Эстәлеккә күсергә

Клермон-Ферран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Клермон-Ферран
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Clermont-Ferrand[1]
Архивы хранятся в archives municipales de Clermont-Ferrand[d]
Рәсми тел Француз теле
Дәүләт  Франция[2]
Административ үҙәге Овернь[d], Пюи-де-Дом[d], canton of Clermont-Ferrand-Sud-Ouest[d], canton of Clermont-Ferrand-Nord[d], canton of Clermont-Ferrand-Sud[d], canton of Clermont-Ferrand-Est[d], canton of Clermont-Ferrand-Nord-Ouest[d], canton of Montferrand[d], Клермон-Ферран[d], canton of Clermont-Ferrand-Centre[d], canton of Clermont-Ferrand-Ouest[d], canton of Clermont-Ferrand-Sud-Est[d], canton of Clermont-Ferrand-1[d][3], canton of Clermont-Ferrand-2[d][3], canton of Clermont-Ferrand-3[d][3], canton of Clermont-Ferrand-4[d][3], canton of Clermont-Ferrand-5[d][3], canton of Clermont-Ferrand-6[d][3] һәм Овернь[d]
Административ-территориаль берәмек Пюи-де-Дом[d] һәм Клермон-Ферран[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Статистическая область Q108921370? һәм Q3550989?
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Clermont-Ferrand[d]
Хөкүмәт башлығы Оливье Бьянчи[d]
Етәксе орган town hall of Clermont-Ferrand[d]
Халыҡ һаны 147 327 кеше (1 ғинуар 2021)[4]
Ир-егеттәр 68 262[5]
Ҡатын-ҡыҙҙар 75 624[5]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 358 метр, 321 метр[6] һәм 602 метр[6]
Туғандаш ҡала Сивас[d], Регенсбург, Норман[d], Овьедо (ҡала), Абердин, Марракеш, Гомель[d], Солфорд[d], Бизерта[d], Брага[d], Оем һәм Аньшань[d]
Милке Габриэль Монпье (стадион)[d] һәм fontaine de la Pyramide[d]
Сиктәш Blanzat[d], Aubière[d], Aulnat[d], Бомон[d], Cébazat[d], Ceyrat[d], Шамальер[d], Cournon-d'Auvergne[d], Durtol[d], Жерза[d], Lempdes[d] һәм Orcines[d]
Алыштырған Clairmont[d] һәм Montferrand[d]
Ҡулланылған тел Француз теле
Майҙан 42,67 км²[7]
Почта индексы 63000[8] һәм 63100[8]
Электрон почта contact@ville-clermont-ferrand.fr[9]
Рәсми сайт clermont-ferrand.fr[9]
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Һәйкәлдәр исемлеге Q3252050?
Портал открытых данных Clermont Auvergne Métropole open data portal[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 52 424 һәм 8010 ± 9[10]
Ссылка на страницу обратной связи clermont-ferrand.fr/cont…[9]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Клермон-Ферране[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Clermont-Ferrand[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Clermont-Ferrand[d]
Карта
 Клермон-Ферран Викимилектә

Клермон-Ферран (франц. Clermont-Ferrand [klɛʁ.mɔ̃ fe.ʁɑ̃] , окс. Clarmont d'Auvèrnhe) — Франция үҙәк өлөшөнөң көньяғындағы коммунаһы һәм ҡалаһы, Пюи-де-Дом департаментының префектураһы (административ үҙәге). Ҡалала 139 мең кеше йәшәй (2008).


Ҡала Лимань уйпатлығы үҙәгендә, диңгеҙ кимәленән 410 м бейеклектә урынлашҡан. Ҡала тирәһендә бик күп тауҙар (Пюи теҙмәһе), шул иҫәптән бер нисә һүнгән вулкан бар. Ҡала янында Руайя (франц. Royat) курорт ҡаласығы урынлашҡан. Шулай уҡ Клермон-Ферран янында «Вулкания» вулкан паркы бар.



=== Климат ===

Климат Клермон-Ферро
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Абсолют максимум, °C 19,4 23,5 26,6 30,0 31,6 34,9 40,7 39,5 36,8 29,0 24,1 21,3 40,7 Һауа температураһы, °C 6,9 8,9 11,8 14,8 18,7 22,5 25,6 24,9 22,4 17,3 11,0 7,3 16,0
Уртаса температура, °C 3,1 4,6 6,8 9,5 13,2 16,7 19,3 18,8 16,3 12,1 6,8 3,5 10,9
Уртаса минимум, °C -0,7 0,3 1,8 4,2 7,8 11,0 13,0 12,6 10,3 7,0 2,6 -0,2 5,8
Абсолют минимум, °C -23,1 -22 -10,7 -5,2 -3,6 1,0 4,4 2,4 -1 -5,8 -10,1 -17,6 -23,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 29 27 29 45 91 67 47 73 57 51 36 33 585
Сығанағы: Infoclimat

Баш ҡала Оверниға римлеләр килгәнгә тиклем үк галлдар еренең үҙәге була. Грек тарихсыһы Страбон уны Немесса тип телгә алған. Был ерҙәрҙә галдарҙың юлбашсыһы Верцингеторикс тыуған тип иҫәпләнә; уның һыны ҡала үҙәгендәге Бартольди майҙанында ҡуйылған. Ҡайҙалыр ҡала ситендә Верцингеторикс римлеләрҙе Герговия (ентекләп ҡара. Герговия) янындағы алышта еңгән, тип иҫәпләнә.

Клермонт йәки Клермон исеме (Clarmontis; от лат. Augustonemetum) 761 йылда франк короллеге тарихында осратыла. Иртә урта быуаттарҙа уның башлығы епископ була. Клермон ике сиркәү соборы — 535 һәм 1095 йылдарҙа - үткәреләгән урын булып тора; Икенсе Клермон соборында папа Урбан II үҙ мәхәлләһен тәре походында ҡатнашырға саҡыра.

Оверни графтары Клермонды сиркәү әһелдәренән уңышһыҙ тартып алырға тырыша. Маҡсаттарына ирешә алмағас, улар Клермон янында икенсе ҡала — Монферран ҡалаһына нигеҙ һала. Монферран быуаттар дауамында Клермон менән ярыша, ниһайәт, Монферранға Клермон биҫтәһе статусы бирелә. Парлашҡан ҡала «Клермон-Ферран» тигән исем ала.

Ҡалала транспорт үҙәге (бер нисә тимер юл һәм автомобиль юлдары киҫелеше) һәм аэропорт бар.

Ҡалала бөтә донъяға билдәле шин Michelin етештереүселәренең штаб-фатиры тора; шулай уҡ бында компанияның ҡайһы бер предприятиелары урынлашҡан. Шулай уҡ ҡалала машиналар эшләү, туҡыу, полиграфия, ҡағыҙ, химия, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары эшләй.

Транслор

Клермон-Ферран ҡалаһында француз ҡалалары араһында беренселәрҙән булып трамвай электр линияһы асыла : 1888 йылдың 27 ғинуарында эшҡыуар Жан Кларе Клермон-Ферран мэрияһынан төҙөлөшкә концессия ала. Трамвай линияһы 1890 йылдың 7 ғинуарында мэр Амеде Гаске тарафынан эшләтелә башлай — уның оҙонлоғо 4,5 километр була һәм Монферран һәм Жод кварталдары араһында тора, 4 айҙан һуң линия Руаяға тиклем оҙайтыла. 1892 йылда Клермон-Ферран трамвайы 2,5 миллион пассажир ташый. 1930 йылдарҙан башлап әкренләп трамвай системаһы һүнә төшә һәм 1956 йылдын 14 мартында ябыла[11].

2006 йылдың 13 ноябрендә трамвай хәрәкәте тергеҙелә, ҡалала ғәҙәти булмаған ҡала траспорты — транслор — шиналы трамвай эшләй башлай.

Иң боронғо биналар, шул иҫәптән, Нотр-Дам соборы урындағы ҡара төҫтәге вулкан тоҡомло таштарҙан һалынған. Оверн готикаһы ҡомартҡыһы булып иң боронғо Нотр-дам-дю-Порт сиркәүе тора. Ранке музейы залында ҡала тарихы менән танышырға мөмкин; бер нисә зал иң билдәле Паскаль шәхесе тормошо тураһында һөйләй. 1810 йылда урындағы университет асыла. Хәҙер был университетта 30 000 ашыу студент уҡый, улар ике университетта (Оверн университеты һәм Блез Паскаль исемендәге университет) белем ала, шулай уҡ бында юғары коммерция мәктәбе һәм политехник институт бар. Блез Паскаль исемендәге университеттың филология факультетында Францияла билдәле славяндарҙы өйрәнеү һәм русистика бүлексәһе бар. Был бүлексәнең китапханаһында 30 000-дән ашыу китап һаҡлана.

Верцингеторикс һәйкәле, Бартольди эше

1979 йылдан алып Клермон-Ферранда йыл һайын Халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кино фестивале үткәрелә. Уны Канн ҡыҫҡа метражлы киноһы тип йөрөтәләр.

Ҡаланың тимер юл вокзалы урынлашҡан урамға «Советтар Союзы» тигән исем бирелгән.

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. https://www.insee.fr/fr/information/3363419
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
  4. Populations légales 2021Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
  5. 5,0 5,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
  6. 6,0 6,1 база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции, 2015.
  7. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  8. 8,0 8,1 Base officielle des codes postauxLa Poste, 2018.
  9. 9,0 9,1 9,2 https://lannuaire.service-public.fr/auvergne-rhone-alpes/puy-de-dome/mairie-63113-01
  10. Интерфейс программирования приложения YouTube
  11. Jean-Paul Gondeau. En 1890, Jean Claret a mis en service à Clermont les premières motrices électriques de France (фр.). La montagne (24 апрель 2016). Дата обращения: 19 август 2017.