Эстәлеккә күсергә

Кәкүк емеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәкүк емеше
Кәкүк емеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Primula macrocalyx Bunge, 1829


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
IPNI  702229-1

Кәкүк емеше (рус. Первоцве́т крупноча́шечный, лат. Prímula macrocályx) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-45 см. Май айында һары сәскә ата, орлоғо июндә өлгөрә.

Ҡурған, Томск, Новосибирск, Кемерово өлкәләре, Алтай, Красноярск крайҙары, Тыва, Республикаларында таралған. Себерҙән тыш Көньяҡ Европала, Кавказда, Төньяҡ Иранда таралған.

Башҡортостандың көнбайыш һәм көньяҡ Урал өлөшөндә йышыраҡ осрай. Бигерәк тә, Башҡортостандың Бөрйән, Белорет, Ишембай, Ҡариҙел, Ғафури райондарында күп үҫә. Ә Урал аръяғы һәм төньяҡ көнбайыш райондарында һирәгерәк күҙәтелә.

Кәкүк емеше ҡайын һәм ҡарағай урмандарында, әрәмәлектә, урман ситендә үҫә.

Кәкүк емеше үҫемлектәрҙең классификацияһы буйынса примулалар семьяһына ҡарай. Кәкүк емеше киң таралған үҫемлектәр семьяһынан. Халыҡ телендә киң таралған тағын бер атамаһы—кәзә һаҡалы.

Ботаниктар уларҙың биш йөҙгә яҡын төрөн билдәләй. Арктика өлкәһендә ҡыҫынҡы примуланы (примула сжатая) осратырға булһа, Антарктидала ошо уҡ үҫемлектең тәпәш буйлы һәм аҡ сәскәлеһен — Магеллан примулаһын осратабыҙ.

Ләкин уның иң күп үҫкән урыны Көнсығыш Азия илдәре, бигерәк тә — Япония, Ҡытай. Хәҙерге бүлмә гөлдәренең киң таралғаны һәм иң матурҙары XVII быуатта Европаға ошо яҡтан килтерелгән. Уларҙы примулярия тип атап йөрөтөлгән махсус плантацияларҙа үҫтерәләр.

Кәкүк емешенең япраҡтары оҙонса, йомортҡа кеүек, бер төптән розетка яһап урынлашҡан. Таж япраҡсалары һары төҫтә. Каса япраҡсалары, ҡыңғырау рәүешендә булып, сәскә һаптары аша бер быуынға йыйылған һәм тәү ҡарауҙа суҡты хәтерләтә.

Дауалау өсөн үҫемлектең япрағы, сәскәһе, тамыры һәм тамырһабағы ҡулланыла. Уларҙың составында С, Е витаминдары, тритерпеноидтар, глюкозидтар, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар.

Үҫемлек сәскә атҡан ваҡытта уның үләне һәм сәскәһе йыйыла, тамыры һәм тамырһабағы көҙгөһөн ҡаҙып алына. Был дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Тамыры киптерер алдынан һалҡын һыуҙа йыуыла. Кипкән дауалар ғәҙәттәгесә һаҡлана.

Кәкүк емеше тамыры һәм тамырһабағынан әҙерләнгән төнәтмәне тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, нервылар ҡаҡшағанда, бөйөрҙәр тарафынан бәүел бүленеүе насарайғанда ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 балғалаҡ киптереп ваҡланған тамыр һәм тамырһабаҡты 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында ярты сәғәт тоторға кәрәк. Дауаны көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.

Япрағы һәм сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмә бөйөрҙәр сирләгәндә, йыуан эсәк шешкәндә, эс ҡатҡанда ҡабул ителә. Төнәтмәне әҙерләү: ике аш ҡалағы киптереп ваҡланған дауаны 1 литр ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр ярты стакан эсергә.

Кәкүк емеше — витаминлы аҙыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уны яратып кәкүк сөрмөге, кәкүк ситеге, кәзә һаҡалы тип тә йөрөтәләр. Бала саҡтан уҡ уның сәскәләрен, һабағын ашап ҡарап, тәмен олоғайғас та хәтерләү үҙе үк һәр яҙ һайын бала саҡтың моңһоҙ, ҡайғыһыҙ хәтирәләренә ҡайтып әйләнеү мөмкинлеген бирә...

Яҙ көндәрендә организм төрлө витаминдарға бик һыуһаған була. Тәбиғи һыуһынды ҡандырыр өсөн кеше тап ошо үҫемлеккә мөрәжәғәт иткән дә инде. Уның сәскәләре лә, һабағы ла, япраҡтары ла С витаминына бик бай.

Ике-өс бөртөк япраҡ ашайһың, һәм организм бөтә тәүлек буйына С витамины менән туйынған була. Бынан тыш, кәкүк емешендә Е витамины, каротин күп тупланған. Улар шулай уҡ организмға бик кәрәк.

Англияла, Голландияла унан салат әҙерләйҙәр. Әнис еҫе сығып торған тамырын төрлө аштар өсөн тәмләткес сифатында файҙаланалар. Был маҡсатта уны айырым плантацияларҙа сәсеп үҫтерәләр.

Дауалау маҡсатында уның сәскәһен, япраҡтарын үҫемлек сәскә атҡан осорҙа йыялар. Тамырын көҙ көнө ҡаҙып алалар.

Европаның күп кенә илдәрендә кәкүк сәскәһенән төрлө аҙыҡ-түлек әҙерләйҙәр. Һеҙҙең иғтибарға бер нисә рецепт тәҡдим ителә.

Кәкүк емешенән салат

100 г кәкүк емеше япрағы, 80 г йәшел һуған һәм сөгөлдөр, 20 г ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ алына.

Япраҡтарҙы, һуғанды һалҡын һыуҙа йыуып турайҙар һәм сөгөлдөр киҫәктәре өҫтөнә һалалар. Аҙаҡ тоҙ, ҡаймаҡ өҫтәйҙәр. Өҫтәлгә ултыртыр алдынан 10 минут һыуытҡыста тотоп алалар.

Кәкүк емешенән аш

160 г кәкүк емеше япрағы, 40 г тары ярмаһы, 20 г кишер, 30 г башлы һуған, 20 г май алына. Тәүҙә тары ярмаһын бешереп алалар, һуңынан ваҡлап туралған йәшел япраҡтарҙы, һуған, кишер һалалар. Аш бешеп етәрәк тәмләткес уләндәр өҫтәп, бер аҙ ҡайнаталар.

  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 451.  (рус.)
  • Polygonum aviculare L. s.l. — Горец птичий, или Спорыш // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 49. — ISBN 9-87317-128-9.  (рус.)
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1