Эстәлеккә күсергә

Конькиҙа шыуыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өҫтө боҙ менән ҡапланған күлдә шыуыу

Конькиҙа шыуыу — боҙ буйлап (йәки башҡа ошоға оҡшаш ерҙә) коньки ярҙамында шылып йөрөү ул. Конькиҙа шыуыу спорт та, ял да булып иҫәпләнә, шулай уҡ ниндәй ҙә булһа маҡсат менән ойошторолған сәйәхәт тә була ала.

Шыуыу урыны итеп асыҡ йәки ябыҡ ерҙә боҙҙан, полимерҙан эшләнгән махсус әҙерлекле урындар файҙаланыла, шулай уҡ йылға йәки күл ише туңған тәбиғи һыу ятҡылыҡтары ла ҡулланыла.

Конькиҙа шыуыуҙың башланғыс тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Конькиҙа шыуыу. Голланд рәссамы Хендрик Аверкамп картинаһы

Оксфорд университеты тикшеренеүҙәренең иң тәүге баһаһы күрһәтеүенсә, конькиҙа шыуыуҙың билдәлелек яулауына 3 меңдән ашыу йыл[1].

Баштараҡ конькиҙарҙың үткер ҡыры сифатында шымартылған һәм үткерләнгән һөйәктәр ҡулланыла, улар аяҡ кейеменең табанына бәйләнеп ҡуйылыр була. Конькиҙың хәрәкәте был осраҡта туп-тура ғына түгел, ә шыуыу менән оҙатылған янтайыулы ла була.

Шыуыуҙың хәҙерге заманса техникаһы сите ныҡ итеп үткерләнгән ҡорос конькиҙар барлыҡҡа килгәс кенә ҡулланыу мөмкинлеге ала. Бындай конькиҙарҙың үткер ҡыры элеккеләре һымаҡ боҙ өҫтөнән генә шыумай, ә боҙҙо киҫеп үтә.

Әлеге көндәргә тиклем үҙгәрешһеҙ ҡала килгән яңы техникаға күсеүҙе голландтар тормошҡа ашыра. Улар хәрәкәт итеүҙең яңы ысулын XIII—XVI быуаттарҙа уҡ асҡан була.

Нидерланд географияһы: ҡыш көнө туңыусы күп һанлы йылғалар һәм каналдар — илдә конькиҙа шыуыуҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә.

XVII быуатта Нидерланд йәштәре конькиҙа уҙышыу буйынса ярыштар ойоштора башлай. Был ярыштарҙан һуң боҙ өҫтөндә йыш ҡына бейеүҙәр башланып китер була. Улар һуңынан хәҙерге спорт төрҙәренә — конькиҙа уҙышыуға һәм фигуралы шыуыуға әүерелә[2].

Конькиҙа шыуыуҙың таралышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нидерландтан конькиҙа шыуыу Көнбайыш Европаға тарала башлай. Һөргөндән әйләнеп ҡайтҡан буласаҡ король Яков II менән бергә күңел асыуҙың һәм спорттың был төрө Бөйөк Британияға барып эләгә.

Конькиҙа шыуыуҙы үҙ итеүселәр клубтарға туплана башлай. Беренсе шундай клуб 1740 йылда (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 1642 йылда) Эдинбургта барлыҡҡа килә[3][4][5].

Континенталь Европа конькиҙа шыуыуҙы юғары ҡатламдар өсөн булған күңел асыу сараһы булараҡ ҡабул итә һәм ул юғары кластар өсөн генә ҡаралған, тип иҫәпләй. Изге Рим империяһында конькиҙа шыуыуҙың популяр булып китеүе император Рудольф II исеме менән бәйле. Ә Францияла конькиҙа шыуыуҙың киң таралыш алыуына король Людовик XVI сәбәпсе була.

Ҡытайҙа ла конькиҙа шыуалар, күңел асыу сараһы Сун империяһында танылыу ала һәм Цин империяһында тағы ла популярыраҡ булып китә[6].

Конькиҙа шыуыу Рәсәй империяһы Пётр I осоронда популяр булып китә. Ул беренсе дана конькиҙы Рәсәйгә Европаның төрлө илдәренә сәйәхәт иткәнендә алып ҡайта һәм итектәргә беркетеп ҡуйыу ысулын да уйлап сығара[7].

Билдәле рус шағиры А. С. Пушкин, үҙенең «Көҙ» (1833) тигән шиғырында былай тип яҙа: «Ҡалай күңелле, кейеп үткер тимер аяҡҡа, // Шыуырға тын ҡалған, тигеҙ йылға өҫтөнән!» Был күңел асыу сараһы тураһында ул «Евгений Онегин» романында ла иҫкә алып үтә: «Малайҙар күңелле халыҡ // Конькиҙа шаулап боҙҙо киҫә».

«Конькиҙа фигуралы шыуыу» (1985) дәреслегенә ярашлы, конькиҙа шыуыу Пушкин заманында уҡ рус халҡы өсөн ҡәҙимге күренеш булған. Әлеге китап шуны дәлилләй.

Боҙҙа конькиҙа хәрәкәт итеү коньки материалы молекулалары менән боҙҙоң молекулары берләшеүенең мөмкин булмағанлығынан килеп сыға. Был шыйыҡса өҫтөнән хәрәкәт итеүгә оҡшаш хәрәкәтте барлыҡҡа килтерә.

Боҙҙоң өҫкө ҡатламындағы һыу молекулалары эске кимәлдәге молекуларға ҡарағанда нығыраҡ тирбәлеү мөмкинлегенә эйә. Тышҡы молекулаларҙың хәрәкәт итеү етеҙлеге эскеләренекенә ҡарағанда 100 000 тапҡырға юғары, ә һыуҙың шыйыҡса хәлдәгеһенән ни бары 25 тапҡырға кәмерәк. Һәм был ышҡылыштың күҙәтелгән түбәнәйеүен барлыҡҡа килтерә[8][9][10][11][12].

Әлеге аңлатыу менән бер рәттән, башҡа төрлө аңлатмалар ҙа бар. Тәү баштараҡ юғары баҫым арҡаһында һыуҙың туңыу температураһы кәмей һәм коньки аҫтында шыйыҡ хәлдә ҡала тип раҫлайҙар ине.

Әммә был версия практикала тикшереүҙе үтә алмай: боҙ юғары баҫым булдырыусы конькиҙың үткер ҡыры аҫтында ғына түгел, ә баҫымы күпкә түбән булған бутыйҙың киң табаны аҫтында ла тайғаҡ килеш ҡала. Киләһе версияһы буйынса, конькиҙың йәки табандың боҙға ышҡылыуы боҙҙоң өҫтө йылыныуына һәм уның ирей башлауына килтерә, шунлыҡтан шыйыҡ ҡатлам барлыҡҡа килә лә, ул ышҡылыуҙы кәметә.

  1. Formenti, Federico The first humans traveling on ice: an energy-saving strategy?(недоступная ссылка)
  2. https://books.google.com/books?id=hFIiVZB60BQC&pg=PA165&lpg=PA165&dq=skating+%22Marie+Scholtus%22&source=bl&ots=QVpxpUjH-i&sig=Dkah4zdQqhhdeoN8w92D8_WnQHU&hl=en&sa=X&ei=ebZEU7foFZK4yAHNkIG4Bw&ved=0CCkQ6AEwAA#v=onepage&q=skating%20%22Marie%20Scholtus%22&f=false
  3. «In The Beginning…», Skating magazine, Jun 1970
  4. NISA History 2012 йыл 20 октябрь архивланған.webarchive|url=
  5. The Canadian Encyclopedia 2011 йыл 7 июнь архивланған.
  6. 'Imperial' ice skating, People's Daily Online (February 20, 2013).
  7. Формирование фигурного катания как вида спорта // Фигурное катание на коньках. Учебник для институтов физической культуры / Под общей редакцией А. Н. Мишина. — М.: Физкультура и спорт, 1985.
  8. Chang, Kenneth. Explaining Ice: The Answers Are Slippery, New York Times (February 21, 2006).
  9. Somorjai, G.A. Molecular surface structure of ice(0001 ): dynamical low-energy electron diffraction, total-energy calculations and molecular dynamics simulations. Surface Science 381 (1997) 190 210. — «Most studies so far were performed at temperatures well above 240 K (-33°C) and report the presence of a liquid or quasiliquid layer on ice. Those studies that went below this temperature do not suggest a liquid-like layer.»
  10. Pitt physics professor explains the science of skating across the ice, Pittsburgh Post-Gazette (December 23, 2012). «It used to be thought ... that the reason skaters can glide gracefully across the ice is because the pressure they exert on the sharp blades creates a thin layer of liquid on top of the ice... More recent research has shown, though, that this property isn't why skaters can slide on the ice... It turns out that at the very surface of the ice, water molecules exist in a state somewhere between a pure liquid and a pure solid. It's not exactly water -- but it's like water. The atoms in this layer are 100,000 times more mobile than the atoms [deeper] in the ice, but they're still 25 times less mobile than atoms in water. So it's like proto-water, and that's what we're really skimming on.». 2013 йыл 13 ғинуар архивланған.
  11. Slippery All the Time. exploratorium.edu. — «Professor Somorjai's findings indicate that ice itself is slippery. You don't need to melt the ice to skate on it, or need a layer of water as a lubricant to help slide along the ice... the "quasi-fluid" or "water-like" layer exists on the surface of the ice and may be thicker or thinner depending on temperature. At about 250 degrees below zero Fahrenheit (-157°C), the ice has a slippery layer one molecule thick. As the ice is warmed, the number of these slippery layers increases.» Архивировано 19 июль 2012 года.
  12. Getting a Grip on Ice, Science Now (December 9, 1996). 2013 йыл 28 май архивланған.