Мәһәҙиев Марат Шәриф улы
Мәһәҙиев Марат Шәриф улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 20 июль 1962 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Рәсәй химия-технология университеты |
Мәһәҙиев Марат Шәриф улы (рус. Магадеев Марат Шарифович) (20 июль 1962 йыл) — комсомол, дәүләт органдары һәм хәрби хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер. 1987—1990 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары; 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрының беренсе урынбаҫары, 1999 йылдан — министры; 2005—2010 йылдарҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ начальнигы; 2012—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары. Генерал-майор. Техник фәндәр кандидаты. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы (2007). II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы һәм «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марат Шәриф улы Мәһәҙиев 1962 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1985 йылда Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химия-технология институтын (хәҙерге Российский химико-технологический университет имени Д. И. Менделеева) тамамлаған[1].
Хеҙмәт юлын 1979 йылда «Салауатнефтемаш» производство берекмәһендә смена начальнигы вазифаһында башлай, артабан «Каустик» производство берекмәһенең комсомол комитеты секретары була.
1987—1990 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Стәрлетатаҡ ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары [2].
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Юғары Советтың йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе була [3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сайт УГАТУ(недоступная ссылка)
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104