Марта Шведская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марта Шведская
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
 Норвегия
Тыуған ваҡыттағы исеме швед. Prinsessan Märtha Sofia Lovisa Dagmar Thyra av Sverige
Титул Швеция принцессаһы[d] һәм крон-принцесса[d]
Тыуған көнө 28 март 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Арвфюстернс-палац[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция
Вафат булған көнө 5 апрель 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2] (53 йәш)
Вафат булған урыны Осло, Норвегия
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Яман шеш
Ерләнгән урыны Акерсхус[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Карл Шведский[d]
Әсәһе Ингеборга
Бер туғандары Карл Бернадот[d], Астрид Шведская һәм Маргарита Шведская[d]
Хәләл ефете Улаф V[d]
Балалары Рангхильда Норвежская[d], Астрид Норвежская[d][2] һәм Харальд V[d][2]
Нәҫеле Бернадоты[d]
Туған тел швед теле
Яҙма әҫәрҙәр теле швед теле, Норвег теле һәм инглизсә
Һөнәр төрө аристократ, дипломат
Префикс титула Королевское высочество[d]
Социаль синыф член королевской семьи[d]
Монограмма
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Олафа памятная медаль Серебряного юбилея короля Хокона VII
 Марта Шведская Викимилектә

Принцесса Шведская Марта (швед. Prinsessan Märtha Sophia Lovisa Dagmar Thyra av Sverige og Norge, 28 март 1901 йыл — 5 апрель 1954 йыл) — швед принцессаһы, король Оскар II ейәнсәре һәм Норвегия вариҫы принцы Улаф V ҡатыны (һуңынан король Улаф V), Норвегия короле Харальд V әсәһе.

Никахы һәм король тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Норвегия кронпринцессаһының король монограммаһы.

Принцесса Марта Стокгольмда тыуа һәм принц Карл Шведскийҙың һәм һәм принцесса Ингеборга Датскаяның ҡыҙы була.


Марта 1929 йылдың 21 мартында үҙенең ике туған ағаһы, Норвегия вариҫы принц Улафҡа кейәүгә сыға. Ул Король Ғали йәнәптәре Норвегияның кронопринцессаһы титулын ҡабул итә. Уларҙың туй тантанаһы һуңғы 340 йыл эсендә беренсе король туйы була.

Бер-береһенә булған ихлас мөхәббәте арҡаһында никахтары бәхетле була. Ғаиләлә өс бала: Рагнхильда (1930), Астрид (1932), шулай уҡ көтөп алған вариҫ, Харальд (1937) тыуа.

Норвегияның кронопринцессаһы үҙенең баҫалҡы, күңелсәк һәм йомарт холҡо менән тиҙ арала халыҡ һөйөүен яулай. 1939 йылда, Европала Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан принц һәм принцесса Америка Ҡушма Штаттарына ҙур визит яһай. Парҙар президент Франклин Рузвельт һәм уның ҡатыны Элеонора Рузвельт менән дуҫлаша.

Икенсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Принцесса вариҫы Марта 1940 йылдың 26 ғинуарында асыҡ сығыш яһап, Норвегия ҡатын-ҡыҙҙарын мобилизация эштәрендә ҡатнашырға саҡыра. 1940 йылдың апрель айында Германия Норвегияға баҫып ингәс, уның балалары тыуған Швецияһына ҡаса, әммә унда Мартаны һәм балаларын яҡшы ҡабул итмәйҙәр. Күп шведтар уны Швецияның нейтралитетын хәүефле хәлдә ҡалдырҙы тип уйлай. Хатта ҡайһы берәүҙәр уны өс йәшлек улын Норвегияға ебәреп, унда немецтарҙың уны король итеп иғлан итеүҙәрен теләй. Әммә был вариантты Марта бер ҡасан да иҫәпкә алмай. Президент Рузвельт саҡырыуы буйынса ул Америка Ҡушма Штаттарына юллана. АҠШ-та ул балалары менән тәүҙә Аҡ йортта урынлаша.

Ире король атаһы менән бергә Бөйөк Британияға китә. Парҙар оҙаҡ ваҡыт күрешә алмай.

1941 йылдың авгусында принцесса Марта президент яхтаһында президент Рузвельт менән сәйәхәте ваҡытында Уинстон Черчилль менән осраша.

Икенсе донъя һуғышының күп өлөшөн принцесса Марта Америка Ҡушма Штаттарында үткәрә, ул унда үҙ иле өсөн эшләй. 1942 йылда ул Лондонға, ҡайныһының тыуған көнөн билдәләү өсөн ҡатнашырға бара. 1945 йылда Норвегияға ҡайтҡас, уға «милләт әсәһе» тигән ҡушамат бирәләр. Принцесса Норвегияның кронопринцессаһы булараҡ тулыһынса үҙ ролен үтәй һәм норвегтарҙың именлеген һәм тотороҡлоғон булдырыу өсөн бөтә көсөн һала.

Үлеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙайлы һәм ҡаты сир менән көрәшкәндән һуң, 1954 йылдың 5 апрелендә Осло ҡалаһында яман шештән вафат була. Өс йылдан һуң уның ире Улаф V исеме аҫтында тәхеткә ултыра.

Титулдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Король Ғали йәнәптәре Принцесса Норвежская һәм Шведская Марта (1901—1905)
  • Король Ғали йәнәптәре Принцесса Шведская Марта (1905—1929)
  • Король Ғали йәнәптәре Норвегия Кронпринцессаһы (1929—1954)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Märtha of Norway // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Lundy D. R. Märtha Sofie Lovisa Dagmar Thyra Bernadotte, Princess of Sweden // The Peerage (ингл.)