Эстәлеккә күсергә

Мирхәйҙәр Фәйзи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(М. Фәйзи битенән йүнәлтелде)
Мирхәйҙәр Фәйзи
татар. Мирхәйдәр Фәйзи
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 19 октябрь 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 июль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (36 йәш)
Вафат булған урыны Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Баймаҡ
Яҙма әҫәрҙәр теле татар теле[1]
Һөнәр төрө яҙыусы, драматург, шағир, мөхәррир, публицист
Уҡыу йорто Хөсәйениә мәҙрәсәһе
Жанр шиғриәт һәм драматургия[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Mirhaydar Fayzi
 Мирхәйҙәр Фәйзи Викимилектә

Мирхәйҙәр Фәйзи, Фәйзуллин Мирхәйҙәр Мостафа улы (19 октябрь 1891 йыл9 июль 1928 йыл) — башҡорт һәм татар яҙыусыһы, драматург һәм журналист.

Мирхәйҙәр Мостафа улы Фәйзуллин 1891 йылдың 19 октябрендә элекке Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Күкшел утарында тыуған. Орск һәм Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәсәләрендә уҡый. Әҙәби әҫәрҙәр яҙыу менән йәшләй ҡыҙыҡһына башлай. Уның «Сәскәләр араһында», «Биҙәнеү», «Йәштәр алдатмайҙар» кеүек тәүге сәхнә әҫәрҙәре 1912 йылда баҫылып сыға. Ошо уҡ йылдарҙа «Йәштер алдатмайҙар» комедияһы Ҡазанда «Сәйәр» труппаһы тарафынан сәхнәлә ҡуйыла.

1916 йылда М. Фәйзи «Сәғҙәтбаныу» тигән драмаһын яҙа. Аҙаҡ, бер аҙ үҙгәрткәндән һуң, «Ғәлиәбаныу» исемеңдә был пьеса тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм башҡорт, татар театрҙары репертуарының алтын фондына әүерелә.

Ғ. Ибраһимов Мирхәйҙәр Фәйзиҙе «драмалар ғәләмендә яңы мәктәп асыусы» тип уның ижадын юғары баһаланы. «Ҡыҙғаныс», «Тәҡдирҙең шаярыуы». «Ауыл байрамы», «Урал һыуы буйында». «Аҫылйәр», «Аҙашҡан күңел» һәм башҡа пьесаларыңда халыҡ тормошо реалистик алымдарҙа һүрәтләнә.

Граждандар һуғышы йылдарында М. Фәйзи бөтөпләйгә Башҡортостандың Баймаҡ районы Юлыҡ ауылына күсеп килә. Ауыл халҡы араһында культура-ағартыу эштәрендә актив ҡатнаша, драма түңәрәктәрендә спектаклдәр ҡуйыу, әҙәби һәм күңел асыу кисәләре ойоштора, китапханала эшләй.

Юлыҡта йәшәгәндә, мәңгелек әҫәрен, «Ғәлиәбаныу» пьесаһын ижад итә.

Ошо төбәктәге комсомол йәштәренең контрреволюцион элементтарға ҡаршы көрәшен сағылдырған «Ҡыҙыл йондоҙ» пьесаһын тамамлай. 1922 йылда Темәс ауылына күсә һәм «Ҡыҙыл Урал» газетаһының редколлегия ағзаһы булып эшләй. Тиҙҙән ул Өфәгә саҡырыла һәм Башҡорт дәүләт театрының даими драматургы итен билдәләнә.

1925—1928 йылдарҙа Баймаҡта йәшәй. Мирхәйҙәр Фәйзи ике тиҫтәгә яҡын пьеса, күп шиғыр, йыр һәм хикәйә авторы.

Әҙип 1928 йылдың 9 июлендә Баймаҡта вафат була.

Баймаҡ районы хеҙмәтсәндәре яратҡан драматургын ҡаланың үҙәк паркында хөрмәтләп күмә.

  • Юлыҡ ауылының 1994 йылда төҙөлгән яңы мәктәбенә 1997 йылда Мирхәйҙәр Фәйзи исеме бирелә.
  • Яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға Мирхәйҙр Фәйзи премияһы тапшырыла.
  • Драматургтың мәктәптәге музейында уның яҡын дуҫы Вафа Әҙеһәмовтың тальян гармуны ла урын алған.