Друцэ Ион Пантелеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ион Друцэ
рум. Ion Druţă
Тыуған көнө:

3 сентябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (95 йәш)

Тыуған урыны:

Бессарабия, Сороки өйәҙе, Дондюшаны районы Городище ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

прозаик, драматург

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

молдаван теле, рус теле

Наградалары:
Орден Республики
Ленин ордены — 1988 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Ион Друцэ, Иван Пантелеевич Друцэ (рум. Ion DruţăIon Druţă; 3 сентябрь 1928 йыл, Бессарабия, Сороки өйәҙе, Городище ауылы) — молдаван яҙыусыһы һәм драматургы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ион Друцэ 1928 йылдың 3 сентябрендә Городище ауылында (хәҙерге Молдованың Дондюшаны районында) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урман хужалығы мәктәбен тамамлаған, ауыл советы секретары булып эшләгән, 19471951 йылдарҙа армия сафтарында хеҙмәт иткән. 19451956 йылдарҙа ВЛКСМ ағзаһы.

1950 йылдан алып баҫыла. А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтының Юғары әҙәби курстарын тамамлай (1957). Башта молдаван телендә, ә 1960 йылдан рус телендә лә яҙа. Бөтә Союз билдәлелеген «Һағыш япраҡтары» (1957, икенсе исеме «Георге, тол ҡатын улы») повесы рус тәржемәһендә баҫтырылғандан һуң ала. 1968 йылда Молдавия ССР-ы КП ҮК даими тәңките баҫымы аҫтында Мәскәүгә күсеп китә.

Беренсе әҫәрҙәре 1950-се йылдар башында баҫылып сыға. Уның хикәйәләр йыйынтыҡтары, «Һағыш япраҡтары» («Frunze de dor»), «Аҡыл йыйыу», «Көҙҙөң һуңғы айы» («Ultima lună de toamnă»), «Икмәк, мөхәббәт һәм ҡыйыулыҡ», «Үҙ — үҙеңә ҡайтыу», «Йәшел япраҡтың ҡыҫҡа мәле» повестары, «Бешкән айва еҫе» («Mirosul gutuiei coapte»), «Беҙҙең изгелектең ауыр йөгө» («Povara bunătăţii noastre»), «Пастырҙың яңғыҙлығы» романдары һәм башҡа әҫәрҙәре донъя күрә.

1967 йылда «Каса Маре» пьесаһы, «Көҙҙөң һуңғы айы» повесы һәм «Ялан балладалары» романы («Беҙҙең изгелектең ауыр йөгө» дилогияһының 1-се өлөшө) өсөн ул МССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була. 1987 йылда Ион Друцэ бер тауыштан Молдованың яҙыусылар Союзы почетлы президенты итеп һайлана (1998 йылда Союздан сығыуы тураһында белдерҙе).

Румын Академияһы һәм Молдова Республикаһы фәндәр Академияһы ағзаһы булып тора. Изге апостол Павелдың ойошмаһының рәйесе.

Ион Друцэ ижады замандаштары тарафынан юғары баһалана. Михай Чимпой яҙғанынса: «Үҙенең айырып алғыһыҙ сифаттары менән Ион Друцэ әҫәрҙәре … миллилекте, гуманлыҡты, динилекте ҡаҡшатыуға рухи һәм мораль ҡаршылыҡ күрһәтеүҙең сағылышы булып тора».

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Эра Самуиловна Росина (1929), билдәле йәһүд яҙыусыһы Шмуэл (Самуил Израилевич) Росиндың ҡыҙы (1892—1941), Вязьманы обороналау осоронда һәләк булған[1][2]. Игеҙәк ҡыҙҙары — Ольга (Израилдә йәшәй) һәм Татьяна (1958—2011)[3]

Наградалары һәм исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Молдавия ССР-ы Дәүләт премияһы (1967).
  • Ленин ордены (1988), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены (1960, 1984), «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены
  • Республика ордены (1993).
  • Друцэ күп һанлы наградалар һәм «Халыҡ яҙыусыһы» титулы эйәһе.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Романдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Беҙҙең изгелектең ауыр йөгө», 1968. Дүрт тиҫтә йылдары осоро — беренсе донъя һуғышынан Молдавияға совет власы килгәнгә тиклем — һүрәтләнә.
  • «Аҡ сиркәү», 1982. Екатерина II осорон һүрәтләгән роман — императрица һәм тормошоноң мәғәнәһен ауыл сиркәүен төҙөүҙә күргән молдаван крәҫтиән ҡатыны тураһында.

Пьесалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Каса маре, 1965.
  • Дойна, 1971
  • Беҙҙең йәшлек ҡоштары (1971)
  • Изгеләрҙән изге (1977)
  • Кире ҡайтыу (1978).
  • Лев Толстойҙың һуңғы ике көнө. 1972 йылдағы исемдәш повесы нигеҙендә.
  • Ер һәм ҡояш исеме менән (1978)
  • Табыу (1984)
  • Сыңғырлаулы ерән бейә (1986)
  • Римдың ҡолатылыуы (1996)
  • Апостол Павел (1998)

Хикәйәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Друцэ И. Поле души человеческой. — М.: Советский писатель, 1977.
  • Друцэ И. Одиночество пастыря: Повести, рассказы. — М.: Советский писатель, 1988. — ISBN 5-265-00468-8.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Казак В.: Лексикон русской литературы XX века

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]