Низаметдинова Розалия Сабирйән ҡыҙы
Низаметдинова Розалия Сабирйән ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 19 ғинуар 1944 (80 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Низаметдинова Розалия Сабирйән ҡыҙы (19 ғинуар 1944 йыл, БАССР‑ҙың Өфө районы Дим ҡасабаһы, хәҙер Өфө эсендә) ― терапевт. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Башҡорт дәүләт медицина университетының поликлиника терапияһы кафедраһы профессоры, Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияның почетлы профессоры[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Розалия Сабирйән ҡыҙы Низаметдинова 1944 йылдың 19 ғинуарында БАССР‑ҙың Өфө районы Дим ҡасабаһында тыуған. 1969 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм Свердловск өлкәһенең Заречный ҡасабаһында хеҙмәт юлын башлай. 1972 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина университетында, бер үк ваҡытта 2000 йылдан башлап Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында эшләй[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре клиник геронтология, иҫкәртеү медицинаһы проблемаларына арналған. Розалия Сабирйән ҡыҙы Низаметдинова тарафынан хроник йоғошһоҙ ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефенең төп сәбәптәрен, студенттарҙың һаулыҡ торошон һәм физик үҫеш үҙенсәлектәрен асыҡлау буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Уның ҡатнашлығында халыҡтың төрлө төркөмдәрендә ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса белем биреү программалары һәм өйрәтеү мәктәптәрен ойоштороу ысулдары эшләнгән. «Эске патология хәүефе факторҙары, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, поликлиника практикаһында халыҡ араһында сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса белем биреү программаларын әҙерләү» ғилми мәктәбенә нигеҙ һалыусы. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография авторы. Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһын тамамлаған 12 белгестең диплом эштәре етәксеһе[2].
Ижтимағи эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Низаметдинова Розалия Сабирйән ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Европа респиратор йәмғиәте ағзаһы. Башҡортостан Фәндәр академияһының «Белем биреү, мәғариф һәм медицина профилактикаһы системаһында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу» ғилми-тикшеренеү темаһын яуаплы башҡарыусы. «Һаулыҡ торошонда тайпылыштар булған кешеләрҙе реабилитациялауҙың комплекслы программаһы» Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының ғилми-тикшеренеү үҙәге программаһы етәксеһе. Башҡортостан фитотерапевтары ассоциацияһы идараһы ағзаһы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БДМУ-ның Маҡтау грамотаһы (1999 йыл),
- Фәнни уңыштары өсөн Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының Почет грамотаһы,
- БДМУ-ның 70 йыллығына ҡарата намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы (2002 йыл),
- Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012),
- Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияның почетлы профессоры.
- «Ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы» тигән абруйлы исем.
Хеҙмәттәре[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Здоровый образ жизни — основа сохранения здоровья населения. Өфө, 2007 (авторҙаш);
- Поликлиническая терапия. Өфө, 2009 (авторҙаш);
- Метаболический синдром в поликлинической практике. Өфө, 2010.
- Экология, образ жизни и здоровье. //Под ред. Ф.С. Файзуллина и А.Я. Крюковой. Өфө, 1998.
- Организация и проведение обучающих школ по профилактике внутренних заболеваний среди населения. //Под ред. А.Я.Крюковой, С.В. Шагаровой. Өфө, 1999.
- Образ жизни и здоровье. Р.С. Учебное пособие.//Р.С. Низамутдинова, А.Я. Крюкова. Өфө, 2002.
- Формирование здорового образа жизни в образовательной среде обучающейся молодежи. Өфө, 2005.
- Лекарственные растения при заболеваниях органов дыхания (авторҙаш). Өфө, 2007.
- Цереброваскулярное заболевание (авторҙаш). Өфө, 2008.
- Полезные советы и рекомендации для студентов (авторҙашлыҡта). Өфө, 2008.
- Поликлиническая терапия. Учебник для медвузов (авторҙашлыҡта). Өфө, 2009.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Низаметдинова Розалия Сабирйән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Энциклопедия ИЗВЕСТНЫЕ УЧЕНЫЕ
- ↑ Низаметдинова Розалия Сабирйән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.