Марракеш
Марракеш | |
Tachelhit: Mrrakc | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1065 |
---|---|
Рәсми атамаһы | مراكش |
Этнохороним | Marrakéchoise[1], Marrakéchois[2], Amrrakci һәм Tamrrakcit |
Нигеҙләүсе | Абу Бакр ибн Умар[d] |
Дәүләт | Марокко |
Административ үҙәге | Әл-Мурабиттар, Әлмөхәдтәр[d] һәм Марракеш-Сафи[d] |
Административ-территориаль берәмек | Марракеш[d] |
Сәғәт бүлкәте | Көнбайыш Европа ваҡыты[d] һәм UTC±0:00[d] |
Хөкүмәт башлығы | Fatima Ezzahra El Mansouri[d] |
Ойошма ағзаһы | Организация городов всемирного наследия[d][3] |
Халыҡ һаны | 966 987 кеше (2020)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 465 метр[5] |
Туғандаш ҡала | Сүс, Гранада[d][6][7], Марсель, Клермон-Ферран, Томбукту[d], Ташкәнт, Аяччо[d], Тур[d], Нью-Йорк, Мәккә, Париж, Мадрид, Одесса[8], Сиди-Беннур[d] һәм Гранби[d][9] |
Милке | Марракеш[d] һәм Stade El Harti[d] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Civilization V[d] |
Майҙан | 230 км² |
Почта индексы | 40000 |
Рәсми сайт | ville-marrakech.ma |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Marrakesh[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Marrakech[d] |
Марракеш Викимилектә |
Марракеш[10] (Марракиш[11],бербер. ⴰⵎⵓⵔⴰⴽⵓⵛ, марок. диалект. Марракаш — ғәр. مراكش) — Марокконың дүрт империя ҡалаларының береһе. Хәҙер Марракеш — Сафи өлкәһенең административ үҙәге, уның составында шул уҡ исемле префектура ойоштора.
Касабланка, Фес һәм Танжерҙан ҡала, ҙурлығы буйына илдең дүртенсе ҡалаһы.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марракеш —«Марокко» исемен испанса боҙоп әйтелеше (исп. Marruecos). Элек Марокко көнсығышта «Марракеш» исеме аҫтында билдәле булған, һәм ҡайһы бер мосолман илдәрендә әле лә шулай атала.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Атлас тауҙары итәгендә, Рабаттан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 330 км һәм Касабланканан 240 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала биләмәһендә уртаса бейеклеге диңгеҙ кимәленән яҡынса 450 м тәшкил итә. Ҡала тирә-яғында иң юғары нөктәһе булып Джбель Тишка (3240 м) тауы тора, ул Марракештан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан һәм түбәһендә йыл әйләнәһендә ҡар ята.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 30,0 | 33,1 | 37,0 | 37,7 | 42,4 | 46,9 | 49,6 | 48,6 | 43,8 | 39,7 | 33,6 | 30,9 | 49,6 |
Уртаса максимум, °C | 18,6 | 20,6 | 23,7 | 25,2 | 28,4 | 32,9 | 37,3 | 36,7 | 32,6 | 27,9 | 23,0 | 19,7 | 27,2 |
Уртаса температура, °C | 11,9 | 14,0 | 16,8 | 18,2 | 21,0 | 24,8 | 28,4 | 28,2 | 25,2 | 21,2 | 16,5 | 13,1 | 19,9 |
Уртаса минимум, °C | 6,3 | 8,4 | 10,8 | 12,2 | 14,7 | 17,7 | 20,7 | 20,9 | 19,0 | 15,6 | 11,1 | 7,7 | 13,8 |
Абсолют минимум, °C | −3 | 0,0 | 1,2 | 3,0 | 7,9 | 9,0 | 13,0 | 13,0 | 10,0 | 6,0 | 2,0 | −2,4 | −3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 30 | 29 | 33 | 23 | 11 | 5 | 1 | 3 | 7 | 18 | 29 | 25 | 213 |
Сығанаҡ: Погода и Климат |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалаға 1060 йылдар тирәһендә Әл-Мурабиттар династияһынан Әбу Бәкер ибн Ғүмәр нигеҙ һалған, һәм быуаттар дауамында Әл-Мурабиттарға, ә 1147 йылдан — уларға алмашҡа килгән Әлмөхәдтәргә баш ҡала булып хеҙмәт иткән. Марракештың алтын быуаты Яҡуп әл-Мансур идара итеүе ваҡытына тура килә (1184—1199), ул Кутубия һәм Әл-Мансурия мәсеттәрен төҙөй. Кутубия мәсетенең 70 метрлыҡ манараһы әлегә тиклем Марракештың символы булып ҡала.
1269 йыл Марракеш Маринидтар хакимлығы аҫтына күсә, улар баш ҡаланы Фесҡа күсерә. XVI быуатта Саадиттар уға баш ҡала функцияларын кире ҡайтара. Ҡалала Әл-Бади һарайының һәм был хакимдарҙың кәшәнәләр комплексы емереклектәре һаҡланып ҡалған.
1912 йылда Марракешты әл-Хиба етәкселегендәге Сахара баш күтәреүселәре баҫып ала, әммә тиҙҙән ҡаланы француздар яулап ала һәм 1956 йылға тиклем ул Марокконың француз протекторатына инә. Ғәмәлдә ҡала менән әл -Глауи феодаль ғаиләһе идара итә, уларҙың вәкилдәренең береһе (Тәми әл-Глауи) 1953 йылда солтан Мөхәммәт V ҡолатыуҙы ойоштора.
Үҙенең бөтә тарихы дауамында Марракеш Фес менән Марокконың төп ҡалаһы булыу хоҡуғына ярыша, ил йыш ҡына үҙенең баш ҡалалары менән - төньяҡта Фес һәм көньяҡта Марракеш ике бойондороҡһоҙ өлөшкә бүленә. Рабат ҡалаһын хәҙерге Марокконың баш ҡалаһы итеп һайлау был ярышыусы ҡалаларҙың араһындағы компромисс кеүек тип ҡарарға мөмкин.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1985 йылда Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән Марракеш мәҙинәһе балсыҡ биналарҙың һәм нығытмаларҙың ерәнһыу төҫө арҡаһында «ҡыҙыл ҡала» тип атала. Мәҙинә үҙәгендә — Джемаа әл-Фна майҙаны. Бында акробаттар, әкиәтселәр, һыу һатыусылар, бейеүсе, музыкант, йылан арбаусыларҙы күрергә мөмкин. Иҫке ҡала артында пальма сауҡалығы һуҙылған. Марракеш ғөмүмән, үҙенең парк һәм баҡсалары менән дан тота. Улар араһында 405 га майҙан менән кәртәләнгән Агдал баҡсаһын, Менар зәйтүн ағасы сауҡалығын, Мажорель паркын айырып әйтергә була.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марракешта «Человек, который слишком много знал» (1956, реж. Альфред Хичкок) киҫкен сюжетлы фильмының беренсе өлөшө үтә.
- Немец «Goombay Dance Band» төркөмөнөң репертуарында «Марракеш» йыры бар[12].
- Немец музыканты һәм диджейы Андре Таннебергер (ATB) ижадында шул уҡ «Marrakesh» композиция бар[13].
Марракешта урыҫ общинаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1932 йылдан ҡалала беренсе тулҡын урыҫ эмигранттары нигеҙ һалған Сергий Радонежский хөрмәтенә төҙөлгән православие сиркәүе эшләп килә, унда рухани булып Рабаттағы Рус Воскресенский ҡорамынан килгән Варсонофий (Толстухин) һәм Митрофан (Ярославцев) тора[14].
Фотоһүрәттәр галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Кутубия мәсете
-
Менараның данлыҡлы баҡсаһы
-
Марракешта баҙар
-
Марракештың заманса кварталдары
-
Марракеш мәҙинәһе урамы
-
Марракеш мәҙинәһе диуары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://web.archive.org/web/20220920163624/http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ https://web.archive.org/web/20240528143447/https://www.ovpm.org/members/cities/
- ↑ https://www.hcp.ma/region-marrakech/attachment/1361217/
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-46jxgp/Marrakech/?zoom=19¢er=31.6283%2C-7.99821&popup=31.62848%2C-7.99809
- ↑ https://www.granada.org/v2010.nsf/xxtod/ciudadeshermanas
- ↑ https://www.granada.org/inet/osm.nsf/mapas.htm?open&ruta=BDUKCMN
- ↑ https://omr.gov.ua/ua/international/goroda-partneri/marrakesh-korolevstvo-marokko/
- ↑ https://numerique.banq.qc.ca/patrimoine/details/52327/2870342
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 219.
- ↑ Большая советская энциклопедия. — 1950. — Т. 2. — С. 175.
- ↑ YouTube сайтында Marrakesh - Goombay Dance Band
- ↑ Kontor.TV. ATB - Marrakech (Official Video HD) (4 марта 2009). Дата обращения 18 февраля 2019.
- ↑ Евлогий (Георгиевский), митрополит. Путь моей жизни. — М.: Московский рабочий, 1994.