Эстәлеккә күсергә

Кружилинский утары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Утар
Кружилинский
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Шолохов район

Ауыл биләмәһе

Кружилинский ауыл биләмәһе

Координаталар

49°26′10″ с. ш. 41°45′59″ в. д.HGЯO

Башлығы

Никулин Михаил Васильевич[1]

Нигеҙләнгән

1797 йәки 1819

Элекке исеме

Кружилин

Халҡы

1268[1] кеше (2004)

Этнохороним

Кружилинлылар

Телефон коды

+7 86353

Почта индексы

346264

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

61, 161

ОКАТО коды

60 211 835 001

ОКТМО коды

60 659 435 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Кружилинский (Рәсәй)
Кружилинский
Кружилинский
Кружилинский утары (Ростов өлкәһе)
Кружилинский
Михаил Шолохов тыуған йорт.
Николаев сиркәүе революция алдынан

Кружилинский — Рәсәйҙәге Ростов өлкәһенең Шолохов районындағы утар, Кружилинский ауыл биләмәһенең административ үҙәге, яҙыусы Михаил Александрович Шолоховтың тыуған ере. 2009 йылдың 1 ғинуары мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ һаны 1322 кеше.

Район үҙәгенә саҡлы ара — 33 км[2].

1749 йыл тирәһендә барлыҡҡа килгән Кружилин утарына нигеҙ һалыусы тураһында ике фараз бар. Беренсеһе буйынса – йөҙ башы Григорий Кружилин, икенсеһенә ярашлы – ағалы-энеле Григорий, Захар, Иван, Иона, Пётр, Савва Кружилиндар, Иван Лиховидов һәм Иван Четвериков. 1820 йылда утарҙа - 20, ә быуат һуңына 200 хужалыҡ була. Октябрь революцияһы алдынан йәмғиәт тарафынан һайланған атаман утарҙың идара итеүсеһе булған, уның халҡы Вёшенская станицаһы Троицк сиркәүенә доға атҡарырға йөрөгән (прихожандар). 1881 йылдың 3 майында Кружилин, Каргин-Кружилин, Максаев утарҙары, Ясеновка ҡасабаһы вәкилдәре Дон һәм Новочеркасск архиепискобына Каргин-Кружилин утарында яңы сиркәү төҙөү ихтыяжлығы буйынса юллама яҙf. Төҙөлөшкә рөхсәт бирелгәс, сиркәү төҙөү 1885 йылда тамамланf һәм изгеләштерелә.

Святитель һәм Чудотворец Николайға[3] нарыҡланған ағас сиркәү таш нигеҙҙә тора, бер тәхете, 12 ҡыңғырауы һәм ағас ҡоймаһы була. Сиркәү утар үҙәгендәге майҙанда, бай казактарҙың ихаталары эргәһендә урынлаша. 1904 йылдан унда сиркәү яны мәктәбе эшләй.

  • Асфальтная (Асфальт) урамы
  • Васильковая (Күк сәскә) урамы,
  • Интернациональная (Интернационал) урамы,
  • Молодёжная (Йәштәр) урамы,
  • Набережная (Яр буйы) урамы,
  • Садовая (Баҡса) урамы,
  • Солнечная (Ҡояшлы) урамы,
  • Цветочная (Сәскәле) урамы,
  • Центральная (Үҙәк) урамы,
  • Шапировка урамы,
  • Школьная (Мәктәп) урамы,
  • Шолохов урамы,
  • Янтарная (Гәрәбә) урамы,
  • Газетный (Гәзит) тыҡрығы,
  • Дружба (Дуҫлыҡ) тыҡрығы,
  • Заречный (Йылға аръяғы) тыҡрығы,
  • Лесной (Урман) тыҡрығы,
  • Парковый (Парк) тыҡрығы,
  • Радужный (Йәйғорло) тыҡрығы,
  • Речной (Йылға) тыҡрығы,
  • Садовый (Баҡса) тыҡрығы,
  • Степной (Дала) тыҡрығы,
  • Хлебный (Икмәкле) тыҡрығы,
  • Школьный (Мәктәп) тыҡрығы.
  • Бокова Харитиния Алексеевна — Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • М. Шолохов тыуған һәм биш йыл йәшәгән йорт.  Уны яҙыусының сауҙагәр Парамоновта приказчик булып эшләгән атаһы Александр  Михайлович Шолохов һатып ала. 1910 йылда, Шолоховтар ғаиләһе Каргинға күсеп китеү  сәбәпле, йорт һатыла. Хәҙерге ваҡытта был йорт, ихатаһы, емеш баҡсаһы, кибете, мунсаһы, оҙон келәте, ат һарайы менән бергә, Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығына инә.
  • XIX б. аҙағы - XX б. башы Казак ихатаһы музейы. Музей составына йорт, һарай, оҙон келәт, мөгәрәп һ.б. инә. Музей килеүселәрҙе боронғо казак утары йыһазы менән таныштыра. 
  • Святитель һәм Чудотворец Николайға нарыҡланған ағас сиркәү. 
  • Утарҙан сыҡҡан ерҙә Тымыҡ Дон казактары һәйкәле урынлашҡан.