Эстәлеккә күсергә

Оло Өйҙөрәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Оло Өйҙөрәк (йылға) битенән йүнәлтелде)
Оло Өйҙөрәк
Характеристика
Оҙонлоғо 53 км
Бассейн 902 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Быҙаулыҡ янында
Тамағы Дим
 · Урынлашыуы һул ярына тамағынан 126 км өҫтәрәк
 · Координаталар 54°32′18″ с. ш. 54°53′23″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Дим → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 10010201312111100024885

Оло Өйҙөрәк (рус. Большой Удряк) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Дим йылғаһының һул ярына тамағынан 126 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 53 км.

Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауылынан төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта башлана. Благовар һәм Дәүләкән райондары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Урта Өйҙөрәк йылғаһы тамағынан — Дәүләкән районы буйлап көнсығышҡа табан аға.

Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,3 куб/с. Бассейн рельефы убалы. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан тора. Бассейнының 8 процентын урман ҡаплаған, 50 проценттан ашыуы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: Ҡурай йылғаһы, Урта Өйҙөрәк йылғаһы, Кесе Өйҙөрәк йылғаһы (бөтәһе лә уң ҡушылдыҡтары).

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Дим йылғаһы башынан Бочкарёвка ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201312111100024885
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102488
  • Бассейн коды — 10.01.02.013
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1
  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Оло Өйҙөрәк.



Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ