Эстәлеккә күсергә

Киев операцияһы (1920)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
РККА-ның Киев операцияһы
Төп конфликт: Совет-поляк һуғышы
Киев аҫтында поляктарҙы Ҡыҙыл армияһы тарафынан уратып алыу схемаһы.
Дата

26 май16 июнь 1920

Урыны

Украина

Нәтижә

РККА-ның еңеүе

Ҡаршы тороусылар

Польша Польша
Украина УНР

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР

Командирҙар

Вацлав Ивашкевич
Антони Листовский
Эдвард Рыдз-Смигла

Александр Егоров
Сергей Меженинов
Семён Будённый
Иероним Уборевич

Ҡаршы тороусы көстәр

Польша 30400 штык
Польша 4900 ҡылыс

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 12-се армия
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 14-се армия
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 1-се Атлы армияһы:

  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 16700 ҡылыс
  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 48 орудие
  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 6 бронепоезд
  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 12 самолет

РККА-ның Киев операцияһы (1920) 19191921 йылдарҙағы Совет-поляк һуғышы барышында 26 май — 16 июнендә Ҡыҙыл Армияһы үткәргән һөжүм операцияһы. Операция украин йүнәлешендә Киев ҡалаһын азат итеү маҡсатында үткәрелә.

Поляк Ғәскәре (командующийы — маршал Ю. Пилсудский)

  • Генерал Вацлав Ивашкевич — Рудошанский етәкселегендә 6-се армия:
    • 5-се Львов пехота дивизияһы (Вацлав Енджеевский) — 19 июненә тиклем;
    • 12-се пехота дивизияһы (Мариан Янушайтис -Жегот);
    • 18-се пехота дивизияһы (Франтишек Крайовский);
    • 13-сө Сиктәр пехота дивизияһы (Франтишек Паулик) — 25 майҙан;
    • 3-сө Авиадивизион (Стефан Бастыр).
  • Генерал Антони Листовский етәкселегендә 2-се армия:
    • 3-сө Легиондар пехота дивизияһы — 19 июндән;
    • 6-сы пехота дивизияһы (Казимеж Рашевский) — 19 июндән;
    • 1-се кавалерия дивизияһы (Юлиуш Руммель) — 19 июндән;
    • 5-се Львов пехота дивизияһы (Вацлав Енджеевский) — 19 июндән;
    • 15-се Помор пехота дивизияһы (Антони Ясенский);
    • 6-сы украин пехота дивизияһы (Марко Безручко);
    • 2-се Авиадивизион (Камилло Перини).
  • Генерал Эдвард Рыдз-Смигла етәкселегендәге 3-сө армия:
  • 1-се Легиондар пехота дивизияһы (Эдвард Рыдз-Смигла);
  • 7-се пехота дивизияһы (Эугениуш Погожельский);
  • 3-сө кавалерия бригадаһы (Ежи Савицкий).
  • Украин армияһы (командующийы — С. В. Петлюра).

Барлығы — 69,1 пехотинец, 8,9 мең атлылар, 412 орудие, 1847 пулемёт.

Көньяҡ-Көнбайыш фронты (командующийы — Александр Егоров)

  • Сергей Меженинов етәкселегендәге 12-се армия:
  • Уборевич Иероним етәкселегендәге 14-се армия:
    • 41, 47, 60-се уҡсылар дивизиялары;
  • Семен Буденный етәкселегендәге 1-се атлы армия:
    • 4, 6, 11, 14-се кавалерия дивизиялары.
    • шулай уҡ Фастов ғәскәрәҙәре төркөмө, Днепр хәрби флотилияһы; резеррвтаҙы 15-се уҡсылар дивизияһы, 42-се дивизияһының 2 бригадаһы, 23-сө дивизияһының бер бригадаһы.
    • Барлығы — 22,4 пехотинец, 24 мең атлылар, 245 орудие, 1140 пулемёт.

Көнбайыш фронтының һөжүме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Деникин, Юденич һәм Миллер ғәскәрҙәрен тар-мар итеү Ҡыҙыл армия командованиеһына поляк йүнәлешенә бөтә көстәрҙе ташлау мөмкинлеген аса. Төньяҡ Двина-Березин участкаһында (Михаил Тухачевский командованиеһы аҫтында Көнбайыш фронты) артиллерия һәм бронепоездар менән 12 пехота дивизияһы туплана. 14 майҙа бөтә ошо армада дошман позицияларына атакаға күтәрелә. Уң флангта (60 километрлыҡ фронт участкаһында) алты пехота һәм бер кавалерия дивизияһы (барлығы 35,7 мең штык һәм 2,4 мең ҡылыс) менән 15-се армия хәрәкәт итә. Уға ҡаршы тик 3-сө һәм 5-се поляк батареялары ғына тора, 15-се армияның өҫтөнлөгө күҙгә күренерлек була. 19 майҙа үҙәк участкала 16-сы армия үҙенең һөжүмен башлай, әммә уңышһыҙ. 15-се армия өс йүнәлештә хәрәкәт итә, шуға күрә ресурстарҙың һибелеүе күҙәтелә. 27 майҙағы яңы һөжүм шулай уҡ тонсоға. 1 июндә 4-се һәм 1-се поляк армияһының частары 15-се армияға ҡаршы һөжүм башлайҙар һәм уны 8 июндә бик ауыр еңелеүгә дусар итәләр. Армия 12 мең яугирын (үҙенең составынан өстән бер өлөшөн) юғалта. 28 майҙа Бобруйск тирәһендә Познань 14-се пехота дивизияһының подразделениелары өр-яңы «Стенька Разин» исемле броневикты ҡулдарына төшөрәләр. Броневиктың исемен «Познанец» тип үҙгәртәләр һәм уны поляктар яғында ҡуллана башлайҙар.

Көньяҡ-Көнбайыш фронтының һөжүме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошо уҡ ваҡытта көньяҡ участкала яңыраҡ булдырылған Александр Егоров етәкселегендәге Көньяҡ-Көнбайыш фронты хәрәкәт итә башлай. Поляк ғәскәрҙәре 25 апрелдә һөжүмдәрен башлайҙар, 6 майҙа Киевты баҫып алалар, 17 майға улар Чернобыль — Бровары — Белая Церковь — Липовец — Гайсин һыҙығында нығыналар. Фронт составына Семен Буденныйҙың 1-се Атлы армияһы индерелә (16,7 мең ҡылыс, 48 орудие, 6 бронепоезд һәм 12 самолет). 1920 йылдың 20 мартында уҡ РККА командованиеһы армияны Кавказдан поляк фронтына ташлау буйынса ҡарар сығара. Көньяҡ-Көнбайыш фронтының командованиеһы планы буйынса 1-се Атлы һәм 12-се армия дошмандың Киев төркөмөн ҡамап алырға һәм Фастов төркөмө менән берлектә уны ҡыйратырға тейеш була. 1-се Атлы армия алдына Бердичев һәм Казатин ҡалалары тирәһендәге райондарҙа төп һөжүм итеү, 12-се армия һәм Фастов төркөмө менән берлектә дошманды ҡыйратыу һәм Киевҡа һөжүмде башлау; 12-се армияға — төп көстәре менән Киевтан төньяғыраҡ Днепр йылғаһы аша сығыу, Бородянки ауылы, Тетерево станцияһы районында тимер юлын киҫеп үтеү; ҡалған частаргә — Киевты алыу һәм артабан Коростенгә табан хәрәкәт итеү; Фастов төркөмөнә — Белая Церковь торлаҡ пункты, Фастов тирәһендә 2-се поляк армияһының төп көстәрен үҙенә тарттырыу; 14-се армияға — Винница ҡалаһын һөжүмләү бурыстары ҡуйыла. 26 майҙа Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә[1].

Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы Киев операцияһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы

Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы (командиры — М. Л. Мортазин) 12-се армия составында ғәмәлдә була. Армияның Днепр йылғаһы аша сығырға тырышыуҙары башта һөҙөмтә бирмәй. 26 майҙа һәм 1 июндә Башҡорт кавалерия бригадаһы үҙенең алдынғы частарын Днепр йылғаһы аша сығыуын Сухолучье ауылы эргәһендә үткәрә, әммә дошмандың көслө артиллерия уты арҡаһында плацдармда нығына алмай һәм сигенергә мөжбүр була. 4 июндә 7-се уҡсылар дивизияһы менән берлектә йылғаны аша сығыу башҡорт атлыларының һөжүме менән тамамлана. Һөжүм һөҙөтәһендә поляк кавалерия полкы ҡыйратыла (командирҙары, штабы , 6 орудие, 15 пулемёт ҡулға алына). 6 июндә Пилява ауылы тирәһендә бригада дошмандың пехота полкын һәм кавалерия эскадронын тар-мар итә (400 кеше пленға төшөрөлә, 18 пулемёт, 2 артиллерия орудиеһы, 200 ат тартып алына). 7 июндә — Богданы ауылы азат ителә, 11 июндә — Зарудье ауылы, Тетерев станцияһы (бригада частары станция ҡарамағында булған тимер юлы линияһын һәм күперен юҡ итә) һәм Пенязявечи ауылын яулайҙар (һуғышһыҙ яҡынса 800 аҡ казактар пленға бирелә, 500 ат ҡулға төшөрөлә)[2].

Шул уҡ көндә поляктар Киевты ташлап китә. 12-се армияһы штабының начальнигы был ваҡиғала «Башҡорт бригадаһы Тетерев тимер юлын емереүе төп әһәмиәткә эйә» тип билдәләй.

  1. Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 213—215 бит
  2. Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 214 бит