томах». — СПб.: «Лимбус Пресс», 1995
- ↑ Эпистолярный роман, Игорь Ефимов, Сергей Довлатов, изд-во «Захаров», 2001 г., 464 стр., твёрдый переплёт, ISBN 5-8159-0069-9
- ↑ Иван Матковский. [www.peoples.ru/family/wife/elena_dovlatova/ Это была не любовь Елена Довлатова] . www.peoples.ru. Дата обращения: 26 октябрь 2017.
- ↑ «Дом Довлатова украсят доской» 2007 йыл 30 август архивланған. «Деловой Петербург» ISSN 1606-1829 (Online) со ссылкой на пресс-службу правительства Петербурга, 28 августа 2007 года
- ↑ В Нью-Йорке официально открыли улицу Сергея Довлатова 2014 йыл 8 сентябрь архивланған.
- ↑ Новая ухтинская улица получила название 2014 йыл 14 сентябрь архивланған.
- ↑ Открытие памятника . День Довлатова (3 сентябрь 2016). Дата обращения: 4 сентябрь 2016.
- ↑ В Петербурге прошла церемония открытия памятника Сергею Довлатову . Радио «Свобода» (4 сентябрь 2016). Дата обращения: 4 сентябрь 2016.
- ↑ В Санкт-Петербурге открыт памятник Сергею Довлатову . Радио «Свобода» (4 сентябрь 2016). Дата обращения: 4 сентябрь 2016.
- ↑ Открытие памятника Сергею Д. Довлатову . Константин Дубровин (4 сентябрь 2016). Дата обращения: 4 сентябрь 2016. 2016 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ Памятник Сергею Довлатову открыт (фото) . Интерпресс.ру (4 сентябрь 2016). Дата обращения: 4 сентябрь 2016. 2018 йыл 23 август архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Генис А. А. Довлатов и окрестности: филологический роман. М.: Вагриус, 2001. — 288 с. — ISBN 5-264-00541-9
- Ковалова А., Лурье Л. Довлатов. СПб.: Амфора, 2009. — 441 с. — ISBN 978-5-367-00943-9 (Серия «Главные герои»)
- Ланин, Б. А. Сергей Довлатов // Проза русской эмиграции (третья волна): Пособие для преподавателей литературы. — Новая школа, 1997. — С. 101—113. — 208 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-7301-0275-5.
- Пекуровская, Ася. Когда случилось петь С. Д. и мне: Сергей Довлатов глазами первой жены. СПб.: Симпозиум, 2001. — 432 с. — ISBN 5-89091-160-0
- Сальмон Л. Механизмы юмора. О творчестве Сергея Довлатова. М.: Прогресс-Традиция, 2008. — 255 с. — ISBN 5-89826-294-6
- Сухих И. Н. Сергей Довлатов. Время. место, судьба. Изд. 3-е. СПб.: Азбука, 2010. — 288 с. — ISBN 978-5-389-01083-3 (1-е изд. : 1996, 2-е изд.: 2006)
- Попов В. Г. Довлатов. М.: Молодая гвардия, 2010. — 368 с. — ISBN 978-5-235-03358-0 (ЖЗЛ); 2-е изд.: 2006.
- Сальмон Л. Необычное в обыденном (о Сергее Довлатове) // Вестник Московского университета. Серия «Лингвистика и межкультурная коммуникация». — 1999. — № 4. — С. 59–75.
- Сальмон Л. Наименее советский город в России: хронотоп довлатовских рассказов // Звезда. — 2000. — № 8. — С. 151–155.
- Сальмон Л. Механизмы юмора. О творчестве Сергея Довлатова / ИМЛИ РАН имени А. М. Горького. — М.: Прогресс-Традиция, 2008. — 255 с. — ISBN 5-89826-294-6.
- Сергей Довлатов: творчество, личность, судьба: Итоги Первой междунар. конф. «Довлатовские чтения» / сост. и подгот. А. Арьева. — СПб.: Звезда, 1999. — 320 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт о Сергее Довлатове
- Мемориальная страница Сергея Довлатова, бобошки и марзаны Мефодия Кобылкина, Лавка Языков.
- Сергей Довлатов в Пушкинских Горах
- Дни Довлатова в Таллине, 25—27 августа 2011 Автографы Сергея Довлатова на книгах, подаренных Виктору Некрасову, переписка Сайт «Соло на ундервуде»
- Постановление правительства Санкт-Петербурга N 297 от 21.07.2007 о установке мемориальной доски С. Д. Довлатову.
- Мина Полянская. Другие и Довлатов. Блог перемен. 8 сентября 2016
- Барсова, Н. Вся правда о Довлатове: Петербургские исследователи (В. и Н. Евсевьевы) развенчивают расхожие мифы о писателе // МК в Питере. — 2006. — 6 сентября.
- Куберский И. Маленькая железная собачка от Серёжи Довлатова [: эссе ] // Сетевая Словесность. 2008.
- Лайдинен Н. Григорий Рыскин: «Моя еврейская мама была банщицей» [: интервью ] // Алеф. 2008. Декабрь, — вспоминает, среди прочего, о совместной работе в «Русском американце».
- Зибунова, Тамара Николаевна. Сергей Довлатов в Таллине: сентябрь 1972 года — март 1975 года, — воспоминания близкой знакомой
- Бломберг, Светлана. «Память вне памятных дат» — о таллинском периоде жизни Довлатова
- Интервью Довлатова журналу «Слово» опубликованное в 1991 году.
- Страница в электронном архиве Центра Андрея Белого
- Бутенин, Александр. "Как Довлатов был редактором газеты «За кадры верфям» — о жизни и творчестве Сергея Довлатова в 1965—1969 годах
- Бутенин, Александр. «Загадки Сергея Довлатова» // «За кадры верфям». — № 7 (2554) август 2016 года, стр.4-5.
- Довлатовҡа арналған радиотапшырыуҙар
- Сергей Довлатов иҫтәлегенә, Анна Плотникова, «Америка тауышы», 2004.
- Довлатов һәм әйләнә-тирә. Александр Генистын «Азатлыҡ» радиоһына тапшырыуҙар циклы, март — апрель 2007.
- Әҫәрҙәр
- Юмор — украшение нации… Сергей Донатович Довлатов, гений с широкой грудью и большим сердцем.
- Сергей Довлатов на Lib.Ru
- Рецензиялар
- Иванова Н. Чужие письма читать рекомендуется: Сергей Довлатов — Игорь Ефимов. Эпистолярный роман.
- М. Захаров, 2001. — 463 с. // Знамя. 2001. № 5.
- Видео
- Сергею Довлатову сегодня исполнилось бы 70 лет, «Россия-24», 27 августа 2011.
- Жизнь нелегка… Ваш Сергей Довлатов, режиссёры: Алексей Шишов, Елена Якович, 2007.
- Довлатов. Часть первая, режиссёр Лев Лурье, 2007.
- Довлатов. Часть вторая, режиссёр Лев Лурье, 2007.
- Открытие выставки А. Флоренского «Рисунки к Довлатову» в Библиотеке им. М. Ю. Лермонтова. Телеканал Санкт-Петербург, 1 сентября 2011 г.
- Вручение литературной Премии имени Сергея Довлатова. Санкт-Петербург, 4 сентября 2011 г.
- Трейлер документально-анимационного фильма «Написано Сергеем Довлатовым», 2012
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 3 сентябрҙә тыуғандар
- 1941 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 24 августа вафат булғандар
- 1990 йылда вафат булғандар
- Нью-Йоркта вафат булғандар
- Санкт-Петербург шәхестәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Рәсәй публицистары
- XX быуат рус яҙыусылары