Эстәлеккә күсергә

Пахлава

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пахлава

Пахлаваның бер нисә төрө

Татлы ашамлыҡтар

Авторы
Тыуған иле

Яҡын Көнсығыш

Компоненттар
Төп

Филло[d], шәкәр, корица[d], миндаль[d], грецкий орех[d] һәм сироп[d]

Оҡшаш аҙыҡтар

Шәкәрбура

Викимилектә медиафайлдар Пахлава
Әзербайжан пахлаваһы, Гянджи

Пахлава (йәки баклава) — ҡатлы ҡамырҙан, сәтләүек һәм ҡуйы шәрбәттән эшләнгән билдәле кондитер ашамлығы. Был тәм-том көнсығыш халыҡтары аш-һыуы: төрөк, әрмән, әзербайжан, лезгин, ғәрәп, ҡырым-татарҙар, болгарҙар һәм гректар әҙерләй. Төркиә, Әзербайжан, Әрмәнстанда билдәле, Иранда, Тажикстанда, Төркмәнстанда һәм Үзбәкстанда Науруз байрамы табынында ғәҙәти аш-һыу.

Тарихсы Нури Джанлы һүҙҙәренә ҡарағанда, пахлава тураһында беренсе мәғлүмәт XV б. табыла: «Тахлава өсөн нәҙек ҡамыр әҙерләү ассирийҙарҙан килә. Фәтих солтан өсөн был аҙыҡты 1453 йылдың авгусында бешереп ашатҡандар. Солтанға тәм-том шул тиклем оҡшаған, хатта рецебын мәңгеләштерергә ҡушҡан. Шунан бирле пахлаваны байрам һайын әҙерләйҙәр»[1].

Икенсе фекер буйынса, пахлаваны б. э. т. VIII быуатта Кесе Азия ярымутрауында уйлап сығаралар. Грек диңгеҙселәре һәм саүҙәгәрҙәре тәмен белеп ҡалып, әҙерләү ысулын Афинаға алып килә. Гректар ҡамырҙы камиллаштырып, нәҙек кенә итеп йәйә башлай.

Пахлава

Пахлава — күп ҡатлы десерт, ҡамыры бит нәҙеклегендә булырға тейеш, һәр ҡаты майлана һәм тура дүртмөйөш һауытҡа йәйеп бешерелә. Ваҡланған, ҡуйы шәрбәт һәм лимон һуты һеңдерелгән грек сәтләүеге йәки фисташканы ҡат араһына һалып сығалар. Төрлө төбәктә пахлаваны әҙерләү ысулы төрлөсә булыуы мөмкин.

  1. Елена Солнцева. Пахлава или жизнь. Турки защищают смесь орехов, меда и теста от иностранной агрессии (12 июль 2006). Дата обращения: 8 май 2012. Архивировано 24 июнь 2012 года. 2012 йыл 13 ғинуар архивланған.