Мортазин Һарун Фәүәрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мортазин Һарун Фәүәрис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 РСФСР
Тыуған көнө 1893
Тыуған урыны Көсөк-Маяҡ, Амангилде ауыл Советы, Учалы районы

Мортазин Һарун Фәүәрис улы (1893-?) — Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһында взвод командиры (1920).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәхестең биографияһы тулыһынса асыҡланмаған.

Һарун Фәүәрис улы Мортазин 1893 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылында тыуған[1].

Һарун Мортазин 1918 йылдан алып Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкында хеҙмәт итеү ихтималлығы билдәленә. Артабан ошо полк составында 1919 йылдың февраль айында башта ҡыҙылдар, ә бер айҙан һуң, март аҙағында, Муса Мортазин менән бергә кире аҡтар яғына сыға. Шул уҡ йылдың август айында Башҡорт кавалерия бригадаһы ҡыҙылдар яғына сыға, бригада сафында Һарун Мортазин да була. 1920 йылда ул Муса Мортазин командалағындағы кавалерия бригадаһында взвод командиры була[1].

Муса Мортазиндың «Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну» китабындағы мәғлүмәт буйынса Һарун Фәүәрис улы Польша фронтында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителгән[2]. Рәсми сығанаҡта, «РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм почетлы революцион ҡоралы менән наградланғандар исемлеге» (Мәскәү, 1927) китабында[3] Һарун Мортазин күрһәтелмәгән. Мәскәүҙә нәшер ителгән белешмә сығанаҡта тағы бер кешенең, Заһит Гәрәевтың булмауын, шул уҡ ваҡытта уның Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләне ышаныслы сығанаҡтарҙа һәм Муса Мортазиндың китабында телгә алыныуына нигеҙләнеп тарихсы Азат Ярмуллин Һарун Мортазиндың 1926 йылғы китапҡа инмәй ҡалыуы мөмкин тип фаразлай[1].

Һарун Мортазиндың вафат булыу датаһы асыҡланмаған. Муса Мортазинда китабында «үлде» тип телгә алына. Азат Ярмуллин Һарун Мортазиндың Польша фронтынан иҫән ҡайтыуын һәм 1920—1927 йылдар араһында донъя ҡуйыуын фаразлай[1].

Туғандары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]