Эстәлеккә күсергә

Нагорный Михаил Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нагорный Михаил Петрович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 ноябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Нововоронцовский район[d], Херсон өлкәһе
Вафат булған көнө 22 ноябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны Запорожье, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы III дәрәжә Дан ордены

Нагорный Михаил Петрович (28 ноябрь 1917 йыл — 22 ноябрь 1972 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Михаил Петрович Нагорный 1917 йылдың 28 ноябрендә Фирсовка (хәҙер — Украина, Херсон өлкәһе, Нововоронцовский районы) ауылында тыуған. Алты класс тамамлағандан һуң, колхозда тракторсы булып эшләй.

1941 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул уҡ йылдың ноябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдың сентябренә гвардия өлкән сержант Михаил Нагорный Үҙәк фронт, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 58-се гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар взводы командиры ярҙамсыһы була.

Днепр өсөн һуғыштарҙа[1] айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 28 сентябрендә Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы районында Днепр аша сыға һәм уның көнбайыш ярында плацдармды алыу һәм ҡулда тотоу өсөн барған һуғыштарҙа әүҙем ҡатнаша, немецтәрҙең ике контратакаһын кире ҡаға. Алыштың киҫкен мәлендә Нагорный взвод командирын алмаштыра һәм подразделение менән уңышлы етәкселек итә. Нивки өсөн барған алышта Нагорный взводы ҡамауҙа ҡала, әммә командир түңәрәкләп оборона тотоуҙы ойоштора, һәм взвод, үҙебеҙҙекеләргә йырып сығып, дошмандың бөтә һөжүмен кире ҡаға[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуар Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия өлкән сержанты Нагорный Михаил Ленин ордены һәм 3252-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы»]] юғары исеменә лайыҡ була[1][2].

Һуғыш тамамланғандан һуң, Михаил Нагорный демобилизациялана. Тыуған ауылына ҡайта, һуңыраҡ Запорожьеға күсеп килә. 1972 йылдың 22 ноябрендә[1]вафат була.

Шулай уҡ 3-сө дәрәжә Дан ордены һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнгән[1].

Нововоронцовский районындағы Осокоровка[1] ауылында бер урам Герой хөрмәтенә Нагорный урамы тип атала.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Нагорный Михаил Петрович. «Герои страны» сайты.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — № 4 (264). — С. 1.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Герои Социалистического Труда: биобиблиогр. слов. Т.2. — Москва, 2008.
  • Подвигом славны твои земляки. — Запорожье, 1962
  • Книга: Шёл парнишке в ту пору.