Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе
Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 836 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 2719 м |
Уртаса тәрәнлек | 309 м |
Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе Викимилектә |
Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе (ҡыт. ғәҙәти 東海, ябайл. 东海, пиньин: Dōng Hǎi, палл.: Дунхай, һүҙмә һүҙ — «көнсығыш диңгеҙ»; кор. 동중국해, япон. 東シナ海) — Көнсығыш Азия (Ҡытай) яр буйҙары һәм Рюкю утрауҙары менән Кюсю утрауы (Япония) араһындағы Тымыҡ океандың диңгеҙе.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны — 836 мең км².
Иң тәрән урыны — 2719 м.
Февралдә уртаса һыу температураһы 7 °C-тан алып 16 °C, августта — 27-28 °C.
Тоҙлолоғо 30-34,5 ‰, йылға тамаҡтары тирәһендә — 5−10 ‰.
Ярым тәүлекле һыу артымдарының бейеклеге 7,5 метрға етә.
Диңгеҙгә ҡойоусы иң ҙур йылға — Янцзы.
Көнбайышта диңгеҙ төбө рельефы тигеҙ түгел, әммә тәрәнлектәр бында бәләкәй. Һайлыҡтарҙа һәм утрауҙар янында диңгеҙҙә йөрөү өсөн хәүеф тыуҙырыусы ҡаялар, рифтар һәм һай урындар бар.
Диңгеҙ биологик ресурстарға бай. Балыҡ тотоу сәнәғәтенең төп объекттары сельдь һәм сардина, бында шулай уҡ диңгеҙ ҡыҫалаһы һәм омарҙар аулау, трепанг һәм диңгеҙ ылымыҡтарын йыйыу үҫешкән.
Төп порттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Kosuke Takahashi. Gas and oil rivalry in the East China Sea 2009 йыл 18 июль архивланған. Asia Times Online. July 27, 2004.
- Chinese submarine enters Japanese waters. Wikinews. November 18, 2004. Retrieved March 7, 2006.
- Oil and gas in troubled waters The Economist. October 6, 2005.
- J Sean Curtin. Stakes rise in Japan, China gas dispute 2009 йыл 7 ноябрь архивланған. Asia Times Online. October 19, 2005.
- Chinese Suyan Rock community 2021 йыл 10 апрель архивланған.
- Alexander M. Peterson's 2009 Note in the Cornell International Law Journal detailing the dispute, clarifying the legal impact of the 2008 Sino-Japanese arrangement to cooperate in the East China Sea, and proposing increased Sino-Japanese cooperation.