Пиреней тауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пиреней тауҙары
Пиреней физик картаһы
Пиреней физик картаһы
Характеристикалар
Майҙаны19 000 км²
Оҙонлоғо450 км км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеАнето пигы 
Бейек нөктәһе3404 м
Урынлашыуы
42°40′ с. ш. 1°00′ в. д.HGЯO
 Пиреней тауҙары Викимилектә

Пирене́й (франц. Pyrénées, исп. Pirineos, окс. Pirenèus, кат. Pirineus, баск. Pirinioak) — Бискай ҡултығы һәм Урта диңгеҙ араһында Франция, Испания һәм Андорра илдәрендәге тау системаһы.

Оҙонлоғо — 450 км, бейеклеге — 3404 м-ға тиклем (Ането пигы). Көнбайышында эзбис һәм карст, үҙәгендә кристаллик тоҡомдар, Альп тауҙары рельефы формаһында, боҙлоҡтар (40 мең км²-ға тиклем); көнсығышта таулыҡ һирәгәйә, уйһыулыҡтар менән алышына. Тау битендә — Урта диңгеҙ буйы ҡыуаҡлыҡтары, 1800—2100 м бейеклектә ҡыуаҡтар һәм болондар. Боксит һәм тимер рудаһы ятҡылыҡтары табылған. Пиреней тауҙары мөһим климат бүлгес булып тора. Төньяғында — уртаса климат, көньяғында — субтропик.

Йыртҡыстар тарафынан үлтерелгән, һәм Пиренейҙа ерләнгән антик мифология геройы — Пирена Пиреней эпонимы булып тора[1].

Панорамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пиреней тауҙары, Sarrancolin

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Европаның тау системаһы