Вәлиев Камил Абдрахман улы (физик): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
ә Перемещение 1 интервики на Викиданные, d:q20604288
61 юл: 61 юл:
[[Категория:Преподаватели БашГУ]]
[[Категория:Преподаватели БашГУ]]
[[Категория:Выпускники Макаровской школы (Ишимбайский район)]]
[[Категория:Выпускники Макаровской школы (Ишимбайский район)]]


[[ru:Валеев, Камиль Абдрахманович]]

05:00, 6 май 2017 өлгөһө

Камил Абдрахман улы Вәлиев
Файл:ValeevK.jpg
Тыуған көнө

23 февраль 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Хоҙайбирҙе ауылы, Белорет районы, БАССР, СССР

Вафат көнө

26 март 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (66 йәш)

Вафат урыны

Өфө ҡалаһы, Рәсәй

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Ҡаты есем һәм магнетизм физикаһы

Эшләгән урыны

БДУ

Альма-матер

[[Тимирязев исемендәге Башҡортостан педагогия институты]]

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Камил Абдрахман улы Вәлиев (23.02. 1934, БАССР-ҙың Белорет районы Хоҙайбирҙе ауылы[1] — 26.03. 2000, Өфө) — Рәсәй башҡорт ғалимы. Физика-математика фәндәре докторы, профессор. 1967 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында эшләгән.

«Ҡаты есемдәр һәм магнетизм физикаһы» тигән махсуслашыу аса. Уның шәкерттәре — физика-математика фәндәре докторҙары Валерий Иванович Максимочкин, Салауат Мөхәмәтйән улы Әбсәләмов һ.б.

2009 йылда Өфөлә БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, физика-математика фәндәре докторы, профессор Камил Абдрахман улы Вәлиев иҫтәлегенә төбәк-ара фәнни-техник конференция үтә[2].

Биографияһы

1934 йылда Белорет районы Хоҙайбирҙе ауылында ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе менән ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа. Әсәһе  Сара ханым Башҡортостандың беренсе совет хөкүмәте башлығы Әхмәтзәки Вәлидиҙең (Зәки Вәлиди Туғандың) бер туған һеңлеһе була. 1937 йылда ғаилә, репрессиянан ҡасып, Сара Әхмәтша ҡыҙының тыуған яғына — Маҡар районына (хәҙерге Ишембай районы) күсә. Вәлиевтар ғаиләһе Маҡар ауылына төпләнә. Камил ошо ауылдың мәктәбендә уҡый. Ғаилә башлығы Абдрахман урындағы леспромхозға бухгалтер булып эшкә керә. Шунан ул Ҡыҙыл Армия сафына алына, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, әсирлектә була, азат ителгәндән һуң халыҡ дошманы тип иғлан ителә һәм 1956 йылға тиклем лагерҙа тотола. Йәмғеһе ун дүрт йыл тулғас, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайта. Ғаиләләге биш баланы (Мәрйәм, Шамил, Камил, Рәмил, Нурия) әсәйҙең яңғыҙына күтәрергә тура килә. 1951 йылда Камил Абдрахман улы Тимирязев исемендәге Башҡортостан педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә.

Институтты тамамлағандан һуң Бөрйән районында мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1966 йылда Мәскәүҙә Шмидт исемендәге академияла уҡып сыға. Мәскәүҙәге Ер физикаһы институтының аспирантураһын тамамлай. 1985 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Өфөгә ҡайтҡас, тау тоҡомдарының магнит үҙенсәлектәренең баҫымға һәм температураға бәйлелеге проблемалары менән шөғөлләнә. Башҡорт дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы мөдире була Физика-математика фәндәре докторы, профессор.

Төп публикациялары

К. А. Вәлиев тарафынан 100-ләгән ғилми хеҙмәт һәм бер монография нәшер ителә. Төп хеҙмәттәре:

  • К. А. Валеев, В. И. Максимочкин. Магнитные свойства ГП при давлениях до 1250 Мпа и комнатной температуре // Физика Земли. -№ 8. −1984. -С. 91-96.
  • К. А. Валеев, В. И. Максимочкин. Магнитные свойства ГП в интервал давлений (0,1-1250) Мпа и температур (298—1000) К: -Тезисы докл. / XI Межд. конф. МАРИВД, Киев. -ИСМ АН УССР, 1987.
  • К. А. Валеев, Д. М. Печерский. Магнитные свойства подушечных лав Карамалыташской свиты (Юж. Урал) // Физика Земли. −1981. -№ 4. -С. 91-103.
  • К. А. Валеев, В. И. Максимочкин, С. Г. Мигранова. Магнитные свойства монокристалов магнетита и их связь с дислокационной структурой // Физика Земли, −1990. -№ 6. -С. 77-82.
  • К. А. Валеев, С. С. Абсалямов. Магнитные свойства горных пород при высоких термодинамических параметрах: Монография, Саратов: -с. {0}[13]{/0}} (1936)

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

  • СССР халыҡ хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Бронза миҙал (1975 йыл)
  • СССР Юғары һәм урта махсус белем министрлығының «Эштәге өлгөлө уңыштары өсөн» күкрәккә таҡмалы билдәһе (1985 год)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985 йыл)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

  1. В статье о Камиле Валееве в «Башкирской Энциклопедии» приводится ошибочное место рождения — Макарово
  2. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot

Һылтанмалар