Иҡбал Ҡадир
Икбал Кадир | |
бенг. ইকবাল জেড. কাদীর | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Нараил, Бангладеш |
Ил | |
Эшмәкәрлеге |
эшҡыуар, менеджер, инвестор |
Иҡбал Ҡадир Викимилектә | |
Иҡбал Ҡадир (бенг. ইকবাল জেড. কাদীর, ингл. Iqbal Z. Quadir;; 13 август 1958, Нараил (ингл), Джессор, Бангладеш) — Американың һәм Бангладештың сериялы[1] эшҡыуары, менеджеры һәм инвесторы; Бангладештағы Grameenphone[en] (тәүҙә Gonofone) тигән иң эре мобиль операторҙы нигеҙләүселәрҙең береһе һәм уның беренсе етәксеһе; финанс яғынан уңышлы социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге башҡа инициативаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша һәм етәксе була; bKash Limited’тың директорҙар советы ағзаһы; Массачусетс технология институты эргәһендәге Legatum[en] үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ үҙәген нигеҙләүсе һәм уның директоры (ингл. Center for Development and Entrepreneurship); MIT Press тарафынан нәшер ителгән Innovations: Technology, Governance, Globalization журналын асыусыларҙың һәм уның мөхәррирҙәренең береһе; Джон Ф. Кеннеди исемендәге Гарвард дәүләт идараһы институтының элекке лекторы[2][3][4][5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юл башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡбал Ҡадир 1958 йылдың 13 авгусында Бангладешта тыуа.
Тыуған илендә Jhenaidah Cadet College[en] тамамлай.
1976 йылда АҠШ-ҡа күсә һәм бер аҙҙан унда гражданлыҡ ала.
Swarthmore College’нда[en] бакалавр (1981) дәрәжәһен, Уортон бизнес мәктәбендә магистр (1981) һәм MBA (1983) дәрәжәһен ала.
Иҡбал инвест-банкир булараҡ хеҙмәт баҫҡыстары буйлап уңышлы үрләй[4]. 1983—1985 йылдарҙа Бөтә донъя банкында, 1987—1989 йылдарҙа Coopers & Lybrand, 1989—1991 йылдарҙа Security Pacific Merchant Bank’та консультант, 1991—1993 йылдарҙа Atrium Capital Corporation’дың вице-президенты була.
Grameenphone
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдар башында Иҡбал Ҡадир Мөхәммәт Юныстың бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн микрокредиттар биреүсе Grameen Bank'ы эшмәкәрлеген күҙәтә[2][6]. Был банк, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарға һөт һатып үтесте кире ҡайтарыу шарты менән һыйыр һатып алырға кредит бирә[2][6].
Бер ваҡыт Иҡбалдың офисында селтәр боҙолоу арҡаһында эш туҡтала, һәм ул бала сағындағы бер ваҡиғаны иҫенә төшөрә[2][4]. 1971 йылғы һуғыштан ҡасып, уның ғаиләһе бер төпкөл ауылға күсә[2][4]. Уға ауырып киткән ҡустыһына дарыу алыр өсөн ун ике километрҙағы бер ауылда йәшәгән халыҡ табибына барырға тура килә[2][4]. Әммә табип өйҙә булмай һәм малай буш ҡул менән ҡайтып китә[2][4].
Ошо факттар тураһында уйланған Иҡбал, элемтәнең фәҡирҙәр өсөн баяғы «һыйырға» әйләнеп, уларҙың бик күп проблемаларын хәл итергә мөмкинлек асырын аңлай[2][4][6].
Иҡбалдың идеяһы ябай була һәм Юныстың фекер ағышын ҡабатлай — ауыл ҡатын-ҡыҙҙары кредитҡа телефон ала ла күршеләренә уны түләүле ҡулланыуға биреп тора[4][6]. 1990-сы йылдар башында кеҫә телефондары бик ҡыйбат булды, ә кәрәкле инфраструктура күп илдәрҙә юҡ ине.
Шулай итеп, 1993 йылда Иҡбал Ҡадир Нью-Йоркта Gonofone (бенгаль теленән — «халыҡ өсөн телефон») компанияһын аса[3][4][6].
Иң тәүҙә ул Grameen Bank'тың Бангладеш бүлексәһенә юллана[4]. Ләкин 100—200 долларға тиклем суммаларға кредит бирә торған компания бындай ҙур проектҡа ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәй[4].
Шунан Иҡбал Норвегияның Telenor’ына мөрәжәғәт итә һәм унан инвестиция алыуға өлгәшә[4].
1996 йылда Бангладешта Grameenphone компанияһын нигеҙләй [en], һуңынан был компания илдә иң ҙур мобиль операторға әүерелә[3]. Иҡбал 1999 йылға тиклем компанияның директорҙар советы ағзаһы була[3].
Бизнес башлаған Иҡбал бер аҙҙан 250 000 «телефонлы ледиҙан» торған селтәр хасил итә, ул илдең ҙур өлөшөн ҡаплай[6]. Ошоға оҡшаш бизнес-сиселештәр Руандала, Угандала, Камерунда һәм Индонезияла барлыҡҡа килә[6]. Ваҡыт үтеү менән мобиль аппараттар арзаная һәм уны кредитһыҙ ҙа һатып алып була башлай, ләкин Grameenphone илдә иң эре телекоммуникациялар операторы булып китә.
CellBazaar
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренселәренә алмашҡа икенсе бизнес-моделдәр ҡулланыуға алына. 2006 йылда Иҡбалдың ҡустыһы Камал Ҡадир Grameenphone[en] кеүек итеп CellBazaar электрон майҙансығын аса[7][8].
Тауарҙарҙы туранан-тура һатыу һәм алыу мөмкинлеген бирә торған сервистар йыйылмаһы илдә йылдам тарала һәм лидерға әйләнә[7][8].
Платформаның мобиль йүнәлешле булыуы — бөтә ғәмәлдәр SMS, WAP йәки веб ярҙамында башҡарыла — уның үҙенсәлеге булып тора[9].
2010 йылда CellBazaar Telenor'ға күсә, 2014 йылда уның капиталы скандинав конгломераты Schibsted менән ҡушыла, ул иһә, ребрендинг үткәреп, компанияға ekhanei.com тигән исем бирә[10].
bKash
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда бер туған Камал менән Иҡбал Ҡадирҙар яңы проекттарын — bKash Limited’ты — нигеҙләй[11]. Был проект Бангладеш халҡына банк хеҙмәттәре тәҡдим итә.
2011йылдың июлендә компания Бангладеш баҙарына инә[1][12].
Ул саҡта ил халҡының 70%-ы институциональ банкинг менән ҡуллана алмай һәм ҡулаҡсаһыҙ аҡса күсереү, аҡсаны һаҡлауға һалыу, үтескә аҡса алыу кеүек иң ябай финанс операцияларын ғәмәлгә ашырыуҙан да мәхрүм була. Шул уҡ ваҡытта, нигеҙҙә был икәүҙең эшмәкәрлеге арҡаһында (ҡара: Grameenphone, CellBazaar), халыҡтың 68%-ының кеҫә телефоны була һәм уны күптәр бизнес-операциялар, мәҫәлән, мобиль сауҙа өсөн дә файҙалана[13]. bKash мобиль ҡоролмалар ярҙамында банк хеҙмәттәре күрһәтергә тейеш була.
Шнан бирле bKash Бангладешта мобиль түләүҙәр лидеры булып тора һәм донъяла Кенияның M-PESA'һынан ғына ҡалыша[1].
Башҡа проекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2001—2005 йылдарҙа Иҡбал Ҡадир Гарвардтағы Mossavar-Rahmani Center for Businesss and Government һәм Center for Business Innovation at Cap Gemini Ernst & Young (хәҙер Capgemini) компанияларында эшләй.
2004 йылда туғандары менән бергәләп Бангладештаинновацион проекттарҙы пропагандалау һәм уларға булышлыҡ итеү маҡсатында Anwarul Quadir Foundation компанияһын аса.
2007 Массачусетс технология институтында Үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ үҙәгендә Legatum[en] нигеҙләй һәм уның етәксеһе булып китә[6].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡустыһы Камал Ҡадир бар, уның менән бергәләп бер нисә проектты тормошҡа ашыралар[1].
Наградалары һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡбал Ҡадирҙың эштәре наградалар һәм премиялар менән билдәләнә. Эшмәкәрлеге Бөтә донъя банкы, БМО, Аспен институты[en] һәм башҡалар тарафынан танылған.
1999 Женевала үткән Бөтә донъя иҡтисад форумында Иртәгәһе көндөң глобаль лидеры тип атала.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Lynn Eisenhart. Network Effects: the Entrepreneur, the Investor, and the Poor in Bangladesh (ингл.). Impatient Optimists (Bill & Melinda Gates Foundation) (4 июнь 2014). Дата обращения: 4 июнь 2015.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Power to the people (ингл.). The Economist (9 март 2006). Дата обращения: 4 июнь 2015.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Daniel J. Isenberg, David Lane, Carin-Isabel Knoop. Iqbal Quadir, Gonofone, and the Creation of GrameenPhone (Bangladesh) (ингл.). Гарвардская школа бизнеса. Дата обращения: 4 июнь 2015.
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 Shannon Quinn. Iqbal Quadir Connects His Classroom to the Lessons of Village Entrepreneurs (ингл.). Гарвардский институт государственного управления им. Джона Ф. Кеннеди. Дата обращения: 4 июнь 2015.
- ↑ Joseph Mark Munoz. International Social Entrepreneurship: Pathways to Personal and Corporate Impact. — Business Expert Press, 2010. — С. 17-18. — 208 с. — ISBN 1606491075, 9781606491072.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 SARA CORBETT. Can the Cellphone Help End Global Poverty? (ингл.). The New York Times (13 апрель 2008). Дата обращения: 4 июнь 2015.
- ↑ 7,0 7,1 Selling Potatoes By Phone In Remote Bangladesh (ингл.). The Wall Street Journal (8 сентябрь 2008). Дата обращения: 4 июнь 2015.
- ↑ 8,0 8,1 Ayesha Zainudeen, Rohan Samarajiva, Nirmali Sivapragasam. CellBazaar: Enabling M-Commerce in Bangladesh (ингл.) (2011). Дата обращения: 4 июнь 2015. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.
- ↑ Global Mobile Awards 2008 (ингл.). Global Mobile Awards. Дата обращения: 4 июнь 2015.
- ↑ Tahmidur Rahman. Cellbazaar formally turns to Ekhanei (ингл.). DhakaTribune (4 июнь 2014). Дата обращения: 4 июнь 2015. 2015 йыл 18 июнь архивланған.
- ↑ Joanna Ledgerwood, Julie Earne, Candace Nelson. The New Microfinance Handbook: A Financial Market System. — World Bank Publications, 2013. — С. 290. — 530 с. — ISBN 0821389289, 9780821389287.
- ↑ Gregory Chen, Stephen Rasmussen. bKash Bangladesh: A Fast Start for Mobile Financial Services (ингл.). Consultative Group to Assist the Poor (CGAP) (июль 2014). Дата обращения: 4 июнь 2015.
- ↑ Eric Johnson. bKash Offers Mobile Banking for Bangladesh, a Country With Few Bank Accounts (ингл.). All Things (16 апрель 2013). Дата обращения: 4 июнь 2015.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сығыштар: