Эстәлеккә күсергә

Ихтыяж һәм тәҡдим законы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ихтыяж һәм тәҡдим законы
Схематичная иллюстрация
 Ихтыяж һәм тәҡдим законы Викимилектә

Ихтыяж һәм тәҡдим законы — объектив иҡтисади закон, ул үҙенә ихтыяж законын һәм тәҡдимдәр законын бергә берләштерә. Ғәҙәттә, тәҡдим һәм ихтыяж араһында булған тигеҙләнеш нөктәһенә ҡарап хаҡтар билдәләнә. Башҡаса тигеҙ шарттарҙа, хаҡты кәметеү был тауарға ихтыяждың артыуына (һатып алыуға әҙерлек) һәм тәҡдимдең кәмеүенә (һатыуға әҙерлек) килтерә.

Ихтыяж — фактик һатып алыусының йәки һатып алыусы була алған кешенең, ҡулланыусының, ҡулындағы тауар һатып алыу өсөн тәғәйенләнгән аҡсаһына ҡарап, тауар һатып алыуға булған талабы. Бер яҡтан, ихтыяж һатып алыусының теге йәки был тауарға йәки хеҙмәткә ҡарата талабын, был тауарҙарҙы йәки хеҙмәттәрҙе билдәле бер һанда һатып алыу теләген сағылдырһа, икенсе яҡтан, һатып алыу мөмкин булған диапозондағы хаҡ буйынса тауар йәки хеҙмәт өсөн түләү мөмкинлеген күрһәтә.

Ошо дөйөмләштерелгән билдәләнештәр менән бергә ихтыяж күләм һәм дәүмәлде үҙ эсенә алған сифат һәм һан яғынан параметрҙарҙы һүрәтләй.

Һан яғынан иҫәпләү күҙлегенән ҡарағанда тауарға ихтыяж күләмгә булған ихтыяж булараҡ ҡабул ителә, ул һатып алыусы шул һандағы тауарҙы алырға теләүен, билдәле бер хаҡтар диапозонында уларҙы һатып алырға аҡсаһы булыуын аңлата.

Ихтыяждың ҙурлығы — һатып алыусы билдәле бер осорҙа билдәле бер хаҡҡа билдәде бер төрҙәге һәм сифаттағы тауар йәки хеҙмәтте һатып алырға телеүенең дәүмәле.

Ихтыяж законы — ихтыяж ҙурлығы (күләме) тауар хаҡы күтәрелеүгә ҡарап кәмей бара. Матиматиканы ҡулланып әйтһәк, ихтыяж ҙурлығы менән тауар хаҡы араһында кире бәйлелек бар (y = a/x) формулаһында күрһәтелгән гипербола кеүек булмауы ла ихтимал). Йәғни хаҡтарҙың күтәрелеүенә бәйле ихтыяждың ҙурлығы кәмей, ә хаҡтың түбәнәйеүе ихтыяж дәүмәлен күтәрә.

Ихтыяж законының асылы ҡатмарлы түгел. Әгәр һатып алыусыла был тауарҙы һатыу алыу өсөн билдәле бер суммала аҡсаһы булһа, хаҡы ҙур булған һайын аҙыраҡ тауар һатып аласаҡ, әгәр ҙә хаҡы түбән булһа — киреһенсә. Әлбиттә, реаль тормошта хәл ҡатмарлыраҡ, сөнки һатып алыусы өҫтәмә аҡса ҡуллана ала, йәки был тауар урынына тауар-субститутҡа (шуға оҡшаш икенсе бер тауар) өҫтөнлөк биреүе ихтимал.

Ихтыяжға тәьҫир иткән хаҡҡа бәйле булмаған факторҙар:

  • Йәмғиәттәге килемдәр кимәле;
  • Баҙарҙың күләме;
  • Мода, миҙгеллелек;
  • Тауар-субституттың (оҡшаш тауар) булыуы;
  • Инфляцияны көтөү.

Тәҡдим — һатыусының ((етештереүсенең) баҙарҙа билдәле бер хаҡҡа үҙ тауарҙарын тәҡдим итеү мөмкинлеге һәм тәҡдим итеү теләге. Һан йәһәтенән тәҡдим ҙурлығы һәм күләме буйынса һүрәтләнә. Күләм, тәҡдим ҙурлығы — һатыусы (етештереүсе) һатырға теләгән һәм һатырға һәләтле тауар, хеҙмәттәр һаны.

Тәҡдим законы — башҡа үҙгәреүгә дусар булмаған факторҙар менән бергә тәҡдимдең ҙурлығы (күләме) тауарға хаҡ артыуға ҡарап арта бара.

Тәҡдимгә тәьҫир иткән факторҙар:

  1. Оҡшаш тауарҙың (алмаш) булыуы.
  2. Тауарҙы туландырыусы-комплементтың булыуы.
  3. Технологиялар кимәле.
  4. Ресурстарҙың күләме һәм арзанлығы.
  5. Һалымдар һәм дотациялар.
  6. Тәбиғәт шарттары.
  7. Көтөү (инфляция, социаль-сәйәси).
  8. Баҙарҙың күләме.

Ғәрәп мосолман философы, тарихсы, социаль аҡыл эйәһе Ибн Хальдун XIV быуатта уҡ тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың ихтыяж һәм тәҡдим менән билдәләнеүен әйтеп ҡалдыра. Әгәр тауар һирәк осраһа һәм ҙур һорау менән файҙаланһа, уның хаҡы юғары, ә тауарға ихтыяж булмаһа, уның хаҡы ла түбән була. Эшҡыуар, табыш артынан ҡыуып, тауарҙы арзан хаҡҡа һатып алырға, ә уға ихтыяж ҙур булған урында һатырға тырыша.

Тәүге тапҡыр ихтыяж һәм тәҡдим законын тәфсирләп тикшереү менән XVI быуат уртаһында испан һәм перу юрисы һәм иҡтисадсыһы Хуан де Матьенсо шөғөлләнә.