Эстәлеккә күсергә

Инә зат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Инә зат
Логотип
Рәсем
Не включает Y-хромосома[d]
Ҡапма-ҡаршыһы ата зат
 Инә зат Викимилектә

Инә зат  — енси юл менән үрсегән биологик төрҙәрҙә һәм бының менән бәйле енси диморфизмда ҡатын-ҡыҙ енси билдәләре булған тере организм. Улар шул уҡ биологик төрҙә ир-ат билдәләренән айырылып тора. ("'ата"') . Ҡатын-ҡыҙҙың беренсел енси билдәләре рәтенә репродуктив системаһы (ҡатын-ҡыҙ енси органдары)), икенсел енси билдәләргә (кәүҙә үҙенсәлектәре) һәм башҡалар инә. Инә һәм ата экземплярҙар хайуандарҙа ла, үҫемлектәрҙә лә була, әммә был «инә зат» , «ата зат» терминдары хайуандарға ҡарата [1] башҡорт телендә инә затлы малға ҡарата "орғасы" термины ҡулланыла.

Төп ҡылыҡһырламалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инә заттың төп характеристикаһы булып инә гаметалары — түл күҙәнәге етештереү һәләте тора, сперматозоидтан айырмалы, ул артыҡ хәрәкәтсән түгел һәм дәүмәле лә ҙурыраҡ. Ул тоҡомдо дауам итә, әммә бының өсөн ата заттың генетик материалы булыу зарур ( әммә тәбиғәттә партеногенез — аталанмай үрсеү һәләте лә осрай). Боронғо инә затын ата затыннән боронғораҡтип иҫәпләнә, сөнки иртә үҫеш стадияһында бар организмдар заткә бүленмәй үрсеү һәләтенә эйә булған (Изогамия), эволюция процесында анизогам организмдар барлыҡҡа килә.Бөтә юғары хайуандар батшалығы, шул иҫәптән кеше, оогам организмға ҡарай[2].

Күпселек быуынтыҡ аяҡлылар һәм хордалыларҙың инә затлылары йомортҡа һала, тере тоҡом тыуҙырыу уларҙа һирәк осрай живорождение, әммә хордалылар төрөнә ингәнһөтимәрҙәрҙең барлыҡ кластары өсөн тере тоҡом тыуҙырыу тәбиғи. Һөтимәрҙәр өсөн һөт биҙҙәре булыу хас, улар балаларына һөт имеҙә. Һөт биҙҙәре ата затлыларҙа ла бар, әммә улар үҫешмәй һәм үҙ функцияһын үтәй алмай. Һөтимәрҙәрҙең инә затлылары ата затлыларҙан бәләкәйерәк кәүҙәле, мускулатураһы артыҡ үҫешмәгән була. зат араһындағы айырмалыҡтарҙы күрергә мөмкин. Ҡоштарҙа ата ҡоштар инәләренә ҡарағанда сағыуыраҡ ҡауырһынлы була.

Һөтимәрҙәрҙең инә затында парлы ХХ хромосомалар була, шул уҡ ваҡытта ата затлыларҙа XY хромосома. ҡоштарҙа зат Z һәм W хромосомалары менән билдәләнә; ZZ — ата, ә ZW — инә, шул рәүешле һөтимәрҙәр һәм кешенән айырмалы рәүештә, ҡош балаһы инә гены менән билдәләнә.

Инә затының биологик роле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инә заттың биологик төрҙәре өсөн төп ролде репродуктив функция уйнай — ул аталана, йәғни ата заттың енси күҙәнәктәренән (сперматозоид)генетик мәғлүмәт ҡабул итә һәм тоҡом бирә. Ул шулай уҡ балаларын яҡлай, һаҡлай, ашата, тәрбиә бирә һ.б. аҙыҡтан, тәрбиә һәм тоҡомло һ. б.

Башҡорт телендә зат атамалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә хайуандарҙың төрөнә хас зат атамалары ҡулланыла. Мәҫәлән, һарыҡ-кәзә: орғасы (инә зат) һәм тәкә (ата зат). Һыйыр малында - орғасы (инә зат) һәм үгеҙ. Термин малдың йәшенә ҡарап та зат буйынса айырып бирелә, мәҫәлән йылҡы малында: айғыр (ата зат) - бейә (инә зат), дүнән (ата зат)- дүнәжен (инә зат), ҡонан (ата зат)-ҡонажын (инә зат). Ҡош-ҡортта тауыҡтар ғына айырым атамалы: тауыҡ - әтәс. Ә бына ҡаҙ, өйрәк, күркә "ата" һәм "инә" тип айырыла. Эттең инә заты - кәнтәй, ата заты - арлан [3]

  1. Словарь русского языка: В 4-х т. / РАН, Ин-т лингвистич. исследований; Под ред. А. П. Евгеньевой. — 4-е изд., стер. — М.: Рус. яз.; Полиграфресурсы, 1999
  2. Dusenbery, David B. (2009). Living at Micro Scale, Chapter 20. Harvard University Press, Cambridge, Mass. ISBN 978-0-674-03116-6.
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993.
  • Ayers, Donald M. English Words from Latin and Greek Elements. Second Edition. 1986. University of Arizona Press. United States.