Ниғмәтуллин Сафый Ниғмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ниғмәтуллин Сафый Ниғмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 16 декабрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (110 йәш)
Тыуған урыны Ҡариҙел районы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание лейтенант[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы

Ниғмәтуллин Сафый Ниғмәт улы (рус. Нигматул(л)ин Сафий, Сафы, Сафа (16 декабрь 1913 йыл — 19?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 313 кавалерия полкының миномётсылар взводы командиры. Лейтенант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры(1942)[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сафый Ниғмәтуллин 1913 йылдың 16 декабрендә Ҡариҙел районы Бурунгут ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Белеме- 8 класс. Брянск фронтының кесе лейтенанттар курсын тамамлаған (1942). 1937—1940 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт иткән. 1942 йылда Ҡариҙел РВК-һы тарафынан яңынан армияға алынған. 1942—1944 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Ғариф Макаев етәкселегендәге 313-се кавалерия полкының миномётсылар взводы командиры.

1942 йылдың 17 декабрендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Наградной листа 1942 йылдың 24 ноябрендә Сафый Ниғмәтуллин взводы дошмандың һалдаттары ултырған 4 автомашинаны, орудиелы ике тягачты, 2 танкты юҡ итте, взвод дошман пехотаһының контраатакаһын кире ҡаҡты, шулай итеп взвод полк яугирҙарының алға барыуын тәьмин итте тип яҙылған[3].

1944 йылдың 17 июнендә 13-е уҡсылар дивизияһының 92-се запас уҡсылар полкында хеҙмәтен дауам итә. Икенсе донъя һуғышының аҙағында милитаристик Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша.

1946 йылдың 10 сентябрендә демобилизациялана.

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]